Зәки Вәлиди: Бөйөк шәйехтең һынауы

                                                   Зәки Вәлиди: Бөйөк шәйехтең һынауы

     Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең Волга-Урал төбәгендәге бөйөк шәйехе Зәйнулла Рәсүлев булһа, икенсеһе — Башҡортостан автономияһы өсөн барған ҡанлы көрәштең башында торған дәүләт эшмәкәре, Көнсығыш аҡылын Көнбайыштың аналитик фекерләү ысулдары менән ҡуша алып, арҙаҡлы тарихсы-ғалим булып танылыу тапҡан Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Күрәһең, атаҡлы суфый шәйехе үҙенең мөрите Әхмәтшаһтың ун биш кенә йәшлек улының киләсәге өмөтлө булыуын башҡаларға ҡарағанда асығыраҡ тойомлағандыр. Зәйнулла ишандың тыуыуына 175 йыл тулыуҙы билдәләгән мәлдә Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Хәтирәләр» китабының суфыйсылыҡты тасуирлаған урындарын хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итеү урынлы булыр, тип уйланыҡ.
                                                     Бохара-Хива тибындағы муллалар

     Ғаиләбеҙҙең иң күп аралашып йәшәгән даирәһе муллалар булды. Уларҙан Стәрлетамаҡта йәшәүсе Нуғай улдары Шәрәфетдин һәм Камал, Һайран ауылынан Әбсәләм һәм улы Бикбулат мулла, Йомағужа ауылынан Солтангәрәй, Ҡоншаҡ ауылынан Ғәлләм, Стәрлебаштан Ниғмәтулла һәм Зәйнулла, Уралдың көнсығышынан Муллаҡай ауылынан Сәйет улы Ғабдулла, Ҡулбаҡтынан Ханнан һәм Троицкиҙан Зәйнулла ишан исемле мәшһүр шәйех иҫкә төшә. Уларҙың барыһы ла ғәрәпсә, фарсыса белгән, дини белемдәре камил, Бохараның Нәҡшбәнд исемле дин әһеле йоғонтоһо аҫтында булған, мәҙрәсә тотҡан, китап уҡыр заттар ине. Вәли мулла ла, атайым да яһил, фанатик муллалар менән артыҡ аралашырға тырышманы. Был шәйехтәрҙең иң ғалимы Троицкиҙан Зәйнулла менән Муллаҡайҙан Ғабдулла ине. Бохарала уҡыған Ғабдулла дин ғилемендә бик абруйлы, ғәрәпсә һәм фарсыса шиғырҙар яҙған бер остаз булды. Нәҡшбәндтең Һиндостандағы «Мөджеддид-и халиди» тәриҡәтенең даирәһенән ине. Быларҙың мәҙрәсәләре Бохара, айырыуса Хорезм мәҙрәсәләре тәртибендә ҡоролдо. Әммә улар Ҡазан тарафтарындағы Ҡышҡар һәм Төптәр муллалары кеүек, шулай уҡ башҡорт илендәге бик күп ишандар кеүек фанатик кешеләр түгел ине. Барыһы ла сәйәсәт хаҡында фекер йөрөтөрлөк аңлы кешеләр булды.
                                                            Бер аҙ әсәйем хаҡында
     1918 йылда Ырымбурҙа Советтар һәм 1944 йылда Төркиәлә Исмәт паша тарафынан төрмәгә ябылып, китап уҡыуҙан мәхрүм ителгәс, һәр саҡ әсәйемдән өйрәнгән шиғырҙарҙы, Йәсәүи мөнәжәттәрен уҡыр инем. Шул ваҡыт әсәйем йоғонтоһоноң ни тиклем мөһим булғанлығын аңланым. 1944 йыл ваҡиғалары заманында атайым хаҡындағы хәтирәләрҙең күбеһе онотолған, әсәйем иһә һаҡсы фәрештә кеүек һәр саҡ янымда булды. Уның миңә өйрәткән фарсыса һәм төркисә шиғырҙары тик әхлаҡи шиғырҙар ғына түгел ине, улар араһында әҙәби-эстетик шиғырҙар ҙа бар ине. Һуңыраҡ Навоиҙың бөтә әҫәрҙәрен башынан аҙағынаса өйрәнгәс, әсәйем миңә ятлатҡан ғәзәлдәрҙең ошо шағир әҫәрҙәренән алынған айырым өҙөктәр икәнен аңланым. Миңә йәштән өйрәткән әхлаҡи шиғыр һәм хикәйәләр ҙә ниндәйҙер "хрестоматияла, антология кеүек бер китапҡа тупланған әҫәрҙәр булһа кәрәк, уларҙың күбеһен әсәйем хәтерендә һаҡлаған. Улар, башлыса, Аттар, Руми, Навои, Йәсәүи, суфый Аллаяр кеүек авторҙарҙан алынған өҙөктәр.
     Был шиғырҙарҙың ҙур әҫәрҙәрҙән айырым өҙөктәр икәнлеген, фарсы теленең әсәйемдән өйрәнгән әйтелеше дөрөҫ булыуын мин аҙаҡ белдем. Иран дәүләтенең хәҙерге хөкөмдары Мөхәммәт Риза шаһ менән ике тапҡыр осрашыуҙа һөйләшкән саҡта ул: «Фарсыса ҡайҙа өйрәндегеҙ?» — тип һораны. «Әсәйемдән», тип яуап бирҙем. «Әсәйегеҙ Иран ҡыҙы инеме ни?» — тип ғәжәпләнде. Сөнки шаһиншаһ минең фарсы телендәге әйтелешемдең Бохара тажиктары һөйләшенән айырылыуына иғтибар итте. Ихтимал, атайымдың ғәрәпсәһе кеүек, әсәйемдең фарсысаһы ла Көҙән һәм Һатлыҡ улдарына ХУШ быуатта мөғәллимлек иткән дағстанлы остаздар тарафынан таратылған әҙәби фарсы теле булғандыр. Урта һәм Яҡын Шәреҡтең тормошон бик яҡшы өйрәнеү, ул илдәрҙә күп самими дуҫтар ҡаҙаныу мөмкинлеге биргән фарсы телен миңә ихлас өйрәткәне өсөн әсәйемә ғүмер буйы рәхмәт уҡыйым.
                                                             Муллағол диуана
     Әсәйем фарсыны тел булараҡ ҡына түгел, XII быуатта йәшәгән суфый шағир Аттар менән ХУШ быуатта Бохарала төркисә һәм фарсыса ижад иткән суфый Аллаярҙың мистик фекерҙәренең теле булараҡ үҙләштергәйне. Әсәйем беҙгә йыш килеп йөрөүсе Муллағол диуана исемле бер дәрүиштең (мин бәләкәй саҡтарҙа илле йәштәрҙә булғандыр) бик ҙур йоғонтоһо аҫтында ине. Кыпсаҡ ырыуынан булған был дәрүиш Төркөстанда, Һырдаръяла Яси ҡалаһында йәшәгән, беҙгә артыҡ мәғлүм түгел Йәсәүи тәриҡәтенән, зекер әйтеүҙәре ҡысҡырып дини шиғырҙар уҡыуҙан, башын алға- артҡа болғап, ырғаңлап йөрөүҙән ғибәрәт ине. Атайым зекерҙәрҙе ауыҙ эсенән тауышһыҙ уҡыған Нәҡшбәнд тәриҡәтенән булһа ла, башҡаларҙың «джаһри» тигән зекерҙәрен ҡәнәғәтләнеп тыңлар ине, һәм Муллағолға намаҙҙан һуң ғәрәпсә суфый доғаларын хәтерләтеп, уның «йәһү» тип ырғаңлай башлауына сәбәп була торғайны. Бейеүгә оҡшаған был ырғаңлауҙы, башын алға ла, артҡа ла хәрәкәт иттереүҙе фарсыса «эррэ», йәғни «бысҡы зекере», төркисә «сапҡын» тип атарҙар ине.
     Муллағолдоң, мәсеткә бармайынса, өйөбөҙҙә уҡыған намаҙҙарынан һуң әйткән был зекерҙәрен әсәйем бик ҡәнәғәтләнеп тыңлай торғайны. Әсәйем был дәрүиштең төркисә һәм фарсыса һөйләгән шиғырҙарын ятлап, бәғзеләрен яҙып алыр һәм миңә лә аңлатыр ине. Уларҙың барыһы ла дини, әхлаҡи шиғырҙар. XII быуаттағы бөйөк төрөк суфыйы Әхмәт Йәсәүиҙән башланған суфыйлыҡ рухын был шиғырҙар тулҡынландырғыс рәүештә аңлата торғайны. Мәҫәлән: «Юлын тапҡан изгеләрҙән, юл нимә ул, тип һораһам? Уларҙың теҙенә башым эйеп ялбарһам, ни була? Бейек тауҙар түбәһенә менеп заһит булһам? Аҡ болоттар ағылдырып, бөтмәҫ ямғыр яуҙырһам? Ҡороған ағастарҙы терелтеп, баҡсаға әүерелдерһәм булмаймы? Шоңҡар ыласын ҡош булараҡ, болоттарға тейеп осоп, һанһыҙ януар аулаһам, турғайҙарға ҡушылһам, Алла исемен туҡһан мең тапҡыр әйтеп, былбылдарға ҡушылып, уңға-һулға осһам, булмаймы?»
     Муллағол, бәғзе дини шиғырҙарҙы йыр сифатында йырлап, ҡурайҙа уйнай торғайны. Ислам традицияларын ул ошо формала өлкәндәр һәм балалар ҡаршыһында йәнләндерер ине. Уның әйтеүенә ҡарағанда, фарсыса шиғырҙар ижад иткән мәшһүр Шәмс Тебризи боронғо заманда төркисә лә шиғыр һөйләгән, бейеүҙәре, шиғырҙары менән мосолмандарҙы рухландырған бер ҡыҙыу дәрүиш булған.
                                                     Атайымдың Троицкиға сәйәхәте
     Июль аҙаҡтарында Ирәмәл тигән сабынлыҡтарҙа атайым ойошторған бесән өмәләре бик күңелле үтә торғайны. Уларға ҡәбиләбеҙҙең Илсек Тимер тип йөрөтөлгән тармыты йәшәгән ауылдарҙан күп кеше килер, күп мал һуйылыр ине. Был беҙҙең ғаиләбеҙҙең ҙур байрамы кеүек була торғайны. Эш бөтөү менән атайым дуҫтарына һәм шәйехтәренә сәйәхәткә китә. Сәйәхәт Троицк ҡалаһындағы рухи етәксеһе Зәйнулла шәйехте барып күреү менән тамамлана. Юлда Ҡарағай Ҡыпсаҡ, Бөрйән ырыуҙарына ҡараған дуҫтарының һәм шәйехтәрҙең йәйләүҙәрендә мәжлестәр ойошторолор ине. Унда ғилми, дини, хатта ҡайһы бер сәйәси мәсьәләләр хаҡында һөйләшә торғайнылар. Кире ҡайтҡанда атайым, үҙҙәрен дастан ҡаһарманы Сура батырҙың ейәндәре, тип иҫәпләгән Мәһәҙи һәм Әмин ауылы мосолман казактары, Түңгәүер, Туңғатар, Тамъян һәм Ҡатай ҡәбиләләре юлы менән килеп, ундағы дуҫтары менән күрешер ине. Был сәйәхәт ай ярымға һуҙыла.
     Һәр йыл ҡабатланған сәйәхәттең өсөһөндә мин дә ҡатнаштым. Минең бурыс — ат менән арба бағыу. Һәр сәйәхәт фекер хаятыма йоғонто яһаны. 1904 йылдағы сәйәхәтебеҙ рус-япон һуғышына, 1905 йылдағыһы рус инҡилабы көндәренә, 1906 йылдағыһы рус Думаһы тирәһендәге көрәш заманына тура килде. Мин дини мистиканы яратмайым. Ике йөҙлө, тип хис иткән шәйехтәргә нәфрәт хисе тоя инем. Шуның менән бергә, Муллаҡайҙан Ғабдулла хәҙрәт, Ҡулбаҡтынан Ғәбделханнан хәҙрәт һәм Троицкиҙан атайымдың рухи етәксеһе Зәйнулла хәҙрәт кеүек эскерһеҙ инсандарҙы, әхлаҡ һәм кешелеклелек өлгөһө булғандарын хөрмәт иттем. Был өс шәйехтән бәғзе яҡшы эштәргә лә өйрәндем. Өсөнсө тапҡыр, 1906 йылда барғаныбыҙҙа Зәйнулла ишан миңә ныҡ илтифат күрһәтте. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, миңә төрлө һорауҙар биреп, яуабымды диҡҡәт менән тыңланы һәм йүнәлеш биреүсе һүҙҙәр һөйләне, һәр хәлдә, төрлөсә һынап ҡараны. Бер көн иртәнге сәй мәжлесендә тағы бер нисә һорау бирҙе, белгән ҡәҙәр яуап ҡайтарҙым, һуңынан йыйылған барлыҡ кеше алдында: «Ал, улым, бәлки, берәй нәмә һатып алырһың», — тип, ҡулыма ун тинлек алтын аҡса тотторҙо. Мин был аҡсаға, «Хеҙмәт» исемле китап лавкаһына инеп, Ғаззалиҙың теологияны тәнҡит иткән бер әҫәрен, Мысырҙа һәм Истанбулда баҫылған һәм Ислам ижтимағиәтенә һәм фәлсәфәһенә бағышланған нәшриәтте, астрономия һәм физика фәне буйынса китаптар, Толстойҙың «Крейцерова соната» китабының һәм ҡайһы бер башҡа рус романдарының ғәрәпсә тәржемәләрен, французса өйрәнеү өсөн төрөксә яҙылған «Французса һөйләшеү китабы»н һәм бер рус китап лавкаһынан Толстойҙың мәмләкәтебеҙҙә минең тыуыуымдан һуң, 1891 йылда булған ҙур аслыҡ хаҡында һөйләгән «Аслыҡ йылдары» исемле әҫәрен һатып алдым.
     Бер нисә көндән шәйех минән, аҡсаңды нимәгә тотондоң, тип һораны. Мин алған китаптарымды һанап сыҡтым. Маҡтаны. Русса беләһең, французса ла өйрәнә алһаң, бик яҡшы булыр, тине. Физика һәм астрономия китаптарын алыуымды ла хупланы. Айырыуса Толстойҙың аслыҡ йылдарына бағышланған хәтирәләре тураһында, яҡшы китап алғанһың, тине. Шәйех был ун тинде мине һынау өсөн биргән булһа кәрәк. Һуңыраҡ мәжлестәрҙә әлеге китаптарҙың ҡайһыларын уҡыуымды һәм уларҙа ниҙәр яҙылыуын да һораны. Ғаззалиҙың «Әл мунҡиаһ ән әл далал», йәғни «Яңылыш юлдарға баҫыуҙан ҡотҡарыусы» исемендәге әҫәрен алыуымды һөйләгәс, шәйех, быны хәҙергә аңлай алмаҫһың, тине. Мин дә: «Бының ише китаптарҙы ғәрәп теленән белемем тәрәнәйгәс уҡырмын, тип алдым», — тигәс, арҡамдан һөйөп, тағы ла аҡса бирҙе. Ун биш йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, китапты дөрөҫ һайлауымды шәйех башҡа мәжлестәрҙә лә маҡтап һөйләне, быны ишеткәс, әлбиттә, минең күкрәк ҡабарҙы. Мөхитебеҙҙә бик ныҡ хөрмәт ителгән был заттың маҡтау һүҙҙәре дәртләндереүсе бер көс булды. Шуның кеүек дәртләндереүсе хәл-ваҡиғалар булмаһа, бәлки, тормошом ғилемдән башҡа бер юлдарға йүнәлеш алыр ине. Мәҫәлән, Ҡаҙан шағиры Туҡай ҙа, шундай хәлдәргә ишара яһап: «Был фәҡирҙең башына ниҙәр килмәне, тик милләтем башымдан һыйпап, миндә үҫергә теләк тыуҙырҙы», — тигән. Әгәр шәйехтең дәртләндереүе булмаһа, мин, ихтимал, күптәр кеүек, ун биш йәшемдән сауҙа эшендә приказчик булып китер инем.
                                                     Атайымдың дин аңлайышы
     Атайым, сәйәхәттән ҡайтыр- ҡайтмаҫ: «Фазханға китәм», — тине. Ул Алағуянбашы ауылындағы Ҡасҡынбайҙарҙың береһе. Яҡшы ҡылыҡлы, күңелле, йомарт һәм егет кеше ине. «Әхмәтшаһ шәйехенән ишанлыҡ алһа (йәғни, шәйехлек дәрәжәһенә күтәрелһә), беренсе мөрите мин буласаҡмын», ти торғайны. Ниһәйәт, быйыл Зәйнулла шәйех атайыма шәйехлек дәрәжәһе биргән, яҙыулы танытмаһы ла бар ине. Әммә атайым: «Заман хәҙер мистика, дин заманы түгел, ул заман үтте. Ишан (йәғни шәйех) дәрәжәһен алдым, әммә бер кемде лә мөрит итеп ҡабул итмәйәсәкмен һәм үҙемде ишан тип атарға ла рөхсәт итмәм. Тик Фазханды мөрит итеп алам, сөнки уға һүҙ бирҙем», — тине.
     Фазхан — бер ни тиклем байлығы булған ауыл кешеһе. Муллаҡай хәҙрәттең уҡыусыһы. Фарсыса һәм аҙыраҡ ғәрәпсә белә ине, беҙҙән йөҙ саҡрым тирәһендә йәшәне.
     ...Бер аҙ ваҡыт үткәс, икенде намаҙын уҡыныҡ. Фазхан бик иланы. Атайым менән Фазхан Йәсәүигә эйәреүсе мосолмандар яратҡан «Суфый ҡиәфәтле булдың, мосолман була алманың», тигән шиғырҙы һәм Муллағолдоң шул уҡ мәғәнәләге фарсыса шиғырын тулҡынланып, ҡат-ҡат уҡыны. Шул көнө атайым аҡшам намаҙынан һуң Фазханды мөрит итеп ҡабул итте һәм үҙе лә шәйехлеккә тәүбә ҡылды. Фазхан да: «Мулла шәйех булды, бер кемде лә мөрит итмәне, фәҡәт мине алды», тип ғорурланыр ине. Ул да Муллағол кеүек ғәжәйеп бер инсан булды. Ихлас әңгәмәсе ине. Бик күп шиғыр һәм дастан белде. Ҡайсаҡ ярайһы ғына ныҡ эскән хәлдә лә һис бер намаҙын ҡалдырмаҫ, әммә яратҡан Аллаһына һүҙ тейҙерер ғәҙәте лә булыр ине. «Фазхан алғы тештәрен землемер (рус хөкүмәтенең ер үлсәүселәре) менән һуғышып һындырған, тормошонда мосолмандарға һәр саҡ яҡшылыҡ эшләй. Алла уның ҡайсаҡ һөйләгән көфөрҙәрен ғәфү итә. Ул — мин белгән иң самими мосолман, Алланың иң яратҡан ҡолдарының береһелер», — ти торғайны атайым. Был осраҡта атайымдың суфыйлыҡ һәм мосолманлыҡ аңлайышы яҡшы күренә. Ошо мөритлек тарихынан һуң Фазхан башҡа эсмәҫ булды. Атайым да: «Минең ишанлыҡтың берҙән-бер файҙаһы Фазханды эскелектән айырыу булды», тип, кеткелдәп көлөр ине. Атайымдың шаяртыуы ни тиклем йоғонтоло, ни тиклем ҡеүәтле икәнен шунда күрҙем.
                                                                                                                           Киске Өфө, 2008 йыл, №22