Шәйех Ғабдуллаһ

                                                              Шәйех Ғабдуллаһ

                                                    Ғабдуллаһ әл-Фәиз әд-Дағстани

   Ул — Изге Ҡөрьәндең йәшерен мәғәнәһен аңлаған, суфыйсылыҡ ҡанына һеңгән шәхес булған. Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.) уның йөрәге була. Уның йәне илаһилыҡҡа өҫтөнлөк бирә, ул донъяға килгәндә, Ер яҡтылыҡҡа күмелгән. Кешеләр шәйехкә, фани донъяла ғына түгел, баҡыйлыҡҡа күскәс тә тыныслыҡ, бәхет табыу маҡсаты менән килгән, наҙанлыҡ, томаналыҡ уның мәғлүмәтлеге, белеме ярҙамында юҡҡа сыҡҡан.
   Шәйех Абдуллаһ 1891 йылда Дағстанда врач ғаиләһендә тыуа. Уны әсәһенең ағаһы шәйех Шәрәфетдин әл-Дағстани тәрбиәләй һәм уҡыта. Һеңлеһе ауырға ҡалғас, шәйех Шәрәфетдин уға:"Һинең тыуасаҡ улың үткән һәм буласаҡ ваҡиғаларҙы күрәсәк. Ул үҙ осороноң «Әүлиә әл-Солтаны буласаҡ. Әүлиәләр „Мөхәммәд (с.ғ.с.) өммәте башлығы“, тип ололаясаҡ. „Минең бер йөҙөм Бар ҡылыусыға, икенсеһе Унан бар булғандарға ҡарай. Бер сәғәтте — Бар ҡылыусы, бер сәғәтте — Унан бар булғандар менән уҙғарам“, тип әйтер ул. Ул тыуғас, Абдуллаһ, тип исем ҡуш, сөнки ул яңынан ғәрәп илдәренә тәриҡәт таратасаҡ».

   Кесе йома, 12-се Раббиғел әүүәлдә, әсәһе Әминә улан таба һәм уға Абдуллаһ тип исем бирә. Сабый бер ҡасан да иламай, бер йәшлек сағында башын иҙәнгә тиклем эйеп, тәбрикләү- сәләмләүгә оҡшаш хәрәкәттәр яһап, ғаилә ағзаларын, күршеләрен аптырауға һала. Ул ете айлыҡ сағында һөйләшә башлаһа, өс йәшендә тәү күргән ҡунаҡтарҙың исемен атай. Ете йәшендә Ҡөрьәнде өйрәнә. Йыш ҡына Шәрәфетдин бабаһы менән килеүселәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Уның яуабы шул тиклем дөрөҫ була, ғаилә ҡорорға теләүселәр, никахҡа Аллаһу Тәғәләнең ризалыҡ биреү-бирмәүен белер өсөн, уға кәңәшкә килә. Һаулығы насар булғандарҙы дауалай, әл-Фатиха сүрәһен уҡып өшкөрһә, сирлеләр аяҡҡа баҫа.
   Шәйех Шәрәфетдин Абдуллаһты уҡыта, тәрбиәләй. Өйләнеп, алты ай үткәс, Абдуллаһҡа биш йылға 2 көндәлек тормоштан ситләшергә (хәлүәткә ултырырға) ҡушыла. «Әсәйем ныҡ ҡайғырҙы, был турала белгәс, шәйехкә барҙы. Ҡатыным да үҙен бәхетһеҙ тип уйланы, тик минең күңелем был ҡарарға ҡаршы түгел ине. Киреһенсә, кеше менән аралашмай, яңғыҙлыҡта йәшәй алыу мөмкинлеге булыуға ихлас шатландым. Әсәйем уның берҙән-бер улы булыуымды, бабайымдың һаман да Рәсәйҙә, атайымдың баҡыйлыҡта икәнлеге хаҡында һамаҡлап иланы. Әсәйемде бик ныҡ йәлләһәм дә, был минең өсөн шәйехтән генә түгел, Пәйғәмбәрҙән (с.ғ.с.) килгән бойороҡ икәнлеген аңлай инем. Мин көн һайын алты тапҡыр һалҡын һыу менән ҡойонорға, көндәлек бурысымдан тыш, Ҡөрьәндең 7-15 сүрәһен уҡырға, Изге Аллаһтың исемен 148 мең тапҡыр ҡабатларға, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.) 24 мең тапҡыр сәләмләргә тейеш инем. Ҡар менән ҡапланған тауҙың тәрән мәмерйәһендә булдым, миңә тик бер кеше ккилә ине, ул көн һайын ете зәйтүн һәм бер телем икмәк килтерҙе — , тип хәтерләй ул.
   Кешеләрҙән ситләшкән мәлдә миңә 15 йәш булһа, унан сыҡҡанда 20 йәш ине, мин бик ябыҡтым — ауырлығым 40 килограмм ҡалды. Мин үҙемә: „Үлһәм дә, хәлүәтемде бүлмәйәсәкмен. Һин уны белергә тейеш. Минең фекеремде үҙгәртергә тырышма“, тинем.
   Мин бик аҙ йоҡланым, был кәрәк тә түгел ине һымаҡ, сөнки өҫтән Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) ярҙамын тойҙом. Бер көн буран башланды, ел тауышын, ағастарҙың гөрһөлдәп ауғанын, ямғыр яуғанын, аҙаҡтан уның ҡапыл ҡарға әйләнгәнен ишеттем. Мәмерйәгә инеү урынын кейемем менән ҡапланым, тик көслө ел уны осорҙо, эскә ҡар яуа башланы. Миңә шул тиклем һалҡын ине, доғанан башҡа йылытыусы булманы, туңдым, ә ҡар һаман яуҙы. Өшөүҙән бармаҡтарым тиҫбе төймәһен дә ҡыбырлата алманы, йөрәгем туҡтағандай тойолдо. Башымда ҡар яуған тишекте ҡаплау теләге тыуғанда, миңә шәйех Шәрәфетдин һыны күренде. „Әй, улым, һин үҙең менән мәшғүлме, әллә һине Бар ҡылыусы менәнме? Әгәр ҙә һин һалҡында туңып үлһәң, үҙең өсөн унан йәшенеүгә ҡарағанда яҡшыраҡ буласаҡ“, — тине ул. Был һын минең йөрәгемде йылытты, һайлаған юлымдан барыу өсөн ныҡлыҡ, көс өҫтәне.
   Ел шәбәйҙе, ҡар күберәк тулды. Эстән генә: „Үлһәм дә доғамды бүлмәйем“, — тинем. Ошо һүҙҙәрҙе әйтеү менән ел тымды, ҡар яумай башланы, аҙаҡтан мәмерйәнең тишегенә ағас ауҙы. Ваҡытым тулғас, хәлүәттән сыҡтым. Ошо осорҙа Оттоман армияһына хеҙмәткә алдылар, Дарданеллала Сәфәр Барлик алышында ҡатнаштым. Беҙ — 100 генә кеше, дошман һөжүмен кире ҡаға алмайбыҙ, ә улар көслө. Ҡапыл тимер ҡурғаштың тап йөрәгемә үтеп ингәнен һиҙҙем, үлемесле яранан ергә ауҙым. Ошо мәл Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.) хасил булды. „Әй, улым, һиңә ошонда үлеү яҙған ине, тик һин беҙгә рухи, физик хәлдә һаман да Ерҙә кәрәкһең. Мин бары тик үлемдең кеше йәнен үҙенә алғанын күрһәтергә теләнем“, тине.
   Аяҡ бармаҡтарымдан башлап, күҙәнәк артынан күҙәнәктең үлеүен, һуңынан йәнемдең тәндән айырылғанын күрҙем. Мин тәнемдә нисә күҙәнәк, уларҙың эше һәм һәр ҡайһыһының ниндәй көскә эйә икәнлеген, уларға ниндәй дауа барлығына инандым. Йәнем тәндән айырылған мәлдә, кешенең нисек үлгәнен һиҙҙем, уның өс төрө бар: үлемдең ауыртыу аша килеүе, еңел үлем һәм бәхетле үлем. „Һин — бәхетле үлем төрө менән баҡыйлыҡҡа күсеүселәрҙең береһе. Аллаға шөкөр, беҙ — Уныҡы һәм кире Уға әйләнеп ҡайтабыҙ“, — тине Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) миңә. Үҙемдең һуңғы һулыш алыу- ымды аңланым, үлем фәрештәһенең һорауҙарын ишеттем, ошо хәлдә баҡыйлыҡҡа күсеүсенең ишеткән-күргәндәрен тойҙом, шул уҡ ваҡытта мин үҙ аңымда — тере инем.
   Йәнемдең өҫтән аҫҡа, тәнемә төбәлгәнен күрҙем, Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.) мине үҙ артынан саҡырҙы. Ул ете ҡат күктә миңә күрһәтергә теләгән бөтә нәмәне лә күрҙем. Беҙ унда бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе, әүлиәләрҙе, ғазапланыусыларҙы һәм диндарҙарҙы күрҙек.
   »Улым, минең һиңә тамуҡты күрһәткем килә!" — тине һуңынан Пәйғәмбәр (с.ғ.с.). Бында мин яза китабындағы бөтә нәмәләрҙе лә һәм тамуҡтағы ыҙаларҙы күрҙем. «Әй, пәйғәмбәрем! Был кешеләрҙе нисек ҡотҡарып була?»- тинем. «Эйе, улым, уларҙы тик минең ярҙамым менән генә ҡотҡарып була, мин һиңә үҙем ҡурсалай алмаған кешеләр яҙмышын күрһәттем. Улым минең, хәҙер һине ергә, тәнеңә кире ҡайтарам», — тине. Унда бүртенгән, шешенгән кәүҙәмде күрҙем. «Аллаһ илсеһе, мин Һеҙҙең менән бәхетле. Тегендә булдым, күрҙем, тағы ни өсөн унда кире ҡайтырға кәрәк һуң?» — тип яуапланым. «Был — һинең бурысың, һин кире ҡайтырға тейешһең!» — тине ул. Һәм мин кире ҡайттым. Йәнем тәнемә тулыһынса ингәс, һын менән аралашыу туҡталды.
   Алыш үткән яланда медиктарҙың яралыларҙы эҙләгәнен күрҙем, уларҙың береһе: «Тере, тере!» — тине. Минең ҡыбырҙарлыҡ, ниҙер өндәшерлек тә хәлем юҡ ине, тәнемдең бында ете көн ятҡанын аңланым. Дауаланғас, кире бабайыма ҡайттым, ул иһә беренсе сиратта «Минең визит оҡшанымы?», — тип һораны, тик уның нимәне күҙ уңында тотҡанын ғына аңламаным, шунлыҡтан яуапһыҙ ҡалыуға өҫтөнлөк бирҙем. Ул яңынан «Әй, улым, Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) һине оҙатыуы менән ҡәнәғәтһеңме?» — тип һораны. Шунда минең менән булған бөтөн нәмә тураһында уға билдәле икәнлеген төшөндөм. Йүгереп барып, уның ҡулдарынан үптем. «Әй, шәйехем, Пәйғәмбәр (с.ғ.с.)менән барҙым һәм әйтергә тейешмен, Ергә яңынан ҡайтҡым килмәне, әммә ул бының бурыс икәнлеген аңлатты», — тинем.
   Шәйехкә көн дә йөҙләп кеше килә, күптәре Дағстандан. Ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙән килгән Георгий Гурджиев та бар. Ул Төркиәгә революция ваҡытында, власть әһелдәренән ҡасып килгән. Ул суфыйҙар менән осрашып, Кавказ буйлап сәйәхәт ҡыла. Дағстанда Наҡшбәндиә шәжәрәһе вәкилдәре менән танышыуға ул үҙен ихлас бәхетле итеп тойҙо.
   Шәйех Шәрәфетдин шәйех Абдуллаһтан ҡунаҡты ҡабул итеүен һораны. Осрашҡас, шәйех Абдуллаһ «Һеҙҙе 9 белем ҡыҙыҡһындыра. Беҙ был турала иртәнсәк, намаҙҙан һуң һөйләшербеҙ, ә хәҙергә ял итегеҙ», — тине.
   Намаҙҙан һуң шәйех Ҡөрьәндән Йа Син сүрәһен I уҡып бөткәс, Гурджиев янына килеп, әле генә нимә кисереүе тураһында һөйләүен һораны. «Мин Һеҙ намаҙ уҡып бөтөү менән, эргәмә килеп, ҡулымдан етәкләп, рауза сәскәләре үҫкән баҡсаға индергәнегеҙҙе күрҙем. Был сәскәләрҙең уҡыусыларығыҙ икәнлеге хаҡында әйттегеҙ. Иң ситтәге рауза сәскәһенә яҡын килеп: „Был һинең рауза, бар, еҫкә!“ — тинегеҙ. Хуш еҫле сәскәне еҫкәү менән, рауза таждары асылды һәм мин үҙем дә ошондай сәскәгә әүерелдем, уның тамырҙарына еткәс, бер киҫәксә, өлөшкә әйләнеп, һеҙҙең йөрәккә еткәнемде һиҙҙем. Рухи көсөгөҙ аша 9 белем аңлауға ирештем. „Был яҡтылыҡ һәм белем Аллаһ тарафынан бүләк ителде, тик уның менән файҙаланырға тейеш түгелһең“, — тип өндәште бер ят тауыш. Ул миңә именлек теләп һаубуллашҡас, һын юҡҡа сыҡты».
   Шәйех Абдуллаһ «Йа Син сүрәһе — Ҡөрьәндең йөрәге, уны Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) шулай тип атаған. 9 пунктты белеүең шуның аша асыла. Уларҙың һәр береһе туғыҙ изге пәйғәмбәрҙең береһе ярҙамында еткерелә. Был кешенең эске көсө изге асҡысы, тик уларҙы файҙаланырға ярамай. Был Мәһди (ғ.с.) килгәндә һәм Ғайса (ғ.с.) ҡабаттан ҡайтҡанда һуңғы көндәрҙә генә асыла торған сер. Беҙҙең осрашыуға ризалыҡ, фатиха бирелде. Быны йөрәк түреңдә сер итеп һаҡла һәм бер кемгә лә һөйләмә», — тине.
   Шәйех Абдуллаһ үҙ ғүмерендә 20 тапҡыр (40 көндән биш йылға тиклем ваҡытҡа) кешеләр менән аралашмай, бер үҙе хәлүәт ҡыла. Дамаск, Иордания, Бағдад, күп тапҡырҙар Мәҙинәлә үткән хәлүәттәрҙә рухи көсө арта ғына.
   Шәйех Абдуллаһтың ҡунаҡтары араһында инглиз Джон Беннет булды. Үҙенең китаптарында ул шәйех Абдуллаһ менән осрашыуын ошолай һүрәтләй:
   "Шәйех мине йортоноң ҡыйығында ҡаршыланы. Йорт ҡаланың бейек урынында урынлашҡанлыҡтан, күҙ алдымда иҫ киткес матурлыҡ асылды, мин шунда уҡ үҙемдең яҡшы кеше эргәһендә икәнлегемде тойҙом.
   Минең төрөк телендә иркен аралашыуыма маҡтау һүҙҙәре әйткәс, ул бында ни өсөн апайымды килтермәүем тураһында һорап, шаҡ ҡатырҙы. Элизабет тураһында бер кемгә лә һөйләгәнем булмағас, мин тағы ла нығыраҡ аптыраным. «Һеҙ — мосолман, шунлыҡтан эргәгеҙгә сит ҡатын- ҡыҙҙы килтереү уңайһыҙлыҡ тыуҙырыр, тип уйланым», — тип фекерем менән уртаҡлаштым.
   "Йола һәм сикләүҙәр наҙандарҙы һаҡлау өсөн. Икенсе тапҡыр апайыңды мотлаҡ алып кил", — тине ул. Беҙ оҙаҡ ваҡыт һөйләшмәй ултырҙыҡ. Шәйех Абдуллаһ һөйләй башлағас, миңә татлы хыял донъяһынан сығыу ҡыйын булды. «Мин бөгөн кемдеңдер килерен һиҙҙем, көттөм, тик уның Һин икәнлегеңде белмәнем. Бер нисә төн элек фәрештә минең һиңә өс хәбәр еткерергә тейешлегемде әйтте. Һин Аллаһтан ҡатыныңды яҡлау һорағанһың, был үтәлде. Икенсеһе — һинең йортоңа бәйле. Һин Аллаһтан үҙ юлың буйынса барырғамы, әллә ҡалғандарға ҡушылырғамы, тип кәңәш һорағанһың. Үҙ-үҙеңә ышан, тине ул.
   Иң мөһиме — сираттағы хәбәр. Донъяла насарлыҡ күп икәнлеген белергә тейешһең. Кешеләр матди байлыҡҡа табына, Аллаһу Тәғәләгә буйһоноу теләге юҡҡа сыҡҡан. Хоҙай тәғәлә һәр ваҡыт ошонан сығыу өсөн үҙенең илсеһен ебәрә, бөгөн ул Ерҙә. Башта ул Көнбайышта пәйҙә булыр, уға ярҙамлашыр кешеләр әҙер, һин — шуларҙың береһе. Элекке һымаҡ хата ҡылмаһын өсөн илсе һинең илеңә, хатта йортоңа үҙе киләсәк. Икенсеһе, һин үтәй алмаған дини йола, бурыстарҙы атҡарасаҡ. Үҙ алдыңа „ләә иләәһә илләллааһ“ тип ҡабатла, тип кәңәш бирер инем».
   1973 йылда шәйех Абдуллаһ «Мине Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) саҡыра» — тине миңә. Мин уның янына барырға тейешмен. Һул күҙемә операция эшләткәс килергә ҡушты" — тине. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң шәйех Абдуллаһҡа операция эшләйҙәр, ошонан һуң ул ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмай башлай. Беҙҙең өгөт-нәсихәттәргә «Ул мине үҙенә саҡыра, йәшәгем килмәй, тиҙерәк Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) эргәһендә булғым килә», — тине. Васыят яҙғас «Киләһе йәкшәмбе мин китәм», — тип өҫтәне. Иҫәп буйынса был 1973 йылдың 30 сентябре (4-се рамаҙан) ине. Бөтәбеҙ ҙә ҡурҡып, 2 шәйехтең күрәҙәлеге тормошҡа ашыу-ашмауын көттөк. Йәкшәмбе сәғәт ундар тирәһендә ҡунаҡ бүлмәһендә йыйылдыҡ. Ул ҡан тамырын тотоп һанарға ҡушты. Йөрәге минутына 150 тапҡыр һуға ине. Аҙаҡтан шәйех «Әй, улым, был минең тормошомда һуңғы секундтар. Бөтәгеҙ ҙә бергә оло бүлмәгә барығыҙ», — тине. Шул саҡ бүлмәгә ике врач инде. Уның янында иң яҡындары ғына ҡалды. Ҡыҙының: «Атайым вафат булды!» — тип ҡысҡырыуы ишетелде. Врач шәйехтең йөрәгенә укол ҡаҙарға теләне, тик икенсеһе уны туҡтатып, уның 7 минут элек баҡыйлыҡҡа күсеүе хаҡында әйтте. Беренсеһе, шәйехтең йәнһеҙ кәүҙәһе тирәләй йүгереп, һаман да укол яһау мөһимлеген дәлилләне. Ҡапыл шәйех күҙҙәрен асып, ҡулын өҫкә күтәрҙе һәм төрөк телендә: «Етте!» — тине. Бөтәбеҙ ҙә һүҙһеҙ ҡалдыҡ, сөнки быға тиклем бер кемдең дә үлгәндәрҙең һөйләшкәнен ишеткәне юҡ ине.
   Бындай серле тылсым көсө менән Аллаһу Тәғәлә үҙ батшалығына сәйәхәт ҡылған изгеләрҙе генә бүләкләй. Яңылыҡ тиҙ арала Дамаск, Алеппо, Иордания, Бейрутҡа етте, төрлө тарафтан шәйех менән бәхилләшергә теләүселәр ағылды.
   Беҙ шәйехтең тәнен йыуҙыҡ, унан амбра, мускус, сандал еҫе аңҡый ине. Шәйехте ерләү шәйех Нәҙим килеп еткәс кенә атҡарыласаҡ, тигән хәбәр алдыҡ. Уның Г рецияла икәнлеген, бәйләнеш юҡлығын белә инек. Кисен шәйех Нәҙим бик тиҙ килеп етеүен күргәс, аптырап ҡалдыҡ. Ул бөтөн шарттарҙы үтәп, шәйех Абдуллаһты үҙе ерләне. Ошо уҡ төндә шәйех Нәҙим Бейрут аша Ҡаһирәгә кире осто.

                                                       Уның күҙаллауҙары
   Шәйех Абдуллаһтың күрәҙәлек һәләте булған — ул һис яңылышмай буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан әйткән.
Мәҫәлән, 1966 йылда Израил һәм ғәрәптәр араһында һуғыш ҡубып, ул ғәрәптәрҙең еңеүе менән тамамланасағы тураһында.
   Шулай уҡ шәйех ҡыҙы Мәдиә Бейрутта йорт һатып алырға булғас, бында күп ҡан ҡойоласағы, ҡаланы һуғыш уты ялмаясағы, емереклектәр буласағы тураһында әйтә. Был турала Абдуллаһ 1972 йылда белдерә, ә Бейрутта һуғыш 1975 йылда башлана.
   Вафаты алдынан «Мин һеҙҙе Ливияның төньяғында, Триполиҙа күрәм», — ти ул ҡыҙына. Ислам Англияға инәсәк, тип күрәҙәләй. Король ғаиләһе исламға ярҙам итәсәге, сөнки уларҙа ғәрәп ҡаны булыуы тураһында әйтә. Был иһә, рух үҫешенә этәргес көс булып, төрлө дини мәнфәғәткә ҡыҙыҡһыныу уятасағына ысын дәлил.
   Ул шулай уҡ Ҡытай, Мәһди (ғ.с.) һәм Ғайса (ғ.с.) осоронда иң юғары әүлиәләр исемлегенә инеп, бөйөк Әүлиә власы ҡанаты аҫтында булыуын алдан күрә.
   Уның исеме Абрур Рәүф әл-Ямаш. Уның тәьҫире аҫтында Ҡытай Көнбайыш менән ядро ҡоралын ҡулланмау тураһында килешеү төҙөйәсәк. Ул күп һанлы ваҡ илгә бүленәсәк. Алыҫ Көнсығыш, Корея ярымутрауында проблемалар барлыҡҡа килә, уны артабан үҫтермәү маҡсатында Бөйөк Көс тәьҫире ҡулланыласаҡ.
   Ғәрәп булмаған Яҡын Көнсығыш илдәре Фарсы ҡултығы районына һөжүм итәсәк, был бөтөн донъяның ҡара алтын килеүе туҡтауынан ҡурҡыуына килтерәсәк. Ул шулай уҡ «Ҡаһирә һыу аҫтында ҡаласаҡ», — ти. Һуңғараҡ урыҫтар иҫ китмәле күп һыу һыйырҙай Асуан плотинаһын төҙөй, яңыраҡ иһә уның нығытмаларын һыу ашауы асыҡлана. Кипр һыу аҫтында ҡалып, Бурса эргәһендә Олимп тауы барлыҡҡа киләсәге тураһында ла әйтә. Уның аҫтында ике элемент — газ һәм ут бар, улар әлегә тиклем айырым — әүлиәләр һәр ваҡыт ошо ике көстөң бергә ҡушылмауын теләп, доға ҡыла. Кире осраҡта был шартлауҙан йөҙәрләгән мең кеше зыян күрәсәк.
   Фарсы ҡултығы районында башланған һуғышҡа күп дәүләттәр ҡушыласаҡ. Европала Германия һәм Англия өҫтөнлөк итәсәк.
   Германияла Мәһди (ғ.с.) һәм Ғайса (ғ.с.) ҡалдырған әүлиә йәшәй, ул кешене рухилыҡҡа өйрәтәсәк, кешеләр араһында булһа ла, әлегә уның барлығын белмәйҙәр. 
   Израил һәм ғәрәптәр Америка ярҙамында ярашасаҡ — Рәсәй империяһы һәм коммунизм юҡҡа сығыуы — ошоға билдә. Ғәрәп илдәренең күбеһе Америкаға һыйынасаҡ. Ер йөҙөндәге көсөргәнеш яйлап юҡҡа сыға һәм тыныслыҡ урынлашасаҡ. Бөтәһе лә бәхетле буласаҡ. Ҡапыл күрше ил, Төркиәгә һөжүм итеп, һуғыш сығасаҡ. Был Төркиәлә урынлашҡан Америка хәрби базаларына хәүеф тыуҙыра, һәм емереклектәр, кеше ҡорбандарына килтерә. Тап ошо мәлдә Ергә Мәһди (ғ.с.) һәм Ғайса (ғ.с.) рухилыҡ, тыныслыҡ, дөрөҫлөк алып килә, кешеләрҙе иҙеү, террор, ҡурҡыу юҡҡа сығасаҡ.
   Бөйөк Аллаһ ҡөҙрәте ярҙамында Мәһди (ғ.с.) һәм Ғайса (ғ.с.) көсө менән Ерҙә тыныслыҡ, именлек урынлашасаҡ.
   Алтын Теҙмә (Силсилә) сере шәйех Мөхәммәд Нәҙим Әҙил әл-Кипруси әр-Раббани ән-Наҡшбәнди әл-Хаҡҡаниға күсә.
                             "Нәҡшбәндиә тәриҡәте суфыйҙары вазифалары", Рәфилә Сибәғәтуллина тәржемәһе