Ҡәнәғәтһеҙлек

     Аллаһ бәндәләрҙе бар итте, ризыҡ бирҙе. Теләгән бәндәһенә ризыҡты күберәк, теләгән бәндәһенә ризыҡты әҙерәк бирҙе.  Аллаһыны маҡтау менән шөкөр итәм, гонаһымдан Уға ҡайтам. Аллаһ бар, Ул бер, Уға тиндәш юҡ. Мөхәммәт салаллааһу ғәләйһиссәләм – Уның илсеһе. Салауат шәрифтәребеҙ уға булһын.
     Кешелек доньяһы диндән йырағайған һайын, йәмғиәтебеҙҙә кире сифаттар артҡандан арта бара. Аллаһы Тәғәлә мул, таҙа итеп биргән һыуҙарҙың тәме бөтә, ҡорһаҡтар тулы булһа ла, ризыҡтың бәрәкәте юҡ. Кешеләр араһында таралған ризаһыҙлыҡ тамыр йәйә. Ҡарындан үткән ризыҡ та, оят ерҙәрен йәшереүсе кейем дә, ултыртып йөрөүсе ат та ул ауырыуҙы ҡәнәғәтләндерә алмай.
     Ҡәнәғәтһеҙлек, ризаһыҙлыҡ ауырыуы менән ағыуланған бәндә булған ризыҡ менән туя алмай, кейеп ҡарарҙай кейем менән ҡәнәғәтләнә алмай, ултырып йөрөрҙәй ат, машинанан ҡәнәғәт була алмай. Ихтыяжы үтәлә, машинаһы ла бар, йорто ямғыр-дауылдан һаҡлай, ләкин ул кешегә етмәй. Былар күберәк булһа, яҡшы булыр ине ти. Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итмәй, булғанына шөкөр итергә кәрәк тип үҙ-үҙен вәғәҙәләмәй. Күп булһа ла, ул бәндәгә етмәй. Ниндәй генә ниғмәттәре булһа ла, Аллаһ ниндәй генә мул тормош бирһә лә, ул бәндәгә барыбер етмәй, сөнки ул ауырыған бәндә, сәләмәт бәндә түгел. Уның тәне сәләмәттер, ләкин күңеле ауырыу.

     Ошо ҡәнәғәтһеҙлек ауырыуы менән сирләү сәбәпле, уға күп булһа ла, етмәй. Етәр тип уйлаған самаһына өлгәшә икән, унан һуң барыбер етмәй икән. Бына былайыраҡ кәрәк икән! Ни өсөн етмәй? Сөнки ауырыу, уның күҙе һаман да үргә табан үрелә, «Әлхәмдүлилләһ, ҡасандыр ул ниғмәтем дә юҡ ине, хәҙер бар», — тимәй. Үргә ҡарай ҙа: “Ҡара. Ул минән дә яҡшыраҡ", — тип әйтә. Яланғас йөрөмәй, кейеме бар, «Уның кейеме тағы ла затлыраҡ», — тип көнләшә. Аты бар, «Уның аты затлыраҡ», — тип, һаман да тыныслана алмай. Үҙенән түбән дәрәжәлә, насарыраҡ хәлдә булыусыларға әйләнеп тә ҡарай алмай. Тәбиғәткә ҡараһаҡ, һәр бер нәмәне төшөрөүгә ҡарағанда күтәреү ауырыраҡ. Күтәргәндә, ер тартып тора, шуға күрә, күтәреү ауырыраҡ. Ҡулды күтәреү төшөрөүгә ҡарағанда ауырыраҡ. Ятҡан ерендән тороу ауырыраҡ. Күҙ байлыҡ эҙләһә, был уйҙан ҡайтып, ҡарашты ситкә бороу ауыр икән.
     Йәш егет, урамда ғәүрәте күренгән ҡатын-ҡыҙҙы күрһә, күҙен ала алмай. Ҡәнәғәтһеҙ кеше лә күҙен ҡомһоҙлоҡҡа йүнәлтә.

     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
     «Үҙеңдән байыраҡтарға ҡарама, ә ярлыраҡтарға ҡарап, шөкөр ит».
     Ризаһыҙлыҡ менән ауырыусы үҙенән өҫтөнөрәктәрҙән көнләшә. Шул кимәлгә етмәгәс, хатта уҙып китмәгәс, бер ваҡытта ла бәхетле була алмай. Кешенең 10 байлығы булһа ла, барыбер үҙенән өҫтөн кешене табыр. Аллаһтың ғәҙел үлсәүе лә бар. Әгәр ҙә кешенең бер нәмәһе артһа, икенсе нәмәһе төшә, нимәһелер төшһә, икенсе нимәһелер күтәрелә. Бер яҡтан камиллеккә ирешһә, икенсе яҡтан кәмселеккә төшә. Ғилем алып, кемдеңдер иманы ҡеүәтләнергә мөмкин, ләкин донъяһы малы кәмеп ҡалыуы мөмкин. Кемдеңдер донъяһы малы артып, ғибәҙәте кәмергә мөмкин. Шуға күрә, кеше бер ваҡытта ла теүәл камиллыҡҡа өлгәшә алмай.
     Ризаһыҙлыҡ менән ағыуланған бәндә бер ваҡытта ла үҙе теләгән бәхеткә ирешә алмай, сөнки Аллаһ уға был хәлде бирмәй. Әгәр ҙә ризаһыҙлыҡ менән йәшәгән кешегә ошо Ер шарының яртыһын киҫеп бирһәң, валлаһи, ул беренсе төндә үк йоҡлай алмаясаҡ, сөнки икенсе яртыһы кемгә икән тип борсоласаҡ. Бөтөнөһөн бирәһең икән, Марс кемгә икән тип әйтәсәк. Ҡояшҡа кемдәр хужа булыр тип әсенер. Әҙәм балаһының ҡәнәғәтһеҙлек ауырыуы ҙур бер һынау. Был сирҙән дауаланырға кәрәк. Аллаһтың биргән ниғмәттәрен күрә белергә, улар өсөн шөкөр итергә кәрәк. Шул мәлдә Аллаһы Тәғәлә кейемдең дә, ризыҡтың да бәрәкәтен бирер. Ризыҡ калорияһы күп булғанға туйҙырмай. Ризыҡта бәрәкәт булһа, тамаҡ туя. Шуға күрә, Хандаҡ һуғышында сәхәбәләр пәйғәмбәребеҙ ﷺ менән ас булғанда, хатта, аслыҡты әҙ генә булһа ла, баҫып торһон тип, эстәренә таштар бәйләп ҡуйҙылар. Пәйғәмбәребеҙҙең күлмәге аҫтында ике таш бәйләнгән ине, ул да һыналды.
     Бер сәхәбә, пәйғәмбәребеҙҙе ҡайғыртып, өйөнә ҡайтып, бер бәрәсте салдырҙы. Ҡатынына: «Әҙерлә әле бәрәсте, хәҙер Аллаһтың илсеһен алып ҡайтып ашатайыҡ», — тине. Бәләкәй генә бәрәсте салып, хәләл ефете һурпа бешерҙе. Был сәхәбә Пәйғәмбәребеҙ эргәһенә килеп, «Әй, Аллаһтың илсеһе», — тип, ҡолағына шым ғына әйте. Сәхәбәләр бик күп ине. Ә бешерелгән бәрәс бәләкәй ине. «Әҙ генә ризыҡ әҙерләгән инек, әйҙә, барып аша», — тине. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙәндән сығып ҡалҡыулыҡҡа менеп баҫтыла: “Ҡәрҙәшебеҙ беҙгә ризыҡ әҙерләгән. Әйҙәгеҙ, барып ашайыҡ", — тине сәхәбәләренә. Теге ризыҡ әҙерләүсе сәхәбә, ҡатыны янына ҡайтып былай тине: «Һәләк булдыҡ, Аллаһтың илсеһе бар булған сәхәбәләр менән беҙгә килә». Сөнки ит шул тиклем әҙ генә ине, сәхәбәләр бик күп һәм ас инеләр. Риүәйәтең аҙағында теге сәхәбә әйтә: «Бөтә сәхәбәләр ҙә туйғансы ашанылар, һуңынан Аллаһы илсеһе менән бергә ултырып ашаныҡ». Аллаһ бәрәкәт бирә икән.
     Әгәр бик күп ризыҡ булһа ла, Аллаһ бәрәкәт бирмәй икән, кеше шул ризыҡтан бәхет күрә алмаясаҡ. Ҡәнәғәт булыу ул ҙур ниғмәт. Аллаһ уны кемгә бирҙе, шөкөр итһен, шатланһын. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ доға ҡылды: «Әй Аллаһ, биргән ризыҡтарында миңә ҡәнәғәтлелек бирһәң ине», — тине. Аллаһтан муллыҡ ҡына түгел, ҡәнәғәтлек тә һорарға кәрәк. Ер өҫтөндә иң ҡәнәғәт кеше Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ булды. Ҙур-ҙур батшалар, каруандар менән алтынға күмелһәләр ҙә, ләкин пәйғәмбәребеҙ кеүек риза булып йәшәмәнеләр. Пәйғәмбәребеҙҙең бер нисә көн мейесендә уты янмаһа ла, уның кеүек ҡәнәғәт кеше булманы. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
     “Бер көндө Аллаһ Мәккә үҙәнлектәрен алтынға тултырырға тәҡдим итте. Ләкин мин юҡ, кәрәкмәҫ, Раббым тип әйттем. “Бер көн ас булайым, бер көн туҡ булайым. Әгәр тамағым асыҡһа, Һине зекер итәрмен, әгәр тамағым туҡ булһа, Һине шөкөр итермен".
     Әлхәмдүллиллаһ, мосолман муллыҡҡа ирешә, Аллаһты маҡтай, һынауҙар килһә, Аллаһты зекер итә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тормоштан ҡәнәғәт булып, Аллаһ биргән һынауҙарҙы тыныс күңел менән ҡабул итеүселәргә ҡыуаныслы хәбәр әйтте:
     “Йәннәт түрендәге төп ағас кемгә булыр? Кемдең тормошо самалы ғына булып, ислам динендә булһа. Осон-осҡа ялғап, тормошон алып барыусы кешегә булыр", — тине.
     Уның сәхәбәләре ниндәй ҙур ҡәнәғәтлелектә, ризалыҡта йәшәнеләр. Аллаһҡа шөкөр иттеләр. Бер ваҡытта ла үҙҙәренән байыраҡ йәшәүселәргә ҡарап көнләшмәнеләр. Әбү әд-Дәрҙә әйткән:
     “Байҙар ҙур йорттарҙа йәшәйҙәр, беҙ ҙә урамда түгел, байҙар затлы кейемдәр кейәләр, беҙ ҙә яланғас түгел. Уларҙың, беҙҙән айырмалы булараҡ, артыҡ малдары бар".
     Байҙың 20 машинаһы булһа, ул бит егермеһендә лә йөрөй алмай. 20 өйө булһа, береһе лә етә бит, 20-се кәрәкмәҫ. Ни тиклем ризыҡтары булһа ла, 5 мәртәбәнән артыҡ ашай алмай. Шул байҙар кәрәк тиклемен генә ҡулланалар ла, артығына ҡарап һоҡланалар. «Әгәр беҙ ҙә теләһәк, барыбыҙ ҙа, уларҙың малдарына ҡарап һоҡланабыҙ», — ти. Һәр беребеҙ һоҡланһа ла. Артыҡ малдар өсөн беҙ түгел, ә улар яуап бирәләр, йыйған малдары йәһәннәмдә арҡаларына ут булып баҫтырыласаҡ бит. Байҙың 3 ҡатлы өйөнә ҡарап, беҙ ҙә һоҡланабыҙ. Ул да һоҡлана, тик бөтә бүлмәләрендә лә йәшәй алмаҫ. Банктағы миллиардтарға ҡарап, ул да һоҡлана, беҙ ҙә һоҡланабыҙ.
     Аллаһ Ҡөръәндә әйтә:
       مَنْ عَمِلَ صَالِحًا مِنْ ذَكَرٍ أَوْ أُنثَى وَهُوَ مُؤْمِنٌ فَلَنُحْيِيَنَّهُ حَيَاةً طَيِّبَةً وَلَنَجْزِيَنَّهُمْ أَجْرَهُمْ بِأَحْسَنِ مَا كَانُوا يَعْمَلُونَ
     97. Мән ғәмилә саалихәм-миң ҙәкәрин әү үңҫәә үә һүүә мүьминүң фәләнүхйийәннәһү хәйәәтәң таййибәтәү-үә ләнәджзийәннәһүм әджраһүм би'әхсәни мәә кәәнүү йәғмәлүүн.
     97. Изгелек эшләгән кешене, ир кешеме ул, ҡатынмы, әгәр мөьмин булһа, яҡшы тормошта тереклек иттереп, эшләгән эшенән дә яҡшыраҡ әжер менән бүләкләрбеҙ.
    «Ир-ат булһа ла, ҡатын-ҡыҙ булһа ла, кем Аллаһҡа иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡыла, уны яҡшы тормош менән йәшәтербеҙ». («Әл-Нәхл сүрәһе»16:97)
     Ғәли, Ибн Ғаббас тигән сәхәбәләр аятҡа шундай аңлатма бирәләр: “Яҡшы тормош Аллаһ биргән ҡәнәғәтлелек булыр. Кемгә ҡәнәғәтлелек бирмәй, шул бәхетһеҙ була". Кем ҡәнәғәт булды, уның тормошо яҡшырыр, кем ҡомһоҙ булды, уның ахмаҡлығы артыр. Шуға күрә, Раббым һәр беребеҙгә ҡәнәғәтлелек насип итһен. Бик күптәр ауырый торған ризаһыҙлыҡ тигән ауырыуҙарҙан беҙгә шифа бирһен.

                                                                    татарсанан, авторы билдәһеҙ, өҫтәмәләр менән тулыландырылды.