Архив метки: Таштимер

Таштимер ауылы

tashtimer-auyly

Таштимер ауылы

       Таштимер ауылы

   Әбйәлил районы Таштимер ауылы тарихенә килгәндә, боронғо документарға таянып яҙһаҡ, хаҡ ошолай; Ҡараһаҡал яуын баҫтырған ваҡытта 1740 йылдарҙа, батша карателдәре тарафынан ошо беҙҙен яҡтарҙа Өлкән һәм Бәләкәй Ҡыҙыл йылғалары буйында 43 ауыл, Ҡаға, Иләкте, Уҙән буйҙарында 73, ә Ҡырҡты тау тирәләй 100 ашыу ауылдар яндырыла, шуға ла  ауылдарҙын исемдәрелә үҙгәреп һәм урындарыла тәүге урындарында тип  әлеге ваҡытта әйтеп булмай.

   Урал аръяғы волостарында әлеге документәр буйынса  ошо 1740 йылда ғына 537 ауыл 3899 өйө һәм 3207 ҡаралты-һарайы менән яндырыла. Ә күпме яуҙар була 1704—1711, 1735—1739, 1740, 1755 йылдарҙа? Шуға ла карателдәр тарафынан яндырылған күп ауылдарҙын исемдәре юғалған, икенселәренен халҡы күсеп киткән, яңы исемдәр ҡушылған. Читать далее