Ҡиәмәт көнө эҫеһе
Беҙ оҙон йәй көндәре ныҡ эҫе тип, сүллектә бынан да хәтәр эҫелек бар тип зарланабыҙ. Әммә был донъялағы эҫене ҡиәмәт көнөндәге менән бер нисек тә сағыштырып булмай. Был донъяла эҫенән беҙгә ҡасып ҡотолоу мөмкинлеге бар: беҙ күләгәлә йәшеренәбеҙ, һыу төшәбеҙ, вентилятор тоҡандырабыҙ, кондиционер менән башҡаһы... Ҡиәмәт көнөндә хәтәр көслө һәм түҙә алмаҫлыҡ эҫенән ҡасып ҡотола торған мөмкинлектәр булмаясаҡ. Ул көндө тик Аллаһы күләгәһе генә буласаҡ һәм ул күләгәлә һирәктәр генә йәшенәсәк. Был хаҡта Пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләмдең, бөйөк дөрөҫ хәҙисендә әйтелгән:
إنّ العَرَقَ يَوْمَ القيَامَةِ لَيَذْهَبُ في الأَرْضِ سَبْعِينَ باعاً وإنّهُ لَيَبْلُغُ إلى أفْواهِ النَّاسِ أو إلى آذانِهِمْ
«Иннә ғәраҡә йәүмәл ҡийәәмәти ләйәҙһәбү фил арди сәбғиинә бәәғәән үә иннәһү ләйәнлүғу иләә әфүәһиннәси әү иләә әәҙниһим»
Әбү Һурайранан: Аллаһ Рәсүле әйтте: «Ысынында, Ҡиәмәт көнөндә, кешеләрҙән сыҡҡан тир ергә етмеш сажин һеңәсәк һәм ул ер өҫтөндәге ҡайһы бер кешеләрҙең ауыҙына йә иһә ҡолағына тиклем етәсәк».
Тағы ла Әбү Һурайранан, унан Аллаһ риза булһын, пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Ҡиәмәт көнөндә бер күләгәлә булмаған да, Аллаһы күләгәһенән башҡа, етеһе мәхшәрҙә Аллаһты ышығы аҫтында була: ғәҙел хаким; бәләкәй саҡтан уҡ диндә булып Аллаһҡа табынған кеше; шул, кемдең йөрәге мәсеткә тоташҡан; икәү, улар Аллаһ өсөн бер-береһен яратып, осрашҡан-айырылышҡанда ла бер-береһен яратып һәм был мөхәббәт өсөн; ир-егет, кемде юғары дәрәжәләге сибәр ҡатын зина өсөн саҡырған, әммә ул унан баш тартҡан һәм әйткән: «Мин Аллаһынан ҡурҡам»; кем йәшерен саҙаҡа бирә, уң ҡул биргәнең һул ҡулың белмәһен тип; һәм шул яңғыҙ ҡалғанда Аллаһыны иҫләп күҙ йәштәре сығарған» (имам әл-Бохари, Мөслим).
Ҡәҙерле туғандар, тәүҙә ҡиәмәт көнөнең ауырлығы тураһында һөйләшеп китәйек, быныһы ҡасан барыһы ла Мәхшәр урынына йыйылғас, һуңынан өҫтә әйтелгән кешеләр хаҡында. Бар ауырлыҡтар тураһында һөйләп бөтөп булмаҫ, был турала Ҡөрьән аяттары, хәҙистәр, вәғәздәр күп кәрәк буласаҡ. Беҙ бөгөн был теманың дөйөм һыҙаттарын ғына асайыҡ.
Бөйөк Ҡөрьән Кәримдә был көндөң ауырлыҡтары хаҡында йөҙҙән ашыу аяттар менән күрһәтелгән, мәҫәлән шул көндө, «хатта, сабый балаларҙың да сәсе ағарыр», «бик ҙур бәләләр ваҡыты», «ҡасан кеше ҡатыны һәм балаларынан ҡасыр, үҙенең ата-әсәһе һәм туғандарынан», «һәр кемде көслө тетрәнеү үә кисерештәр солғап ала». Шулай уҡ хаҡ хәҙистәрҙә әйтелә, был көндө «ҡасан ҡояш кешеләргә яҡынайып баш остарынан йыраҡ булмаған ерҙә торасаҡ тип», «ҡасан ауырлыҡтарға түҙә алмаған ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет бер-береһенә ҡарай алмаҫ, хатта улар яланғас үҙ ара аралашҡан хәлдә булһа ла», «ҡасан кешеләрҙең аҡҡан тире етмеш терһәкә ер аҫтына үтеп инә башлай, һәм ҡолаҡтар кимәленә тиклем күтәрелә, һәм кешеләрҙе тегендә-бында йөрөтә», «ҡасан был донъяла тәҡҡәбер, маҡтансыҡ булған кешеләрҙе икенселәре аяҡтары менән тапай, әйтерһең, улар уаҡ ҡырмыҫҡалармы ни». Бер дөрөҫ хәҙистә хафиз Табарани әйткәненән: шул көндә ҡасан кешеләр тиргә бата башлағас, күптәр, быға түҙә алмай, әйтер: «Әй, Раббым! Мине йәһәннәмгә ебәр инде, бындай ғазапта ҡалдырма!» Шулай уҡ хафиз Хәкимдән дә ышаныслы хәҙис килтерә: "Тиргә батып барыусы кеше шул тиклем көслө ыҙалар, әммә белә тороп йәһәннәм ғазабы тураһында, әйтер: «Әй, Аллам, миңә еңелерәк булыр, әгәр Һин мине йәһәннәм утынан ебәрһәң.»
Уйлағыҙ был хаҡта мосолман ҡәрҙәштәр! Хатта беҙҙең иң түҙемле кешеләрҙә эҫе ҡояш нурҙарынан күләгә аҫтына йәшенергә тырышалар. Ә был көндә, ҡояш башығыҙ өҫтөндә генә терәлеп яндырғанда, эҫе тир, шунда кешеләр ҡолаҡтарына тиклем батҡанда, улар был ғазаптарға түҙә алмай аҡырышҡанда, тиҙерәк йәһәнәмгә ебәр инде, тип ялбарғанда... Беҙгә шул Мәхшәр майҙанында нисек буласаҡ, бынау әлеге йәйге эҫене түҙә алмаһаҡ?
Имам әл-Ғәзәли яҙа, был Мәхшәр көнөндә ҡояштың ҡыҙыуы шул тиклем артыр һәм кешеләр бешә башлар. Эҫенән һәм тынсыуҙан кешеләр бер-береһенең өҫтөнә менер. Эҫе ҡояш, эҫе тын, оялыуҙан йөрәк көйөүе, көслө ҡурҡыу, аслыҡ, һыуһау, кешеләрҙең бик күп булыуы сәбәпле тарлыҡ һәм ҡыҫынҡылыҡ – был хәлдәр кешеләрҙе ғазаплар. Һәм шул ваҡыт һәр төктән тир аға башлар, күләүектәр барлыҡҡа килер, һәм тир ерҙән өҫкә ҡалҡырҙа ҡалҡыр. Кемдеңдер тир тубығына хәтлем булыр, кемдеңдер биленә тиклем, кемдеңдер ҡолағына тиклем, ә кемдер тиргә бөтөнләй батып йөҙөп йөрөр. Был көндә бер күләгә лә булмаҫ, тик Аллаһ Тәғәләнең күләгәһе һәм был күләгә аҫтында Аллаһҡа яҡын ғына кешеләр булыр.
Сайт авторынан.
Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт күләгәһе
Ҡиәмәт көнөндә ҡояш булмаһа ла, унда бик сағыу һәм ҡыҙыу буласаҡ. Ул ҡыҙыулыҡҡа тиң булған ҡыҙыулыҡ донъяла юҡ. Кешеләр шул ҡыҙыуҙа була һәм гонаһтары өсөн ҡурҡыуҙан тирләй башларҙар. Уларҙың тирҙәре гонаһтарының күплегенә ҡарап аға. Иң әҙ гонаһлыларҙың тирҙәр ағып, табандарын ҡаплар, икенселәрҙең — тубыҡтан булыр, өсөнсөләрҙең — теҙҙән, дүртенселәрҙең — билдән, бишенселәрҙең — күкрәктән, алтынсыларҙың — эйәккә тиклем, етенселәре тирҙәрендә йөҙөп йөрөрҙәр. Ҡиәммәт көнөнөң миҡдары 50 мең йыл, шул ваҡыт буйына кешеләр был рәүештә ҡурҡып тирләп үҙ нәүбәттәрен көтөп торасаҡтар.
Шул сыҙамаҫлыҡ ҡыҙыуҙа берҙән-бер күләгә булыр. Ул — Аллаһ Тәғәләнең ғәршеның күләгәһе. Хәҙиҫтәге һүҙҙәр буйынса ул Аллаһ Тәғәләнең Үҙенең күләгәһе була алмаҫ, сөнки Аллаһ Тәғәләне йәннәт әһелдәре генә күрә алырҙар.
Ошо күләгәгә беренсе эләгеүсе ғәҙел имам булыр. Имам тигәс тә, күҙ алдында мулла, хәҙрәт килеп баҫырға тейеш түгел. Ғөмүмән, етәкләп барған һәр кешегә: етәксеме, мөдирме, рәисме, башлыҡмы, президент булһынмы — имам тиеп әйтелә. Күп кешеләрҙе хакимиәт (түрәлек) ныҡ боҙа, үҙгәртә. Дәрәжәле урынға урынлашыу кешенең ғәҙеллегенә тәьҫир итмәһә, ул был күләгәгә лайыҡ буласаҡ. Сөнки күпселек кеше был һынауҙы үтә алмай.
Икенсе — бәләкәй саҡтан дин буйынса ғибәҙәт ҡылып йәшәгән кеше был күләгәгә лайыҡлы була. Бында ла йыраҡ йөрөйһи юҡ. Күбебеҙҙең балалары мәсеткә уҡырға йөрөй, ләкин күпселеге йәш үҫмер ваҡыттары еткәс, ҡандары ҡайнай башлағас, дин юлын бөтөнләй ташлайҙар. Сөнки йәш саҡта, башҡа осорҙаштары теләгәндәрен эшләп йөрөгән ваҡытта, унан тыйылып ҡалыр өсөн ныҡлы иман һәм ҙур көс кәрәк. Шуға күрә йәш саҡтарында дин юлында йәшәй алғандары ғына ошо күләгәгә лайыҡлы була алалар.
Өсөнсөһө — йөрәге менән мәсеткә бәйле кеше. Ул биш ваҡыт намаҙҙы ла мәсеттә уҡырға тырышыусы һәм йөрәге мәсет эштәре өсөн янып тороусы. Билдәле, был ғәмәлдәрендә рия ҡатнашмаҫҡа тейеш. Уларға мәсеткә барғанда аҙым һайын әжер-сауап яҙылып бара. Бындай кешеләргә ҡиәмәт көнөндә икенсе төрлө өҫтөнлөк бирелә, улар сират күперен ошо мәсет йорто эсендә килеш уҙасаҡтар.
Дүртенсе төркөм — ике мосолмандың бер-береһен Аллаһ ризалығы өсөн яратып, Аллаһ өсөн теләп йыйылыуы, Аллаһ ҡушҡанса айырылыуы. Йәғни, беҙҙе кешелә уның матурлығы, зирәклеге, көсө, нәҫеле, ғилеме, уның һеҙгә туған булыуы, байлығы, дәрәжәһе, йәмғәттәге бәйләнештәре һ.б. ҡыҙыҡтырырға тейеш түгел.
Кешеләр менән аралашҡанда беҙ уларҙы иң беренсе Аллаһ ризалығы өсөн яратырға тейеш.
Икенсенән, беҙ уның холҡона ҡарарға тейешбеҙ. Холоҡ туранан — тура кешенең иманының дәрәжәһенә бәйле. Бер кемгә лә сер түгел, яҡшы холоҡло кешене мосолмандар ҙа, хатта кәферҙәр ҙә ҡәҙер-хөрмәт итәләр. Кешенең холҡо — уның иманының көҙгөһө.
Ҡиәмәт көндө Аллаһтың ғәршеһының күләгәһендә булаһы бишенсе төркөм кеше — әгәр ир-атты дәрәжәле сибәр ҡатын зинаға саҡырһа, шул саҡта ир-ат: «Мин Аллаһтан ҡурҡам», — тиһә. Әгәр Аллаһ Тәғәлә кешегә йәшерен гонаһ ҡылырға мөмкинлек бирһә, уны үҙенә генә фаш итеү дөрөҫ түгел икәнен беләбеҙ. Аллаһ Тәғәләдән ялбарып һораһа, был гонаһтың тиҙерәк кисерелеү ихтималы асыҡ ҡылынған гонаһтарынан күберәк була. Был хәҙистә юҡҡа ғына сибәр һәм дәрәжәле ҡатын тиелмәгән, сөнки ҡатын сибәр булғас, ир-аттың шәһүәтен уята, ә дәрәжәле булғас, был гонаһ ҡылыуҙарының хәбәре таралмаҫ өсөн бөтә шарттар тыуҙырасағын аңлата. Йәғни, был гонаһтың фаш ителмәүенә гарантия бар. Бындай шарттарҙа һирәк кеше генә тыйылып ҡала ала. Бының гүзәл үрнәге итеп беҙгә Ҡөръән-Кәримдә «Йософ» сүрәһендә уның ҡиссаһында ап-асыҡ итеп килтерелә.
Йәшерен ҡылынған гонаһтар тураһында тағы бер нисә һүҙ. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә әйткән: «Кем иһә ҡәрҙәшен донъяла йәшерһә, Аллаһ Тәғәлә уны Ҡиәмәт көнөндә йәшерер». Йәғни кем ҡәрҙәшенең йәшерен булған гонаһын белеп алып, уны фаш итмәһә, Аллаһ Тәғәлә уның йәшерен гонаһтарын Ҡиәмәт көнөндә лә йәшерер, йәғни уны фаш ителеүҙән ҡаплар, һаҡлар.
Ул ҡәрҙәшен фаш итеп уны йә ғәиләһенән, йә урынынан, йә дәрәжәһенән мәхрүм итәр. Аллаһ ул фаш итеүсене ҡиәмәт көнөндә үҙен фаш итер. Күптәребеҙгә ошо хәҙис уйға ҡалыр өсөн сәбәп булһын. Кешеләрҙең кәмселектәре тураһында мәғлүмәтте шымсы рәүешендә йыйырға һәм ғәйбәт итеп таратырға ярамай. Ҡөръәндә «Хужүрәт» сүрәсенең 12-нcе аятында был тыйылған.
Алтынсыһы — саҙаҡаны биргәндә уң ҡулы биргәнде һул ҡулы белмәгән кеше. Йәғни, уң ҡул биргәнде һул ҡул белмәй ҡаламы? Биргәнен кеше үҙе һәм алған кеше генә белергә тейеш. Бындай ғәмәлде ысын күңелдән Аллаһ ризалығы өсөн генә ҡылған кеше ҡыла ала.
Етенсе төркөм ҡараған кеше: бер яңғыҙ килеш Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөргәндә күҙҙәре йәштәр менән тулған кеше. Йәғни, был ғәмәл рияһыҙ (показуха) булырға тейеш. Сөнки ҡайһы берәүҙәр кеше алдында намаҙҙарҙы, доғаларҙы белә-күрә оҙаҡ итеп уҡыйҙар һәм илайҙар. Йәғни бында яңғыҙ ҡалыуы ғына шарт түгел. Ҡөръән уҡығанда, доға һәм истиғфар ҡылғанда, Ҡиәмәт көнөн күҙ алдында килтергәндә, Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөргәндә илау күҙ алдында тотола. Ләкин тормоштағы ауырлыҡтарҙан, ҡайғыларҙан илау тураһында һүҙ бармай.
Исмәғил хәҙрәт Шәйхетдинов, Ижау Йәмиғ мәсете '' имамы
Рамаҙан, мосолман календары, 2018 йыл.
Сират күпере: https://nazir1965.com/din/sirat-k%D2%AFpere.html
Хисап көнө: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/xisap-k%D3%A9n%D3%A9nd%D3%99.html