Ғөшөр саҙаҡаһын биреү бәрәкәтте арттыра
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәни Кәримдә: «Ер-күктәрҙе һәм улар араһында булған бөтә нәмәләрҙе әҙәм балаһына хеҙмәт итәр өсөн яраттым», — тип әйтә. Көҙ көнө күбебеҙ Раббыбыҙ биргән ошо ерҙән, йәғни баҡсаларабыҙҙан мул итеп уңыш ала. Ислам дине ҡанундары буйынса, беҙ көҙгө ниғмәттәрҙән арабыҙҙағы мохтаж кешеләргә өлөш сығарырға, йәғни ғөшөр саҙаҡаһы бирергә тейеш.
     Мәғлүм булғанса, Ислам динендә зәкәт мәсьәләһе ҡуйылған, йәғни кеше бер йыл үткән һайын байлығының ҡырҡтан бер өлөшөн мохтаждарға, фәҡирҙәргә бирергә бурыслы. Зәкәт биреү ваҡыты мосолман календаре буйынса һанап сығарыла, сөнки унда йыл бер нисә көнгә күсеп бара. Әйтәйек, кеше зәҡәт малын Рамаҙан айында бирә башлаған һәм, бер йыл үткәс, байлығы кәмемәгән икән, тимәк, ул икенсе Рамаҙан айы еткәндә йәнә зәкәт сығарырға тейеш. Зәкәт — Ислам динендәге биш бағананың береһе. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Ислам диненең биш нигеҙе бар. Шуларҙың береһе — зәкәт», — тип әйткән. Зәкәтте беҙ Ҡөръәни Кәримдә әйтелгән төркөмдәргә — меҫкендәр, фәҡирҙәр, йәтимдәр, әжәт, бурысҡа батҡан, ҡоллоҡҡа эләккән кешеләргә бирәбеҙ. Ғөмүмән, зәкәт, фитыр саҙаҡаһы, ҡорбан салыу йәки ғөшөр булһын, Аллаһы Тәғәлә быларҙы байҙар меҫкендәрҙе, йәтимдәрҙе, мохтаждарҙы, фәҡирҙәрҙе һ.б. онотмаһын өсөн яратҡан. Икенсенән, кеше әлеге ғәмәлдәрҙе Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт белдереү йөҙөнән ҡыла. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы «мин малды үҙем таптым, үҙем эшләнем», тип тәкәбберләнеп ҡалырмы, йә иһә «күпме көс түктем, сәбәп ҡылдым, кәсеп иттем, ләкин быны биреүсе Аллаһы Тәғәлә», тип, шуны аңлап, мохтаждарға өлөш сығарырмы тип һынай. Аллаһы Тәғәлә: «Бөтә малығыҙҙы миңә бирегеҙ», — тиһә, шулай эшләр инек. Әлбиттә, бирмәй ҡалыусылар ҙа булыр. Ләкин бындай осраҡта ул кеше гонаһлы һанала. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән шул тиклем ҙур фиҙаҡәрлек талап итмәй, билдәле. Әммә ғөшөр саҙаҡаһы – фарыз ғәмәл.

     Ғөшөрҙөң күләме малдың ундан бер өлөшөн тәшкил итә, йәғни, кеше үҙенең баҡсаһында үҫтергән йәшелсә, бәрәңгенең ундан бер өлөшөн Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн тип фәҡирҙәргә, меҫкендәргә, йәтимдәргә бирә. Алма, еләк-емеш, йәшелсә булһын, улар Аллаһы Тәғәлә яуҙырған ямғыр менән үҫкән икән, муллыҡтың ундан бер өлөшөн мохтаждарға биреү мотлаҡ. Кеше уңышты көс ҡуйып, һыу һибеп, тырышып үҫтерһә, ул сағында уның егерменән бер өлөшөн бирә. Быны Аллаһы Тәғәлә беҙҙең хеҙмәте, түккән көстө күрә, уның ҡәҙерен, бәҫен белә тип аңларға кәрәк. Ә инде малыбыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан өлөшөн йәтимдәр, фәҡирҙәр һ.б. шундай мохтаж заттарға бирмәй ҡалһаҡ, кеше малына кергән, хәрәм ризыҡ ашаған булабыҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Донъя күктәренән яуған ямғыр, ағып килгән йылғаларҙағы һыу менән үҫтерелгән уңыштан ғөшөр саҙаҡаһы бирергә кәрәк. Кешенең тырышлығы менән, көс ҡулланып үҫтерелгән байлыҡтың егерменән бер өлөшө бирелергә тейеш», — тип әйтә. Был урында тағы шуға баҫым яһарға теләйем. Ғөшөр саҙаҡаһы йәшелсә, бәрәңгенән генә түгел, ә балдан да бирелә. Йәғни умартасылар кәрәҙҙәрҙән айырып алған балдың шулай уҡ ундан бер өлөшөн мохтаж кешеләргә өләшергә бурыслы.
     Ғөшөр саҙаҡаһын мәсеттә хеҙмәт итеүселәргә килтерһәм буламы, тип һораусылар бар. Мин көҙгө уңыштың бер өлөшөн, беренсе сиратта, мохтаж кешеләргә бирергә кәңәш итәм. Һәр кемдең күрше-тирәһендә, йәшәгән ерендә шундай заттар етерлек. Улар хәҙер ауылдарҙа ҙа күп. Уңыш мохтаж кешеләрҙән артып ҡала икән, ул ваҡытта Аллаһы Тәғәлә юлында хеҙмәт итеүселәргә — мәсеттә эшләүселәргә, мәҙрәсәлә уҡыусы шәкерттәргә бирергә була. Улар араһында ла ярҙамға мохтаждар, йәтимдәр бар.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә зәкәт тураһында: «Эй, Мөхәммәд ﷺ, һин уларға әйт: зәкәттәрен сығарһындар, малдарын паклаһындар», — тип әйтә. Зәкәт түләгәндә беҙ Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡыйбыҙ, малдың ҡайҙан килеүен, уның үҙебеҙҙән түгел, ә Аллаһы Тәғәләнән икәнен аңлайбыҙ, һаранлыҡ кеүек сифаттан арынабыҙ. Шуға ла, зәкәт биргәс, күптәрҙең тормошо үҙгәрә. Дөрөҫ, малдың бер өлөшө бүлеп биргәс ул кәмей. Ләкин Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән аҙна, ай, йыл уҙғас, беҙгә көтмәгән ерҙән байлыҡ килә. Ул ғөшөр саҙаҡаһын алған йәтимдәр, меҫкендәр, яңғыҙ ҡарсыҡтар, ҡарттарҙың рәхмәт һүҙе аша ергә бәрәкәт бирә һәм беҙ киләһе йылда тағы ла күберәк уңыш йыясаҡбыҙ. Шуны иҫтә тотоп, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса, ғөшөр сығарһаҡ, Ул ҡалған малыбыҙға бәрәкәт иңдерер, беҙгә хәләл ризыҡ килеп, балаларыбыҙ бәхетле, тәүфиҡлы булып үҫер.
     Аллаһы Тәғәлә ерҙе эшкәртергә ҡушҡан. Уның шундай ҡануны бар: кеше файҙаланылмай торған ерҙе эшкәртеп, йомшартып, орлоҡ сәсһә, ағас ултыртһа, был участка уның мөлкәтенә күсә. Быны Аллаһы Тәғәлә ерҙәрҙе ташландыҡ хәлдә тотмаҫҡа ҡуша тип аңларға кәрәк. Ҡөръәне Кәримдең «Бәҡара» сүрәһендә: «Ерҙә фетнә, зыян ҡылмағыҙ», — тиелә. Әйтәйек, ерҙә бомба шартлатыу йәки башҡа ҡорал ҡулланыу, махсус ағыулау рөхсәт ителмәй.
     Был кешегә лә, хайуандарға ла, үҫемлектәргә лә, уңышҡа ла зыян килтерә. Советтар заманында йылғаларҙың ағымын үҙгәртеп, уларҙы бороп ебәрергә тырыштылар. Бының аҙағы әфәт менән тамамланды. Ни ҡәҙәр сәсеүлек ерҙәре, ауылдар һыу аҫтында ҡалды. Үткәндәрҙәге шундай аҡылһыҙлыҡ, фажиғәләрҙән һабаҡ алып, беҙ киләсәк тормошта иғтибарлы булырға тейеш.
                                        Тәржемә, Рөстәм хәҙрәт Зиннуров вәғәҙҙәре.

     Саҙаҡанды бир: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/sa%D2%99a%D2%A1andy-bir.html

     Зәкәт бирҙеңме?: https://nazir1965.com/din/z%D3%99k%D3%99t-bir%D2%99e%D2%A3me.html

     Әжәлең еткәнсе...үтәргә ашыҡ:   https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D3%99zh%D3%99le%D2%A3-etk%D3%99nse-%D2%AFt%D3%99rg%D3%99-ashy%D2%A1.html