Пәйғәмбәргә ﷺ бәйле төштәрҙән риүәйәттәр
     Мөхәммәд пәйғәмбәргә ﷺ бәйле булған төштәрҙән риүәйәттәр. Мөхәммәд ﷺ хәбәр биргәнсә, төштәр өс төрлөгә бүленә. Уларҙың бер иштәре Аллаһы Тәғәләнән, икенселәре шайтандан һәм өсөнсөләре донъя мәшәҡәтенә мауығып, шул хәл төшкә инеү осраҡтары. Аллаһ Тәғәләнән килгән төштәр күп осраҡта йә иһә хәйерле хәбәр бирә торған, киҫәтеү төштәре була. Аллаһ Сүбханә үә Тәғәлә, әҙәм балаларына шәфҡәтлелеген күрһәтеп, пәйғәмбәрлектең ҡырҡтан бер өлөшөн мосолмандар күргән төштәр аша ҡалдырған. Киләсәкте бер кеше лә белә алмай, әлбиттә. Әммә Аллаһ Тәғәлә булған белеменең бер өлөшөн яратҡан, һөйөклө бәндәләренә биреүе мөмкин. Төш аша, йә иһә күңелдәренә һөйөндөрөү, йә иһә Аллаһы биргән аҡыл менән кеше буласаҡты күҙәтә ала. Был – Аллаһы Тәғәләнең бүләге. Әйтеп киткәнсә, Аллаһы Тәғәлә төштәре барыһы ла хаҡ, улар бигерәк тә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ менән бәйле булһа. Кем дә кем уны төшөндә күргән, был бик ҙур ҡыуаныс, тимәк, әлеге кешене был донъяла ғына түгел, бәлки, ахирәттә лә яҡшылыҡ көтә. Шул уҡ ваҡытта Мөхәммәд ﷺ төштә ҡайһы бер кешеләрҙе тейешһеҙ хәлдәрҙән, гөнаһлы эштәрҙән, боҙоҡ ғәмәлдәрҙән, һүҙҙәрҙән киҫәтә лә ала. Мәкерле Иблис төшкә башҡа кешеләр ҡиәфәтендә инә алһа ла, пәйғәмбәр булып инә алмай. Ә шайтандан килгән төштәр боҙоҡлоҡҡа, насарлыҡҡа өндәй.                                     

                                         Ибраһим пәйғәмбәр төшө.
     Ибраһим ғәләйһис-сәләм төш күрҙе, төшөндә үҙенең яҡын булған ғәзиз балаһын, ете йәшенә еткән Исмәғилде ҡорбан итеп салырға тейешлеген аңланы. Өсөнсө мәртәбә ошо халәтте төшөндә күргәс, «Йә, Аллаһы, был төшөмдә Аллаһы Тәғәлә ошо сабый баламды, күҙ нурымды, йөрәк емешемде һуйырға бойора икән», — тип, Хаҡ Тәғәләгә биргән вәғәҙәһен иҫенә төшөрҙө. Олоғайған көндәрендә Аллаһы Тәғәлә уға ир бала насип итә. Уның: «Әй, Раббым, хәйерле бала насип итһәң ине, ул Хаҡ Тәғәләгә изге эш ҡылыусы бала булһа, уны Һиңә бағышлар инем», — тигән һүҙҙәре иҫенә төштө. Төштәрендә, ҡараңғы төн урталарында, үҙ балаһын үҙе һуйғанын күреп, тетрәнеп уянды. Әстәғифирулла, кем үҙенең яңғыҙ бер сабыйын һуйһын ти? Йә, Рабби, ниндәй ата йә ниндәй әсә үҙ балаһын салһын ти? Хайуан да үҙ балаһына тояғы менән дә баҫмай. Йыртҡыс хайуандар ҙа үҙ балаларына ла эскерһеҙ-ихлас мөнәсәбәттә. Был балаһын нишләтер икән тип, Аллаһы Тәғәлә Ибраһим ғәләйһис-сәләмде һынаны. Ысынын да, Аллаһы Тәғәләгә кескенә генә йән эйәһен дә юҡҡа сығарыу кәрәк түгел!
     Ибраһим ғәләйһис-сәләм Мәккә ерҙәренә килгәс, улы Исмәғилде һәм Һәжәрҙе ҡосаҡлап, бик йылы күреште. Улы Исмәғилгә кейенергә ҡушты, Һәжәр әсә уны кейендереште, өҫтөнә хушбуй һипте, сәстәрен тарап үрҙе. Йәнәһе, Ибраһим ғәләйһис-сәлләмдең яҡында йәшәүсе дуҫына ҡунаҡҡа баралар, саф һауа һулайҙар — хозурлыҡ кисерәләр. Ибраһим ғәләйһис-сәләм берҙән-бер улын Мина тауына ҡорбан итеп салырға алып бара. Исмәғил ғәләйһис-сәләм күҙенә Иблис ләғин күренә, ул Ибраһим ғәләйһис-сәлләмдең ҡулындағы бауға һәм үткер бысаҡҡа ишара ҡылып: «Йә, Исмәғил, күрмәйһеңме атайыңдың ҡулында бау һәм үткер бысаҡ, ул һине һуйырға алып бара!» — тине. Исмәғил ғәләйһис-сәләм өс таш алып шайтанға атты. Барыуҙарын дауам иттеләр. Ҡәһәр һуҡҡан Иблис йәнә шуны ҡабатланы. Исмәғил ғәләйһис-сәләм тағы өс таш атты, шул рәүештә өс тапҡыр ҡабатланды. Мина тауына барып еткәс, Ибраһим ғәләйһис-сәләм күҙ йәштәрен ағыҙып әйтте: «Әй, йөрәк емешем, мин Хаҡ Тәғәләнән һине ҡорбан салырға бойоролдом», — тип, үҙенең төшөндә ни күргәнен улына һөйләп бирҙе. Исмәғил ғәләйһис-сәләм атаһына: «Йә, атам, аяҡ-ҡулдарымды бәйләмә, салған ваҡытта һин мине йәлләмә, күҙҙәремә ҡарама, күҙҙәремә ҡараһаң, салырға ҡулың бармаҫ, Аллаһы Тәғәләгә биргән вәғәҙәң үтәлмәҫ», — тине.
     Ибраһим ғәләйһис-сәләм салырға тип ҡулына бысаҡты алғас, Аллаһы Тәғәләнең мөғжизаһе менән, күктән: «Аллааһү әкбәр»,—тигән тауыш ишеттеләр, баштарын күтәреп ҡараһалар, Джәбраил фәрештәне ҡулына ҡашҡа тәкә күтәреп төшкәнен күрҙеләр. Ибраһим ғәләйһис-сәләм: «Ләә иләәһә илләллааһү, Аллааһү әкбәр», — тине. Исмәғил ғәләйһи-сәләм: «Аллааһү әкбәр үә лилләәһи хәмдү», — тине. Джәбраил ғәләйһис-сәләм: «Икегеҙ ҙә Аллаһы Тәғәләнең ауыр һынауын үттегеҙ, был ҡашҡа тәкәне Аллаһы Тәғәлә ҡорбан итеп салырға бойорҙо», — тине.
     Был ауыр һынауҙы үткәндән һуң Хаҡ Тәғәлә Ибраһим ғәләйһис-сәләмде Хәлиуллаһ тип атаны, йәғни ул Аллаһының дуҫы, һөйөклөһө булды. («Әс-Саффәт» сүрәһенең 102-111-се аяттар).

                            Пәйғәмбәрҙәрҙең төштәре раҫ килә, ти, төш юрау мөғжизәгә инәме?
     Төштө дөрөҫ юрау Аллаһының мөғжизәһенә инә. Мәҫәлән, боронғо Кинган сахраһында йәшәүсе Йәғҡуб пәйғәмбәрҙең ун ике улы бар ине. Уларҙың өлкәндәре инде буй еткән, өйләнгән. Әммә шулай ҙа улар бергә йәшәйҙәр, уртаҡ хужалыҡ алып баралар ине. Ун өлкән улы далала ошо ҡәүемдең көтөүен көтәләр, бәләкәй улдары Бениәмин менән Йософ аталары янында тора. Йәғҡуб ғәләйһис-сәләм иң бәләкәй улы Йософты барыһынанда артыҡ һөйә ине. Йософ иҫ киткес матур, һөйкөмлө, зирәк, нескә күңелле бала ине.
     Йософ бер көндө иҫ хикмәтле төш күрә, уянғас, быға ғәжәпләнеп, атаһынан әлеге төшөн аңлатма ҡылыуын, йәғни юрауын һорай. Был турала Ҡөръән-Кәримдең «Йософ» сүрәһе, 4 се аятында Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Иҙ ҡаалә Йүүсүфү ли'әбииһи йәә әбәти иннии ра'әйтү әхәдә ғәшәра кәүкәбәү-үәшшәмсә үәл-ҡамәра ра'әйтүһүм лии сәәджидиин», йәғни «Йософ атаһына әйтте: «Атай, мин төшөмдә күрҙем: ун бер йондоҙ һәм ай менән ҡояш көлөп миңә сәждә ҡылдылар».
     Атаһы әйтте: «Эй, улым, һин төшөңдө ағайҙарыңа һөйләмә! Әгәр уларға һөйләһәң, хөсөтләнеп, һине һәләк итер өсөн хәйлә ҡорорҙар, сөнки шайтан әҙәмдәргә асыҡ дошман, ағаларыңды хәйләгә ҡотортор. Аллаһы Тәғәлә һиңә яҡшы урын күрһәткән, һине Үҙенең пәйғәмбәре итеп һайлайҙыр һәм һиңә тәғбирҙе өйрәтәлер».
     Атаһы менән улының был һөйләшеүен оло улдарының береһе тыңлап тора һәм башҡа туғандарына еткерә. Күңелдәренә көнсөллөк уты ҡабынған ағалары, шайтан вәсүәсәһе менән, Йософтан үс алыу ниәтенә керештеләр. Аталарына вәғәҙәләр биреп, Йософты сахраға алып сығып, төрлөсә йәберләнеләр, күлмәген һалдырып, ҡойоға ташланылар. Ҡойо төбөндәге таштарға имгәнмәһен өсөн, Джәбраил фәрештә, ҡанатын йәйеп, уны аҡрын ғына таш өҫтөнә төшөрөп ҡуя һәм ҡойо төбөн йылан, саяндарҙан арындыра. Шул ваҡыт Аллаһы Тәғәлә Джәбраил ғәләйһис- сәләм аша Йософ ғәләйһис-сәләмгә вәхи иңдерә: «Йософ» сүрәһе, 15 се аят: «Уны алып китеп, ҡойо төбөнә ташларға ҡарар ҡылғандан һуң, Беҙ Йософҡа вәхи ҡылдыҡ: «Был яфаларҙан, һис шикһеҙ, бер көндө ҡотолорһың һәм һиңә ҡылған яуызлыҡтарын үҙҙәренә һөйләрһең», — тип, ләкин ағалары Йософҡа вәхи ҡалғаныбыҙҙы һиҙмәнеләр».
     Йософ ғәләйһис-сәләм өс көн ҡойо төбөндә торғандан һуң, юлда туҡтаған карауансыларҙың һыу алырға тип төшөргән биҙрәһенә йәбешеп сыҡты. Әммә йыраҡ түгел генә ерҙә көтөү көткән туғандары килеп: «Ул беҙҙең ҡасҡан ҡолобоҙ», — тип, уны карауан хужаһына арзан ғына хаҡҡа һатып ебәрҙеләр. Мысырҙан уны батшаның хазинаһысы Ғәзизгә бик ҙур хаҡҡа һатып ебәрҙеләр. Ғәзиздең ҡатыны Зөләйха уға ғашиҡ булды һәм әйтте: «Әгәр мин әмер иткәнде эшләмәһәң, йәғни минең менән яҡынлыҡ ҡылмаһаң, мин һине зинданға һалдырырмын, хурлыҡҡа төшкән бәндәләрҙән булырһың»,—тине. Йософ ғәләйһис-сәләм: «Эй, Раббым! Мине саҡырған зинаға ҡарағанда зиндан яҡшыраҡ, әгәр был ҡатындың хәйләһенән ҡотҡармаһаң, мин уларға эйәреүселәрҙән булырмын», — тип доға ҡылды. Доғаһы ҡабул булды. Уны зинданға яптылар. Зинданға уның менән бергә ике егет тә ултырҙы. Береһе — иҫерткес эсемлек яһаусы, икенсе — икмәксе ине. Улар төш күрҙеләр. Уларҙың береһе әйтте: «Мин төшөмдә хәмер сыҡҡанымды күрҙем». Икенсе әйтте: «Мин төшөмдә икмәк күтәреп йөрөгәнемде күрҙем, ул күтәргән икмәгемде ҡоштар ашай, имеш. Әй, Йософ, ул төштөң тәғбире нисек, беҙгә һөйләп бирсе? Беҙ һине яҡшы кеше тип беләбеҙ».
     Йософ әйтте: «Төшөгөҙҙө юрағанса, мин һеҙгә иман кәлимәләрен өйрәтергә тейешмен: «Әшһәдү әлләә иләәһә илләллаһ», йәғни: «Ысын күңелемдән гуаһлыҡ бирәмен, ысынын да, бер Аллаһынан башҡа илаһ юҡтыр». Улар иман кәлимәләрен ҡабатланылар, йәғни иман килтерҙеләр. Шунан һуң Йософ әйтте: «Эй, зиндандағы ике иптәшем, ә төшөгөҙҙө аңлатма ҡылам: берегеҙ бынан сығып бынан элекке урынында хәмер яһаусы булыр, ә икенсегеҙҙе аҫып ҡуялар һәм уның башын ҡоштар ашарҙар, барыһы ла мин юрағанса булыр, сөнки төш юрау мөғжизәһен миңә Хаҡ Тәғәлә өйрәтте», — тине.
     Йософ ғәләйһис-сәләм әйткәненсә, икмәксене аҫалар, хәмер яһаусы иһә үҙ урынында эшләй башлай. Хәмерсегә Йософ ғәләйһис-сәләм әйтә: «Зиндандан сыҡҡас, падишаһҡа минең нахаҡҡа ултырыуымды һөйлә, мине сығарһын». Әммә ҡәһәр һуҡҡан иблис егеткә быны оноттора, йәнә Йософ ғәләйһис-сәләм йылдар буйы зинданда ҡала.
     Мысыр падишаһы төндәрҙең береһендә серле төш күрә: имеш, ул йылға ярында ултыра, ә унан ете һимеҙ һыйыр һәм улар артынан ете ябыҡ һыйыр сыға. Шунан ете һимеҙ һыйырҙы ете ябыҡ һыйыр ашай. Падишаһ бик ҡурҡып уяна. Бер аҙ тынысланғас, ул тағы ла йоҡоға китә һәм төшөндә ете йәшел башаҡ, ете ҡороған башаҡ күрә. Ҡороған башаҡтар йәшел башаҡтарҙы ашап бөтөрә. Бик ҡаты ҡурҡып падишаһ икенсе тапҡыр уяна.
     Иртә менән падишаһ бөтә һарай әһелдәрен йыя һәм төшөндә күргәндәрен һөйләй. Әммә берәү ҙә уның был хикмәтле төшөн юрай алмай. Шул саҡта хәмерсе төштәрҙе бик дөрөҫ юраусы Йософ тураһында иҫенә төшөрә. Падишаһ уны зинданға Йософ ғәләйһис-сәләм менән ебәрә. Төштө һөйләгәс, Йософ ғәләйһис-сәләм әйтә: «Ете йыл бер-бер артлы иген сәсегеҙ, ете йылда яҡшы уңыш булыр, алған уңышты һуҡмайынса башағы һәм һаламы менән кәбәндә һаҡлағыҙ, үҙегеҙгә ашарға етерлек кенә һуғырһығыҙ. Бынан һуң ете йыл аслыҡ килер, ете йылда йыйған игендәрегеҙ ете аслыҡ йылдарында ашалып бөтөр, тик орлоҡ өсөн һаҡлаған игендәрегеҙ ҡалыр. Аслыҡ йылдарҙан һуң бер йыл килер, ул йылда ямғырҙар яуыр, игендәр һәм емештәр үҫер, һәр йәһәттән муллыҡ булыр».
     Падишаһ, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғәжәпкә ҡалды һәм Аллаһының рәхмәте менән әйтте: «Килтерегеҙ миңә ул Йософты, мин уны игенсе эштәренә хужа итеп ҡуям».
Муллыҡта йәшәү йылдары уҙып, аслыҡ йылдары башланғас, Йософ ғәләйһис-сәләмдең ағалары Кингән ҡалаһынан ашлыҡ алырға һорар өсөн Йософ ғәләйһис-сәләм эргәһенә килделәр. Йософ ғәләйһис-сәләм уларҙы таныны, ағалары иһә уны таныманылар...
     Йософ ғәләйһис-сәләмдең күңеле нескәрҙе һәм ул үҙен танытырға теләп әйтте: «Хәтерегеҙҙәме, Йософҡа һәм уның ҡәрҙәше Бинйәмингә элек ниҙәр ҡылдығыҙ?» Ҡәрҙәштәре ғәжәпләнеп һәм ҡурҡып әйттеләр: «Һин әллә беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ Йософмы?» Йософ ғәләйһис- сәләм уларҙың күҙҙәренә тура ҡарап әйтте: «Эйе, мин һеҙҙең ҡәрҙәшегеҙ Йософмын, дөрөҫөн әйткәндә, Аллаһы Тәғәлә тәҡүәлегем өсөн оло ниғмәт һәм дәрәжәләр бирҙе». Ағалары әйттеләр: «Әй, ҡәрҙәшебеҙ Йософ, һис шикһеҙ, Хаҡ Тәғәлә һине беҙгә ихтыярлы һәм баш ҡылды, һин күргән төш, йәғни ун бер йондоҙ һәм ай менән ҡояш көлөп миңә сәждә ҡылдылар, тигәнең Хоҙай рәхмәте менән дөрөҫ булып сыҡты. Беҙҙең хаталаныуыбыҙ өсөн беҙгә ниндәй яза ҡылаһың?» — тип уның аяғына йығылдылар.
     Йософ ғәләйһис-сәләм: «Бөгөн минең һөйөнөслө көнөм, һеҙҙе ғәйепләп, яза ҡылырға һис тә ниәтем юҡ. Ҡылған гонаһларығыҙҙы Аллаһы Тәғәлә Үҙе ярлыҡаһын, Ул бик шәфҡәтле һәм мәрхәмәтле! Ҡәрҙәштәрем! Хәҙер инде һеҙ хаҡиҡәтте белдегеҙ, Кәнғанға ҡайтып, атабыҙ Йәғҡуб пәйғәмбәрҙе һәм бөтә йәмәғәтегеҙҙе йыйып, Мысырға минем хозурыма килегеҙ!» — тине.
     Йософ ғәләйһис-сәләм Аллаһы Тәғәләнең уға өйрәткән төш юрау мөғжизәһе менән зиндандан ҡотолды. «Йософ» сүрәһе, 101-се аятта: «Эй, Раббым! Һин миңа Үҙеңдең мөлкәтендән Мысыр байлығын бирҙең һәм төштәр юрау мөғжизәһен өйрәттең. Эй, Раббым! Һин күктәрҙе һәм ерҙе яратыусы, донъя һәм ахирәттә Һин миңә ярҙамсыһын, йә, Рабби, мосолман хәлемдә йәнемде ал, мине изге бәндәләр менән бергә ҡыл».
     Атаһы Йәғҡуб пәйғәмбәр вафат булғас, Йософ ғәләйһис — сәләм Мысырҙан 54 йыл игенселек менән идара итә. Ул идара иткәндә Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән илдә гел муллыҡ булды. Ә бер аҙҙан әжәле яҡынлашыуын белеп, үрҙә күрһәтелгән аят-доғаны уҡыны.

     Бер риүәйәттә шулай хикәйәнәлә: Мәһди хәлифә бер киске йоҡоһонан бик ҡурҡып уянды ла, һаҡсыһын саҡырып әйтте: «Тиҙерәк бар, зинданда бер хөрмәтле кеше барҙыр, уны зиндандан сығарып, ошо мең алтынды уға тапшыр һәм түбәнселек менән һора, ихтыярың бында хәлифә янында ҡалыумы йәки үҙең теләгән ергә китеүме?» — тип, зинданға ебәрҙе.
     Хәлифәнең һаҡсыһы зинданға барып, ул хөрмәткә лайыҡлы кешене күрҙе: тамам кибеп, һарғайып бөрөшкән, уны зиндандан сығарып, мең алтынды уға тапшыра һәм хәлифә әйткән һүҙҙәрҙе еткерә. Быға яуап итеп, тотҡон үҙенең тыуған ҡалаһына китергә теләне. Һаҡсы ат әҙерләп, ул кешене атҡа мендереште лә һәм һораны: «Әй, әҙәм, хәлифә хәҙрәттәренең һине азат иткәненә ниндәй сәбәп икәнен белдеңме?»—тип һораны. Был кеше: «Валлаһи, был кистә төшөмдә Рәсүл Әкрам салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмде күрҙем дә ул миңә әйтте: «Эй, мосолман, һиңә насарлыҡ ҡылдылармы?» — тине. Мин: «Әйе, йә, Рәсүлуллаһ саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм», — тинем. Рәсүлуллаһ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Тор, тәйәммүм менән ике рәкәғәт намаҙ уҡы һәм намаҙҙан һуң ошо доғаны уҡы», — тип бер доға өйрәтте. Мин дәхи Рәсүлуллаһ саллаллаһу ғәләйһи сәлләм әйткәнсә ике рәҡәғәт намаҙ һәм ул өйрәткән доғаны уҡыным, шул ваҡыт ишек асылып, һин мине саҡырҙың», — тине.
     Хәлифәнең һаҡсыһы хәлифәгә килеп, ниҙәр булғанын һөйләне. Хәлифә әйтте: «Ул кеше дөрөҫ әйтә, мин кисә төшөмдә күрҙем шуны, бер ҡулына тимер суҡмар алып, бер зинже (негр) килеп сығып, миңә һөжүм итте һәм ҡаты тауыш менән: «Тиҙ бул, шул хөрмәтле кешене зиндандан сығар, юғиһә ошо суҡмар менән һуғып, һәләк юҡ итермен», — тине. Йоҡомдан ҡурҡып уяндым, унан һуң уны зиндандан сығармай тороп, күҙемә йоҡо кермәне», —тине.

     Төштөң хаҡ булыуы хаҡында тағы бер хикәйәт: Мансур хәлифәнең бәгзе бер яҡындары әйттеләр: «Бер кисәлә хәлифә хәҙрәттәренең хозурында инек. Хәлифә беҙгә: «Һеҙ берәр сәғәт ултырып тороғоҙ, күҙемә йоҡо төштө, мин аҙ ғына булһа ла ятып алайым», — тип, хәлифә йоҡларға ятты, бер ни тиклем йоҡлағандан һуң уянды ла әйтте: «Тиҙ генә зинданға барығыз, унда Әхмәт исемле дөйәләр һатыусы булыр, уны тиҙ арала хозурыма килтерегеҙ!». Уны алып килделәр. Хәлифә: «Әй, Әхмәт, ниндәй ваҡыттан бирле зиндандаһың?» — тип һораны. Дөйә һатыусы: «Ярты йылдыр инде, зиндандамың», — тине. Хәлифә һорауын дауам итеп: «Ни сәбәпле эләктең унда?» Әхмәт әйтте: «Мин бер дөйәсе инем, ҡала ал тороуы ауыр булғас, дөйәмде алып, икенсе ҡалаға барғанда, юлда шуға осраным: юлбаҫарҙың ғәйептәрен тикшереү өсөн Мәүәсилдән ун кешене алып баралар ине. Тотҡон әҙәмдәрҙән береһе һаҡсыларға ришүәт бирҙе, уны иреккә ебәреп, уның урынына мине тотоп килтерҙеләр һәм дөйәмде алдылар, юлбаҫарҙар менән бергә зинданға яптылар. Уларҙың бәғзеһе ҡотолоп сыҡты, бәғзеһе вафат булды, мин бер яңғыҙым ҡалдым. Зинһар, Аллаһы хаҡы өсөн, мине азат итегеҙ, минең бер ғәйебем дә юҡ, мин был ҡазыйға ла әйтеп ҡараным, файҙаһы булманы. Ошо кистә күҙ йәшемде ағыҙып, хәҙрәти Рәсүл Әкрам салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә нияз ҡылып, доға менән мәшғүл булып ултырғанда, зиндан ишеге асылып, мине һеҙҙең хозурға килтерҙеләр», — тине. Хәлифә әйтте: «Дөрөҫ әйттең», — тине һәм азат итеп биш йөҙ алтын бирҙе һәм шунан яҡындарынан һораны: «Былай эшләүемдең сәбәбе нимәлә икәнен беләһегеҙме?» Ярандары: «Юҡ, белмәйбеҙ, әмирел-мөьминин, бының асылын аңлатып бирегеҙ», — тинеләр. Хәлифә: «Бөгөн төндә йоҡомда хәҙрәти Рәсүл салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмде күрҙем, ул миңә зинданда ғәйепһеҙ ултырыусы Әхмәтте зиндандан сығарып, хөрмәт-ихсан ҡыл, тип бойорҙо», — тине.

     Ҡайһы бер төштәр Рахмани, ә ҡайһы бер төштәр шайтани була, тиҙәр. Быны нисек аңларға?
     Бындай хикәйәт һөйләнә. Шәйех Сәғид Әбелхәйер раҙыйаллаһу ғәнһе ҡартлыҡ дәрәжәһенә етте. Хатта түшәккә ултырырға хәле ҡалманы. Уның 400 мөриде бар ине, улар уны яҫтығы менән ҡабыҡҡа һалып, урындан урынға йөрөттөләр. Мөридтәренән бер бик ҡеүәтле үә тәҡүәле мөриде бар ине. Яңғыҙы шәйехте иңбашына күтәреп, Тус ҡалаһынан Нисабур ҡалаһына илтте. Ярлы уҡыусы ине. Иңбашы яланғас килеш, ялан аяҡ китте. Юлда туҡтап ял иткәндә, мөридтәренең береһе төшөндә: «Ауырлыҡтан үә ҡояш эҫелегенән иңбашын ҡаплар өсөн хөлләңде сисеп был мөридкә бир»,—тигән тауыш ишетеп уянып китте. Яңынан ятты, йәнә төш күрҙе, төшөндә: «Бирмә хөлләнде, үҙеңә кәрәк булыр», —тигән тауыш ишетте, уянғас хөлләһен бирмәне, юлды дауам иттеләр. Йәнә ялға туҡтағас, теге мөридкә йәнә төш керҙе, төшөндә: «Әгәр был бисара шәкерткә хөлләңде һалып бирһәң, ҡиәмәт көндө Аллаһы Тәғәлә һиңә яңы хөллә биреп, йәннәтенә индерер»,—тигән тауыш ишетте. Башҡалар йоҡлай ине, был мөрид яңынан төш күрҙе, төшөндә: «Юҡ, хөлләңде бирмә, үҙеңә хәжәт булғанда ҡайҙан алырһың?» — тигән ауазға уянып китте үә хөлләһен ярлы шәкерткә бирмәне.
     Унан һуң көндәрҙән бер көндө был хөллә эйәһе шәйехтән һораны: «Йә, шәйех, Аллаһы Тәғәлә төштә ауаз булып инә аламы?» Шәйех ғилем эйәһе ине, әйтте: «Әй, фәлән, күрҙең бит, Аллаһы Тәғәлә һиңә ике мәртәбә хөлләңде һалып бирергә әмер итте. Әммә һин шайтан вәсвәсәһенә бирелеп, бик ҙур әжер-сауаптан мәхрүм булдың».
     Ҡайһы бер бәндәләрҙең төшөндә күргәне уяу саҡ өсөн хәбәр була. Быға Рахмани төш, тиҙәр. Күргәнебеҙсә, шайтани төш тә була икән.
                               Исламда хикәйәттәр, риүәйәттәр, мөғжизәләр һәм ҡиссалар китабынан.