Дәүер итеү, фидиә

                                 Дәүер итеү, фидиә
     Мәрхүмгә дәүер итеү (дәвер, скат, фидиә) ҡайһы бер райондарыбыҙҙың ауылдарында әле лә бар. Алдым-бирҙем тип, төйөнсөктө ҡулдан ҡулға тапшырышып, мәрхүмдең уҡымаған намаҙ, тотмаған ураҙаларын, хатта гонаһтарын алып маташҡандарын күрәбеҙ. Былар дөрөҫмө тигәнгә – Ҡөръән һәм хәҙистәрҙә был хаҡта хәбәрҙәр юҡ, ғөрөф-ғәҙәткә килгәндә бигерәк шикле күренә. Ҡайҙалыр бер словарь аңлатмала дәүер итеү – урап үтеү (мутлашыу) мәғәнәһендә бирелгән тиҙәр. Беҙҙенсә бит дәүер – ғүмерҙе, ваҡытты, заманды аңлата. Аҫта китаптарҙан алынған миҫалдар килтерәм, аръяғына үҙегеҙ һығымта сығарығыҙ.

     Һеҙҙең фидиә тураһында һорауығыҙға яуап: Был турала 1931 йыл Назараттың 42-се һанлы фәтүәһендә шулай тиелгән: «Дәүер итеү дөрөҫ түгел, шәриғәттә хәйлә юҡтыр. Фидиә әгәр мәйет малынан васыят итеп ҡалдырһа, бынан бер кыйсемде (өлөштө) вәлиҙәр фидиә итеп бирергә важибтыр.Ҡалғаны ураҙа, намаҙҙар һәм витр намаҙы ла шунда инә. Әгәр васыят итмәһә, был ваҡытта вәлиҙәр теләһә бирә, әлбиттә, биреү күпкә хәйерле эштер. Әммә мәйетте фидиә бирмәй ерләү – шәриғәт алдында дөрөҫтөр».
                    Мөфтий Ғәбделбари Низаметдин. 24 июль (1977-се йылдар тирәһе)

     Татарстан мосолмандарының баш ҡазыйы Ғәбделхаҡ Саматовтың «Шәриғәт» китабынан:
     1. Беҙҙең яҡтарҙа (Мордовия республикаһы) барлыҡ мосолман ауылдарында берәү үлгәс, мәйетте ахирәт ғөсөлө ҡойондороп, кәфенләп төргәс, мулла һәм уның ярҙамсыһы өҫтәл артына ултырып скат йөрөтә. Ул былай башҡарыла: бер аҙ бойҙай, арпа йәки ярма, өй хужаһының бер ҡәҙәр аҡсаһы йәки алтын әйбере менән бергә ҙур булмаған төйөнсөккә бәйләнә. Шул төйөнсөктө мулла ике ҡулы менән тотоп ярҙамсыһына бирә һәм шул һүҙҙәрҙе әйтә: “Зәмиятендә(?) булған бер йыллыҡ саумет-фәләт(?) фидиәһен — ошо малды риза булып алдыҡмы? «Ярҙамсыһы төйөнсөкте ике ҡулына алып яуап ҡайтара: „Риза булып алдым, хиба(?) булып ҡайтарып бирҙем“. Скатты нисә тапҡыр йөрөтәләр? Мәҫәлән, мәрхүмгә йәки мәрхүмәгә 70-әр йәш, ти. Шунан ир кешенең 12 йылын, ҡатын-ҡыҙҙың 9 йылын ташлап, 58 (61) мәртәбә төйөнсөкте ҡулдан-ҡулға биреп, шул һорау-яуап дауам ителә. Беҙҙең боронғо бабаларҙың ниәте буйынса скат йөрөтөү мәрхүмдең гонаһтарын төшөрөү өсөн башҡарылып килде. Скат йөрөтөп бөтөргәс, мулла уҡылған Ҡөръәнде һәм башҡа сүрәләрҙе мәрхүм рухына бағышлап доға ҡыла. Хәҙер беҙҙең мәсеттә „Хөсәйениә“ мәҙрәсәһендә уҡыған бер йәш егет мулла булып эшләй. „Скат йөрөтөү дини китаптарҙа яҙылмаған, был кәрәкһеҙ эш“, — тип скат йөрөтөүҙән баш тарта. Мәсет ҡарттары һәм ауылыбыҙҙың барлыҡ мосолмандары был эшкә риза булмайынса, ҡайғы-хәсрәттә ҡалдылар. Әлегә тиклем ауылыбыҙҙа уҡыған өлкән муллалар ҙа бар ине. Улар ҙа боронғо әбей-бабаларыбыҙҙан ҡалған был традицияларҙы саф күңел менән үтәп торҙолар. Китапта яҙылмаған булһа ла, скат йөрөтөүҙең гонаһы булмаҫ, тип уйлайбыҙ. Шуға күрә скат йөрөтмәйенсә мәйетте күмергә тә бер ҙә ризалығыбыҙ юҡ. Һеҙ ниндәй кәңәш бирәһегеҙ?
     Һәр бер әҙәми затҡа балиғ йәшкә етеү менән, әгәр ул камил аҡылында булһа, 40 фарыз-ғайн йөкләнәлер. „Фарыз-ғайын“ тигән һүҙҙе татарсаға әйләндергәндә, ул „фәҡәт үҙеңдең өҫтөңә йөкләнгән бурыс“ тигән мәғәнәне аңлаталыр. Әгәр ҙә: фарыз — кифая, тиелһә, ул бер кеше өсөн икенсе берәүҙең өҫтөндә булған бурысын аңлаталыр. Былары алтауҙыр.
     Бына ошо фарыз-ғәйндың бер кеше лә башҡа кеше өсөн үтә алмай торғандары бар. Кеше өсөн икенсе берәү иман килтерә алмай. Шулай уҡ бер кешенең гонаһаһын икенсе кеше үҙенә йөкләмә итеп ала алмайҙыр. Быға „Әнғәм“ сүрәһенең 164-се аяты дәлил. Аяттың мәғәнәһен генә яҙам, тәфсирегеҙ булһа, ҡарарһығыҙ: “Һис бер кем кәсеп ҡылмай, йәғни яуызлыҡты эшләмәҫ, мәгәр эшләһә иһә үҙенә генә зыян эшләр. Бер кешенең гонаһаһы өсөн икенсе кеше ғазап ҡылынмаҫ, мәгәр үҙ ғазабын үҙе алыр».
     Бына ошо аят-кәримә һәр ҡайһыбыҙға гонаһтарҙан һаҡланырға һәм тейешле булған фарыздарҙы үҙебеҙгә лә үтәргә кәрәклеген күрһәтә. Шул дәлилдәр һеҙ һорағанға яуап булып тора. Йәғни һеҙ әйтә торған скат-дәүер йөрөтөүҙән кешенең гонаһтарын алып булмағанлығы аңлашыла. Әммә Ҡөръән уҡып, зекер-тәсбихтәр әйтеп, уларҙың әжер үә сауаптарын ошо бәндәнең рухына ирештереүҙе һәм уның гонаһтарын ғәфү итеүҙе Аллаһ Тәғәләнән үтенеп һорау мөмкин һәм ул тейешле булған эштер. Был хаҡта аят-хәҙистәр килтерергә була. «Хәшер» сүрәһенең 10-сы аят быға дәлил: «Әүәлгеләрҙән һуң шундайҙар килерҙәр һәм әйтерҙәр: „Әй, Раббыбыҙ! Һин беҙҙе ярлыҡағыл һәм беҙҙән алда хозурыңа иман менән күскән мөьмин ҡәрҙәштәребеҙҙе лә ярлыҡа һәм беҙҙең ҡальбтәребеҙҙә иман әһеленә ҡарата боҙоҡ уйҙы һаҡлама“.
     Бына шулай итеп Аллаһы Тәғәләнең Үҙенән уларҙың гонаһтарын ғәфү итеүҙе үтенергә кәрәк.

     2. Ауылыбыҙҙа мәйет оҙатҡанда шундай бабайҙарҙан ҡалған ғәҙәт бар: үлгән кешене йыуып, кәфенләгәс, өй эсенә мулла һәм мәрхүмдең фидиәһен ҡабул итеүсе туғаны инә. “Үлгән туғанығыҙҙың гонаһтарын ҡабул итеп алаһыңмы?»- тип мулла Ҡөръән китабын фидия ҡабулашыусыға өс ҡат алыш-биреш итә. Теге туғаны ғумереңде тәһәрәт алыу, намаҙҙың ни икәнен белмәһә лә: «Ҡабул итеп алам», — тип яуап бирә. Уны беҙгә тиклем Ҡөръәнде уҡый белмәгән муллалар шулай эшләп килде. Әле беҙ Ҡөръән, ғибәҙәттең нимә икәнен белгәнгә, был йоланы башҡарырға ҡурҡабыҙ. Был ғәҙәт китаптарҙа ла юҡ. Үлгән кешегә ҡарата дүрт фарыз барлығын: йыуыу, кәфенләү, йыназа уҡыу, ҡәбер, ләхет, ҡаҙып — күмеүҙе үтәйбеҙ. Шул арҡала һәр мәйет йортоңда тауыш ҡуба. Йәштәребеҙ 65-70-тә булып та, тырышып — тырмашып тура юлды өйрәндек, тип ҡыуанырға ла өлгөрмәнек, “Ваһһабиҙар һеҙ!"- тип бөтөн ауыл халҡы йыйылған ерҙә хурлыҡ ишетәбеҙ. Беҙгә шул фидия ҡабуллашыу — Ҡөръән йөрөтөү ғәҙәтенең кәрәклеме, юҡмы икәнен аңлатып яҙһағыҙ ине.
     - Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-ражим. Бисмилләһир — рахмәнир-рахим.
     Кешеләр береһенең гонаһтын икенсе ала аламы? Йәки дәүер итеп, мин был мәйеттең уҡымаған намаҙҙарын, ҡылған гонаһтарын ҡабул итеп алам, тип әйтеп, үҙенә генә йөкләй аламы?
     Ошо һорауға ҡарата яуабыбыҙ: Ҡөръән Кәримдә «Әнғәм» сүрәһенең 164 -се аятында, «Бәни Исраил» сүрәһенең 15-се аяты, «Фатыр» сүрәһенең 18-се аяты, «Зөмәр» сүрәһенең 7-се аят, «Нәжем» сүрәһенең 38-се аяты, «Ғәнкәбут» сүрәһенең 12-се аяттарында әйтелә: «Һис бер кеше икенсе берәүҙең гонаһаһын үҙенә ала алмай. Һәр кем үҙенең гонаһтына ҡарап ғазап ҡылынасаҡ». (Вәлид ибн Мөғирә мөшриктәргә әйтә: “Әй, ҡурайш олуғлары, һеҙ миңә эйәрегеҙ, һеҙҙең гонаһтарығыҙ минең муйынымда булһын”, — тип). Шуға ҡаршы Аллаһы Тәғәлә ошо аятты — «Әнғәм» сүрәһенең 164-се аятын иңдерҙе. "Һис бер кеше икенсе кешенең гонаһаһын йөкләмәҫ (ғазап ҡылынмаҫ) ", тип. Шул уҡ Вәлид ибн Мөғирә яуап «Бәни Исраил» сүрәһендә, 15-се аятында, «Нәжем» сүрәһендәге 38-се аяттарҙа ҡабатлана. «Ғәнкәбут» сүрәһендә әйтелгән 12-се аятта: «Кәферҙәр әйтәләр мөьминдәргә: „Эйәрегеҙ беҙҙең юлға, беҙ һеҙҙең хаталарығыҙҙы үҙ өҫтөбөҙгә йөкләрбеҙ“, — тип. Улар һис бер мөьминдең дә гонаһын үҙҙәренә йөкләп ала алмаҫтар, ысынында, ул кәферҙәр ялған һөйләйҙәр, кеше гонаһтын йөктәргә ҡадир түгелдәр. Әлбиттә, ул кәферҙәр үҙҙәренең гонаһтары өҫтөнә башҡа кешеләрҙе аҙҙырыуҙары сәбәпле, уларҙың да эшләгән гонаһтарын кеүек гонаһны үҙҙәрнә йөктәрҙәр, әммә улар, аҙҙырған сәбәпле, аҙаштырған кешеләрҙең гонаһтары кәмемәҫ, тик үҙҙәренең гонаһтары өҫтөнә тағы тегеләрҙең дә гонаһы кеүек гонаһ өҫтәлер”, — тиелгән.
     Ҡөръән Кәримдә “фидиә» тигән хөкөм бар. Ләкин ул фидия ураҙа тота алмаған осраҡта һәр бер көндөң ураҙаһы өсөн бер ярлыға бер көнлөк ризыҡ бирергә тейеш. Шулай булғанда ғына фидия була, бер ниндәй ҙә “алдым уның гонаһаһын ” тигән һүҙҙәр ҡатнаштырмайынса. Ҡабатлап әйтәм, һәр бер көн тотмаған ураҙаһы өсөн бер ярлыға бер көнлөк ризыҡ бирергә тейешле. Бынан башҡа: ғибәҙәткә йәки ҡылған гонаһы өсөн фидийә бирергә тигән дәлилде беҙ белмәйбеҙ.
     Бына шул ҡулдан ҡулға мал йөрөтөп, мин уның гонаһтын, йәки уҡымаған намаҙын, ҡылмаған (үтәмәгән) фарыз ғәмәлдәренең гонаһаһын алдым, тип әйтеүҙең дөрөҫ булмауы аңлашылһа кәрәк.
     Ә инде иман әһеленең гонаһтарын ғәфү итһәң ине, тип, Аллаһы Тәғәләнән һорап доға ҡылыу мөмкин. Ләкин быларҙың береһен икенсеһене менән сағыштырмаһа, буташтырмаҫҡа тейешле. Сөнки гонаһтарҙы ғәфү итеүсе бер Аллаһы Тәғәлә генә! Шуға күрә фәҡәт Аллаһынан ғына һорарға кәрәк. Сөнки Аллаһынан башҡа һис бер зат гонаһтарҙы ғәфү итмәй. „Әл — Ғимран“ сүрәһе, 135-се аяты: „Гонаһтарығыҙға истиғфар ҡылығыҙ! Ул Аллаһынан башҡа кем гонаһтарҙы ғәфү итә? (Әлбиттә, Ул Аллаһы Тәғәлә генә!)“. „Хәшер“ сүрәһенең 10-сы аятында вафат булған иман әһеле өсөн истиғфар ҡылырға куша: „Әй, Раббыбыҙ, беҙҙе ярлыҡа һәм беҙҙән алда иман менән үлгән ҡәрҙәштәребеҙҙе лә ярлыҡа“, тиелгән. Тимәк, үҙе доға ҡылырға куша. „Мәидә“ сүрәсенең 2-се аятында: „Изге эштәрҙә бер-берегеҙгә ярҙам итешегеҙ! Гонаһлы эште ярҙамлашығыҙ!“- тиелгән. „Әл-Ҡаф“ сүрәһендә 6-сы аяттан әйтә: „Әйтәлер һеҙҙең Раббығыҙ, доға ҡылығыҙ Миңә (Минән һорағыҙ), ҡабул ҡылам һеҙҙән доғаларығыҙҙы. Хаҡиҡәттә, кемдәр тәҡҡәберлек (мин-минлек) ҡылһа, Миңа доға ҡылыуҙан, ул заттар тиҙҙән хур булып йәһәннәмгә керерҙәр“, — тип әйтә.
     Һәм был хаҡта күп хәҙистәр килтерергә мөмкин, ләкин береһендә лә үлгән кешенең гонаһаһын үҙенә алыу тураһында түгел, фәҡәт Аллаһы Тәғәләнән уның гонаһаһын ғәфү итеүҙе һорап доға ҡылыу йәки бер изге эш эшләп, уның исеменән һорау ғына мөмкин.
     Мәҫәлән, күп хәҙистәр килтерергә мөмкин. Рәсүл Әкрам (с.г.в.)ән һоранылар: “Йә, Рәсүлуллаһ! Беҙ мәсеттәребеҙ исеменән саҙаҡа бирәбеҙ, хаж ҡылабыҙ, доғалар ҡылабыҙ уларҙың рухына. Шуларҙан уларға файҙа буламы? Уларға ирешәме? Пәйғәмбәр әйткән: “Эйе, уларға өлгәшә. Бына шуның кеүек, һеҙгә берәүҙән бүләк бирелһә, һеҙ уға шатланаһығыһ (тимәк, файҙаланаһығыҙ)», — тип. Был хәҙисте Хафса (р.г.)нең атаһы хәҙрәте Ғүмәр риүәйәт итә.
     Мөтәвәттир хәҙистәрҙән: Рәсүлуллаһ (с.г.в.) ике ҡорбан салды: береһен, үҙ исеменән, береһен өммәте исеменән. Бына ошо хәҙис сәхихтә лә, ибн Мәджәдә лә һәм башҡа хәҙис китаптарында ла риүәйәт ителгән һәм башҡаларға ла ҡәтғи дәлил булған ғәмәлдер.
     ИншаАллаһ, шуның менән аңлашылғандыр. Кеше гонаһаһын түгел, үҙ гонаһтарыбыҙҙы ла аҡларға мөмкинлек юҡ. Аллаһы Тәғәлә Үҙе ғәфү итһә ине.

     Шәйех Сәйед әфәнде әл-Чиркавинең «Мәждмүғәт үл-Фаваид» исемле китабының «Бәрәкәтле белемдәр хәзинаһы» беренсе баҫмаһында (Дағстан мосолмандары Диниә назараты ҡанундар бүлеге ҡатнашлығы) ошондай һүҙҙәр килтерелә: Тәрән белемле (әһле кәшф) кешеләре дәүер итеүҙе хуплайҙар тиелә. Әммә беҙгә был мәғлүмәтте еткереүсе юҡ. Аҫта уҡығыҙ.
     Үлгән кеше өсөн беҙ иң әһәмиәтле, мөһим ғәмәлдәрҙең ҡайһыларын ҡыла алабыҙ? Әгәр мосолман намаҙ һәм ураҙа буйынса бурыстарын ҡылмай үлеп киткән икән, нимә эшләргә?
     Бата барыусы ярҙамға мохтаж булған кеүек, үлгән кеше лә һәр ваҡыт беҙҙең үҙе өсөн ниндәй ҙә булһа файҙалы эш эшләүебеҙгә мохтаж. Хатта беҙ бары тик уны иҫкә алып, Аллаһыға уның гонаһтарын кисереүҙе һорап мөрәжәғәт итһәк тә, был уға ярҙам килтерәсәк, сөнки был мөрәжәғәттәге һүҙҙәр шулай уҡ доға була.
     Исра (Төндө күсеү) сүрәһенең 24 аятында:
                                                             رَّبِّ ارْحَمْهُمَا كَمَا رَبَّيَانِي صَغِيرًا
     Нух сүрәһенең 28 аятында:
                                       رَّبِّ اغْفِرْ لِي وَلِوَالِدَيَّ وَلِمَن دَخَلَ بَيْتِيَ مُؤْمِنًا وَلِلْمُؤْمِنِينَ
     Хәшер 10-сы аятында:
                                                    رَبَّنَا اغْفِرْ لَنَا وَلِإِخْوَانِنَا الَّذِينَ سَبَقُونَا بِالْإِيمَانِ
     Килтерелгән аяттар әсәй, атай, дин ҡәрҙәштәр һәм бөтә дингә ышаныусы мосолмандар өсөн доға булып тора.
     Һәм хәҙистәрҙең мәғәнәһе түбәндәгенән ғибәрәт: Пәйғәмбәребеҙҙең Сәғд исемле көрәштәше бер ваҡыт унан: «Минең әсәйем үлде. Уның өсөн иң яҡшы саҙаҡа булып нимә хеҙмәт итә ала?» — тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ: «Һыу», — тип яуап биргән. Шунда Сәғд әсәһе исеменән ҡойо ҡаҙыған. Саҙаҡаның әһәмиәтлелеге, саҙаҡа кемгә аталһа, шуның уға ниндәй дәрәжәлә лайыҡ булыуына бәйле. Был хаҡта беҙ алдараҡ һөйләшкән инек.
     Ислам ғалимдары үлгән кешенең йәненә етмеш мең тапҡыр зекер ҡылыу ҙур файҙа килтерә тип һанайҙар, әммә уны билдәле бер шарттарҙы тотоп үтәргә кәрәк. Әгәр кем дә булһа йәшәгәндә үҙе йәки кемдең дә үлеменән һуң әйтеп киткән ҡәҙәр зекер ҡылһа һәм уның әжерен үлгән кешегә бағышлаһа, шуның арҡаһында вафат булыусы Йәһәннәмдән азат ителәсәк. Был хаҡта тәрән белемдәргә эйә булыусылар (әһле кәшф) ышаныслы итеп раҫлайҙар. Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙең, әгәр таҙа, саф күңел менән етмеш мең ҡат зекер уҡыһаң, үлгән кешене йәһәнәм ғазаптарынан ҡотҡарыуҙарын хәбәр итеүсе хәҙисе бар.
     Әгәр кем дә булһа шәриғәт буйынса нигеҙле сәбәпһеҙ намаҙ һәм ураҙаһын ҡалдырып үлеп киткән икән, уның үтәлмәй ҡалған һәм намаҙ ураҙаларын һанап, һәр намаҙ өсөн алты йөҙәр грамм (1 муд) иген йәки кукуруз өләшергә кәрәк. Әгәр ошолай эшләр өсөн шарттар булмаһа, ул саҡта Әбү Хәнифә мәҙһәбенә нигеҙләнеп, шуны уҡ аҡсалата иҫәпләп сығарырға кәрәк. Әгәр быны эшләргә лә мөмкинлек булмаһа, ул саҡта иҫәндәргә үлгәндәрҙең ҡалдырған һәр намаҙын ҡаза ҡылырға кәрәк. Ҡалған ураҙалар ҙа шул рәүештә ҡаза ҡылына. Һәр тотолмай ҡалған ураҙа өсөн берәр муд ашлыҡ йәки шуға тигеҙ күләмдә аҡса таратырға кәрәк. Әгәр ураҙа һәм намаҙҙар буйынса бурыстар ҡаза ҡылып бөтөрөрлөк түгел икән, ул ваҡытта йолу (кәффарәт) ҡылырға лайыҡлы кешеләр йыйылып, уларға түңәрәк (искәт) буйынса, тейешенсә итеп, мәҫәлән, иген йәки башҡа ни ҙә булһа таратыла. Ул береһенән-береһенә тапшырылып, кире хужаһына ҡайта. Был турала ентекләберәк ғалимдәрҙән һорашырға була. Әлеге искәт-кәффарәт һәм бындай саҙаҡа таратыу үлгән кешегә файҙа килтерһен өсөн, уның иманлы булыуы шарт. Әгәр кем дә булһа иманһыҙ килеш үлгән икән, уға бер нәмә лә ярҙам итмәйәсәк. Бындай үлемдән мосолмандарҙы Аллаһы Тәғәлә һаҡлаһын! Кешенең күпме генә гонаһтары булмаһын, уның өсөн иманлы булып үлеүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡ. Аллаһы Тәғәлә ысын күңелдән Берҙән-бер Аллаһыға һәм Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең өйрәтмәләренә ышанған һәр кешегә тәкүәлеләр үлеме бүләк итеп, һуңғы һулышында бәхетле итһен! Әгәр үлгән кешенең кемгә лә бурысы булһа, уны мәжбүри рәүештә, ул үлгәндән һуң ҡалған аҡсаларҙан түләргә йәки әжәткә биреүсенән бурысты кисереүен һорарға кәрәк йә иһә уға был бурысты вафат булған кешенең вариҫтары түләргә тейеш.