Аллаһ Тәғәлә һәм Пәйғәмбәребеҙ
Аллаһ Тәғәлә беҙгә аҡыл биреүе менән беҙгә пәйғәмбәрҙәрен дә ебәргән. Аллаһ ер йөҙөндәге хәҡиҡәттән аҙашҡан кешеләрҙе тура юлға баҫтырырға тип 124 мең пәйғәмбәр ебәрә, яҡшылыҡҡа юл асыусы, яманлыҡтан аралыусы, бәхетле булырға мөмкинлек биреүсе ҡағиҙәләр һәм ҡанундар индергән. Хаталы инаныуҙары һәм боҙолған әхлаҡи төшөнсәләрҙе төҙәтеү өсөн һуңғы һәм ахырзаман пәйғәмбәре итеп Мөхәммәд ғәләйһи үәс-сәләм һәм һуңғы Ислам дине ҡануны Ҡөръән Кәрим китабы ебәрелә.
إِنَّ الدِّينَ عِندَ اللَّهِ الْإِسْلَامُ
Иннәд-диинә ғиндәл-лааһил-исләәмү...
«Хаҡ дин, Аллаһ дине – Ислам», Ғимран сүрәһе (3:19)
Әгәр Аллаһ Тәғәлә беҙгә тура юл күрһәтмәһә, беҙ аҙашҡан булыр инек. Әгәр Ул беҙгә ҡолаҡ бирмәгән булһа, беҙ һаңғырау булыр инек. Әгәр Ул беҙгә һөйләргә тел бирмәгән булһа, беҙ телһеҙ булыр инек. Әгәр Ул беҙгә уй-фекерҙәр бирмәгән булһа, беҙ аҡылһыҙ булыр инек. Әгәр Ул беҙгә балалар бирмәһә, беҙ нәҫелһеҙ булыр инек. Әгәр Ул беҙгә намыҫ бирмәһә, беҙ хур булыр инек.
Аллаһ Тәғәлә ерҙәге һәм күктәрҙәге барса ниғмәттәрҙең Хужаһы. Ул бөтөн кешелеккә үҙенең икһеҙ-сикһеҙ ниғмәттәрен биреүсе.
Кешелә булған бөтөн ниғмәттәр бары тик Аллаһтың рәхмәте менән генә бар. Аллаһ Тәғәлә кешелек өсөн уларҙың араһынан һайлап Үҙенең Илсеһен (ﷺ), йәғни пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдте ебәрҙе һәм был дөрөҫтән дә Аллаһ Тәғәләнең бәндәләренә ҡарата оло рәхмәте. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Аллаһты яратығыҙ, сөнки Ул һеҙгә ниғмәтен һәм бәрәкәтен бүләк итте һәм Уның ризалығы өсөн мине яратығыҙ». Был хәҙистең мәғәнәһе шунда ни, беҙ Аллаһтың Илсеһен (ﷺ) яратырға тейеш, сөнки Аллаһ Тәғәлә уны ярата.
Кешеләрҙе Ислам динен өйрәтергә ебәрелгән яратҡан Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм – үҙенең йәшәү рәүеше менән бөтә кешелеккә үрнәк. Уның ғәмәл тәртибе, бөтә ҡылығы һәм күркәм холҡо – Изге Ҡөръән китабындағы илаһи талаптарға тулыһынса килә. Ул кешеләрҙе дин буйынса нисек йәшәргә кәрәклеген өйрәтә.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтте:
قُلْ إِن كُنتُمْ تُحِبُّونَ اللَّهَ فَاتَّبِعُونِي يُحْبِبْكُمُ اللَّهُ وَيَغْفِرْ لَكُمْ ذُنُوبَكُمْ وَاللَّهُ غَفُورٌ رَّحِيمٌ
Ҡуль иң күңтүм түхиббүүнәл-лааһа фәттәбиғүүнии йүхбибкүмүлүллааһу үә йағфир ләкүм ҙүнүүбәкүм үәл-лааһу ғафүүрур-рахиим.
Әй Мөхәммәд, ﷺ әйт: «Әгәр Аллаһты яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ, миңә эйәрһәгеҙ Аллаһ һеҙҙе яратыр һәм гонаһтарығыҙҙы ярлыҡар. Тәүбә итеп Аллаһ юлына баҫһағыҙ, Ул әлбиттә, ярлыҡаусы һәм рәхимле». Ғимран сүрәһе. (3: 31)
Ер йөҙөндә тәүхидте (йәғни Аллаһтың берлеген таныу) тәртипкә һалыу өсөн Аллаһтың Илсеһен ғәләйһиссәләмде яратыу – ул азатлыҡҡа илтеүсе иң дөрөҫ юл. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмде яратыусы Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенең ҡәҙерен белә. Бының олуғлығын белгән кешегә Аллаһтың бәрәкәте лә күберәк бирелә.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтте: “Дәхи Раббығыҙ һеҙгә белдерҙе:
وَإِذْ تَأَذَّنَ رَبُّكُمْ لَئِن شَكَرْتُمْ لَأَزِيدَنَّكُمْ
Үә иҙ тә'әҙҙәнә раббүкүм лә'иң шәҡартүм лә'әзиидәннәкүм…
“Әгәр ниғмәттәремә шөкөр итһәгеҙ, ниғмәтемде һеҙгә арттырырмын;...". Ибраһим сүрәһе. (14:07)
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмде яратыуҙың ни тиклем мөһим булыуын аңлаһаҡ, Аллаһ тәғәлә беҙгә ниғмәтен тағы ла арттыра. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмгә ҡарата булған һөйөү һәм Аллаһ Тәғәләнең ризалығы – ул ҙур файҙа. Тимәк, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ менән булған мөнәсәбәт аша беҙ Аллаһ Тәғәлә менән бәйләнеш урынлаштырабыҙ.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Беҙгә Ҡөръәнде һәм үҙенең тормош өлгөһөн ҡалдырған. Ул: «Мин һеҙгә ике нәмә ҡалдырам. Әгәр уларға ныҡ тотонһағыҙ, юлдан тайпылмаҫһығыҙ. Аллаһтың Китабы һәм Уның Илсеһе Сөннәте». – тип әйткән.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтте:
إِنَّ الَّذِينَ يُبَايِعُونَكَ إِنَّمَا يُبَايِعُونَ اللَّهَ
Иннә-лләҙиинә йүбәәйиғүүнәкә иннәмәә йүбәәйиғүүнә-ллааһа…
“ Ысынлап та, һиңә (йәғни пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә) ант иткән кешеләр Аллаһҡа ант итәләр…". (48:10)
Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә тоғро булырға ант итеп бәйғәт биргән сәхәбәләр, ысынында Аллаһҡа тоғро булырға ант итеп бәйғәт бирҙеләр. Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтте:
النَّبِيُّ أَوْلَى بِالْمُؤْمِنِينَ مِنْ أَنفُسِهِمْ
Ән-нәбиййү әүләә билмүьминиинә мин әңфүсиһим…
"Пәйғәмбәр мөьминдәргә үҙҙәренә ҡарағанда ла яҡыныраҡ". Әл-Әхзәб сүрәһе (Төркөмдәр). (33:6) Был матди яҡынлыҡ түгел, ә рухи яҡынлыҡ.
Бер риүәйәттә яҙылған, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылғанда үҙен яратыусылар менән бергә булыуҙы теләне. Хәҙрәти Һәүбән (Аллаһ унан риза булһын) был һүҙҙәрҙе ишеткәс былай тине: “Әй Аллаһтың Илсеһе, беҙ һине яратабыҙ һәм беҙ һинең яныңда, һин кем менән бергә булыуҙы теләп доға ҡылаһың? «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ яуап итеп: „Әй Һәүбән, һеҙ мине һәм Ҡөръән Кәримдең иңгәнен күрҙегеҙ. Күктән төшөүсе фәрештәләрҙе күрҙегеҙ һәм минең һеҙгә өммәтемдә булыу оҡшаны. Ысынында һеҙҙең иманығыҙ бик ҡәҙерле. Әммә Ахырзаман яҡынлашҡанда шундай кешеләр булыр, уларҙың мине күргәндәре булмаҫ һәм минең турала бары китаптарҙан ғына булһа уҡып белерҙәр. Шул кешеләр мине шул тиклем ныҡ яратырҙар, мине бер мәртәбә күреү өсөн, хатта балаларын да һатырҙар ине. Һәүбән, ул кешеләр миңә ғашиҡтар һәм мин улар менән күрешеүҙе теләп доға ҡылам“, — тине.
Әгәр кеше яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра алмаһа, ул йөрәгенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Дөрөҫ булмаған нәмәне йөрәк бер ҡасан да ҡабул итмәй. Бары тик яманлыҡ ҡылып ҡарайған йөрәктәр генә айырманы күрмәҫтәр һәм башҡаларға ла күрһәтә алмаҫтар. Мөьмин кешенең йөрәге хаҡлыҡта һәм ғилем менән нурланған булғанда, ул хаҡлыҡ менән идара итә ала, ә унан һуң инде ул Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмгә ҡарата яратыуҙы тоя башлай.
Бөтә йәнһеҙ кеүек күренгән нәмәләрҙең, үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың Аллаһты зекер итеүен, Пәйғәмбәребеҙҙе таныуын, яратыуын беләбеҙ. Бар мәхлуҡтарҙә Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмде ҡәҙерләйҙәр. Шундай миҫалдарҙың, мөғжизәләрҙең береһе – финик түңгәгенең илауы. Әгәр рәсүлебеҙ ﷺ берәй ағас эргәһенән үтһә, ағастар сәләм биреп бөгөлә торған булған. Шулай уҡ бик ныҡ эҫе көндәрҙә уны ҡояштан ышыҡлап бөгөлгәндәр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Өхөд тауына ҡарап: „Был тау беҙҙе ярата һәм беҙ ҙә уны яратабыҙ“, — тигән. Пәйғәмбәребеҙҙе оҙатып, эҫе ҡояш нурҙарынан һаҡлап, уның баш осонда йөрөгән болоттар тураһында ла ишеткәнебеҙ бар бит.
»Үҙебеҙҙе мосолман тип һанайбыҙ икән, «Ләә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдәр Расүүлүллаааһ», тип, иман килтерәбеҙ икән, беҙ әхләғыбыҙҙы сафландырырға, гонаһ эштәрҙән тыйылырға тейешбеҙ. Аллаһ Тәғәлә күңелдәребеҙгә Үҙенең Илсеһенә (ﷺ), уның сөннәтенә ҡарата мөхәббәт һалһын, уның шәфәғәтен насип итһен.