Бәрәкәт

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә «Ибраһим» сүрәһенең (14 сүрә) 34-се аятында әйтә:

                                       وَآتَاكُم مِّن كُلِّ مَا سَأَلْتُمُوهُ وَإِن تَعُدُّوا نِعْمَتَ اللَّهِ لَا تُحْصُوهَا إِنَّ الْإِنسَانَ لَظَلُومٌ كَفَّارٌ
     34. Үә әәтәәкүм миң күлли мәә сә'әлтүмүүһ үә иң тәғүддүү ниғмәтә-ллааһи ләә түхсууһәә иннәл-иңсәәнә ләҙалүүмүң кәффаар.
     34. Аллаһ Тәғәлә һәр һораған нәмәгеҙҙе биргән. Алланың биргән ниғмәттәрен һанар булһағыҙ, һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ. Ысынлап та, кеше — яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгән залим.
     Раббыбыҙҙың беҙгә биргән ниғмәттәрен ысынлап та һанап бөтөрә алмаҫлыҡ хәлдәбеҙ, еңел генә һулыш ала алыуыбыҙ ҙа, ашаған-эскән ризығыбыҙҙы йота алыуыбыҙ ҙа, хатта эшкәртеп шуны сығара алыуыбыҙ ҙа, көндәлек ябай әйберҙәр булһа ла, барыһы ла Аллаһтың ниғмәттәре. Беҙҙән ошо ниғмәттәрҙе таныу, белеү, барыһын да Аллаһтан икәнен аңлау, улар өсөн шөкөр итеү талап ителә.

     Аллаһ Тәғәлә үҙенең сикһеҙ рәхмәте менән бирә торған һәм һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тоторға тейеш булған ниғмәттәрҙең береһе – Бәрәкәт.
     Күбебеҙҙең телендә, теләктәрендә булған ошо һүҙ һәм төшөнсә ниндәй мәғәнәләргә эйә һәм уны булдырыуҙың сәбәптәре ниндәй һуң?
     Бәрәкәт һүҙенең мәғәнәһенә килгәндә ул артыуҙы һәм күбәйеүҙе белдертә. Ҡайһы бер ғалимдар уға ошондай аңлатма бирә: аҙҙың да файҙаһы күп булыуы, йәки икенсе төрлө әйтһәк, нимәнеңдер ҙә булһа көтөлгәнгә ҡарағанда күберәк килеп сығыуы.
     Шулай уҡ ҡайһы бер ғалимдар бәрәкәтте былай тип аңлаталар: Аллаһу Тәғәлә итәғәт һәм ғибәҙәт ҡылыуҙың донъяуи файҙаһы.
     Ләкин һәр әйберҙең дә үҙ бәрәкәте бар:
     Мал-мөлкәттең бәрәкәте – уның өҙөлмәүе һәм файҙалы булыуы
     Ғаиләнең бәрәкәте – уның имен һәм тыныс булыуы,
     Ғүмерҙең бәрәкәте – уның оҙон һәм игелек менән тулы булыуы
     Ғилемдең бәрәкәте – уны аңлау һәм уның буйынса ғәмәл ҡылыуы
     Балаларҙың бәрәкәте – уларҙың игелекле булыуҙары.
     Күренгәнсә, бәрәкәт – ул бөтөн яҡшылыҡ һәм изгелектең йыйылмаһы, шуға күрә уға ирешергә тырышыу, уға ынтылыу бер ҙә сәйер эш түгел, ләкин, нисек ирешергә тигән һорау тыуа.
     Бәрәкәтте йәлеп итә торған, Аллаһ Тәғәлә бәрәкәте килтерә торған сәбәптәр күп, шуларҙың бер-нисәһен ҡарап уҙайыҡ:
     Иң беренсе сәбәп — тәҡүәлек.
     Аллаһ Тәғәлә тыйған эштәрҙе эшләүҙән, ҡушҡандарын ҡалдырыуҙан ҡурҡыу, уның асыуын сығарыуҙан һаҡланыу, бойһоноуың сәбәпле Аллаһ Тәғәләнең ғазабы менән үҙ араңа ҡорма ҡороу, тәҡүәлектең ҡыҫҡаса мәғәнәһе шул.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Ҡәримдә әйткән:
وَلَوْ أَنَّ أَهْلَ الْقُرَى آمَنُوا وَاتَّقَوْا لَفَتَحْنَا عَلَيْهِم بَرَكَاتٍ مِّنَ السَّمَاءِ وَالْأَرْضِ                                                                           96
     96. Үә ләү әннә әһләл-ҡураа әәмәнүү үә-ттәҡау ләфәтәхнәә ғәләйһим бәракәәтим- минә-ссәмәә'и үәл-ардыи...
     96. Был илдәрҙең халҡы иман килтерһә, тәҡүәле булһа, Беҙ уларға Күк менән Ер бәрәкәтен асыр инек. (Сүүратүл Әғраф – Кәртәләр сүрәһе, 7 сүрә 96 аят).

     Тимәк ҡолдарҙа тәҡүәлек булған осраҡта, илдәрҙә ниғмәт артыр ине, булған байлыҡтың файҙаһы күренер ине, ерҙән дә, күктән дә бәрәкәт килер ине.
     - 20-се быуатта күп ғәрәп илдәрендә нефть асылды, донъяла иң күп нефть етештереүсе халыҡ – ғәрәп халҡы. Ләкин тәҡүәлек аҙ булыу сәбәпле, ул байлыҡтың бәрәкәте күренмәй, ислам һәм мосолмандарға файҙаһы һиҙелмәй. Шул ғәрәп илдәренең ҡайһы берендә һуғыш, ҡайһы берендә тынысһыҙлыҡ, ҡайһы берендә фәҡирлек, ҡайһы берендә боҙоҡлоҡ һәм динһеҙлек.
     - Ә бер ниндәй ҙә нефть булмаған заманда – ике генә йыл идара итеп ҡалған Ғөмәр ибн Ғәбделғәзиз ваҡытында – тәҡүәлек сәбәпле ысын бәрәкәт урынлашҡан ине. Илдәр тыныс, доньяла имен, кешеләр бай һәм ҡәнәғәт ине. Төньяҡ Африкала – Мәғриб илдәрендә йыйылған зәкәтте алыр кеше табылмағас, шул байлыҡты баш ҡалаға килтереп, ҡолдар һатып алалар һәм уларҙы азат итәләр.
     Хәҙер ер шарының алтынан бер өлөшө булған, һәм ер байлыҡтарын күбеһен үҙенә йыйған илебеҙҙә бәрәкәттең ниндәй хәлдә икәнен аңлатып тороу артыҡ.
     Бер ғалимгә: «Хаҡтар  күтәрелде тип зарланғас, „Тәҡүәлек менән төшөрөгөҙ“, — тигән кәңәш бирә».
     Бәрәкәттең сәбәбе — тәҡүәлек икәнен аңлатыусы икенсе аят:
     2.                                                                                      وَمَن يَتَّقِ اللَّهَ يَجْعَل لَّهُ مَخْرَجًا
     3.                                                                                        وَيَرْزُقْهُ مِنْ حَيْثُ لَا يَحْتَسِبُ
     2. ...үә мәй-йәттәҡилләәһә йәджғәл ләһү махраджәә.
     3. Үә йарзүҡһү мин хәйҫү ләә йәхтәсибү...
     2. ...Алланан ҡурҡҡан кешегә Ул сара табыр,
     3. көтмәгән ерҙән уға ризыҡ бирер...
— тип вәғәҙә итә Аллаһ Тәғәлә «Талаҡ» сүрәһенең (65 сүрә) 2-3 сө аяттарында.
     Ауырлыҡ һәм мәшәҡәттәр килгәндә, ҡайғы хәсрәт ишегеңде шаҡығанда, күңелең ҡурҡыу һәм асыу шомлоҡ менән тулғанда, Аллаһтан башҡа таяныр зат ҡалмағанда, тәҡүәлеге сәбәпле еңеллек килеү, елкәндән тау-тау йөк төшөү, көтөлмәгән ерҙән байлыҡ табыу – был да бик ҙур ниғмәт һәм бәрәкәт.
     Икенсе сәбәп – доға, истиғфәр, зекер итеү һәм Ҡөръән уҡыу.
     Доға:
     Һәр ҡайһыбыҙға мәғлүм: ризығыбыҙ ҙа, уның бәрәкәтле булыуы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында. Шуға күрә беҙ бәрәкәтте Аллаһ Тәғәләнән һорарға тейеш, гонаһтарыбыҙ өсөн ярлыҡау һорап, тәүбә ҡылырға тейеш, Аллаһ Тәғәләне йыш иҫкә алырға тейеш.
     Көндәрҙән бер көндө пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәсеткә килеп инә һәм унда Әбу Үмәмә исемле сәхәбәһен күрә. «Ни эшләп ултыраһың был ваҡытта Әбү Үмәмә?» тип һорай пәйғәмбәребеҙ ﷺ . «Ҡайғырып ултырам, бурыстарым күп, нисек түләргә белмәйем». «Ҡайғыңды бөтөрә торған, бурысыңды ҡайтара торған һүҙҙәр өйрәтәйемме?», — ти әйткән пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Иртә кис шуны ҡабатла:
     “Йә Аллаһ! Мин Һиңә ҡайғы-хәсрәттән, көсһөҙлөк һәм ялҡаулыҡтан, ҡурҡаҡлыҡ һәм һаранлыҡтан һыйынам. Шулай уҡ бурыстар йөгөнән һәм кешеләр йәберләүенән дә һаҡла мине!".
     Ысын мохтаж күңелдән сыҡҡан доға Аллаһҡа барып етә. Әбү Үмәмә лә хәсрәтеннән дә, бурыстарынан да ҡотола.
     Истиғфәр – Аллаһ Тәғәләнән гонаһтар өсөн ғәфү үтенеүҙе һорау.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдең" Нух" сүрәһендә (71 сүрә) Нух пәйғәмбәрҙең ҡәүеменә биргән кәңәшен еткерә:
     10.                                                                                فَقُلْتُ اسْتَغْفِرُوا رَبَّكُمْ إِنَّهُ كَانَ غَفَّارًا
    11.                                                                       يُرْسِلِ السَّمَاءَ عَلَيْكُم مِّدْرَارًا
    12.                                               وَيُمْدِدْكُم بِأَمْوَالٍ وَبَنِينَ وَيَجْعَل لَّكُمْ جَنَّاتٍ وَيَجْعَل لَّكُمْ أَنْهَارًا
     10. Фәҡультү-стәғфируу раббәкүм иннәһү кәәнә ғаффәәраа.
     11. Йурсили-ссәмәә’ә ғәләйкүм мидраараа.
     12. Үә йүмдидкүм би'әмүәәлиүүә бәниинә үә йәджғәл ләкүм джәннәәтиүүә йәджғәл ләкүм әнһәәраа.
     10. әйттем: «Раббынан ғәфү үтенегеҙ, Ул ярлыҡаусан.
     11. Ул күктән ямғыр яуҙырыр,
     12. мал биреп, бала биреп ярҙам итер, һеҙгә баҡсалар үҫтерер, йылғалар ағыҙыр. (Рабығыҙҙан ғәфү үтенегеҙ, ул кисереүсе! Шулай эшләһәгеҙ Ул һеҙгә ямғырҙар яуҙырыр, байлыҡ һәм балалар менән ниғмәтләндерер, баҡсалы һәм йылғалы ерҙәр бирер).
     Ниндәй генә ауыр хәл булмаһын, ниндәй генә нәмә кәрәк булмаһын, истиғфар ҡылыу кәрәк. Бер ғалим әйткән: «Берәр мәсъәләне аңламаһам, 1000 йәки күберәк мәртәбә истиғфар итә инем шунан һуң аңлау килә ине».
     Зекер итеү
     Эшең, ризығың, йәшәйешең бәрәкәтле булһын тиһәң Аллаһты иҫкә алырға онотма. Хәйерле ғәмәлдәр алдынан Бисмиллаһир-рахманир-рахим тип әйтеүҙең маҡсаты шул бәрәкәткә өлгәшеү.
     Ҡөръән уҡыу
     Әйтелгән:"Был – һиңә индерелгән бәрәкәтле китап".
     Күберәк Ҡөръән уҡыһаҡ, телевизорҙан, юҡ бар эштәрҙән айырылһаҡ, Аллаһ Тәғәлә беҙгә бәрәкәтен бирер иншәАллаһ!
     Өсөнсө сәбәп – саҙаҡа һәм зәкәт.
     Пәйғәмбәребеҙ  саҙаҡа малды кәметмәҫ тине. Әйе. Саҙаҡа байлыҡты кәметмәй, тағы ла арттыра ла, бәрәкәтле лә итә.
     Аллаһ Тәғәлә әйткән: “Берәй нәмәне генә саҙаҡа итеп сарыф итһәгеҙ ҙә, Аллаһ уның урынына алмаштырып ҡайтарып бирер". “Әй әҙәм балаһы! Байлығыңды мохтаждарға сарыф ит, Мин дә һиңә сарыф итәрмен". «Көн һайын иртә менән ике фәрештә төшөп береһе: „Йә Раббым, малынан мохтаждарға өлөш сығарыусыға артырып бир“, ә икенсеһе: „Йә Раббым, малын ҡыҙғанып тотоусының малын бөтөр“, — тип доға ҡылалыр».
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәхәбәләре быны яҡшы белгәндәр, сөнки Аллаһ Тәғәләгә имандары һәм тәүәккәллектәре көслө булған.
     Зөбәйер исемле кеше үләр алдынан улын Абдулланы саҡыртып ала ла: “Бурыстарымды ҡайтар! Көсөң етмәһә, әйт: “Йә Аллаһ Һин Зөбәйерҙең Раббыһы, уның бурысын ҡайтарһаң ине! – тип һора. Сөнки Зөбәйер үҙ малын Аллаһ ризалығы өсөн генә сарыф иткәнен Зөбәйерҙең Раббыһы белә". Зөбәйер үлә, һәм бурыстарын һанағас бер миллион дирһәм бурыс килеп сыға. Бөтә ҡалдырған мираҫ та 400 000 дән һәм бер бүлем ерҙән артмай. Шунда Абдуллаһ Аллаһ Тәғәләгә: «Йә Аллаһ һин Зөбәйерҙең Раббыһы, уның бурысын ҡайтарһа ине!» – тип мөрәжәғәт итә.
     Бер нисә көн уҙҙы һәм теге ер баҙар урынына әйләнде. Һәм кешеләр һуғыша һуғыша шул ерҙе һатып алырға теләнеләр. Уны бик күп аҡсаға һатып йыл дауамында баҙарға сығып кешеләрҙе саҡырып йөрөнөм: “Атайым кемгә тейеш ине, аҡсаһын килеп алһын. Йыл аҙағында Зөбәйерҙең ҡатындарынала  мираҫын бүлдем һәм һәр береһенә берәр миллион сыҡты", тине Абдуллаһ ибн Зөбәйер.
     Саҙаҡаның бәрәкәте мал-мөлкәткә генә түгел, хатта сәләмәтлеккә лә өлгәшә.
     Сүриялағы Хәләб ҡалаһының Йәмиғ мәсетенең имамы Абделһади Бәдлә үҙенең ҡиссаһын һөйләй: “Ғаилә ҡороп йәшәй башлағас та, беренсе балабыҙ тыуҙы. Башта шатлығыбыҙ сикһеҙ ине, ләкин үҫә килә бер мәле ул сирләй башланы, хәле көндән көн насарая ине. Ниндәй генә саралар ҡулланһаҡ та, сәләмәтлеге яҡшырманы. Изге кешеләр бер табип бар тинеләр, шуға киттек, баланың температураһы бик көслө ине. Табип: “Төндә температураһы төшмәһә, иртәгә үләсәк, тип ҡайтарып ебәрҙе. Ҡайғыға батып баланы өйгә алып ҡайттым, төн еткәс намаҙға баҫтым, һуңыраҡ сыҙай алмайынса сығып киттем. Урамда ни эшләргә белмәйенсә йөрөгәндә пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: «Ауырыуҙарығыҙҙы саҙаҡа биреп дауалағыҙ» тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөм. Ләкин хәҙер кемде табайым, кемдең ишеген шаҡыйым, асһалар ҙа нимә тип әйтәйем? Шулай тип уйлағанда яныма бер бесәй килде, ас икәне күренеп тора ине. Шул саҡта өйгә инеп бер ит киҫәге сығарып шул ас бесәйҙе ашаттым. Уйға ҡалып ишекте япҡанда ҡатынымдың мине саҡырыуын ишеттем. «Тиҙерәк кил, тиҙерәк бул» Ни булды, тип бүлмәгә инһәм, ҡатындың йөҙөндә шатлыҡ ғәләмәте күренә ине. “Йоҡлап киткәнмен һәм шул арала төш күрҙем. Улымды ҡосаҡлап торғанымды күрҙем һәм ҙур ҡара ҡош уны ҡосағымдан йолҡоп алырға теләй, мин бирмәйем, инде нишләргә белмәйем, шул саҡ бер бесәй үҙе бәләкәй генә, шул ҙур ҡошҡа ташланып уны яныбыҙҙан ҡыуҙы.
     Шунан һуң һинең ингән тауышыңа уянып киттем." Шул мәлдә мин йылмайҙым да «Хәйерлегә булһын тип» әйтеп ҡуйҙым. Минең йылмайыуыма ҡатыным бик ғәжәпләнеп ҡараһа ла, уға бер нәмә лә әйтмәнем. Балабыҙ янына ашығып барһаҡ, температураһы төшкән, һәм күҙен асҡан ине. Валлаһи икенсе көн балабыҙ дуҫтары менән урамда уйнай ине."
     Шулай итеп, беҙгә барыһында, яҡшыһында, яманында бер Аллаһ Тәғәлә генә биреүсе. Шуға күрә Унан ғына бөтөнөһөн дә һорайыҡ. Бөтә ғәмәл ғибәҙәттәребеҙҙе урынға еткереп үтәп торһаҡ, гонаһтарҙан тыйылһаҡ, Уны һәр саҡ тел-уйҙа тотоп хәмде — сәнәләребеҙҙе әйтеп торһаҡ, Раббыбыҙ беҙҙе Үҙенең рәхмәтенән ҡалдырмаҫ. Хәйер саҙаҡаларыбыҙҙы, зәкәттәребеҙҙе тейешле ерҙәргә түләп торһаҡ, беҙгә Раббыбыҙ бәрәкәт бирер. Беҙ бөтәбеҙҙә күреп торабыҙ, әлеге көндәрҙә бик бай кешеләр бар. Әммә улар ошо байлыҡтарын хәләл юл менән тапмағандар, тейешле ерҙәргә лә зәкәтен түләмәйҙәр, саҙаҡалар бирмәйҙәр, береһенә лә ярҙам итмәйҙәр. Шуға күрә шул байлығында бер ниндәй ҙә бәрәкәт юҡ, шатлығы юҡ. Ни тиклем байлыҡ йыйһаларҙа етмәй, йә балалары тәүфиҡһыҙ була. Ни өсөн кәрәк ул байлыҡтар, йөрәгеңдә именлек булмаһа, ул байлығыңдан уҙеңә лә һәм башҡаларға ла файҙа булмаһа.
     Йә Раббым беҙгә ике донъяныңда бәхетен бирһәң ине. Тапҡан малдарыбыҙҙың изгелеген, бәрәкәтен күрергә насип итһәң ине. Ошо тапҡан малдарыбыҙҙы беҙҙең иманыбыҙға терәк ҡылһаң ине. Изге эштәр эшләргә, мохтаждарға саҙаҡалар бирергә насип итһәң ине. Хаж ғәмәлдәре ҡылырға насип итһәң ине.
     Йә Раббым араларыбыҙҙа ысын мөьмин мосолмандар арттырһаң ине. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы ла ошо юлға баҫтырһаң ине. Улар менән бергә намаҙҙар уҡырға, ураҙалар тоторға һәм башҡа изге эштәр ҡылырға насип итһәң ине. Шуларҙың сауаптарын алырға насип итһәң ине. Барыбыҙҙыла лә тамуҡ уттарынан һаҡлаһаң ине. Йәннәт баҡсаларына индереп ҡыуандырһаң ине!
     Әмин! Йә Раббил Ғәләмин!
                                        Авторы билдәһеҙ, татарсанан тәржемә итем өҫтәлмәләр ҡушып.