Иҫәнгилде ағинәйе
Иҫәнгилде ағинәйе, Зәйнулла ишан ҡомартҡыһын һаҡлай
Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе, быйыл 80 йәшен тултырыусы Бөртөкбикә Ғиниәтулла ҡыҙы Ғәлина менән осрашыуға яңыраҡ Баймаҡ үҙәкләштерелгән район китапханаһы һәм райондың «Ағинәйҙәр» клубы берлектә үткәргән «Өләсәй, әсәй, ейәнсәр»тигән сара-конкурс сәбәпсе булды. Ошо байрамда Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәүсе ҡыҙы һәм ейәнсәре менән ҡатнашыусы Бөртөкбикә инәй хәтеребеҙҙә ныҡ һаҡланып ҡалды. Ул үҙенең ейәнсәренә Зәйнулла ишан Рәсүлевтың олатаһына бүләк иткән хаж таяғын тоттороп, залдағыларға мөнәжәт уҡыны, вәғәз әйтте, үҙенсәлекле итеп сәңгелдәк йырын көйләп ишеттерҙе. Был хаҡта беҙ гәзитебеҙҙең 18-се һанында яҙып сыҡҡайныҡ.
Башҡорт халҡының рухи короле Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә бәйле мәҡәләләр беҙҙең гәзиттә күп баҫыла килде. Әммә Зәйнулла ишандың ҡулы ҡағылған әйбергә бәйле был яңылыҡ беҙҙең өсөн көтөлмәгән асыш булды.
Бөртөкбикә инәй менән яҡынданыраҡ аралашыр-танышыр-белешер өсөн, күп тә үтмәҫтән, Баймаҡ район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Сәрүәр Иҙелбаева һәм Фәриҙә Иҙрисова менән Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылына юлландыҡ. Инәйебеҙ беҙҙе күптән көткән ҡунаҡтары күреп, ҡыуанып ҡаршы алды. Һигеҙенсе тиҫтәне тултырыуға ҡарамаҫтан, Бөртөкбикә инәй беҙ көткәндән зирәгерәк, етеҙерәк, тарихты күп белеүсе, белгәнен матур итеп һөйләп биреүсе, кәрәк саҡта — мәрәкәсел, кәрәк саҡта кинәйәле һәм етди һүҙ атҡарыусы, аҡ яулыҡлы, аҡ тешле ағинәй булып сыҡты. Ул үҙе хаҡында беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне. Уның үҙенсәлекле лөғәтен һаҡларға тырыштыҡ.
Бөртөкбикә ҡартәсәйем
Беҙ — Бөрйән ырыуы башҡорттарыбыҙ. Беҙҙең ауылға хәҙерге Баймаҡ районының Ислам ауылынан күсеп килгән кешеләр нигеҙ һалған. Ислам ауылында йәшәгән Күҫәк ҡарттың бер өйөр йылҡыһы бер мәл ялан яғына китә. Өйөрө артынан «Өйөрөм ҡайҙа туҡтаһа, шунда маҡам ҡорормон», ти ҙә, Күҫәк ҡарт үҙе лә ғаиләһе менән өйөрө артынан ҡуҙғала. Шулай итеп, улар ошо беҙҙең ауыл урынында йылҡы өйөрө туҡталып ҡалған ерҙә төпләнә. Килеүҙәренә улдары тыуа, уға Ҡунаккол тип исем ҡушалар. Ауылдың тәүге исеме лә Ҡунаҡҡол. Ҡунаҡҡолдан Иҫәнгилде, Иҫәнгилденән Айытбай менән Мөхәмәҙиә тыуа. Беҙ Мөхәмәҙиәнән киткәнбеҙ. Мөхәмәҙиәнең улы — Сәғиҙулла, Сәғиҙулланың улы — минең атайым Ғиниәтулла. Иҫәнгилде ҡартатайым Рус-төрөк һуғышында ҡатнашып, Бөртөкбикә исемле үҙе һылыу, үҙе сая төрөк ҡыҙын кәләшлеккә алып ҡайта. «Иҫәнгилде улым яуҙан иҫән-һау ҡайтһа, уның исемен ауылға бирәм», тип әйтеү әйтеп көткән Ҡунаҡҡол, улы ҡайтҡас, ауылға Иҫәнгилде исемен бирҙертә. Бөр- төкбикә ҡартәсәйем һыбай йөрөүгә бик әүәҫ булып, бик йыш ҡына һунарға сыҡҡан. Бер мәл уны һунарҙа йөрөгән мәлендә ҡаҙаҡтар урлап алып китә. Юлда барғанда ҡартәсәйебеҙ Өлкәр йондоҙона ҡарап бара, йондоҙ уның уң яғында була. Уны көслөк менән бер ҡаҙаҡҡа дүртенсе ҡатынлыҡҡа биргәндәр. Ҡасмаһын өсөн табанын ярып, ҡыл һалғандар.
Унда ҡартәсәйебеҙ 4-5 йыл йәшәгән, тиҙәр. Теге ҡаҙаҡ бишенсе ҡатыны менән ҡушылған төндә ул алдан әҙерләп ҡуйған атына менеп ҡаса. Ҡасҡанын һиҙеп ҡалған ҡаҙаҡтар уның артынан ҡыуа төшә. Ҡартәсәйебеҙ был юлы инде Өлкәр йондоҙон һул яғына ҡалдырып, Уралтау яғына елдерә. Яйыҡ йылғаһының шарлап ташып ятҡан сағы була. Ҡасып барыусы атының бауырлығын сисеп, йылғаны йөҙҙөрөп сыға. Ҡаҙаҡтар шул көйө һыуға төшә. Уларҙың ярһыуҙан тындары ҡыҫылып өҙлөккән менгеләре һыуға төшә тора, бата тора. Ошо ерҙә ҡарсәйебеҙҙең ат менеү тәртип-йолаһын яҡшы белеүе ҡотҡара.
Ҡартәсәйебеҙ арманһыҙ булып, Иҫәнгилде ауылы янындағы Ишегалтауға килеп йығыла. Иҫәнгилде ҡартатай балалары менән уның янына тауға менә. Балалары: «Атай, әсәйебеҙ ҡаҙаҡ менән йәшәгәс, әйҙә, өйгә ҡайтмаһын, беҙ яңы Алмабикә әсәйгә (уның хаҡында алдараҡ) өйрәндек инде», — тигән белдереү яһай. Шул саҡта ғына Иҫәнгилде ҡартатайым уларҙың әсәләрен алыҫтағы Төрөк иленән алып ҡайтыуы, шуға күрә Бөртөкбикәнең иле һәм туғандары алдында мәрхәмәтһеҙ булып ҡалырға теләмәүе тураһында белдерә. Бөртөкбикә ҡартәсәйем, шулай итеп, байтаҡ ҡына ваҡыттан һуң иренең йортона ҡайта. Әммә оҙаҡ йәшәй алмай ул. Тән йәрәхәтенән бигерәк, йән йәрәхәтенән һарыға һабышып, донъя ҡуя. Көслөк менән ҡаҙаҡта ҡатын булып йәшәргә мәжбүр ителеүен нисек итеп аңлата алһын инде ул балаларына һәм башҡаларға. Иренең икенсегә өйләнеүен дә ауыр кисергәндер инде сая төрөк ҡатыны. Ҡәбере беҙҙең Ьыртҡы Иҫәнгилде ауылы зыяратында. Уны ҙурлап, ҡәҙерләп, зыяратына барып торабыҙ.
Мин Иҫәнгилде ҡартатайымдың бишенсе быуыны вәкилемен. Бөртөкбикә ҡартәсәйемдең исемен йөрөтәм. Атайым менән әсәйемдең миңә тиклем туғыҙ балаһы тыуа тороп, үлә торғас, унынсыға мин тыуғас, ҡартәсәйемдең исемен ҡушып, атайым мине йола буйынса кендек инәйемә мал әйтеп, тәҙрә аша һатып алған. Бөртөкбикә ҡартәсәйемдең исем ҡото менән мин иҫән ҡалғанмындыр инде. Сибайҙа уҡытҡан улым «Әсәй, төрөктәрҙең араһында нишләп һинең исемең бар, ә башҡорт исемдәре араһында бер ҙә осрамай ул?» тип һорай ҡуйҙы бер мәл. Балаларым уңайһыҙланһа ла мин исемемде алыштырманым. Йәшерәк саҡта Иҫәнгилдина Бикә булып йөрөнөм, хәҙер — Ғәлина Бөртөкбикәмен. Урта мәктәпте Юлдыбайҙа тамамланым. Йыл һайын һуңғы ҡыңғырауҙа һабаҡташтар менән осрашып торабыҙ. Хәҙер әҙ генә ҡалдыҡ. Юлдыбайҙың 800 йыллығын билдәләгәндә Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов менән күрешеп ҡыуандым. «Ҡалай бәхетле булдым әле, тием. Ҡартәсәйем Бөртөкбикә, ана, ер аяғы ер башынан килеп, ошо ерҙә үҙ эҙен ҡалдырған. Ә мин, уның ейәнсәре Бөртөкбикә, Президентыбыҙ менән аҡ тирмәлә сәй эсеп, телевизорға төшөп ултырам», тием.
Үҙемдең дүрт ҡыҙым, өс улым бар. Аллаға шөкөр, улар үҙ ояларын ҡороп, матур ғына йәшәп яталар.
Зәйнулла ишандың хаж таяғы
Атайым менән әсәйем коммунист булһалар ҙа, дини кешеләр ине. Беҙ ҙә намаҙҙан айырылманыҡ, намаҙлығыбыҙ шаршау артында булды. Намаҙ уҡығаныбыҙҙы ауылдағы кешеләр түгел, өйҙәге бәләкәй балалар ҙа күрмәне. Ата-әсәйебеҙ ғәрәпсә уҡырға-яҙырға ла өйрәтте. Беҙ дүрт бала үҫтек, ике һеңлем, бер ҡустым бар. Әсәйемдең бер туған ағаһына Зәйнулла ишан Рәсүлев тарафынан бүләк ителгән булған был таяҡ. Атайым 1887 йылғы ине, ул Зәйнулла Рәсүлевтың Троицкиҙағы мәҙрәсәһендә уҡыған, дини генә түгел, педагогик (донъяуи — Ә.Ү.) белем дә алған. Мәҙрәсәне тамамлағас, Аҡмулла кеүек, ҡаҙаҡтар яғында балалар уҡытып йөрөй. Аҙаҡтан, донъялар үҙгәргәс, Ырымбурҙа уҡып, ғүмере буйы мәктәптә эшләп, Ленин орденына лайыҡ булды. Тик орденын Өфөнән барып алырға ғына өлгөрмәне, һуғышта алған яраларынан донъя ҡуйҙы. Орденын Өфөләге Лениндың йорт-музейына ҡуйырға васыят әйтте. Хәҙер ҡайҙа яталыр ул, белмәйем.
"Яңғыҙ булһам да, яңғыҙ түгелмен, Аллаһы Тәғәләм бар, ике яғымда ике фирештәм һаҡлай. Эргәмдә ишандан мираҫ серле таяғым бар... ", тиеп йәшәп тик ятам. Ауырып-мауырып китһәм, эргәмә һалып йоҡлайым. Хәлем еңеләйеп китә. Таяҡтың ырымы бар. Мал-һал ҡасһа, әсәйемдең өйрәтеүе буйынса һыртынан һыпырһаң, мал да ыҡҡа килә.
Буранбай сәсән ҡәбере
Бөртөкбикә ҡартәсәйем ҡаҙаҡтарҙа ҡоллоҡта булғанында ҡартатайыбыҙ атаҡлы Буранбай сәсәндең бер туған апаһы Алмабикә исемле ҡыҙға өйләнә. Иҫәнгилде ҡартатайыбыҙ Буранбай сәсәндең бер туған еҙнәһе булып сыға. Әле Буранбай сәсәндең ҡәбере булған урында Иҫәнгилде ҡартатайҙың тирмөйө торған. Властарҙан ҡасып йөрөгән Буранбай сәсән ана шунда килеп ҡолаған, тиҙәр. Ныҡ яраланған булған ул. Ҡартатайыбыҙ уны тәрбиәләгән, артынан эҙәрлекләп килеүселәрҙән йәшереп тотҡан. Буранбай сәсән шунда вафат булғас, урынына ерләгәндәр. Беҙ бик бәләкәй саҡта ҡартәсәйҙәребеҙ менән шул тирәлә сейә тиргәндә сәсәндең ҡәберен күрһәтеп, тарихын һөйләй торғайнылар. Аят уҡый инеләр. Уларға был урынды үҙ әсәләре һәм ҡартәсәләре күрһәткән булған. Шуға күрә Буранбай сәсәндең нәҡ ошо урында күмелгәнен асыҡ беләбеҙ. Кешенең үлеме һәм ҡәбере хаҡындағы хәбәр бер ваҡытта ла алдыҡ булмай бит.
Сәсәндең ҡәбере ҡәҙерле урын, элек тә был урын изге һаналды, хәҙер мәктәп балалары уның ҡәберен шефҡа алды. Сәсәндең ҡәбере ятҡан тау Этҡара тип атала. Бөртөкбикә ҡартәсәйемде урлаған ҡаҙаҡ шул тауҙа йәшеренеп, уның һунарға сыҡҡанын аңдып ятҡан, тиҙәр.
Буранбай сәсәндең ауылдаштары, Баймаҡ районының Буранбай ауылы кешеләре лә килеп тора. Ҡәбе ренә һәйкәл-таш ҡуйҙыҡ, был сарала буранбайҙар ҙа ҡатнашты. Үкенескә ҡаршы, шатлыҡҡа ҡайғы ла эйәреп йөрөй. Ьәйкәл-ташты асҡанда Сәйфулла ҡусты Дилмөхәмәтов көтмәгәндә вафат булып ҡуйҙы.
Яман уй ҡартайта
Хоҙайымдан, уға бағышлап уҡыған намаҙымдан айырылғаным булманы. Аллаһы Тәғәлә һорағанымды алдыма сығара тора. Һаулыҡ та бирҙе. Ғүмеремдә мин әсе нәмә йотҡаным юҡ. Нисәмә туй үткәрмәнем, ниндәй генә мәжлестәрҙә ҡатнашманым, мин ул шайтан ризығынан алыҫ торҙом, һаулығымдың тағы бер сере ошонда. Өсөнсө сәбәбе иртә таңдан тороуымдыр, хәрәкәттә — бәрәкәт, тиҙәр бит. Аллаға шөкөр, ошо йәшемә етеп, ҡан баҫымы тигән нәмәне белмәйем. Артыҡ ҡайғырмайым, артыҡ шатланмайым, күңелемдә башҡа кешегә ҡарата яман уй йөрөтмәйем. Ҡайһы бер кеше алдына алғанын ҡуймайым, тип, үҙ-үҙен генә бөтөрә. Яман уй ҡартайта, яҡты уй ағарта. Берәрһенән яман һүҙ ишетһәм, ишетмәмешкә һалышам, йәки ыңғайы бер онотам. Кеше бит ул һүҙҙе һиңә яуызлығына барып әйтмәй, ирекһеҙҙең көнөнән әйтә, тип уйларға кәрәк. Һиңә ауыр һүҙ әйткәндең күҙенә ҡарап, яҡшы һүҙ әйтһәң, ул да ыңғайы бер ирей ҙә ҡуя.
Минең эшем шул кеше менән һөйләшә белеүгә бәйле булды. Ғүмерем буйы госстрахта агент булып эшләнем. Еңел булманы. Шулай ҙа кеше менән һөйләшә белһәң, уның күңелен яулай алһаң ғына эшләп була ундай эштә. Госстрах агентының планы теле менән үтәлә. Ҡартайыңҡырағас, бер йәш кенә агент күршебеҙгә килеп ингән дә, һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан, ниндәй эш менән йөрөүен әйтеп һалған. Үҙ теләге менән кем страховкаға ризалыҡ бирһен инде. Буш ҡул менән сығып киткән.
Кеше бит эшен ҡапҡаны асып ингәндә үк хужаның этен һәм ихатала уйнап йөрөгән балаһын һөйөүҙән башлай. Йортҡа ингәс тә, хужалар менән һаулыҡ һорашҡандан һуң, уларҙың тормошо, ундағы проблемалары хаҡында һораша, кәрәк икән, кәңәшен бирә. Яйы сыҡҡан һайын хужаларҙы маҡтап, ҡупайтып алырға ла кәрәк. Өҫтәл артына ултырырға саҡырһалар, баш тартмайынса, бергә ултырып сәйҙәрен эсергә лә кәрәк. Беҙҙең башҡортта ризығын ауыҙ иткәндең ихтыярына ҡаршы килмәйҙәр. Сәй эсеп бөтөп, «әпәр» иткәс кенә «һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар», тип, йомошоңдо әйтә башларға ла була. Мин шулай итә инем. Күңелдәре ирегән хужалар һыйырҙарын, өйҙәрен генә түгел, үҙҙәрен дә бәхетһеҙ осраҡтан страховать иттерәләр ине. Беҙҙең халыҡҡа бына ошондай һығылмалылыҡ етеңкерәмәй. Беҙ бер эш ҡапыл килеп сыҡмай икән, шундуҡ унан төңөлөргә, ишектәрҙе шарт ябырға әҙер генә торабыҙ.
Халҡыбыҙҙа борон-борондан ҡиәмәт туған алыу йолаһы булған. Ҡиәмәт туған алған кешегә ҡиәмәт көнөндә шәфәғәте тейә, еңеллек килә, тиҙәр.
Бишәүгә — бер әсмүхә
Ҡайғырып ултырмайым, һәр саҡ нимәнәндер ҡыҙыҡ табып, кеше көлдөрөп, уларҙың ыңғайына үҙем дә күңелемде күтәреп ҡалдырырға тырышам. Минән пенсиямдың күләме хаҡында һорашһалар, һәр саҡ, «Биш меңгә бер әсмүхә тулмай», тип яуап ҡайтарам.
Бер мәл үҙем дә һиҙмәҫтән, ауылыбыҙҙы медсестралы иттем һәм бушлай тиерлек «Һәнәк» журналы алдыра башланым. Тарихы былайы раҡ булды. Өфөгә барғанымда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһына барып индем. Мине ҡабул итеүсе журналист ниндәй йомош менән йөрөүем хаҡында һорашҡайны, алдан әҙерләнмәгәс ни, үҙебеҙҙең ауылда яңғыҙ әбейҙәрҙең күбәйеүе, уларҙы ҡарарлыҡ кешеләре булмауы хаҡында һөйләнем дә бирҙем. Журналист телефонын алып, ҡайҙалыр шылтыратырға кереште. Мәсьәләне ыңғай хәл итте, шикелле, уға рәхмәт әйтеп сығып киттем. Матбуғат йортоноң шул уҡ ҡатында «Һәнәк» журналының да редакцияһы урынлашҡан икән. Коридорҙа бер егет осраны, һөйләшеп киттек. «Ҡана, ер аяғы ер башынан килеп, буш ҡайтҡансы, ауылыбыҙҙағы эскеселәрҙе яҙҙырып ҡайтайым», тип уға үҙебеҙҙең ауылдағы эскеселәр хаҡында һөйләнем. Сыҡмаҫ, тиһәм, бер мәл журналды алдырыусылар «Һин нимә яҙып ятаһың ул?» тип, күҙемде лә астырмай. Баҫылып сыҡҡан икән. Бер мәл 75 һум гонорары килеп төштө. «Хәрәмдеке хәрәмгә булһын, ана шул „Һәнәк“кә яҙҙырығыҙ ҙа ҡуйығыҙ», тип, журналға яҙылып ҡуйҙым. Ауылыбыҙҙа медсестра эшләй башланы.
Бер мәл вареньем әсеп, ҡызлап киткәс, ашлы һыуға һалып, кәзә тәкәһенә эсерҙем. Тәкәм иҫерҙе лә китте бер мәл. Аяғына баҫа алмаҫ булды ла ҡуйҙы. Салып һуйырға кеше алып килдем. «Юҡ, инәй, бының ҡолаҡтары төҙ тора, үлерлеккә оҡшамаған, иһереп ята бит был», ти теге кеше. Иртәгеһенә ейәнем: «Ҡартәсәй, был бит баш төҙәтергә һорап ята», — тип йәнә бер көлдөрҙө.
Әхмәр ҮТӘБАЙ яҙып алды
Әйткәндәй...
Иҫәнгилде ауылында Бөртөкбикә инәйҙең нур бөркөлгән өйөндә булған өс сәғәтебеҙ өс йылдай оҙаҡ тойолдо. Инәйҙең сәйен тәмләп, Бөртөкбикә ҡартәсәһе, ауылы һәм нәҫеле тарихы, үҙенең тормош юлы хаҡында ихлас әңгәмәһен тыңлап, үҙебеҙҙе бер әкиәт илендә, легенда тарихында ҡатнашҡан кешеләй итеп тойҙоҡ. Шул тойғоға бирелеп, инәйҙә күҙ ҡараһылай һаҡланған Зәйнулла ишан Рәсүлевтың хаж таяғы хаҡында ла онотоп ебәргәнбеҙ. Был хаҡта инәйебеҙ үҙе иҫебеҙгә төшөрөп: «Һеҙ бит Зәйнулла Рәсүлевтың хаж таяғын күрергә килгәнһегеҙ, тотоп ҡарамайһығыҙмы ни?» тип әйткәс кенә, әкиәт иленән сыға алдыҡ.
Беҙ шуны ла белдек, инәй үҙе лә был хаҡта әйтте: Зәйнулла Рәсүлевтың хаж таяғына бар кешенең дә ҡағылырға хаҡы юҡ икән. Хаж таяғы Мономах бүреге лә, популистик ҡомартҡы ла түгел. Күңелендә изге ниәттәр, яҡты уйҙар йөрөткәндәр генә уны күрергә ынтылһын. Башҡаларға Бөртөкбикә инәй был изге ҡомартҡыны күрһәтмәйәсәк. Беҙ Бөртөкбикә инәй менән үткәргән өс сәғәтте үҙебеҙгә һынау мөҙҙәте итеп ҡабул иттек. Һәм ошо һынауҙы уңышлы үтә алғаныбыҙға үтә шатбыҙ, сөнки ишандың хаж таяғын Бөртөкбикә инәй ҡулыбыҙға үҙе тотторҙо. Беҙ унан был хаҡта һораманыҡ.
Киске Өфө, 2008 йыл, №22