Салауат менән Балтас

                                               
                                            башкирские всадникиСалауат менән Балтас

   Урыҫ батшаһы башҡорттарҙың батыр, һуғышсан халыҡ икәңен белен, оло яу-фәлән сығып китһә, уларҙы яуға аты-ние менән саҡырыр булған.
   Бер заман прусактар менән һуғыш башланғас, башҡорттарҙы яу сабырға саҡырып батшанан фарман килгән. Күп ир-егеттәр менән атҡа атланып, Танып буйҙарынан Ҡыйғаҙы, Балтас тигән старшина, Йүрүҙән яҡтарынан Юлай батыр яуға киткән. Балтик диңгеҙе буйында дошманды ҡыйратҡас, батша башҡорт ғәскәрҙәрен йыйып алған да, башлыҡтарының теләгенә, хеҙмәтенә ҡарап, төрлө бүләк, чиндар биргән. Теләге буйынса Ҡыйғаҙы батыр ер-урман, Балтас— фәҡәт аҡса алған. Юлайға ер-һыу ҙа, миҙал да тейгән.
   Ҡолой Балтастың ере былай ҙа күп булған. Шулай ҙа, яуҙан ҡайтып күпмелер йәшәгәс, хәҙерге Илекәй ауылы яҡтарындағы урманлы-туғайлы, йылғалы, күлле ерҙәргә күҙе төшкән, шул ерҙәрҙе лә үҙенеке итергә ҡыҙыҡҡан.
   Ул заманда ошо яҡтарҙа Илекәй менән Дауыт исемле ике батыр йәшәгән икән. Был ике батыр әйткән: «Беҙҙең дә ул ерҙәргә күҙебеҙ ҡыҙа, тик уны әйтергә ҡыймай ғына йөрөнөк, — тигәндәр. — Улайһа, өс уҙаман, ил-йорт башы, йәрәбә һалайыҡ. Йәрәбә кемгә сыға, ер шуныҡы булыр».
   Ҡолой Балтас быға ризалашмаған, көрәшеп ҡарайыҡ, тигән. «Көрәштә кем өс тапҡыр еңә, ер шуныҡы булыр», — тип шарт ҡуйған. Ни өсөн тигәндә, Ҡолой теге батырҙарға ҡарағанда ла бәһлеүәнерәк икән. Ҡолойҙоң ауырлығы ғына ла туғыҙ боттан артығыраҡ булған.
Ни эшләмәк кәрәк, намыҫланған батырҙар Балтастың шартына күнгәндәр. Көрәш башланған. Башта Илекәй менән Дауыт көрәшкән. Илекәй еңгән. Шунан Балтас менән алыша башлаған. Башта Балтас Илекәйҙе ике тапҡыр йыҡҡан. Өсөнсө көндө Илекәй Балтасты, шул ғәләмәт дәү, ауыр әҙәмде, һелтәп ебәргән. Алыш тағы ҡыҙған. Балтас күпме сәмләнһә лә, Илекәйҙән еңелгән. Шулай итеп, Илекәй беренсе батыр булып сыҡҡан, әлеге бәхәсле ерҙәр уға тейгән. Хәҙерге Илекәй ауылы ана шул Илекәй батырҙан ҡалған.
   Ҡолой Балтас әлеге көрәштәге шарт буйынса хәҙерге Иҫке Балтас ауылы урынында нигеҙләнгән, Дауыт батырға хәҙерге Дауыт ауылы ерҙәре тейгән.
   Илекәй батыр, ни эшләптер, оҙаҡ йәшәй алмаған, ҡапыл ғына үлеп киткән. Үлер алдынан былай тигән: «Мин теге ваҡытта көрәшкәндә Балтас өҫтәмә төшөп күкрәгемде имгәтер тип ҡурҡып, башта ике тапҡыр еңелдем, аҙаҡ сәмләнеп, рәттән өс тапҡыр Балтасты еңдем. Шунда миңә көс төшкән кеүек ине. Үҙем сырхауымды хәрәм төшөүҙән күрәм. Мин Балтасты тубығым менән сала биреберәк йыҡтым. Шуның өсөн минең был хәрәм кергән кәүҙәмде хәләл ергә күммәгеҙ. Йылға аръяғына ситкә күмегеҙ», — тигән...
Илекәй батыр шулай итеп үҙе әйткән ергә, йылға аръяғына күмелгән. Ул ҡәберҙең урыны әле лә һаҡланған.
   Бер заманды Пугач яуы сығып киткән. Башҡорттар ике яры айырылған: берәүҙәре Пугач батша яҡлы, бәғзеләре Әбей батша яҡлы.
   Салауат менән атаһы Юлай етәкселегендә башҡорттар Пугачҡа ҡушылған.
   Ҡолой Балтас үҙе ҡурҡаҡ, үҙе хәйләкәр, хөсөт бер әҙәм булған. Башта ул, Әбей батша фарманы буйынса, уға кешеләр йыйып оҙатҡан. Үҙе, старшина кеше, теге-был һылтауҙар менән яуға бармай ҡала килгән. Пугач менән Салауат ғәскәрҙәре еңеп алып киткәс, ул оло шом-хафаға төшкән. Бер мәл ҡурҡып шымып ҡалған. Үҙен теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла артыҡ ҡыҫылмаҫ кеше итеп күрһәтергә тырышҡан. Аҫтан Пугач менән Салауат яҡлыларға ҡаршы шымсылыҡ алып барған.
   Ҡолой Балтас ҡурҡышынан күп байлығын, мал-мөлкәтен йәшереп бөткән: алтын-көмөш әйберҙәрен Ҡарыш йылғаһына һалған, тиҙәр.
   Бик ҡаты бер һуғыштан һуң, Салауат аҙ ҡалған ғәскәре менән Балтас яҡтарына килеп сыҡҡан. Ғәскәренә хәл алдырыу өсөн Нөркә ауылы янындағы һөҙәк тауға лагерь ҡорған. Килеп урынлашҡас та, Нөркәгә бер сапҡын ебәргән. Ауыл халҡы Салауат ғәскәрен хөрмәт менән ҡаршы алған. Шул кисте үк, мал-тыуар һуйып, һый-хөрмәт ойошторғандар. Быны ауылдың аҡһаҡалы Муса ҡарт башлап йөрөгән. Аҙаҡ ул Салауат менән бпк ныҡ дуҫлашып киткән.
   Тирә-яҡ ауыл халыҡтары ла Салауат ғәскәренә аҙыҡ-түлек ташыған, ғәскәр биргән. Нөркә ауылының көнсығышындағы бер яҫы ҡалҡыулыҡта, аты-ние, ҡорал, кейеме менән яуға килеп ҡушылған ир-егеттәрҙе Салауат үҙе ҡабул итеп Ҡөрьән үптереп, ант иттереп ғәскәр яһаған. Муса ҡарт та үҙенең еткән ике улын Салауат ғәскәренә ҡушҡан. «Ил-йортҡа, Салауатҡа намыҫ менән хеҙмәт итегеҙ», — тип яуға оҙатып ҡалған. Ана шул ғәскәр ҡабул итер тау моронон әле лә Прием тауы тип йөрөтәләр. Ошо тау янында соҡор-саҡырлы һаҙламыҡ урындар күп булған. Салауат үҙ ғәскәрен үткәрер өсөн шул һаҙ аша тупраҡтан күпер һалдыртҡан. Ул күперҙең эҙе әле лә ярылып ята. Салауат һыҙаны тиҙәр хәҙер ҙә уны.
Нөркә янында Салауат гәскоре байтаҡ ҡына ятҡан. Шунан 15—18 саҡрым ерҙә Әбей батша ғәскәре лагерь ҡорған. Ике арала бер-ике тапҡыр яу булын алған. Шул Әбей батша ғәскәре лагерь ҡорған ерҙе хәҙер Торлағыр, тиҙәр. Йәғни «торған лагерь» урыны тигән һүҙ. Унда ҙур ғына урҙарҙың эҙе лә бар: шул тирәнән, Нөркә тауы янынан, әле лә төрлө уҡ башаҡтары, һуғыш ҡоралдары табыла, тиҙәр.
   Шул 15—18 саҡрымлыҡ ике лагерь араһынан тауҙан-тауға уҡ менән атышҡандар. Уҡ-йәйәләре былай ғына булмаған уларҙың, йыуан ғына ҡарама йә муйылдан эшләнгән йәйә ҙур бағанаға беркетелгән, кереше ат эсәгенән яһалған булған. Бындай йәйәнең керешен ат менән тарттырып сирттереп ебәргәндәр, ти. Уғы ла уның үҙе оҙон, үҙе йыуан, етмәһә, ҡанатлы булған. Башағы ла ҙур булған.
   Салауат был яҡтарға килеп сыҡҡас, Ҡолой Балтасов Әбей батша ғәскәре менән Торлағырға ҡасҡан. Салауат асыуҙан Ҡолойҙон йорт-ҡураһын туҙҙырған, мал-мөлкәттәрен алған.
Салауат үҙ ғәскәрҙәре яулап алған ауыл-ҡалаларҙа йорт-ҡураларҙы яндырыуға ҡаршы булған. Мал-мөлкәтте тәләф итмәгән. Пугач батша ҡаҙнаһын байытыу хәстәрен күргән. Пугач үҙе Салауатҡа ҡаҙнаны аҡса, алтын, көмөш, мал менән байытыу тураһында өйрәткән, тиҙәр. Салауат Эҫем заводын яулап алғас, завод аҡаҡсаһын тинен дә әрәм-шәрәм итмәй мисәтләп алып, һаҡ менән Пугачевка оҙатҡан, ти.
   Пугачев ғәскәре Ҡазан яғына киткәс, Салауат етәкселекте үҙ ҡулына алған. Шунда ул дәүләт ҡаҙнаһын да үҙенә йыя башлаған. Ул алдағы яуҙарға әҙерләнер өсөн, ҡалған ҡаҙна аҡсаларын урманға ағас ҡыуыштарына йәшерткән.
   Күп йылдарҙан һуң, Илекәй ауылының Салих тигән бер кешеһе урманда бер йыуан ағас ҡыуышынан хазина табып, аҙаҡ бик байып киткән, тиҙәр. Ул байлыҡ шул Салауат хазинаһынан булған икән.
   Пугач менән Салауат яуы баҫтырылғас, Ҡолой Балтасов салауатсыларҙан яман үс алған. Бигерәк тә ул Салауат ғәскәренә ҡушылған мариҙарҙы ныҡ ҡыйратҡан, уларҙы ауылы-ауылы менән ситкә һөрҙөрткән. Салауат яҡлыларҙы батша ғәскәренә берәм-берәм тотоп бирешкән. Салауат тотолғас, уны яманлап, ҙур ғәйеп тағып өҫтөнән күп доностар биргән.
Шымсылығы, Салауат яуып баҫтырыуҙағы «хеҙмәттәре» өсөн Ҡолой Балтасовҡа Ырымбур губернаторы ҡылыс бүләк иткән. Алтын-көмөш йүгертелгән был ҡылысҡа бер аят яҙылғайны. Мин уны бәләкәйерәк саҡта Шәйхетдин бабайҙарҙа күргәнем бар ине.
   Ҡолой Балтасовҡа эт тиреһенә яҙылған бер ярлыҡ та бирелгән булған. Унда уға дворянлыҡ хаҡында, түләүҙән бушатылыу хаҡында яҙылған булған икән. Кемдер аҙаҡ Ҡолой Балтасовтың был эт тиреһенә яҙылған ярлығын урлап юҡ иткән. Шулай итеп, халыҡтың ҡанын көйҙөрөп, донос өсөн алынған тиреһе лә юҡҡа сыҡҡан.
   Тотҡондағы бығаулы Салауатты үҙе яу менән үткән урындарҙа ҡамсы менән һуҡтырып язалап йөрөткәндәр. Нөркә ауылына килгәс, башҡорт батыры Салауат хыянатсы Балтас менән яңынан осрашҡан. Балтас уға ғәйеп таҡҡан. Салауат ғорур рәүештә уларҙы кире ҡаҡҡан. Халыҡ та Балтас ғәйептәрен йөпләмәгән.

Башҡорт халыҡ ижады. Икенсе том.pdf ссылка //kitaptar.bashkort.org/files/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82%20%D1%85%D0%B0%D0%BB%D1%8B%D2%A1%20%D0%B8%D0%B6%D0%B0%D0%B4%D1%8B.%20%D0%98%D0%BA%D0%B5%D0%BD%D1%81%D0%B5%20%D1%82%D0%BE%D0%BC.pdf