Таштимер ауылы
Әбйәлил районы Таштимер ауылы тарихенә килгәндә, боронғо документарға таянып яҙһаҡ, хаҡ ошолай; Ҡараһаҡал яуын баҫтырған ваҡытта 1740 йылдарҙа, батша карателдәре тарафынан ошо беҙҙен яҡтарҙа Өлкән һәм Бәләкәй Ҡыҙыл йылғалары буйында 43 ауыл, Ҡаға, Иләкте, Уҙән буйҙарында 73, ә Ҡырҡты тау тирәләй 100 ашыу ауылдар яндырыла, шуға ла ауылдарҙын исемдәрелә үҙгәреп һәм урындарыла тәүге урындарында тип әлеге ваҡытта әйтеп булмай.
Урал аръяғы волостарында әлеге документәр буйынса ошо 1740 йылда ғына 537 ауыл 3899 өйө һәм 3207 ҡаралты-һарайы менән яндырыла. Ә күпме яуҙар була 1704—1711, 1735—1739, 1740, 1755 йылдарҙа? Шуға ла карателдәр тарафынан яндырылған күп ауылдарҙын исемдәре юғалған, икенселәренен халҡы күсеп киткән, яңы исемдәр ҡушылған.
Беҙҙен халыҡ ярым күсмә торошло булған.Әммә 1812—1816, 1834, 1857—1859 йылдарҙа Оренбургтен хәрби губернаторҙары Г.С.Волконский, В.А.Перовский, А.А.Катенин тарафынан йәйләүҙәргә күсеп йөрөү тыйыла.
Шуға ла беҙҙен башҡорт үҙенен аҫаба ерен юғалтмаҫ өсөн йәшәгән ерҙәрен ауылдарға әйләндереп, шул властар алдында буйһоналар.Ауыл исемдәренә килгәндә, ошо ауылдарҙа йәшәүсе чине ҙур булған кешеләрҙе исемдәренән алына. Былар тирмә старшиналары, есаул, сотник, хорунжий, урядник һәм башҡа шундайыраҡ кешеләр исемдәре. Шулай уҡ хөрмәтле дин әһелдәренен исемдәрелә ҡушыла.Унан башҡа ҡайһы бер ауылдарға шул йәшәгән ерҙен исеме һәм йә иһә боронғо исемелә ҡала. Халыҡ ошо ауыл ерҙәренә һыйына, улар өҫтөнән ауыл сташиналары, тирмә башлыҡтары, йәки йөҙбашы ҡарауылсы булып тора. Былар батша властары тарафынан электән һалынған йөкләмә-бурыстарҙы һәм яһаҡ-түләүҙәр тәртиптә алып барыу өсөн эшләнә.
Был яҙылғандар күктән түгел, ә ысын барлыҡ документәрҙән. Бына ул ваҡытта был эш нисегерәк ойошторолған; Батша власы тарафынан бик күп һәм тентекле ревизиялар була. 18-се быуатта ғына биш, ә 19-сы быуаттын башында ғына тағы биш ревизия була. Был ревизияларҙа старшина, староста тарафтарынан мәғлүмәттәр йыйылып, ауыл йыйындарында өс тапҡыр тикшерелә. Был исемлектә (списектә) исемдәре, йәштәре, туғанлыҡтары тикшерелә. Ревизия эшләргә килгән батша дворяндары, чиновниктәре тарафынанда ошо документта йәшерелгән, йәки төшөп ҡалған кешеләр өсөн яуаплы кешеләргә ҡаты язалар була. Ревизия бланкыларында ғаиләләрҙен һәр береһенен исеме, фамилияһы, йәше, туғанлығы һәм дәрәжәһе күрһәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы уң яҡҡа, ирҙәрҙе бланкынын һул яғына яҙып, тирмә һәм старосталар тарафынан ҡул ҡуйылып кантон хужаларына ебәрелгән. Бына шуға ла һеҙ уҙҙегеҙен шәжәрәгеҙҙе архив тарафынан эшләтһәгеҙ, андағы мәғлүмәттәр бик дөрөҫ.
Беҙҙен Таштимер ауылы шул элеке батша карателдәре тарафынан яндырылған берәй ауылдын ерелер инде. Янмаған, ҡырылмаған ауыл ҡалдымы икән. Америка индейстәренә киноларҙа ҡарап, иҫебеҙ китеп һоҡланабыҙ, үҙҙебеҙҙә 50 -се йылдарҙа советтәр тарафынан төшөрөлгән *Салауат Юлаев* киноһыла һәм һуңғараҡ төшөрөлгән *Кинйә*. Голливудтарға сценарийҙәр яҙһаҡ бына мы тигән кинолар төшөрөрҙәр ине беҙгә.
19 –сы быуаттын башында Ҡотлоғилде тигән ауыл барлыҡа килә, хәҙерге исеме Таштимер. Тирмә башлығы старшина Таштимер Ҡотлоғилден атаһы Ҡотлоғилде исемен иң башта йөрөтә ауыл. Шунан һуң аҙаҡ инде улы Таштимер исеме менән билдәле булып китә. Шулай уҡ был ауылда уларҙын улдары, туғандары Мырҙабай һәм Яманһары Ҡотлоғилдендәрҙә йәшәгәндәр. Мәғлүмәтә ауылда беренсе йәшәүселәрҙен ейәндәре Мөхәмәтхәниф һәм Мөхәмәтсадик Таштимеровтар тураһындала һүҙ бар. 1816 йылда ауылда бөтәһе 14 йорт һаналған. Өс ғаилә Тупаҡ, Балапан, Ҡусҡар ауылдарына күсеп киткәндәр. Был хәл ошо тирәләге халыҡтын бер яҡтан туғандар икәнен иҫбатлай. Тота килеп ул ваҡытта белмәгән ереңә күсеп китеү уңайлы мы. Үҙ туғандарын менән йәшәү хәйерле. Ә халыҡ ул ваҡытта үҙ туғанын ныҡ тартҡан, хәҙерге көндө беҙҙен хата бер әсәнән булһаҡта, үҙ туғандарыбыҙҙы тартмайбыҙ.
Ошо Ҡотлоғилде ауылы кешеһе Байсал Ырыҫбаев француздарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашып, император Наполеонды иленә тиклем ҡыуыу ҙа ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн медалдар ала. Береһе *Парижды 1814 йылдын 19 мартында алған өсөн*, икенсеһе *1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан өсөн*.
Ауыл хәлдәренә килгәндә, ул ваҡытта халыҡ мал тотҡан, 24 йорттан 20 -һе ваҡытлыса йәйләүҙәрҙә булған. Йәйләүҙәр Ҡыҙыл, Мәйгәште, Ҡырҡты буйҙарында урынлашҡан булғандар. Уларҙын ҡулында үҙ малдары 200 ат, 150 һыйыр, 80 һарыҡ, 30 кәзә булған. Бөтә ауылға 20 десятинә (1 десәтинә – 1.09 гектар) һөрөнтө ер булған. 1842 йылда 162 кешегә 825 бот иген сәскәндәр. (1 бот – 1 пуд – 16.3 килограм). Яманһары Ҡотлоғилдин 155 бот сәскән, Нәҙирғол Ғәиткилдин 130 бот иген йылына сәскән. 9 ревизия буйынса ауылдын халҡы 232 кешенән һәм 31 йортан торған.
1920 йылда 95 өй һаналып 470 кеше иҫәпкә алынған.
Таштимер ауылы Тамъян ырыуына ҡарай, боронғо Верхнеурал уезында булған. Хәҙер инде 1930 йылдын 20 авгусында барлыҡҡа килгән Әбйәлил районын бер ауылы. Урынлашыуы буйынса Көньяҡ Уралдын аръяғында. Ҡырҡты тауҙар теҙмәһенен алдында, эргәлә 20 саҡрым аралыҡта Азия-Европа линияһы Урал йылғаһы уртаһынан үтә. Эргәлә Талгиҙәр тауы, Сағыл тауҙар теҙмәһе.Тауҙар тәпәшәйеп, яланға тартҡан тирәлә, бик матур урында. Бер яҡтан тау урмандар китһә, икенсе яҡтан тигеҙлек башлана.Таштимер ауылы эргәһенән Мунсыҡ (Моһаҡ) йылғаһы ағып ята, түбәнерәк китә торғас исеме Йәнгелкәгә әйләнеп Урал йылғаһына барып ҡоя. Шулай уҡ Әбйәлил районы күлдәргә бай булғас, Таштимер ауылы тирәһендә лә күлдәр күп.
Эргәлә өс-дүрт саҡрым йыраҡлыҡта Йәлембәт, Әүмеш, Самар, Михайловка, Әбйәлил, Тупаҡ, Ҡужан, Салауат ауылдары ята. Магнитогорск ҡалаһына ла, Әбйәлил районы Асҡар үҙәгенә лә Таштимер ауылынан 20 саҡрым асфальт юл, Белорет һәм Сибай ҡалаларынала 80 километр ара. Үҙенсә бер үҙәктә урынлашҡан килеп сыға.
Электән Таштимер ауылы советы күрше Михайловка ауылында урынлашҡан. Урта белем мәктәбе һәм профессионал һөнәрселек училищеһе курше Әбйәлил ауылында урын тапҡан.
Хәҙерге ваҡытта ауыл тиҙ үҫә, халыҡ һаны 400 кешенән ашыу. Яңы мәсет төҙөлгән, 19 –сы быуаттын урталарында (1850 –се йылдар тирәһе) Тупаҡ, Таштимер, Юлдаш,Ҡаҙмаш ауылдарында мәсет мәктәбтәрендә уҡыуҙар алып барылған.
Мәғлүмәттәрҙе А.З. Асфәндийәревтен (Асфандияров) *История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий* тигән китабынан алдым, автор был китабты архивтәрҙән йыйып алып яҙған.