Бәраәт кисәһе (2021)

                                     Бәраәт кисәһе (2021йыл)
     Әлхәмдүлилләһи Раббил ғәәләмиин, үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлиһи Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әждмәғиин, әммә бәғд: был фани донъяны һәм Ахират донъяһын яратыусы, бөтә донъяға тере һәм тере булмаған мәхлүктәрҙе барлыҡҡа килтереп, тәрбиә ҡылыусы, әҙәм балаларын бар мәхлүктән өҫтөн итеп, аҡыл һәм башҡа бик күп ниғмәттәр менән ниғмәтләндереп, ризыҡландырыусы үә хәрәкәткә килтереүсе, фани донъяның һәм Ахирәттең хужаһы Аллаһы Сүбханәһү үә Тәғәләгә сикһеҙ шөкөрҙәребеҙ һәм дә ҫәнә — маҡтауҙарыбыҙ үә рәхмәттәребеҙ булһа ине.
     Был донъяға рәхмәт булараҡ ебәрелгән, өммәте өсөн бөтә ауырлыҡтарға түҙеп, сабыр итеп, үҙенә йөкләнгән пәйғәмбәрлек вазифаһын башҡарыр өсөн бөтә көсөн ҡуйған, Ҡиәмәт көнөнөң бөйөк расүле — һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә күңел түрҙәренән сыҡҡан салауат үә доғаларыбыҙ ирешһен.

     Ихлас күңел менән, Аллаһының әмеренә буйһоноп, доға һәм ғибәҙәт ҡылыу өсөн мәсетебеҙгә йыйылған мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Изге йома көнөбөҙ барыбыҙға ла хәйерле һәм мөбәрәк булһын!
     Шәғбан айы дауам итә. Был ай Ислам динендә иң изге айҙарҙың береһе һанала һәм ул бер-бер артлы килгән изге өс ай рәтендә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм дә уның тураһында: «Шәғбан — минем айым, рәжәб — Аллаһы Тәғәлә айы, Рамаҙан — минең өммәтемдең айы», — тип әйткән. Динебеҙ тарихындағы мөһим тарихи ваҡиғалар менән дә үҙенсәлекле ул: Аллаһы Тәғәлә Рамаҙан айында ураҙа тотоу тейешлеген был айҙа хәбәр итә; ҡибланың үҙгәртелеүе, Бәраәт кисәһе дә шәғбан айына тура килә.
     «Бәраәт» һүҙе ғәрәп теленән «бурыстан үә язанан ҡотолоу» тип тәржемә ителә, исламда был төшөнсә «гонаһтарҙан ҡотолоу» тигән мәғәнәгә эйә.
     Бәраәт кисәһе шәғбан айының 14-се көнөнән 15-се көнгә ҡаршы кисендә була. Был йылды иһә ул бына бөгөн ахшамдан һуң инә. Ҡөръән Кәримдә шулай тип әйтелә:
                                                                                                 حم
                                                                                وَالْكِتَابِ الْمُبِينِ
                                   إِنَّا أَنزَلْنَاهُ فِي لَيْلَةٍ مُّبَارَكَةٍ إِنَّا كُنَّا مُنذِرِينَ
        فِيهَا يُفْرَقُ كُلُّ أَمْرٍ حَكِيمٍ
     Хәә миим.
     Үәл-китәәбил-мүбиин.
     Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтим-мүбәәракәтин иннәә күннәә мүңҙириин.
     Фииһәә йүфраҡу күллү әмрин хәкиим.
     «Ха мим. Хәләлде үә харамды асыҡлай торған китап — Ҡөръән менән ант итәмен. Ысынлап та, Беҙ ул Ҡөръәнде мөбәрәк булған бер кисте төшөрҙөк. Ысынлап та, беҙ ул Ҡөръән менән киҫәтеүсе булдыҡ, һәр хикмәтле эш мөбәрәк кистә хәл ителер». «Духан / Төтөн», 44:1- 4
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм Бәраәт тураһында былай тигән тигән: «Шәғбан айының уртаһындағы был кисәлә Аллаһы Тәғәлә Бәни Кәлеб ҡәбиләһе һарыҡтарының йөндәре һанынса кешеләрҙе йәһәннәмдән азат итер».
     Әйе, әлеге кисә гонаһтарҙан ҡотолоу, именлек кисәһе, төрлө уңыштар, изгелектәр иңә торған ҡәҙерле ваҡыт. Был ваҡытта Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең бер йыллыҡ бәхет-сәғәҙәтен, яҙмышын билдәләй. Шулай уҡ был кисәлә кешеләрҙең бер йыллыҡ ғәмәлдәренә йомғаҡ яһала. Киләһе йыл өсөн бөтә мәхлүкәттең ризыҡтары, киләһе йыл эсендә тыуасаҡ һәм вафат буласаҡ кешеләр ҙә был кисте билдәләнер. Был кистә кеше гонаһтары өсөн ғәфү үтенһә, ин шә Аллаһ, кешенең ғәмәл дәфтәренән шул үткән йылда ҡылынған гонаһтары һыҙылыр.
     «Мосолмандар был кисәлә ниндәй ғәмәлдәр ҡылалар һуң?» тигәндә, әлбиттә, Аллаһыға доға ҡылалар, фәҡирҙәргә, меҫкендәргә, мохтаж кешеләргә саҙаҡалар бирәләр, һәр ваҡытта ғибәҙәттә, изгелектә булырға тырышалар. Ибн Мәдженән (Аллаһ унан риза булһын) тапшырылған бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Шәғбан айының унбиш кисәһе башланһа, уны ғибәҙәт менән уҙҙырығыҙ. Көндөҙ ураҙа тотоғоҙ, сөнки ул кисте Аллаһы Тәғәлә ҡояштың сығыуына тиклем донъяға рәхмәт ҡарашы менән ҡарар һәм бойорор: «Юҡмы ғәфү үтенеүсе, уны ғәфү итәм. Юҡмы ризыҡ һораусы, уны ризыҡландырырмын, юҡмы ҡайғылы үә ауырыу кеше, шифаһын һәм дауаһын бирермен. Бынан тыш ниндәй теләктәре бар, һораһындар — бирермен һәм был хәл ҡояш сыҡҡансы дауам итәр».
     Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, Бәраәт кисәһе көнөндә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте һәм мәғфирәте ер йөҙөнә таралып торор, тигән инек. Шуға ла беҙгә был изге кисәлә Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн мөмкин тиклем күберәк изге ғәмәлдәр, нәфел ғибәҙәттәр ҡылырға тырышырға кәрәк. Һөйөклө Рәсүлебеҙ быға баҫым яһап, үҙенең хәҙисендә: «Бәраәт — һеҙҙең өсөн ҙур форсаттыр, ҙур байлыҡтыр, сөнки ул билдәле булған бер кисәлер. Шәғбан айының 14-енә 15-енә булған кисәһелер. Ҡәҙер кисәһе, Бәраәт кисәһенән ҙурырак булһа ла, ҡасан булғаны аныҡ билдәле түгел. Шуға ла был кисәне күберәк ғибәҙәт ҡылып уҙҙырығыҙ», — тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер.
     Ошо кистә «тормош» тигән ағас һелкенеп, шунан кешенең исеме яҙылған япраҡ өҙөлөп төшәр, тигән риүәйәт бар. Тимәк, кешенең ғүмере ошо кисәлә билдәләнә: тағы бер йыл йәшәйәсәкбеҙме? Әгәр беҙгә әжәл килһә, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына барырға беҙҙең ниндәй изгелектәребеҙ бар? Ниндәй гонаһтарыбыҙ бар, ниндәй гонаһтарҙан беҙгә тәүбә ҡылырға кәрәк? Мөхтәрәм йәмәғәт, ошо кистә бына шул һорауҙарҙы үҙебеҙгә биреп, уйланһаҡ ине. Шуға күрә лә беҙгә күберәк «Әстәғфируллаһ»ты әйтеү кәрәк. Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә был кистә «Йәсин» сүрәһен уҡыу кәңәш ителә.
     Бәраәт кисәһендә намаҙ уҡыу, изгелектәр ҡылыу, әруахтарға доғалар ҡылыу хәйерле. Бынан тыш Бәраәт кисендә ураҙа тотоу ғәҙәте Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең күркәм сөннәте булып тора. Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм: «Бәраәт кисәһе — доғалар һәм теләктәр ҡабул була торған кисә. Был кисәне үҙебеҙ һәм әһелебеҙ, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ өсөн доғалар ҡылып, Аллаһынан һорау кәрәк», — тип әйткән.
     Икенсе бер хәҙистә килтерелә: Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм янына Джәбраил фәрештә килеп: «Йә, Мөхәммәд, был кисәлә өс йөҙ рәхмәт ишеге асылыр. Аллаһы Тәғәлә һәр мосолман бәндәнең гонаһаһын ярлыҡар, мәгәр ун кешенең төрлө гонаһын ярлыҡамаҫ: сихырсыны, күрәҙәлек ҡылыусыны, мосолманды рәнйетеүсене, иҫерткес эсемлектәрҙе эсергә даимсылыҡ ҡылыусыны һәм зинасыны, риба ҡылыусыны, ата-әсәһен рәнйетеүсене, нахаҡҡа кеше үлтереүсене, үҙенең ҡәрҙәше менән талашҡан кешене. Әгәр ихлас күңелдән тәүбә ҡылһалар, был эште ташлаһалар, уларҙың да гонаһтарын ярлыҡар», — тип әйткән.
     Мосолман ҡәрҙәштәрем! Шәғбан айында был тиклем һөйөнөстәр булғас, һәр ҡайныбыҙға был кисәлә уяу тороп, намаҙ уҡыу, Ҡөръән уҡыу, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмгә салауаттар әйтеү, доғалар ҡылыу хәйерле эштәр булыр.
     Был көндө беҙ үҙебеҙгә Аллаһының бер һиҙийәте, бүләк көнө тип ҡарарға тейешбеҙ. Киләһе Бәраәт кисәһенә хәтле йәшәй алабыҙмы — белмәйбеҙ. Аллаһының был мөбәрәк кисәһен күрергәнасип булған икән, беҙгә ошо мөмкинселектән файҙаланырға кәрәк. Һуңынан, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына барғас, йөҙөбөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә шулай тип әйтә:
                                                      فَاعْتَرَفُوا بِذَنبِهِمْ فَسُحْقًا لِّأَصْحَابِ السَّعِيرِ
     Фәғтәрафүү биҙәмбиһим фәсүхҡальли'асхәәби-ссәғиир.
     «Эш уҙғас, гонаһтарын танынылар, беҙ ғәйепле тинеләр, ҡыҙҙырылған ут әһелдәренә Аллаһының рәхмәте бик йыраҡтыр». «Мүлк / Батшалыҡ», 67:11
     Аяттан күренгәнсә, йәһәннәм ишеге төбөнә килеп еткәс, йәһәннәм әһелдәренең хәлен кем дә үҙгәртә алмаҫ. Бына беҙгә был донъяла ошо хәлебеҙҙе үҙгәртергә мөмкинлек бирегән.
Бәраәт кисендә һәм, ғөмүмән, Аллаһының киң рәхмәтенә ирешеү өсөн асыл кеше булыуың кәрәк. «Нимә ул?» тип һорағанда, һәр кем, йәғни беҙ — кешеләр, үҙебеҙҙе ваҡытлыса ғына донъяға килгәнебеҙҙе аңларға тейешле. Аллаһыны мәңгелек тип белһәк, йәғни һәр кем үҙен ваҡытлыса икәнен таныһа, Аллаһыны ла таный һәм дә донъя байлыҡтарына алданмайынса, нәфсе артынан бармай, хәйерле әҙәм булыу кәрәк. Хаҡиҡәттә, донъяға алданыу — мәңгелек донъя ниғмәттәренән ҡоро ҡалыуға сәбәп була. Асыл бәндә ул: Аллаһы Тәғәләнең әмерҙәренә буйһоноусы, Аллаһы «эшләгеҙ!» тип бойорһа, уны ижтиһад ҡылып (тырышып) башҡарыусы һәм Раббыһының бәлә-ҡазаларына риза булып, сабыр итеүсе. Аллаһы Тәғәлә: «Бер ҡолом минең биргән бәләләремә үә ҡазаларыма сабырлыҡ итмәһә һәм ниғмәттәремә шөкөр итмәһә, был минең бәндәм түгелдер. Еремдән һәм күгемдән сығып, башҡа (бүтән) тәңрене теләһен», — тип әйткән. Асылбәндә шулдыр — Аллаһынан ҡурҡып, өмөтләнеп, тәғүәлек менән үтенестә булыуында, Аллаһыға ялбарыуында.
     Аллаһы Тәғәлә ҡылған доғаларыбыҙҙы, теләгән теләктәребеҙҙе ҡабул әйләһен. Ошо мөбәрәк кисәне хәйере менән ҡаршы алып, күркәм ғибәҙәттәр ҡылып, гонаһтарыбыҙҙы, тәүбәләребеҙҙе ҡабул ҡылып, күңелдәребеҙҙе пакларға, нурландырырға, изге маҡсаттарыбыҙға ирешергә һәм дә хәйерле, тыныс тормоштарҙа йәшәргә насип үә миәссәр ҡылһа ине. Әмин!
                                                Марсель хәҙрәт Сабиров, «Болгар» мәсетенең икенсе имам-хатибы