Абу Талиб                                 Донъя тормошо
     Хәмед үә маҡтау Аллаһҡа зарурҙыр тик, маҡтаусылар Уны тейешенсә итеп маҡтай алмаҫ, һанаусылар — ниғмәттәрен һанап бөтөрә алмаҫ, эшләп арығандар — Уға тейешлене ҡайтарып бирә алмаҫтар. Нисәмә уй Уны аңлай алмаҫ, нисә фекер диңгеҙенә сумыусы Уға төшөнә алмаҫ. Тасуирлау өсөн сифаттарының билдәле бер сиге, уның сифатланышына айырым бер ваҡыт аралығы һәм күрһәтелгән бер осор юҡтыр. Мәхлуҡтар ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килтергән, елдәрҙе рәхмәте менән иҫтергән һәм бар иткән ер йөҙөн ҡаялар менән нығытҡан Заттыр Ул.
     Диндең башы — Уны аңламаҡтыр, Уны аңлауҙың камиллеге — Уны таныуҙыр, Уны таныуҙың камиллеге — Уны бер итеп таныуҙыр, Уны бер итеп таныуҙың камиллеге лә — Уға ҡарата ихлас булыуҙалыр.


                                                        Донъя тормошо
                      Ғәли ибн Әбү Талиб, Хөтбәләр, Һөйләм оҫталығы юлынан.
                      Был хөтбәһендә Ғәли хәҙрәте (р. г.) донъя тормошон ҡәһәрләй.
     Һеҙҙе донъяның йәшелләнеп торған ләззәттәренән иҫкәртәм. Донъя тормошо теләк-һәүәҫтәр менән мәшһүр ул. Ниғмәттәре яҡын булғанға күрә үҙенә тартыр. Әҙе лә хуш күренер, күпте вәғәҙә итер, күҙҙе быуыр уның. Килтергән һөйөнөстәре ваҡытлыса булғанға, хәсрәтенән һис бер кем дә имен түгел уның. Алдаусан һәм зарар килтереүсән ул. Үҙгәреүсән һәм юҡ булыусынан ул, бөтөүсән һәм бөтөрөүсән ул, ашап барып, юҡ итеүсән ул. Донъя үҙен теләгәндәргә барлыҡ теләгәндәрен биреп, ҡәнәғәт итеп, туйҙырып бөтөрһәлә лә, аҙаҡ килеп кәмселектәрҙән пак булыусы Аллаһтың әйткәне кеүек булыр:
  وَاضْرِبْ لَهُم مَّثَلَ الْحَيَاةِ الدُّنْيَا كَمَاء أَنزَلْنَاهُ مِنَ السَّمَاء فَاخْتَلَطَ بِهِ نَبَاتُ الْأَرْضِ فَأَصْبَحَ هَشِيمًا تَذْرُوهُ الرِّيَاحُ وَكَانَ اللَّهُ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ مُّقْتَدِرًا
     «Уадриб ләһүм мәҫәләл-хәйәәти-ддүнйәә кәмәә’ин әңзәлнәәһү минә-ссәмәә и фахтәләта биһи нәбәәтүл-ардыи фә'асбәхә һәшиимән тәҙрууҺү-ррийәәхү үә кәәнә-ллааһу ғәләә күлли шәй'им-муҡтәдираа».
     «Күктән яуҙырған һыуыбыҙ менән ерҙәге үләндәр бер-береһенә ҡатнашып үҫәр, һуңынан ҡорор, һуңынан сүптәрен елдәр туҙҙырыр. Аллаһ һәр нәмәгә Ҡадирҙер». (Ҡөръән, «Әл-Кәһеф» сүрәһе, 18/45).
     Донъя һөйөнөс һәм бәхеттәренең тиҫкәре һәм ҡаршы яҡтары, арттарынан эйәреп килеүсе һәм ҡайғы хәсрәттәре барҙыр. Берәүгә бәхет ямғырының һөйөндөргөс тамсылары әле төшәр-төшмәҫ, юғалтыу йәшене инде башы өҫтөндә йәшенләп, янай башлай. Иртә менән йылмайыр, ярҙам итәр ул (донъя), кисен иһә танымайынса эргәһенән үтеп китәр ул. Бер яғы хуш һәм татлы булһа, икенсе яғы әсе ҡайғы-хәсрәт менән туп-тулы уның. Зауығына талыусыны — дәрттәр көтәр, именлегенә ышанып йоҡларға ятыусыны — иртән һис шикһеҙ хәүефтәр ҡаршылар уның.
     Алдатыусы донъяла ниҙәр бар булһа — барыһы ла алдатыусандыр. Юҡ булыусан ул, эсендәгеләре лә юҡ булыуға дусар уның. Аҙыҡ-ризығында, тәҡүәлек ризығынан тыш, һис берендә бәрәкәт юҡ уның. Үҙенән бер ни тиклем нәмә ҡаҙаныусы үҙен бик имен итер, күберәк ҡаҙанһа — үҙен бик хәтәр хис итәр. Ҡаҙанғандары ла бер аҙҙан юҡ булып бөтәр уның. Нисәмә именде һәүәҫкә һалды, нисәмә өмөтләнгәнде ҡаҡшатты, нисәмә бөйөктө хур ите, нисәмә ғорур һәм тәкәбберҙе түбәнһетте ул донъя. Хужаһы алмашынып торор, йәшәү рәуеше — тотороҡһоҙ, ләззәттәре — кәйефһеҙ, татлыһы — әсе, ризығы — зәһәр, тотонған һәр нәмәһе серер, тотоусының ҡулында серек булып ҡалыр ул донъя. Донъяла тере булған һәр кемде үлем көтәр, сәләмәт булған һәр кемдә сирҙәр һағалар. Батшалығы емерелеүсән уның, көслөләре еңелеүсән уның, алға киткәндәре ҡыйналыр, күршеләре иҙелер уның.
     Йәшәгән ғүмерҙәре, ҡалдырған әҫәрҙәре һәм хыялдары үҙегеҙҙекенән оҙон ғүмерле булып, һандары һәм ғәскәрҙәре һеҙҙекенән күберәк булып, донъяға мәңге бөтмәйәсәк кеүек табынып, донъяға мәңге йәшәйәсәк кеүек тамыр йәйеп, үлеп киткәндәрҙең ерендә йәшәгәнегеҙҙе күреп тормайһығыҙмы һеҙ? Йорттарынан юлда кәрәк буласаҡ аҙыҡ-түлек йәки дөйә-ат алырға баштары-көстәре етмәйенсә (барыһын ҡалдырып) китеп барҙылар. Донъяның үҙҙәрен янында ҡалдырыу өсөн бер ниндәй фидияһы лә табылманы, киткәндәрендә ярҙамы теймәне, юлдарында юлдаштағы күренмәне. Киреһенсә, үҙҙәрен ҡыҫырыҡланы, ҡыйырһытып этте, бәреп йығып йөҙҙәренә ҡапландырҙы һәм өҫтәренән тапап иҙеп сығып китте (ул донъя). Берҙән-бер ярҙамы — үлем менән осрашыуҙарын тиҙләтеүе булды. Мәңгелеккә хушлашҡандарын да итәгенә ябышыусыларҙың береһенең-бер йөҙөн танымағанлығын күргәнһеңдер һеҙ ҙә. Үҙҙәре менән берәр күстәнәсме биреп ебәрҙе ул? Улай була ҡалһа, ятасаҡ тар ерҙәренән башҡа берәр йорт вәғәҙә иттеме? Ҡараңғылыҡтарында үҙҙәренә яҡтыртасаҡ бер-берәр нур бүләк иттеме? Үкенестән ҡала, үҙҙәренә берәр нәмә алып килдеме оҙатҡанда (ул донъя)? Һайлаған, ышанған һәм башҡаларҙы ла ошонда йәшәргә саҡырған йортоғоҙ шул булырмы инде һеҙҙең дә? Был йорт — именлегенән шикләнмәгән һәм именһеҙлегенән ҡурҡмағандар өсөн бик яман бер йорттор! Күреп торғанығыҙ кеүек үк, белеп тороғоҙ ни, был (донъя йортын) һеҙ ҙә ҡалдырып китерһегеҙ, унан да айырылырһығыҙ һеҙ ҙә. «Беҙҙән дә ҡөҙрәтле кем бар?» (Ҡөръән, «Фуссиләт» сүрәһе, 15) — тигәндәрҙең хәленән ғибәрәт алығыҙ. Ҡәберҙәренә алып килделәр үҙҙәрен — ат өҫтөндәге һыбайлы ла түгелдәрҙер хәҙер, ҡәберҙәренә иңдерҙеләр үҙҙәрен — хәҙер инде саҡырылған ҡунаҡ та булмаҫтар улар. Балсыҡтан йорт, тупраҡтан кәфенлек яһалды уларға. Серегән һөйәктәргә күрше булдылар: ҡунаҡҡа китә алмаҫтар, ярҙамға килә алмаҫтар, өҫтәрендә илаусыларға яуап бирә алмаҫтар. Ямғыр яуһа өҫтәренә — һөйөнмәҫтәр улар, ҡоролоҡ килһә — көйөнмәҫтәр инде. Йәмәғәт кеүек күренһәләр ҙә — яңғыҙ улар, күрше кеүек булһалар ҙа — айырым улар. Бер-берҙәренән йыраҡ булмаһалар ҙа, бер араға килә алмаҫтар, бер-берҙәренә яҡын булһалар ҙа, яҡыная алмаҫтар. Хәҙер инде улар әҙәпле — нәфрәт ҡалманы уларҙа, хәҙер инде артығын белмәҫтәр улар — көнсөллөк үлде уларҙа. Зарарҙарынан ҡурҡылмаҫ, ярҙамдары һоралмаҫ. Ер өҫтөн — ер аҫтына, киңлек менән иркенлекте — тарлыҡҡа, яҡындар менән берлекте —яңғыҙлыҡҡа, яҡтылыҡты — ҡараңғылыҡҡа алмаштырҙылар улар. Ер-тупраҡтан яланғас сыҡҡандары кеүек, ер-тупраҡка яланғас — ялан аяҡ әйләнеп ҡайттылар. Донъя йортонан мәңгелек тормошҡа табан ҡылып ҡалдырған ғәмәлдәре менән китеп барҙылар.
                                                      يَوْمَ نَطْوِي السَّمَاء كَطَيِّ السِّجِلِّ لِلْكُتُبِ كَمَا بَدَأْنَا أَوَّلَ خَلْقٍ نُّعِيدُهُ وَعْدًا عَلَيْنَا إِنَّا كُنَّا فَاعِلِينَ
     «Йәүмә натъүи-ссәмәә'ә кәтаййи-ссиджилли лил-күтүби кәмәә бәдәьнәә әүүәлә хальҡин нүғиидүһү үәғдән ғәләйнәә иннәә күннәә фәәғилиин».
     «Беренсе мәртәбә барлыҡҡа килтергәнебеҙ кеүек өр-яңынан тергеҙербеҙ, вәғәҙәбеҙ шул, шулай эшләйәсәгебеҙҙе шиктәр булмаһын» (Ҡөръән, «Әл- Әнбиә» сүрәһе, 21/104).
     Татарсанан тәржемә: Ғәли ибн Әбү Талиб, «Нәһж Әл-Бәлаға», «Һөйләм оҫталығы юлынан», Баҫманы тәржемә итеп, нәшергә әҙерләүсе: Мөхәммәт Галләм Мостафа