Һаранлыҡ

                                                                   Һаранлыҡ

   Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Йомартлыҡ ағасы ожмаһта үҫә. Кем уның ботаҡтарына йәбешә, шунда тартып керетә. Һаранлыҡ ағасы тамуҡта үҫә. Кем уға йәбешһә, тамуҡҡа керетер”, — тигән. Был хәҙис беҙгә, мосолмандарға күрһәтмә (инструкция) – нисек ожмаһҡа керергә. Саҙаҡ бирергә күнегергә кәрәк. Әлбиттә был юлда шайтан һағалап ултырыр. Төрлө юлдар менән саҙаҡа бирҙермәҫ. Берәүгә “аҡсаң бөтә” тип үәсүәсә һалыр. Икенсегә “үҙҙәре лә бай, уларға аҡса биргәнсе” тиер. Өсөнсөгә төрлө мәшәҡәттәрен иҫенә төшөрөр, күп нәмәләр алырға кәрәклеген иҫенә төшөрөр... Һәр кешегә үҙ юлын-үәсүәсәһен табыр ҙа саҙаҡа бирҙермәҫ. Шуға ла мәсеттәр ярлы-мохтаж хәләтендә. Бигерәк тә ауыл мәсеттәре. Газына, утына түләргә лә аҡсалары юҡ. Мәсеткә йөрөгәндәр ҙә саҙаҡа һалып бармай, ә бит был ожмаһҡа юл. Башҡалар белмәһә лә, был хәҙисте ишетмәһәләр ҙә, улар беләләр! Ун һум булһа ла, илле, йөҙ булһа ла мәсеткә һалһалар, ярлыланып китмәҫтәр моғайын...

   Әбү Һурайранан хәҙис, пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Йомарт кеше Аллаһҡа яҡын, кешеләргә лә яҡын, ожмаһҡа ла яҡын. Һаран Аллаһтанда, кешеләрҙән дә йыраҡ, тамуҡҡа яҡындыр», — тигән. Йомартлыҡ Аллаһҡа яҡынайта. Был сифат пәйғәмбәрҙәр, изгеләр сифатылыр. Шуға тырыштырырға кәрәк. Ожмаһҡа керер өсөн, унда изгеләр менән бергә булыр өсөн.
   Ғәйшә радыяллаһү ғәнһәнән хәҙис. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән: “Әүлиәләргә (Аллаһтың дуҫтары) ике нәмәгә хас – күркәм холоҡ үә йомартлыҡ.” Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. әйткән: “Саҙаҡа 70 бәлә ишеген яба”. Шуға ла бәлә-ҡазаларҙың килеүен көтөргә түгел, алдан уҡ саҙаҡалар биреп, Аллаһтың асыуын һүндерегә кәрәк.
  Ҡөрьәни Кәримдә, “Мунафиҡун” сүрәһенең 9- 11-енсе аяттарында:
   9. Әй, иман килтергән халыҡ, малдарығыҙ (байлығығыҙ), балаларығыҙ һеҙҙе Аллаһты оноттормаһын. Кем Аллаһты онота, шул ҙур хәсрәттә булыр, ысын зыян күрер.
   10. Беҙ биргән ризыҡтарығыҙҙан әжәлегеҙ боғаҙығыҙға еткәнсе саҙаҡа бирергә кәрәк. Әжәле килгән кеше Аллаһтан ялбарыр: Раббым, миңә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла ғүмер бир. Мин саҙаҡалар бирер инем,изгелектәр ҡылыр инем, — тип.
   11.Аллаһ әжәле килгән бер генә кешенең дә үлемен һис кисектермәҫ. Аллаһ нимә ҡылғанығыҙҙы Белеп Тороусы.
   Уйланығыҙ! “Намаҙ уҡыр инем, мәсеткә йөрөр инем тимәҫ, саҙаҡа бирер инем” тиер Үлем фәрештәһе алдында. Саҙаҡаның әһәмиәтен шунда кеше аңлар. Донъялыҡта һаранлашып йөрөһә лә, “байлығым, балаларым” тип йөрөһә лә... Бәлки әле биргән саҙаҡаларығыҙ өсөн Әхирәттә ҡотолоу булыр... Мөмкинселек бар икән, күберәк бирергә кәрәк. Мәсеттәр бит беҙҙең һәр беребеҙҙең йорто! Кибеткә кергәндә бит биш йөҙҙә аҙ тойола, ә мәсеткә һалғанда 10 һум да күп...
   Ишембайҙа мәсет һалырға йыйынабыҙ. Әгәр мөмкинселегеҙ булһа: 4276 0600 5198 0194 сбербанктағы картаға саҙаҡаларығыҙҙы һалып ярҙам итә алаһығыҙ.
   Йылдар үтер, мәсет төҙөлөп эшләр. Шул мәсеткә кешеләр йөрөр. Шул саҡ һеҙҙә ҡартайған булырһығыҙ. Ә мәсет ҡалабыҙҙы биҙәп, халыҡҡа дин таратып ултырыр. Һеҙ ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә әйтерһегеҙ, был мәсетте һалғанда мин дә ҡатнаштым, тип.
   Һеҙ һалған аҡсалар юғалмаҫ, бары тик мәсет төҙөүгә, уның документтарын эшләүгә генә тотолор. Мәсет аҡсаһың урлаусыны шайтан тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм. Һәм ул шайтан һәр ваҡыт мәсеткә аҡса бирҙермәҫкә, булғанын юҡҡа сығарырға тырышыр. Сөнки ул – иң ҙур зыянсы! Ул мәсеттәрҙең эшләмәүен, бөтөнләй булмауын теләй. Был уның иң ҙур теләге. Шуға ла үҙенең бөтөн көсөн һалып, мәсеттәргә зыян итә. Һеҙ уға ҡарамағыҙ, уға ҡаршы эшләгеҙ. Ул мәсеттән тыйһа, киреһенсә, барығыҙ. Ул саҙаҡа биреүҙән тыйһа, үәсүәсә һалһа, киреһенсә, саҙаҡаны күберәк бирегеҙ.
   Үҙ ауылдарығыҙҙы ла онотмағыҙ. Ғәйеттәргә ҡайтып, ярҙам итегеҙ. Үҙ ауылдарығыҙҙың йәмәғәте булып йәшәгеҙ.

хәҙрәт Ильшат Хафизи, проповеди на башкирском языке, ссылка: https://vk.com/public160608301