башкирский всадник             Башҡорт аты

     (Экономист яҙмалары)
          «... Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй...
                Ир-егеткәй менән ат башы».
     Рамаҙан Өмөтбаевтың «Осрашыуҙар — юғалтыуҙар» китабынан, публицистик очерктар, 1984—1993 йылдарҙағы иҫтәлекле ваҡиғалар, «Башҡорт аты» тигән мәҡәләһен тәҡдим итәм.
     Бындағы яҙылған ваҡиғалар бөгөнгө көндәге яландағы хисапһыҙ көтөүсеһеҙ йөрөгән аттарға ҡағылмай тиерлек. Ни эшләп тигән һорауға? — был өйөр-өйөр аттар, күбеһе түрәләрҙеке һәм улар тиҙ байығыу маҡсатынан сығып аттар үрсетәләр, кешеләрҙең, ойошмаларҙың сабынлыҡ, игенлек, көтөүлек ерҙәрен тапап йөрөгән көтөүсеһеҙ малдар. Уларҙан хөкүмәткә лә һәм беҙгә лә зыянынан башҡа бер файҙаһы ла юҡ, налог түләү тигән нәмәләрелә икеле, уларға хисап юҡ.
     Динебеҙ яғынан былар харам малдар: кешеләрҙең ерен тапап, үләнең урлап ашап йөрөгән мал – харамға инә. Ҡымыҙы ла, ите лә харам. Был мал хужалары зәҡәт сығарыуҙы беләләр микән, уныһы ла ҡабул булмаясаҡ, сөнки үҙ көтөүлектәрендә йөрөмәгән малдарҙан зәҡәт алынмай. Хәрәм зәҡәт була. Мәсеттәргә лә һәм башҡаларғала уларҙың саҙаҡаларын алыу тыйыла. Мәжлестәрҙә уларҙың ҡымыҙын үә итен ашау харам ғәмәл. Ҡағыла күрмәгеҙ.
     Бер риүәйәттән килә: тәҡүә динле мосолман малы менән кеше яланы аша үткәндә уны етәкләп алып сығыр булған һәм был мәлдә малының ауыҙына ҡапсыҡ кейҙерергән. Ни эшләп быны эшләйһең, — тип унан һорағандар. Ул яуабында: кеше еренән малым берәй үләнде йолҡоп ашап ҡуймаһын тип, Аллаһ Тәғәләнең асыуынан ҡурҡамын, тигән. Ошо мал ашаған бер бөртөк үләндән һөтө үә ите аша миңә хәрәм инәсәк тигән. Был риүәйәттән сығып кеше хаҡын ашамаҫ өсөн иманыбыҙҙы һаҡлар кәрәк, Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡыр кәрәк, шуға ла хәләл үә хәрәмлек мәсьәләләрендә иғтибарлы булайыҡ.

     Бына тиҙҙән ҡымыҙ һатыу башлана, тик бында әлеге ҡымыҙы хәрәм үләндән түгелме? Хәрәм буласаҡ, әгәр аттар теләһә ҡайҙа теләһә нисек йөрөһәләр. Икенсе яғы — ҡымыҙға һыу ҡушалар, ҡымыҙ эшләү технологияһында был нәмә юҡ. Районыбыҙҙа бер-ике генә ерҙә ҡымыҙға һыу ҡушмайҙар, һыу ҡушылғанын эскәндә үк тәменән белеп була бит, тик аҡсаны күп эшләү маҡсатында бында алдашыуға юл ҡуйыла. Ҡымыҙға һыу ҡушыу – кеше алдау була, оло гонаһ был. Кешене отоу була. Һәм пәйғәмбәребеҙҙең: «Беҙҙе алдаусылар минең сөнәттән түгел» — тигәнең иҫегеҙгә төшөрәйем.
     Һәм тағы иң ҙур гонаһ, ошо хужаһыҙ, көтөүсеһеҙ аттар юлға сығып транспортта китеп барған кешеләрҙең аварияға эләгеп фәжиғәле үлеп тороуҙарына сәбәп. Үҙем генә бер йылы биш ай эсендә юлға сыҡҡан аттар ҡатнашлығындағы өс авария шаһиты булдым. Бик күп кеше шулай шулар арҡаһында һәләк була, күпмеһе йәрәхәтләнә, инвалид була. Быға сәбәп әлеге хужаһыҙ аттарҙың юлға сығыуы. Кемдер кеше үлемендә, кеше ерен тапатып байығып ҡалам тигән ҡомһоҙ уйында йәшәй. Тик Аллаһ Тәғәләнең бар икәнлеген, күреп тороуын белмәй, гонаһҡа батып, шул ҡылыҡтары өсөн бар донъяһы менән яуап бирәсәген, хатта ғәиләһенә был уҡ донъяла бәлә-ҡаза килтереүен аңғармай.
     Аҫтағы мәҡәлә ысын ғорур башҡорттар өсөн, илен, милләтен яҡларға әҙер торған, үҙәрен кем икәнен онотмаған яуға әҙер булған башҡорт өсөн. Исем өсөн түрә булып, иленә хеҙмәт итер урынына тик мул табышты төрлө юнһеҙ юлдар менән алып ҡалайым тигән вазифалы булып ҡыланған әҙәм аҡтыҡтарына түгел. Илгә ана башҡалар – ярлылар хеҙмәт итһен, тип үҙ балаларын, хатта тыуған-тыумасаһына тиклем үҙ иле өсөн хеҙмәти бурыстан ситләшкән бәндәләр өсөн түгел. Улар беҙҙән түгел, шуға ла аҫтағы мәҡәлә ундай ат тотҡан маҡтаныусыларға ҡағылмай. Брендлы исем алам тигәндәргә, мәҫәлән: «Әбйәлил ҡымыҙы», мосолман булыуыбыҙҙы иҫәпкә алып ошо хәләл талаптары үтәлергә тейеш.
     

     Башҡорт аты
            1
     Һуғышта ҡатнашҡан һәр бер атлы яугир яҡшы белә: ҡаты яраланып, ҡан һауған атының эсен тырһылдатып, йән бирә алмай ятыуын күреүҙән дә уның өсөн ауыр йөрәк ғазабы юҡтыр. Тик хәҙерге киноларҙа ғына ул кавалерист, әгәр аты яраланып ауһа, кабураһынан «һә» тигәнсе пистолетын сығара ла уға мөлдөрәп текләгән, ярҙам һорап, йәшкелт күҙҙәренән соролдатып йәш ағыҙып ятҡан атының маңлайына терәп атып та китә. Дөрөҫ түгел, мең тапҡыр дөрөҫ түгел! Быға ышанмағыҙ! Һуғышта үҙең менән тире һеңешкән, һәр саҡ башын һинең яурынына һалып, бер ҡарағанда йәшкелт, ә икенсе ҡарағанда муйыл кеүек сем-ҡара күҙҙәре менән һиңә бөкилле бирелгәнлеген тик әйтә генә алмай текләп торған, мең ғәләм араһында һине бер кем менән дә бутамай, үҙәге өҙөлөп көткән атыңды үҙ ҡулын, менән атып китеү, үҙеңдең йән дуҫыңды атып үлтереү менән бәрәбәр.
     Ысын атлы яугир теләһә ниндәй дошманының башын ҡыя сабын өҙөргә булдыра ала, ләкин үҙ атының йәнен алырға уның ҡулы һис ваҡытта ла бармаҫ. Бик тә бындай тәбиғи булмаған бурысты үтәү кәрәк икән, уны башҡа, ул атты белмәгән кешеләр башҡара. Ул ғына ла түгел, тормош булғас, үҙ кәртәһендә көткән үҙ малын ир булған кеше ашау өсөн һуғымға тотонмай ҙа тормай, шуға күрә ҡайһы саҡта бысаҡҡа ла тотона, ләкин һуғыш ҡырында йән бирә алмай ятҡан үҙ атына бысаҡ ҡуллана алмай, ундай эшкә уның йәне бармай.
     Хәҙер генә бит ул ир кеше тормошҡа зауыҡланып, үҙ машинаһына яҡындарын ултыртып, тәбиғәт ҡосағына елдерә. Бынан үҙенә йәм, йәненә ләззәт таба. Үҙ машинаңда тәбиғәт хозурлығына һоҡланып бөтә алмай, ҡанат ҡуйғандай, ҡош һымаҡ осоп барыу кешенең йөрәген елкендерә, күңел тыныслығы өҫтәй, хужаһының хәрәкәтен тойоп алға сапҡан машина һәр йөрөтөүселә ғорурлыҡ хисе уята.
     Кешелек донъяһы хасил булғандан алып кеше тиҙлеккә ынтылған, атлап ҡына ҡыуып етә алмаһа, йүгергән, әгәр инде йүгереп тә етә алмаһа, тиҙлеге шәберәк таяҡ ташлған йәки таш һалмауырҙаған.
     Оло быуын кешеләренең әле лә хәтерендәлер: ҡыш көнө йорт эштәре тамамланғас, яҡшы ат тотҡан ҡайһы бер кешеләр еңел санаға үҙ аттарын егеп, урам буйлап, ат юрттырырға сығып китерҙәр ине.
     Беҙҙең ауыл кешеләре ҡырпаҡ ҡар яуған мәлдә батша армияһы офицеры, граждандар һуғышы осоронда ҡыҙыл командир булын ҡайтҡан Өмөтбаев Ибраһим атайҙың, үҙенең күк юрғаһын егеп, ә сомтор урамда йәшәүсе Польша фронтында оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән командиры комбриг Муса Мортазин булған. Айырым атлы бригадала йәйәүле дивизион командиры, ажар мыйыҡлы, бөтә дүрт һанлы кәүҙәһенән көс-ғәйрәт бөркөп торған Ибраһимов Фәттәхтең ҡыҫма билле туны тышынан күкрәгенә боевой Ҡыҙыл Байраҡ орденын тағып, үҙ юртағын кашауай санаға егеп, ат юрттырыуҙарын олораҡ быуын кешеләре әле лә һағынып иҫкә ала.
     Һәр ауылда йыл һайын үткәрелә торған һабан туйҙарындағы ат сабыштары, мәңге юйылмаҫлыҡ хәтирә булып, кемдәрҙең генә күңел төбөндә уйылып ҡалмаған. Беҙ бит әле ул һабан туйҙарында колхоз фермаларынан ғына түгел, айырым хужалыҡтарҙа тәрбиәләнгән аттар сабышыуын да хәтерләп ҡалабыҙ. «Фәлән ауылда, июндең фәләнсә числоһында һабантуй үткәрелә икән», — тигән хәбәр ишетелгәс тә, йөрөк атлы кешеләрҙең йөрәгенә шунда уҡ ут ҡабына, ундай кеше йоҡонан яҙа. Бындай кешеләр үҙ аттарын һабан туйына әҙерләй башлай. Элек уны «Ат- яратыу» тиерҙәр ине. Ләкин уның үҙ атын ярата башлауын бер әҙәм дә белергә, һиҙенергә тейеш түгел, сөнки шулай эшләмәгәндә, был эшкә күрше-тирәлә ҡыҙыҡһыныу арта, ә «сит кеше күҙе тейһә», атыңдан өмөтөңдө өҙ, йә иң артта килә, йә булмаһа яман сиргә һабыша.
     Шуға күрә лә был сара бик йәшерен эшләнелә, шипкерт тә кенә булырға тейеш түгел. Ул үҙ атын ҡояш ҡалҡырҙан алда иртә менән, күрше-тирә ҡуҙғала башлағансы, ә кис инде, донъя һил булғас, нигеҙҙә, ҡояш байығас ҡына йөрөтә. Ат йөрөтөү теләһә кемгә ышанып тапшырылмай, һабан туйында ул атҡа кем атланып саба, тик шул малай ғына йөрөтөргә, күнекмә үткәрергә тейеш. Башта тын атты, йәғни туҡ атты унар километрға саптырып, аҡ күбеккә төшкәнсе тирләтеп ҡыуалар ҙа, бер нисә көн таң ашырып алалар. Был инде һарай түшәменә аттың башын тарттырып, таңға тиклем ашатмай бәйләп ҡуйыу, тигән һүҙ. Тик шунан һуң ғына ат алдына ҡыу бесән һалалар. Атҡа туғайҙан сабып килтерелгән йәшел бесән ашатыу ҡәтғи тыйыла, сөнки был сабырға тейешле аттың ауырлығын арттыра, ә бурыс — уның массаһын кәметеү, ат организмынан артыҡ еүешлекте ҡыуып сығарыу. Бынан тыш атты эсереү етди нормаға һалына. Башта ике биҙрә, бер аҙнанан һуң бер биҙрә, ә инде ат сабышыуға бер аҙна ваҡыт ҡалғас, һыу ярты биҙрәгә күсә. Ләкин ат йонсоп китмәһен өсөн уны һолонан өҙмәйҙәр. Уның да үҙ үлсәме бар. Бындай атҡа сей йомортҡа эсереү тәртибе лә хәтерҙә.
     Бәлки был мәҡәләне уҡығас, минең йәшлек дуҫым, республиканың күренекле журналисы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Әмир Моратовтың иҫенә төшөр. Уның атаһы боронғоса ла, хәҙергесә лә бик уҡымышлы Әфтәх Моратов олатайҙатата-бабаларҙан ҡалған йөрөк аттарҙы яратыу һыҙымы була торғайны.
     Мин үҙ атайым менән ат яратҡан саҡтарҙа Әфтәх олатайға барып, тәүге көндән башлап һуңғыһына тиклем атты нисек яратыу тәртибен яҙып ала торғайныҡ.
     Үкенескә ҡаршы, ул яҙыуҙар беҙҙең ғәмһеҙлектән ғәйре, башҡа унан да ауырыраҡ ҡайғы-хәсрәттәр, төрлө кисерештәр төшөү сәбәпле ҡайҙалыр юғалып ҡалды. Ошо мәҡәлә аша Әмир дуҫым Моратовҡа мөрәжәғәт итәм: әгәр мәрхүм атайыңдың мираҫ булып ҡалған яҙыу-ҡағыҙҙары араһынан ошо ҡомартҡы килен сыҡһа, уны «Башҡортостан» гәзитендә баҫтырып сығарырға мөмкин булыр ине. Уның ҡалған быуындарға ат яратыу өсөн фәһемле бер ҡағиҙәгә әйләнеп китеүе бар.
     Беҙ донъя ҡуйғас та һабан туйҙарында киләһе быуын ат сабыштары ойошторор бит әле, әгәр һәр кем үҙ машинаһына ултырып, төрлө тарафтарға сабып сығып китмәһә? Әгәр инде халҡыбыҙға мәңгелек дан килтергән, ил өҫтөнә төшкән ҡайғы-хәсрәтте, яу ҡайтарыуҙағы оло ҡаһарманлыҡтарҙы ир-егеттәр менән уртаҡлашҡан, тәбиғәткә күркәмлек, халыҡҡа йәм биргән атыбыҙҙы бөтөрөп ҡуймаһаҡ, ҡалған быуын өлөшөнә лә ҡайһы саҡтарҙа йылғыр-йөрөк аттарҙа сабышыу тейер бит әле. Ләкин шуны ла әйтеп китеү кәрәктер: йөрөк ат тотҡан кешеләр бик яҡшы белә — ат яратҡан кеше ата-бабаларынан ҡалған был серҙе бер кемгә лә сисмәҫ булыр. Элгәрерәк был һөнәр тик быуындан быуынға күсә килгән, ете йоҙаҡ менән бикле ырыу сере булып хисапланды.
          2
     Башҡорт атының килеп сығыуы әллә ҡасанғы үткән быуаттарға, тарих төпкөлөнә барып тоташа. Күп сығанаҡтарҙа ул ҡышҡы һыуыҡтарға ла бирешмәгән, йөнтәҫ сыҙамлы себер аты менән көньяҡтан килгән, күберәк һыбай йөрөү өсөн ҡулайлашҡан, ҡыпсаҡ, ғәрәп аттары менән аралашыуҙан килеп сыҡҡан мал, тип иҫәпләнә. Быға дәғүә итеүе, билдәле, ҡыйын, тик шуныһы көн кеүек асыҡ: күсмә тормош менән йәшәгән башҡорт халҡына Уралдың ҡаты климатына түҙерлек, йәйге эҫегә лә бирешмәҫлек, ҡар ҡатламы менән ҡапланған ҡурпы үләнде алғы аяҡтары менән тибеп, үҙенә аҙыҡ табырлыҡ беше ат кәрәк булған. Быуаттар буйы үҙе менән йәнәш йәшәгән был хайуанға кеше бына ошо ҡәтғи талаптарҙы ҡуйған. Бынан тыш, уның һыбай йөрөүгә талымһыҙ, сыҙамлы, йөк ташығанда ғәйрәтле булыу сифаттары ла күҙ уңында тотолған. Ошо юғары талаптарға яуап биргән йылҡы, тәбиғи һайлап алыу һөҙөмтәһендә йәшәүен һәм үрсеүен дауам итеп, Урал алды һәм Урал аръяғы райондарында ғына түгел, Пермь, Силәбе, Ырымбур, Свердлов һ. б. өлкәләрҙә киң таралған таҙа тоҡомло башҡорт атын барлыҡҡа килтергән.
     Ил өҫтөнә килгән яуҙарҙы ҡайтарыуҙа башҡорт халҡының рустар менән берлектә әүҙем ҡатнашыуы тарихта киң билдәле. Улар Пруссия менән булған ете йыллыҡ һуғышта, Рәсәйҙең француздарға ҡаршы алып барған ҡаты һуғыштарында ҡатнашып, тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Уларҙың батырлыҡтары хаҡында ул замандың уҡымышлы кешеләре беҙгә байтаҡ нәмә ҡалдырып киткән.
     «Ҡырҡ аҙым мәргән атыу өсөн (уҡ менән) урта алыҫлыҡ һанала. Яу мәлендә башҡорт уҡ-һаҙағын биленән күкрәгенә күсерә, ике уҡты теше менән арҡыры тешләп ала, ә ҡалған ике уҡты янға һала ла, күҙ асып йомғансы, бере артынан икенсеһен атып ебәрә, һөжүм ваҡытында аты өҫтөнә ныҡ иңкәйә, асыҡ күкрәк һәм терһәгенә тиклем еңе төрөлгән көйөнсә, әсе тауыш сығарып, дошман өҫтөнә ташлана һәм дүрт уҡты ата ла һуңынан һөңгөһө менән сәнсә». Тик был юлдарҙы яҙып ҡалдырған шәхестәрҙең үҙҙәре башҡорт булмауынан тыш, батшаға тоғро хеҙмәт итеүсе дворяндар булыу ғына түгел, әллә нисә тапҡыр батшалыҡҡа ҡаршы сыҡҡан халыҡтың улар синыфы өсөн хас дошман икәнен дә оноторға ярамай. Ләкин шуға ҡарамаҫтан Ватанға һөжүм иткән дошмандар менән һуғышҡан саҡта башҡорт һуғышсыларының батырлығын телгә алып китмәйенсә булдыра алмағандар.
     «Башҡорттар һөңгөнө оҫта ҡулланалар, мылтыҡтан һәм уҡтан мәргән аталар — һуңғыһын шундай көс менән аталар, улар ебәргән уҡ алыҫ булмаған, мәҫәлән, ун биш сажин аралығы кешене генә түгел, атты ла үтеп сыға». «Башҡорт полктарының һуғыш хәрәкәттәрен күҙәтеүсе» инглиз офицеры Роберт Вильсон (Лондон, 1810, 40—41-се биттәр) «Баштарына ҡорос торҡа, өҫтәренә тимер күлдәк кейгән 1500 башҡорт һуғышсыларының Беллай ҡалаһында Бенигсен армияһына килеп һуғылыуы һәм дошман менән батырҙарса һуғышыуы тураһында һөйләй». Тауышһыҙ ҡорал менән ҡоралланған башҡорттар «бик эффектлы һуғышты», «шәхси батырлыҡ күрһәтте» һәм бик күп әсирҙе ҡулдарына төшөрҙө, тип яҙып ҡалдырған.
     «Бәләкәй һуғышта арыу-талыуһыҙ һәм әүҙемлеге сәбәпле берҙән-бер һуғышсан көс булып торған казактарҙан шикләнергә кәрәк» , тип заманында Ф. Энгельс та әйтеп киткән.
Ул ваҡыттарҙа, билдәле булыуынса, казактар категорияһына Дон казактарынан тыш башҡорттар һәм ҡалмыҡтар ҙа ингән.
     1812—1814 йылғы Ватан һуғышында меңәрләгән башҡорт ғәскәрҙәренең әүҙем ҡатнашыуы һәм француздарҙы ҡыуып, рус ғәскәрҙәре менән берлектә, Парижға тиклем барып етеүҙәре хаҡында күп кенә тарихи мәғлүмәттәр бар.
     Ләкин бындай ҡаһарманлыҡтарҙы башҡорт егеттәренең арыу-талыуҙы белмәгән, теләһә ниндәй урман-тауҙы ла, боҙло һыуҙарҙы ла ҡурҡыу белмәй кисеп үтә торған, эҫеһенә лә, сасҡау һыуығына ла бирешмәгән башҡорт атына атланып башҡарыуҙары хаҡында һис кенә лә иҫтән сығарырға ярамай. Башҡорт халҡының үткән тарихын уның атынан башҡа күҙ алдына килтереү ҡыйын. Ул ил өҫтөнә килгән ҡайғыһын да, шатлығын да үҙенә тоғро аты менән бүлешкән.
     Башҡорт аты тураһында ла кешелек тарихы бик күп ҡомартҡы, легендалар һаҡлай." Үҙҙәре күнеккән урман, тау һәм дала шарттарында хәрәкәт иткән башҡорт атлыларын замандаштары ҡыуып тотоуы мөмкин түгел, тип иҫәпләгән.
     Француз генералы де Марбо үҙ мемуарҙарында башҡорт атлылары өсөн теләһә ниндәй юл да ҡамасау түгел, тип яҙған. «Улар һағыҙаҡ күсе шикелле теләһә ниндәй ерҙән килеп сыға. Уларҙы ҡыуып етеү бик ауыр»
     Башҡорттар менән оҙаҡ ҡына аралашып йәшәгән генерал Чернов һыбайлы башҡорт атының сифаттарын бик юғары баһалаған. Төрлө властарҙы оҙатып, өс-дүрт алмаштырған пункттарҙа ла туҡтап тормай, алмашһыҙ шул уҡ атта башҡорттар экипаж яҡлап 6—7-әр сәғәт туҡтауһыҙ 100 саҡрым һәм унан да күберәк сабалар. Башҡорт бер ниндәй ҡаршылыҡты ла белмәй... Уның аты һыуҙы йөҙөп сыға, әгәр ҡалын урман осраһа, ағас араларынан һис бер ҡыйынлыҡһыҙ үтеп китә, бейек ҡалҡыулыҡтарға менеү ҙә, төшөү ҙә уның өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тәшкил итмәй, башҡорт йәйәү үткән урындан уның аты ла үтә ала, сөнки ул ат башҡорттоң бөтә талаптарына ла яуап бирә: үҙе еңел, үҙе ҡурҡыу белмәй һәм түҙемле, шуның менән бер рәттән сыҙамлы һәм осһоҙ (Р. Ө.).
     1735 һәм 1736 йылдарҙа баш күтәргән башҡорттарҙы баҫтырыу миссияһы менән ебәрелгән язалау отрядтарының башлығы генерал Румянцев былай тип яҙғаи: «Улар артынан, ел артынан ҡыуған шикелле, беҙҙең аттарға ҡыуып етеү мөмкин түгел» (1954 йыл И. А. Усмановтан килтерелде Р. Ө.).
     Быларҙан тыш, Башҡортостанда баҫыу эштәре — ер һөрөү, тырматыу, иген һуғыу, — башҡорт аттары ауыл хужалығы эшендә лә нығыраҡ файҙаланыла. Үткән быуаттың яртыһында рустар ғына түгел, башҡорттар ҙа аттарҙы иген һуғыу маҡсатында ҡуллана. Бер көндә биш аттың һәр береһе 100-әр бот иген һуҡҡанын билдәләй В. М. Черемшанский.
Ә инде төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда аттар бүрәнә, таҡта ташыу эшендә файҙаланыла. Бының өсөн артҡы күсәре урман йөгөнөң оҙонлоғона ҡарап шылдырып йөрөтөлә торған арбалар ҡулланыла. Ә инде Урал аръяғында башҡорт аттары ул заманда киң таралған алтын ҡомо, алтын мәғдәндәре ташыу эшендә файҙаланыла.
     Үткән быуаттарҙа Ырымбур — Көнбайыш Себер, Ырымбур — Исеть провинцияһын һәм Ырымбур — Өфө тракттарын хеҙмәтләндергән башҡорт тройкаларының йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә, аттарҙы ял иттереп ашатып тормайынса, яҡты күҙҙә 120—160 саҡрым үтеүҙәре киң билдәле. Стәрлетамаҡ менән Өфө араһын шул уҡ тройка- лар һис бер туҡтауһыҙ 8 сәғәттә үтә торған булғандар.
     Үрҙә әйтеп үтелгәндәр, нигеҙҙә, үткән заманға бәйләнешле ваҡиғалар булһа, башҡорт атының үтә сыҙамлы булыуын ғына түгел, етеҙлеген иҫбатлау өсөн дә хәҙерге сағыу миҫалдар етерлек.
     1942 йылдың октябрь айында, сана ла, арба ла түгел мәлдә, 112 башҡорт атлы дивизияһының Воронеж өл кәһенән 500—-550 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сталинград фронтына иң ҡыҫҡа ваҡытта үҙ йөрөшө менән килеп етеү генә лә күп нәмә тураһында һөйләй. Ул яңғыҙ-ярым һыбайлы ғына булһа бер хәл, бында тотош бер дивизия тураһында һүҙ бара. — Уның бөтә дивизияны хеҙмәтләндергән санитар, хужалыҡ, бәйләнеш эскадрондары, артиллерия дивизионы, аҙыҡ-түлек һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары — бөтәһе лә ат елкәһендә була.
Арыу-талыуҙы белмәгән башҡорт аты тураһында ҡайһы бер шәхси иҫтәлектәрҙе килтереп китеү ҙә ярайҙыр, тип уйлайым. 1939 йыл атай мәрхүм колхоз янғын һүндереүендә торған «Байбулат ҡараһы» тигән атты егеп, бөтә ғаиләһен тейәп, Асҡарҙа үткәрелгән һабан туйына китте. Уның район үҙәгенә килеп төшөүе нишләптер һабан туйының иң ҡыҙған сағына тура килде. Атай үҙ атының егеүгә лә, һыбайға ла нисегерәк икәнен алдан белгән булған, күрәһең. Ғөмүмән колхоз күләмендә даны артыҡ сыҡмаһа ла, был ат яҡшы мал булып хисапланды, шулай ҙа йыйындарҙа сапҡан ат түгел ине.
     Ауыр йөк тартып, елдерә юртып 45 километр ара үткән атты туғарғас та, атай ҡарт уны һабан туйында саптырырға булып китте. Атай бик ҡыҙыу, тәүәккәл холоҡло кеше ине. Әле тире лә ҡатмаған «Байбулат»ты атай комиссияға ҡуйҙы. Комиссия ағзалары бер ауыҙҙан ҡырҡа ҡаршы төштө. «Беренсенән, атың яратылмаған, ана ҡорһағын ҡара, ҡаптай бит (ысынлап та ул йоп-йомро ат булыр ине). Икенсенән: шул тиклем ара үткән атты, ял иттермәй, яңынан 50 саҡрымға ҡыуыу үҙе бер ахмаҡлыҡ, хәле бөтөп, юлда һәләк булып ҡуйыуы бар, тип атайҙы күндерергә тырышып ҡараны комиссия. Ләкин үҙ һүҙле ҡарт торған урынында бер нисә тапҡыр зыр әйләнеп китте лә, башындағы тир һеңешеп ялтырап бөткән түбәтәйен ҡулына йомарлап, ергә һуҡты.
     —   Әгәр ошо ат алда килмәй юлда тәгәрәп үлә торған булһа, колхозға үҙемдең яңғыҙ һыйырымды тапшырам,— тип ҡыҙҙы атай кеше. Сабыр ғына, әҙ һүҙле әсәй мәрхүмә:
     —   Кит, шул тиклем әтәсләнмә, оло кешеләрҙең һүҙен тыңла, әҙерәк. Яңғыҙ һыйырҙан яҙҙыраһың бит, — тип тә ҡараны. Ләкин һис бер кемдең ай-вайына ҡарамай, атай теге атты сабышырға ебәрҙе. Ул саҡтарҙа оло аттар 25, ҡонандар 12 саҡрымға йүгерерҙәр ине. Тик хәҙер генә ул һуҙылып буйың етмәҫ ҡойма бейеклеге аттарҙы 1,6 км-ға саптыралар, һуғыштан алдағы үткәрелгән йыйындарҙа ирҙәр йүгергән дистанция ла 10 саҡрым булыр ине.
     Һабан туйына төрлө яҡтарҙан килгән 50—60 атты хәҙерге Ишҡол ауылы ҡырынан аҡҡан Өлкән Ҡыҙыл йылғаһы кисеүенән ебәрҙеләр. Ул ара район үҙәгенә теп-теүәл 25 саҡрым ер хисаплана. Аттарҙы старттан ебәреп, ярты алыҫлыҡты үткәс, «Байбулат ҡара»һы дүртенсе-бишенсе урынға сыҡты, һабан туйы майҙанына етерҙән алда 2—3 километр ара ҡалғас, һөҙәк үрҙә, үҙенән 100—120 метр алдан йомарланып сапҡан оҙонтороҡ күк айғырҙы тапап уҙып китте. Тик Асҡарға түбән төшкән һарҡыуҙы үткәндә генә ул тағы ла өсөнсө урында тороп ҡалды. Бының сәбәбе бөтөнләй аттың арыуында түгел, ә уның кәүҙә төҙөлөшөндә, экстерьерында ине. «Байбулат»тың артҡы аяҡтары алғыһына ҡарағанда байтаҡҡа оҙон була торғайны. Ул, хас үрғуяны шикелле, тауға күтәрелгәндә тағатылған йомғаҡтай тәгәрәй, ер бауырлап сабыр ине, ә түбәнгә тәкмәс атып китеүенән ҡурҡып, сабыуын яйлатыңҡырап, һаҡлыҡ менән генә төшөр ине. Ә Асҡарға ингәндәге һарҡыуҙа шул сәбәп арҡаһында артта ҡалған күк айғыр «Байбулат»ты яңынан уҙып китте.
     Шулай ҙа ул, яратылмаған, һабантуйға бөтөнләй әҙерләнмәгән ат, бер көндө 100 саҡрым ер үтеп, Буденный исемендәге колхозға бүләккә бесән сапҡыс алып бирҙе.
     — Әгәр тағы ла 5—6 километр ара булһа, «Байбулат» алда килгән оҙон тороҡ кир атҡа атланған кәзә һаҡаллы Аҫыл ауылы (Баймаҡ районы) бабайын тапап китә ине, — тиеште һуңынан шул уҡ комиссия ағзалары.
     1941 йылдың май урталарында шул атҡа атландырып, колхоз идараһы мине Әбйәлил районының төньяҡ-көнсығыш сигендә ятҡан «Большевик» колхозының ул саҡтағы атаҡлы председателе Хөснөтдинов ағайға ебәрҙе. Мин уның менән орлоҡ алмашыу өсөн килешеү төҙөшөп ҡайтырға тейеш инем. Иртәнге ҡояш ҡалҡҡан мәлдә сыҡҡан кеше — мин үҙ эшемде бөтөрөп, Айыуһаҙы тигән ауылдан шул уҡ көндө: ҡояш байымаҫ элек үҙ ауылыбыҙға кире әйләнеп ҡайтып төштөм. Ул саҡта «Байбулат»ҡа сама менән 12—13 йәштәр булғандыр, ә үткән ара 170 саҡрымдан да кәм түгел ине.
     Башҡорт атының сыҙамлығына тағы бер сағыу хәтирә иҫтә уйылып ҡалған. Республика хеҙмәтсәндәренең Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуына 400 йыл тулыуға арналған тантанаһын байрам итеү көндәре ине.
     Таһир Таипович Күсимов менән хәҙерге Матбуғат йорто урынындағы ипподромда юғалып торабыҙ, сөнки бында ла ошо уңай менән ойошторолған ҙур ат ярыштары бара. Беҙҙең Баймаҡ районынан да бында аттар саҡырылған. Шуға күрә мин был тамашаға битараф түгел. Иң ныҡ күҙ терәп торғаныбыҙ «Һаҡмар» колхозының «Квадрат» исемле һары айғыры, сөнки ул быға тиклем район һабан туйҙарында ла ал бирмәгән йөрөк ат ине.
     Бына бер мәл «Квадрат»ты ат һарайынан сығарып, стартҡа ҡуйҙылар. Әллә ат белгесе, данлыҡлы кавалерист эргәлә ултырғанғамы, әллә ат өсөн янып-көйөп, үтә ныҡ тулҡынланыуҙанмы йөрәк һис тә урынында түгел, күкрәктән ярһып сығып бара, тын ҡыҫыла, әйтерһең дә, «Квадрат» урынына ипподромда сабышырға үҙемә ҡушҡандар. Етмәһә, хөкүмәт трибунаһы тәңгәленә килеп баҫҡан һары айғыр бөтә ғәләм алдында лапылдатып, бер ҙур өйөм һалып ҡуйҙы. Атты күреп, кәйефе ҡырылыуҙандыр инде, көслө муйынын бер яҡҡа бороп, Таһир Таипович ситкә ҡарай башлағас та, минең күңелгә борсолоу шәүләһе ятты. «Оҡшатмай» тигән һығымта баштан йәшен тиҙлеге менән үтеп китте. Шунан һуң күҙенең ҡырыйы менән вайымһыҙ ғына баҫып торған һары айғырға ҡараш ташланы ла һоро күҙҙәрен секерәйтеп миңә төбәне. Берәй нәмәгә асыуы ҡабарһа, Таһир Таипович күҙҙәрен ҡыҫып, һәр саҡ шулай хәрәкәтһеҙ ҡарашы менән һине тишкәнсә ҡарап, ялмап алыр ине.
     — Ниндәй тоҡомдан? — тип һораны генерал ҡоро ғына.
     — Дончак менән башҡорт аты ҡатнаш булырға тейеш,— тинем тоҫмал менән.
Шунан һуң бер аҙ өндәшмәй ултырҙы ла түштәш урынында йөнө өрпәйеп торған атҡа яңынан ҡарашын һирпеп (Аттың йөнө өрпәйеп тороу уның таҙа-сәләмәт түгеллеген аңлата. Р. Ө.):
     — Баймаҡтан был нәмәгеҙҙе ниндәй транспорт менән алып килдегеҙ, — тип ҡыҙыҡһынды.
Мин һис бер ни уйлап тормайынса:
     — Ниндәй транспорт ти — Баймаҡтан шул үҙ йөрөшө менән килде инде, — тинем бер ҡатлы ғына. Эргәмдә ултырған генералдың ҡуңыр бит остары алһыуланды, танау япраҡтары һыуыҡта туңған шикелле ап-аҡ булды, ул тынын йыш-йыш алып, трибунанан мине һуғып осорорға теләгәндәй, сүместәй йоҙроғон төйнәп, бик ҡаты итеп һүгенде лә, гөрөлдәп сыҡҡан тамаҡ тауышы менән:
     — Аҡылы теүәл кеше ошонда ат сабыштырам, тип 500 саҡрымға үҙ йөрөшө менән айғыр ҡыуамы? — тине лә, араның бөтөнләй өҙөлөүен белдергәндәй, һырт биреп ултырҙы. Икебеҙ ҙә өндәшмәҫ булдыҡ, ләкин икебеҙ ҙә күҙ ҡырыйы менән генә аттарҙың сабышын күҙәтәбеҙ.
     — Ярар, — тине генерал бер аҙ тынысланып, — артта килергә лә бер һәпрә кәрәк тә инде, — тине.
     Беҙ инде тәүге әйләнештә үк урта тышта сапҡан «Квадрат»ты күреп, унан бөтөнләй төңөлгәйнек инде. Ләкин һуңғы әйләнештә бөтә аттарҙы тапап үтеп, финишты беренсе булып киҫкән «Квадрат»ты күргәс, үпкәләр онотолоп, ҙур ҡыуаныстан күҙҙән йәштәр атылып сыҡты, беҙ бер-беребеҙ менән ҡосаҡлашып үбештек тә, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, баш кейемдәрҙе аяҡ аҫтына атып бәрҙек.
     Бына һиңә башҡорт аты! Бына уның һис кем башына килтерә алмаҫлыҡ бөтмәҫ-төкәнмәҫ физик мөмкинлектәре!
          3
     Тибендә йөрөгән өйөр-өйөр башҡорт йылҡыһын уның төп һәм тулы хоҡуҡлы хужаһынан йәғни башҡорт айғырынан башҡа күҙ алдына килтереү әлбиттә ҡыйын.
     Башҡорт атының тоҡом сифатын яҡшыртыу, иң беренсе нәүбәттә ата-бабаларынан бейегерәк, етеҙерәк тоҡом алыу маҡсаты менән башҡорт бейәләрен әллә ҡайһы тарафтарҙан килгән ғәрәп, Дон, ахалтекин тоҡомло айғырҙар менән аралаштырып ҡарағандар. Ә 1930 йылдар уртаһында «тоҡом яҡшыртабыҙ» тип Урал аръяғы хужалыҡтарында башҡорт айғырҙарын бөтөнлән " юҡ итеү башланған. Ләкин белгестәр күпме генә тырышлыҡ һалмаһын, алған үрсемдең ата-әсәһенән бейегерәк булыуынан тыш, башҡа сифаттары бөтәһе лә тиерлек күпкә ҡайтыш булған. Иң тәүҙә ул тибенләү сифатын юғалтҡан, ҡышҡы сасҡау һыуыҡтарға түҙә алмаған, егеүгә һәм һыбайға арымтал булған. Быға ул аралаш тоҡомдан сыҡҡан айғырҙарҙың өйөр тотоу һәләтлегенән мәхрүм булыуын өҫтәргә кәрәк. Башҡорт атының тоҡомо барған һайын насарайыуы белгестәрҙе яңынан таҙа башҡорт айғырҙарын эҙләргә, шулар менән яңынан (нисәнсе тапҡыр инде!) эш башларға мәжбүр иткән.
     Башҡорт айғырҙарының өйөрҙә эске тәртип урынлаштырыуҙан һәм ундағы малды икенсе яҡҡа айырылып ки теүенән һаҡлап тороуынан башҡа «рыцар»лыҡ вазифалары ла бар. Ул өйөрҙө, бигерәк тә ҡышҡы яуын-сәсендәрҙә, эт-ҡоштан һаҡлай. Ҡыш бауыры йомшарып, ул яҙға ауыша башлаған мәлдә бүреләр төркөм-төркөм ойошоп йөрөй башлайҙар. Бына тап ошо саҡта өйөр айғыры үҙенең «рыңар»лыҡ сифаттарын күрһәтә лә инде. Айғыр кешнәп, ҡурҡыныс барлығын белдергәндән һуң, ҡолон, тай-тулаҡты өйөр эсендә ҡалдырып, бейәләр баштарын түңәрәк эсенә боралар ҙа артҡы аяҡтары менән ас бүреләрҙең һөжүмен кире ҡағырға әҙерләнәләр. Бындай осраҡта өйөр айғыры килгән бүреләрҙе ҡыуалап, ҡайһы берҙәрен тешенә эләктереп ырғытып, өйөрҙө әйләнеп саба башлай, ә һуңынан инде ҡасҡан бүреләрҙе эҙәрләргә тотона.
     Баймаҡ яҡтарында ныҡлы тоҡом һәм бик күп һөтлө бейәләр ҡалдырған «Герой» исемле башҡорт тоҡом айғырының өйөргә һөжүм иткән бүреләрҙе эҙәрләп, йән-фарман сабып барған саҡта, ҡасып барған бүреләрҙең дә, үҙенең дә текә ҡаянан осоп һәләк булыуы тураһында әле лә ғәжәп легендалар һаҡлана. Әйткәндәй, Баймаҡ ял йортона Өфөнән, Сибай һ. б. урындарҙан хәл йыйырға килгән кешеләр аша шул тиңдәшһеҙ алышта һәләк булған «Герой» исемле айғыр тоҡомонан килгән бейәләрҙең ҡымыҙын эсеп ҡайталар, сөнки был ваҡиға ял йортон ҡымыҙ менән тәьмин итеп тороусы Ҡуянтау тәжрибә хужалығында булған.
     Ә инде үрҙә мин әйтеп киткән, төрлө тоҡом менән аралаштырыуҙан алынған айғырҙарҙа бындай «рыцар»лыҡ сифаттары булмай ғына түгел, улар йылҡы өйөрөнөң яҙмышына бөтөнлән битарафлыҡ күрһәтә. Ундай айғырҙарға йылы һарай, яҡшы тәрбиә кәрәк, был айғыр бүре менән алышыу ғына түгел, икенсе айғырҙың был өйөрҙән бейәләрен айырып алып китеүенә лә ғәмһеҙ ҡарай.
     Таҙа башҡорт тоҡомло айғыр-йылҡы көтөүсеһенең иң яҡын, беренсе ярҙамсыһы. Ҡайһы бер өйрәнгәнерәк айғырҙар үҙ өйөрөн, хатта бейә һауа торған мәлдә ҡыуып, еҙелеккә лә алып килә.
     Атлы ғәскәргә хеҙмәткә алынған таҙа башҡорт айғыры маршта ла, сафта ла бер ҡасан да ал бирмәҫ булыр, ат, бейә артында барырға йәки уларҙан артта сафҡа баҫырға бер ваҡытта ла риза булмаҫ. Ул сафта мотлаҡ ғауға ҡуптара һәм үҙ хоҡуғын талашып булһа ла яулап ала, иң алға килеп баҫа. Билдәле, уға атланған кеше лә үҙ айғырына лайыҡ булырға тейеш, теҙгенен һәлберәтеп ултырған мәжнүн кешене бер ҡасан да ундай атҡа атландырмайҙар. Бер ниндәй ҡурҡыу белмәгән яҡшы ат һәм дошман йөрәген тетрәткән батыр егет атлы ҡыҙыл ғәскәрҙең ысын кәүҙәләнеше булып тора. Ат— атлы һуғышсының беренсе ҡоралы. Быуаттар буйына йәшәп килгән кавалерия уставының беренсе пункты ла: «Ат — һуғышсының ҡоралы...», тип юҡҡа ғына башланмай.
     Башҡорт аттарының йөк ташырға булған һәләтен дә билдәләп үтмәү мөмкин түгел. 1875—1877 йылдарҙа сыҡҡан «йылҡысылыҡ заводтары» тигән журналда, иң яҡшы башҡорт аттары 130—142 бот тейәлгән йөктө тарта ала, тип әйтелгән.
     Мал аҙығы етештереү һәм малсылыҡ институты йылҡысылыҡ бүлегенең тикшеренеүҙәре был тәңгәлдә бына ниндәй мәғлүмәттәр (һынауҙар 1970 йылдар уртаһында үткәрелгән Р. Ө.) килтерә.
     Баймаҡ районы «Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхоздың 10 йәшлек таҙа башҡорт тоҡомло аты 4579 килограмм йөктө тартып, 400 метр ара үткән. Шул уҡ колхоздың 8 йәшлек таҙа тоҡомло башҡорт аты 4334 килограмм йөктө 340 метр тартып алып барған.
     Шул уҡ райондың «Салауат» исемле колхоздың 11 йәшлек аты 4201 килограмм йөк тейәлгән ике арбаны тартып, байтаҡ ара үткән. Ошо уҡ һынауҙар башҡа тоҡом менән ҡатнашҡан башҡорт аттарының кәүҙәһе байтаҡҡа бейек булыуға ҡарамаҫтан тартҡан йөктәренең күләме күпкә кәм булыуын күрһәткән. Был миҫалдар Башҡортостанда фәҡәт таҙа башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүҙең ни тиклем файҙалы һәм эффектлы булыуы тураһында һөйләй.
     Беҙ ошоға тиклем башҡорт атының һыбай һәм йөк ташыу өсөн файҙаланыуҙағы ыңғай сифаттары хаҡында һүҙ алып барҙыҡ. Быларҙан тыш, башҡорт аты ит етештереү һәм кеше һаулығы өсөн ҡиммәт эсемлек, ҡымыҙ етештереүҙең дә ҙур сығанағы булып тороуы хаҡында ла әйтеп китергә бурыслыбыҙ. Күсмә тормош менән йәшәгән халыҡтарҙа ат һыбай йөрөү һәм йөк ташыу өсөн файҙаланыуҙан тыш ул кешегә ашау-эсеү ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә торған мал булып та хисапланған.
     Сәйәхәтсе академик П. С. Паллас 1770 йылда: «Башҡорт далаларына Московиянан һәм Дондан ауырыу халыҡ ҡымыҙ эсергә йыйыла, сөнки был эсемлек һаулыҡ өсөн бик файҙалы», — тип яҙып ҡалдырған.
     Ҡымыҙҙың сәләмәтлеккә файҙалы эсемлек икәнен яҡташыбыҙ С. Т. Аксаков та әйтеп киткән. «Яҙғыһын, ҡара тупраҡлы дала яңы, хуш еҫле һутлы үлән менән ҡапланғас та, ә ҡышты бик ныҡ ябығып сыҡҡан бейәләр утлы ғып, көрәйеп алғас, бөтә тирмәләрҙә лә ҡымыҙ бешеү башлана, һәм бөтә тере йән — имсәк баланан алып бәлтерәп бөткән ҡартҡа тиклем — кинәнгәнсе шифалы батырҙар эсемлеген эсә, һәм, ғәжәп рәүештә ас ҡыштың бөтә сырхаулыҡтары юҡҡа сыға, хатта ҡартлыҡ юҡҡа сыға, асҡаҡ биттәр тулышып китә, эскә батҡан яңаҡтарға ҡыҙыллыҡ йүгерә» .
     Ҡымыҙ менән дауаланыу маҡсатында башҡорт далаларына бөйөк рус яҙыусыһы Л. Н. Толстой ҙа килеп йөрөгән. Уның башҡорттар менән дуҫлығы 20 йылға тиклем дауам иткән. 1875 йылда уның ҡатыны Софья Андреевна: «Л. Н. Толстой ҡымыҙҙа ята, һау-сәләмәт, ҡап-ҡара булып ҡояшҡа янған», — тип яҙҙы. Ә уның улы И. Л. Толстой: «Атайым унда әле буйҙаҡ сағында, 1862 йылда барҙы, ә һуңынан үҙен дауалаған доктор Захарьин кәңәше буйынса, 1871 һәм 1872 йылда, иң аҙаҡтан 1873 йылда беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән барҙыҡ. Атайым менән Степа ҡымыҙҙы яраталар һәм күпләп әсәләр. Атайым иң ҙур туҫтаҡты ике ҡулы менән тотоп, бер тынанан бөткәнсә эсә. Башҡорт һәр ваҡыт өҫтәп һалып тора. Ул йыш ҡына бер ултырыуҙа һигеҙәр туҫтаҡ һәм унан да күберәк эсә ине», — тип яҙҙы
     «1901 йылда А. П. Чехов Андреевск санаторийында (хәҙер ул яҙыусы исемен йөрөтә) ҡымыҙ менән дауалана, Ә Башҡортостан ерендә ҡымыҙ менән дауалау өсөн тәүге санаторий Аксаково станцияһы эргәһендә Сергей Тимофеевнчтыц ейәнсәре О. Г. Аксакова тарафынан төҙөлә, һуңыраҡ Глуховская станцияһынан биш саҡрым ерҙә «Рус Швейцарияһы» барлыҡҡа килә. 1892 йылдан алып Шафран станцияһы тирәһендә бер нисә санаторий төҙөлә һәм эшләп башлай» .
     Ҡымыҙ йәй айҙарында күсмә тормоштағы халыҡ өсөн туҡланыуҙың төп продукты булып иҫәпләнгән. Ә хәллерәк башҡорт һәм ҡаҙаҡтар ҡымыҙ эшләүҙе йыл әйләнәһенә ойошторғандар, бының өсөн тик һауын бейәләргә ҡыш көндәре һоло ашатыу талап ителгән.
     Ярым ултыраҡ тормошҡа күскән башҡорттар ҡышҡа ҡарай ыҙмаға әйләнеп ҡайтҡас, йәй буйы көтөүҙә йөрөгән йылҡыны һуғымға һуйған. Ғөмүмән, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттар араһында уның ите тәмлелеге, туҡлыҡлылығы буйынса беренсе урында, һарыҡ ите икенсе, ә инде һыйыр ите өсөнсө урында торған. Замандаштарының әйтеүҙәре буйынса, килгән ҡунаҡҡа йылҡы ите урынына һарыҡ, һыйыр ите бешергән башҡорт ҡунағы алдында ҡат-ҡат ғәфү үтенгән. Ә инде ҡош ите ғөмүмән, бигерәк тә Ырымбур губернаһы башҡорттарында, ашҡа һаналмаған. Йылҡы ҡаҙыһы, ат ялы тик иң ҡәҙерле, иң хөрмәтле ҡунаҡтарға ғына әҙерләнгән.
     Ашатып һимертелгән аттың 11 пар ҡабырғаһынан ҡаҙы уның ас эсәгенә тығып эшләнгән. Уға тәм һәм тат өҫтәү өсөн, шулай уҡ тиҙерәк өлгөртөү ниәтендә уны башта тоҙло һыуҙа ике-өс көн тотҡандан һуң ҡаҡлауға элеп ҡуйғандар. Ошо көйөнсә ул айҙар буйы һаҡланған.
     Ҡыш айҙарында төнгө йылҡы көтөүсеһенә мотлаҡ ҡо-ротланған, боросланған бер-ике туҫтаҡ тоҙлоҡло йылҡы һурпаһы эсереп оҙатыу тәртибе булған. Был төнгө йылҡы көтөүсеһен ниндәй ҡаты бурандарҙа ла бирештермәгән, сөнки йылҡы һурпаһы кешене өшөүҙән һаҡлаған. Ғөмүмән, һимеҙ йылҡы ите үҙе лә ниндәй сасҡау һыуыҡтарҙа ла, башҡа ит шикелле, шаҡырайып туңып бармай.
     Аттың тиреһе, лә тормош кәрәк-ярағы өсөн киң ҡулланылған. Янбаш тиреһен эшкәртеп, ҡымыҙ йөрөтөү өсөн һаба, турһыҡ эшләгәндәр. Ул ғына ла түгел, янбаш тиреһенән иләнгән тиренән батшаның үҙенән башлап, уның чиновниктарына тиклем (нигеҙҙә хәрби ҡатлам) шагреневый тип аталған итек тектереп кейгәндәр. Аттың ҡойроҡ-ялынан ҡыл арҡан, муйынсаҡ ишкәндәр (еҙелектә колон бәйләй торған урын Р. Ө.), бер башынан икенсеһенә ҡаҙаҡ ҡағып, ҡолон бәйләү өсөн дә оҙон арҡанды ошондай ҡылдан әҙерләгәндәр. Ат тарамышы тиртун, яры салбар тегеү өсөн еп булып хеҙмәт иткән. Тун нисек кенә ылбырап төшмәһен, тарамыш еп мәңге үҙ ныҡлығын юғалтмаған — серемәгән дә, өҙөлмәгән дә. Йылҡы һөйәгенән арба күсәре өсөн май, һабын, ҡысыу һ. б. ауырыуҙарҙы дауалай торған шифалы дарыу әҙерләгәндәр.
          4
     Билдәле, ерле халыҡ хужалыҡ һәм көн итеү өсөн иң кәрәкле булған малдың һанын кәметмәү генә түгел, уның тоҡомон яҡшыртыу буйынса ла байтаҡ ҡына тырышлыҡ һалған. Әйткәндәй, 1845 йылда тик Ырымбур губернаһы буйынса ғына 1,852 мең йылҡы иҫәпләнгән. Ә 1850 йылда тик ошо губернала йәшәгән башҡорттар ҡулында ғына 569879 баш йылҡы булған. Был һәр ир затына 2,25 ат тура килгән тигән һүҙ .
     Башҡорт атының тоҡомон яҡшыртыу һәм уны нигеҙҙә һыбай йөрөү, һуғыш маҡсатында ҡулланыу өсөн яраҡлаштырырға ынтылыу теләге лә бик күптән барлыҡҡа килгән. 1740 йылда уҡ ун армия полкы эргәһендә 4000 бейәнән һәм 572 айғырҙан ғибәрәт йылҡысылыҡ заводтары ойошторолған. Быларҙың төп нигеҙе булып, таҙа башҡорт бейәләре торған. Башҡорт аттарын ҙур теләк менән Ырымбур һәм Яйыҡ казактары һатып алырға тырышҡан.
     Башҡорттарҙың 1797 йылдан алып 1861 йылға тиклем хәрби казак ҡатламы хоҡуғында тороуы һәм уларҙың 17 йәштән 45 йәш тулғансы һәр береһенең, ҡағиҙә булараҡ, атлы ғәскәр сафына алыныуы ла башҡорт атының тоҡомон яҡшыртыу теләген көсәйткән. Бына шуға күрә лә, 1830 йылдарҙан алда уҡ башҡорт ғәскәрҙәрендә йылҡы заводы ойошторола. Быға башҡорт ғәскәрҙәре өсөн урындағы аттарға ҡарағанда экстерьеры отошлораҡ, иң беренсе нәүбәттә, бейегерәк аттар етештереү бурысы йөкмәтелә. Тоҡом яҡшыртыу маҡсатында был заводҡа таҙа ҡанлы иң яҡшы тоҡомло башҡорт бейәләре һәм һыбай йөрөүгә ҡулайлашҡан ғәрәп айғырҙары килтерелә. Ошо уҡ маҡсат менән 1864 йылда был завод яңы тоҡом аттарын бөтә Башҡортостанға үрсетеү (рассадник) пунктына әүерелә. Ләкин уның төп йүнәлеше үҙгәрмәй — атлы ғәскәргә һыбай файҙаланыу өсөн аттар етештереү булып ҡала. Ләкин был ысул менән алынған тоҡомло аттар буйы-һыны менән нисек кенә бейек, күркәм булмаһын, урындағы башҡорт атының тоҡомон яҡшыртыу буйынса артыҡ уңыштар ҡаҙана алмай. Был эште артабан йәнләндереү ниәте менән урындағы тәбиғи-климатик шарттарҙы Дон далаларына оҡшатып, Дон айғырҙарын килтереү ҙә артыҡ һөҙөмтә бирмәй. Шуға күрә 1881 йылда был үрсеткесте бөтөнләй ябырға мәжбүр булалар. Шулай итеп, 50 йыл барған был тәжрибә бер ниндәй нәтижәһеҙ һүнеп ҡала .
     Ләкин 1930 йылдарҙан башлап, үткән быуаттағы был бер ниндәй ыңғай һөҙөмтә бирмәгән эште онотоп, типик башҡорт , аттары таралған Хәйбулла, Матрай, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында таҙа тоҡомло башҡорт айғырҙарын төбө-тамыры менән бөтөрәләр ҙә (быны әйтеүе генә анһат!), 1924 йылда ойошторолған Маҡан йылҡысылыҡ заводының ситтән килгән айғырҙарын файҙаланып, яңынан башҡорт атының тоҡомон «яҡшыртырға» керешәләр. Ләкин был тағы кире һөҙөмтәләргә килтерә, сөнки алынған йәш тоҡом бер нисә сантиметрға ата-әсәһенән оҙонтороҡ булыуға ҡарамаҫтан, Урал аръяғының ҡышҡы сасҡау һыуығына түҙә алмай ғына түгел, көсһөҙ, нәҙек муйынлы, нескә аяҡлы был йылҡы ҡыш ҡар өҫтөндә тибенләү өсөн бөтөнләй яраҡһыҙ булып сыға. Быуындан быуынға тоҡом яҡшырыу урынына башҡорт атының тоҡомо һаман насарая, физик сифаттары түбәнәйә бара. Бына шуға күрә, 1943 йылдан башлап, был зарарлы практиканан инде икенсе тапҡыр баш тартып, өр-яңынан таҙа башҡорт аты үҫтереү бурысы килеп баҫа. Ләкин был осор ауыр һуғыш йылдарына тура килә — башҡорт аты сифат яғынан ғына түгел, һан яғынан да көрсөккә терәлә.
     Шулай итеп, был факт объектив тәбиғи закондар менән хисаплашмай, волюнтаристик субъектив элементтарҙы көсләп тағыу кешелек йәмғиәтендә генә түгел, ә хатта малсылыҡта ла кире һөҙөмтәләргә килтереүенә тағы бер асыҡ миҫал булып тора.
     Шулай ҙа Урал арты райондарында таҙа тоҡомло башҡорт атын үҫтереү маҡсатында 1945 йылда Баймаҡта район-ара Дәүләт йылҡысылыҡ тоҡом үрсетеү станцияһы асыла. Уның алдына был эште яңынан аяҡҡа баҫтырыу, артабан үҫтереү һәм башҡорт атының тоҡомон яҡшыртыу бурысы ҡуйыла. 1946 йылдың ғинуарына был район- ара пункт (госплемрассадник) составына 2672 ат, шул иҫәптән 1267 бейә һәм 67 айғырҙы берләштергән 29 йылҡысылыҡ фермаһы инә. Уның ойошторолоу мәле һуғыштан һуңғы ауыр ваҡытҡа тура килеүгә ҡарамаҫтан был йүнәлештә уңышлы ғына эштәр башҡарыла.
     Ләкин башҡорт атына бынан һуң да оло ғына һынауҙар аша үтергә тура килә. 1954—1956 йылғы сиҙәм эпопеяһы башҡорт атының тағы ла бәкәленә һуға. Ул һан яғынан ҡырҡа кәмеүгә дусар ителеүҙән тыш, йәмғиәт малы хисабынан бөтөнләй төшөп ҡала. Эш шунда тора: республикала ошо осорҙа күтәрелгән 600 мең гектарҙан артыҡ сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙең өстән беренән күберәк өлөшө йылҡысылыҡтың иң ныҡ үҫешкән урыны — Урал арты райондарына тура килә. Элек көтөү-көтөү йылҡы өйөрҙәре тибенләгән ерҙәр нигеҙле-нигеҙһеҙ һөрөлә башланды, һәм йылҡыны артабан үрсетеү һәм үрсетмәү мәсьәләһе тағы көн тәртибенә килеп баҫты. Бөтә илде ҡаплап алған сиҙәм эпопеяһына башҡорт аты ҡаршы тора алманы — уны сиҙәм бураҙналары яңынан баҫып китте, был юлы уны оҙаҡ ҡына тора алмаҫлыҡ итеп баҫты. Башҡорт аты башына яңынан ҙур бәлә килде. Ул тиклем йылҡыны ҡыш кәртәгә индереп аҫрау, мал аҙығы әҙерләү һәм ат һарайҙары төҙөү өсөн ул замандарҙа хужалыҡтарҙың бер ниндәй ҙә иҡтисади мөмкинлектәре юҡ ине. Элекке зоотехник нормалары буйынса 12 баш һарыҡ-кәзәгә тиңләп йөрөтөлгән оло ат үҙе ҡыш сыҡҡан быҙау, һарыҡ бәрәбәренә тороп ҡалды. Бөтә Урал арты хужалыҡтарында аттарҙы башмаҡ, һарыҡ малына алмаштырыу башланды. Бынан тыш Магнитогорск, Орск ит комбинаттарына йылҡы тапшырыу киң ҡолас алды.
     Был инде колхоз, совхоздарға ныҡ үрсей башлаған йылҡынан ҡотолоу өсөн уйлап сығарылған бер сара ине, сөнки тапшырылған йылҡы ите хөкүмәт планы иҫәбенә индерелмәне. Ит комбинаттары тапшырылған йылҡының һәр килоһы өсөн хужалыҡтарға ул саҡтағы аҡса менән 50 тин түләне. Һыу һөлөгө шикелле һомғол бейәләрҙе, тибендә уйнаҡлап йөрөгән байтал-тайҙарҙы бушлай тигәндәй илленсе йыл урталарында ит комбинаттарына ҡыуырға тура килде. Бындай күп һанға иҫәпләнмәгән ул саҡтағы бәләкәй генә, ҡулайлашмаған комбинаттар сират көтөп торған йылҡыларҙы бер ниндәй аҙыҡһыҙ ялан кәртәлә тоттолар. Тибендән килеп, аҙналар буйына ас торған йылҡы кәртәләнгән ағастарҙы ашап бөткәс, хатта тимер сыбыҡ сәйнәргә мәжбүр булды. Магнитогорск комбинатына иткә тапшырыу өсөн йылҡы ҡыуыу уларҙы көткән йылҡысыларға бер оло йән ғазабына әйләнде. Уларҙың был мәғәнәһеҙ эштән баш тартып, бармай ҡалыу осраҡтары ла йыш булды.
     Йылҡы тапшырыуға ҡаршы нигеҙле дәлилдәр килтереп, юғары органдарға ҡағыҙ яҙып мөрәжәғәт итеүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Сөнки ул замандарҙа сиҙәмгә бәйләнешле мәсьәләләрҙе күтәреп сығыу партия сәйәсәтенә ҡаршы сығыу менән тиң баһаланды, сөнки «сиҙәм сире» бөтә илде солғап алғайны.
     Бына ошондай йәки шуға оҡшаш «эксперименттар» арҡаһында башҡорт аты бөтөнләй бер хоҡуҡһыҙ «Закондан тыш» малға әйләнеп ҡалды. Быны иҫбатлау өсөн тағы бер миҫалға мөрәжәғәт итәйек. Колхоз һәм совхоздар мал аҙығына баланс төҙөгән саҡта атты һәр ваҡыт тигәндәй керетеп хисаплайҙар, ләкин эш балансты практик ҡулланыуға килеп терәлһә, уны бөтөнләй аҙыҡ балансынан һыҙып ташлайҙар. Баланста ҡаҙ-өйрәк, хатта тауыҡ та бар, ат ише ат унан төшөп ҡала. «Һәр ат үҙенә-үҙе аҙыҡ табырға тейеш» тигән элек-электән ҡала килгән яңылыш ҡараш аттың тағы бәкәленә бәрә. Ләкин ашатылған мал аҙығын хисаплаған саҡта: «Аттарҙы ашатыуға фәләнсә тонна бесән, һалам һәм фәләнсә центнер һоло тотонолдо», тип бухгалтерияла теркәп ҡуйырға бер ҙә онотмайҙар. Хужалыҡта етештерелгән һөттөң һәм фураждың үҙ ҡиммәтен сығарған саҡта әлеге лә баяғы ғәйепһеҙ мал етәкселәрҙең иҫенә тағы килеп төшә, сөнки хужалыҡта башҡа малдарға ашатылған фуражды һәм бесәнде ат өҫтөнә һалмаһаң, уның үҙҡиммәте юғары була, ә был инде башҡа төр малдарҙан алынған аҡсалата керемде кесерәйтеп күрһәтә, уның һөҙөмтәһендә малсылыҡ продукттары етештереүҙең рентабеллеге түбәнәйә.
     Шулай итеп, ат башына хәсрәт төшһә, ҡайһы бер хужалыҡ етәкселәре уны белмәй ҙә, күрмәй ҙә, ә инде үҙ баштарына хәсрәт төшһә, уны яңынан бик тиҙ иҫтәренә төшөрә.
Шуға күрә, башҡорт аты менән оҙаҡ йылдар буйына үткәрелгән тикшеренеүҙәр, эксперименттар, уның хужалыҡтағы әһәмиәтен етерлек тиклем баһаламау һәм уның ихтыяждары менән хисаплашмау арҡаһында ул бер хоҡуҡһыҙ малға әүерелеп ҡалды. Был уның һанына ғына түгел, бигерәк тә сифатына бик ныҡ тәьҫир яһаны.
Ырымбур губернаһында ғына 1846 йылда 1,852 мең баш ат булыуы хаҡында беҙ үрҙә әйтеп үткәйнек шикелле.
     Ул яңынан етмеш йылдан һуң 980 меңгә төшөп ҡала. Һуғыш алдынан Башҡортостанда бөтәһе 524 мең баш ат иҫәпләнә. Ә 1995 йылдың ғинуарына республиканың колхоздарында һәм совхоздарында барыһы 127 мең баш йылҡы малы тороп ҡала, шул һандан 50 меңгә яҡын атҡа йүгән дә, ҡамыт та кейҙерелмәгәнен хисапҡа алһаҡ, Башҡортостанда атҡа ҡараш һәм уның бөгөнгө торошо нығыраҡ асыҡлана һымаҡ.
     Шулай ҙа йылҡысылыҡтың бөгөнгө хәленә, уның киләсәкке планына бер ҡараш ташлау ҙа артыҡ булмаҫ.
     Бөгөнгө көндә мал аҙығы һәм малсылыҡ проект-технология институты йылҡысылыҡ лабораторияһы менән ойошторолған фермала тупланған тоҡом бейәләренән алынған һәм алынасаҡ йәш үрсем киләсәккә ит етештереү йүнәлешендә эшләй торған барлыҡ фермаларҙың да нигеҙе булып тора.
     Республикала йыл һайын 5 меңдән артыҡ бейә һауыла, 2 мең тоннанан артыҡ бик туҡлыҡлы һәм шифалы эсемлек—ҡымыҙ етештерелә, ләкин был һан ул эсемлеккә булған талапты һис кенә лә ҡәнәғәтләндермәй. Институттың йылҡысылыҡ лабораторияһында тикшеренеүҙәр шуны иҫбатланы: киптерелгән бейә һөтө онтағын ғына түгел, үҙе лә сабый балалар өсөн әсә һөтөн алмаштыра.
     Башҡорт ҡымыҙы нигеҙендә тиҫтәләрсә йыл эшләп килгән 5 санаторий һәм курорт ул эсемлеккә булған ихтыяжды тағы ла киҫкенләштерә, сөнки улар Башҡортостан хеҙмәтсәндәренән тыш, башҡа бик күп өлкәләрҙән килгән ауырыуҙарҙы ла дауалай.
     119-сы Өфө йылҡысылыҡ заводы базаһында беҙҙең илдә иң ҙур ҡымыҙ етештереү фермаһы ойошторолған. Бында 250 баш бейә һауыла. Был заводта йыл һайын меңәр центнер ҡымыҙ алына. Фермала аҫралған бейәләрҙең күбеһе йылына уртаса 2000—2500 литр һөт бирә, ә заводтың ҡайһы бер бейәләренең уртаса һауымы өс мең литрҙан да ашып китә. Бындай һандар республика күләмендә генә түгел, илдә лә иң юғары күрһәткес булып иҫәпләнә.
     Баймаҡ тәжрибә хужалығы, Әбйәлил районы Калинин колхозында, Баймаҡ районы «Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхозда, «Ирәндек» совхозында йылына 2000 литр һөт бирә торған башҡорт йылҡыһының махсус өлгөләрен үҫтереү буйынса тикшеренеү эштәре алып барыла. Бейәләрҙең һөтсөлөк продуктлылығын күтәреү мал тоҡомон төрлө яҡлап баһалау нигеҙендә генеалогик структураны уңайлаштырыу хисабынан өлгәшелә.
     Башҡорт аттарының юғалған сифаттарын ҡайтанан барлыҡҡа килтереү һәм ит етештереүҙә йылҡысылыҡтың файҙаһын күтәреү маҡсатында Башҡортостанда, атап әйткәндә, Байрамғол совхозында, бер төр «Джабе» тип аталған ҡаҙаҡ һәм яҡут айғырҙары менән тороҡтороу эше башланды. Был юл менән алынған үрсемдең ике йәш ярым ваҡытында үҙ тиңдәштәренән 40—50 килограмға тере массаһын арттырыуға килтерҙе. Хәҙерге көндә ошо эш нәтижәһендә был хужалыҡта үҙҙәренең тере ауырлығы 440—450 килограмға еткән аттар барлыҡҡа килде. Ошо типтағы бейәләр һаны бөгөнгө көндә 145 баш иҫәпләнә. Был ферма бер нисә тапҡыр халыҡ хужалығы уңыштары күргәҙмәһендә ҡатнашты.
     Ләкин ошо көнгә тиклем ҡымыҙ фермалары күп ҡул көсө талап итә, сөнки бейәне һауыуҙан алып ҡымыҙ етештереүгә тиклем фермаларҙа бер ниндәй ҙә механизация индерелмәгән. Ҡымыҙ етештереү технологияһы бынан нисә быуаттар элек нисек булған, хәҙер ҙә шул кимәлдә тороп ҡалған, тиһәк тә бер ҙә хата булмаҫ. Ҡайһы бер ҙурыраҡ фермаларҙа ҡымыҙ бешеү эше механизацияланған тип әйтергә була, ләкин ул да хәҙергә бик камил түгел. Бейә һауыу өсөн агрегаттар ҡулланыу әле беҙҙең Башҡортостан фермалары өсөн тик өмөтлө хыял ғына.
     Һуңғы йылдарҙа ҡыҙыҡлы ғына бер хәлде күҙәтергә мөмкин. Йылҡы һаны кәмегән һайын, уның итен хуш күреүселәр арта бара. Организм тарафынан тиҙ үҙләштереүсән, был туҡлыҡлы һәм тәмле иткә ихтыяждың артыуы унда аҡһым матдәһенең һыйыр, һарыҡ иттәре менән сағыштырып ҡарағанда күберәк булыуы менән бәйләнгән. Аттың башҡа хайуан кеүек теләһә ни менән туҡланмауы уның итен санитария йәһәтенән иң таҙа ит тип хисапларға хоҡуҡ бирә.
     Институттың тикшеренеүҙәре башҡорт атының, бигерәк тә тибендәге йылҡының тиҙ генә һимереүгә һәләтле икәнен күрһәтте. Тау-таш, ҡуйы урман араһында ла үҙенә аҙыҡ таба алыуы менән ат башҡа хайуандарҙан ҡырҡа айырыла. Тик тибендә тәбиғи шарттарҙа үҫтерелгән ҡолон 6 ай эсендә 180 кг-ға етә, бер йәшлектәр йәйге көтөү осоронда 80 килограмм, ә инде ике йәшлек тай-байталдар 60—70 килограмм артым бирә. Тикшереүҙәр шуны күрһәтә: 2 йәшлек тайҙы 40 көн көсөргәнешле ашатыу 42 килограмм артым бирҙе, был һәр көнгә 1005 грамм тигән һүҙ.
     Бөгөнгө көндә Башҡортостандың бөтә йылҡысылыҡ фермаларында тигәндәй Баймаҡ районы «Ғәйрәт» һәм «Спектр» тигән айғырҙарҙан таралған, фәнсә әйткәндә, ике «завод линияһы» эшләй. 1991 йылда республикала халыҡ селекцияһы тарафынан барлыҡҡа килгән йылҡы малына «Башҡорт аты» тигән юғары статус бирелде.
     Бөгөнгө көндә мал аҙығы етештереү һәм малсылыҡ институтының эшмәкәрлеге йылҡының тоҡомон яҡшыртыу менән бер рәттән уны тәрбиәләүҙең алдынғы технологияһың тәҡдим итеүҙән ғибәрәт. Оҙайлы ҡыш буйы ашатыу өсөн мал аҙығының страховой запасын булдырып, улар йөрөгән тибенлектәрҙе арыш, бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсеп яҡшыртыу иң мөһим бурыс булып тора. Бынан тыш тибенләүгә бүленгән майҙандарҙа кәрәк булған бөтә төр үләндәрҙе тапатмай, ҡышҡыға ҡалдырыу мотлаҡ. Хәҙер ошондай тибенләү майҙандарында институт тикшеренеү эштәре алып бара һәм тәүге һөҙөмтәләр бындай эште киңерәк ҡулланырға мөмкинлек бирә.
     Әйтергә кәрәк, тибен йылҡыһы менән шөғөлләнгән Урал аръяғы райондарында ғына ошо юл менән 1000 тонна осһоҙ ат ите етештерергә, ә республика буйынса уны икеләтә арттырырға мөмкин. Бының өсөн һәр хужалыҡта 50-шәр бейәнән торған йылҡысылыҡ фермаһы ойоштороп зоотехния эшен яҡшыртыу нигеҙендә 100 баш бейәнән 90-шар ҡолон алыуҙы тәьмин итергә кәрәк. Урындағы башҡорт тоҡомло ат уға түккән сығымды бик юғары хаҡ менән кире ҡайтара.
     Ә хәҙергә, әйтергә кәрәк, бейәләрҙән ҡолон алыу күрһәткесе маҡтанырлыҡ түгел. 1989 йылда әгәр 100 бейә 65 ҡолон тыуҙырһа, 1994 йылда ике бейәнән бер генә ҡолон алынған тиерлек.
     1985 йылдың октябрендә институт эшләгән .«Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереүҙең рациональ системаһы» РСФСР ауыл хужалығы министрлығының фәнни-техник советында ҡаралып, хуплау тапты. Был системала һуңғы 25 йыл эсендә институттың был өлкәлә башҡарған бөтә хеҙмәттәре бар. Йылҡысылыҡ фермалары туплауҙан башлап, ҡымыҙ эшләү һәм йылҡы ите етештереүҙең барлыҡ алдынғы технологияһы индерелгән.
     Ат көсөн интенсив файҙаланыу мәсьәләһендә лә республикала матур ғына үрнәк булырлыҡ миҫалдар аҙ түгел. Хужалыҡ ни тиклем юғары механизацияланған һәм керемлерәк булһа, бындай хужалыҡ эсендә ат көсөн файҙаланыу ҙа шулай уҡ яҡшыраҡ ҡуйылған. Ләкин республиканың колхоз һәм совхоздарында беҙ ниндәй парадокс күрәбеҙ? Яғыулыҡҡа хаҡ өҫтәлгән һайын ауыл хужалығы етәкселәре ат көсөнә йәбешеп ятырға тейештәр ҙә һымаҡ. Ә ысынбарлыҡ бөтөнләй икенсене күрһәтә. Дөйөм йөк ташыуҙа аттың өлөшө йылдан-йыл кәмей бара, шуға ҡарамаҫтан, ауыл ерҙәрендә генә түгел, ҡайһы бер бәләкәйерәк ҡалаларҙа ла ат менән йөк ташыуға булған ихтыяж кәмемәй, киреһенсә, барған һайын арта. Ошо уҡ ваҡытта 44 процент йылҡы малы республиканың хужалыҡ тармаҡтарында бер ҡайҙа ла файҙаланылмай. Бының, билдәле, үҙ сәбәптәре лә юҡ түгел.
     Беренсенән, элекке ваҡыттағы кеүек, аттарҙы тулы файҙаланыу маҡсатында колхоз, совхоздар ҡамыт-дуға, арба йәкп сана менән тәьмин итеү мәсьәләһен үҙ елкәләренән бөтөнләй алып ташланы тиһәк тә хата булмаҫ. Элекке тик ҡамыт-дуға, арба, сана һәм тәгәрмәс һуғыу кеүек эштәр менән шөғөлләнгән махсус промартелдэр хәҙер бөтөнләй юҡҡа сыҡты, ә һыбай йөрөү өсөн эйәр етештереү хаҡында һөйләп тораһы ла юҡ. Хәҙер республика хужалыҡтарында ҡышын-йәйен ат дағалау бер ҙур мәшәҡәткә әйләнде. Ул һәнәрҙе белгән һәм уның менән шөғөлләнгән кешеләр көндән-көн аҙая бара. Ә бит заманында һәр ауылда тигәндәй атты станокка ҡуймайынса, уның тояҡтарын тубыҡҡа һалып, аттың бәкәлен тотоп, даға ҡатыусылар ҙа бар ине.
     Ат түңәрәге ойоштороу өсөн колхоз, совхоз ул тиклем ҙур сығым түкмәйәсәк. Ул түңәрәктәрҙе түләүле итеп тә ойошторорға була. Бының менән беҙ хәҙер ауылдарҙа алъюҫыҡҡа ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла сабыулап, төндәрен үҙ ауылдаштарына йоҡо бирмәгәи күп йәштәрҙе атҡа атландырып, үҙ «матайҙары»нан бер аҙға айырыр инек. Икенсенән, тән сынығыуы өсөн ат өҫтөндәге күнекмәләрҙе башҡарыуҙан да файҙалыраҡ башҡа спортты тәҡдим итеүе ҡыйын. Беҙҙең атаҡлы хәрби етәкселәребеҙҙең 80—85 йәшкә еткәнсе ат өҫтөндә һыбай йөрөүҙәре осраҡлы ғына хәл түгел. Ҡайһы бер ауылдарҙа әле лә 70—75 йәшлек ҡарттарҙың ат өҫтөндә, майшәм кеүек, теп-текә ултырып елдереп китеп барыуҙарын йыш ҡына осратырға була.
     Ат өҫтөндә йөрөгән кешенең бер генә мыҫҡал да артыҡ ауырлығы булмай, уның мускулатураһы ла бәлйерәп таралмай, ҡоршау һуҡҡан шикелле ҡаты була, атта оҙаҡ йөрөгән кешенең йөрөштәре лә икенсерәк — еңел, аяҡ осона ғына баҫып, осоп килгән төҫлө тойола. Атта йөрөү кешенең кәйефен дә күтәрә, йәшәү дәрте өҫтәй, тәбиғәттең иң күркәм, аҡыллы вәкиле менән аралашыу кешенең үҙен изгерәк итә, нескәргән күңелендә эске ғорурлыҡ тойғоһо уята, беренсе нәүбәттә, сослоҡҡа, етеҙлеккә өйрәтә. Атлы ғәскәрҙә хеҙмәт иткән кешенең шәхси абруйы элгәрерәк заманда уның чинынан тыш, ниндәй ат атланып йөрөүе менән дә баһалана ине.
     Бына шуға күрәлер ҙә үҙенең Совет армияһындағы 40 йыл хеҙмәтенең 25 йылын атлы ғәскәргә бағышлаған данлыҡлы генералыбыҙ Советтар Союзы геройы Таһир Кусимов һәр әңгәмәлә лә ат хаҡында һөйләүҙән ялыҡмаҫ ине, үҙе менән бергә хеҙмәт иткән ҡайһы бер иптәштәренең исем, фамилияһы хәтер ҡапсығынан төшөп ҡалыуға ҡарамаҫтан, үҙе атланып йөрөгән толпарҙарының барыһына ла курсант сағынан башлап, экстерьеры, үлсәүҙәре һәм төҫө менән генә түгел, хатта исемдәре менән дә һис яңылышмай әйтеп бирер ине. Тимәк, ул аттары тураһындағы иҫтәлектәрҙе үҙенең хәтер һандығынан сыҡмаҫлыҡ итеп, бикле көйөнсә йөрөткән. Эйе, Таһир ағай Күсимов һуғышсының ғына түгел, һәр кешенең үҙ атына мөнәсәбәте, мөхәббәте нисегерәк булырға тейешлегенә бер өлгө булып мәңге хәтерҙә ҡалды.
     Йылҡысылыҡ буйынса үрҙә әйтеп кителгән ҡайһы бер ыңғай һөҙөмтәләрҙе был мөһим һәм иҡтисади йәһәттән осһоҙ тармаҡты аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереү эшендә тик тәүге аҙымдар ғына тип хисапларға кәрәк.
     Ләкин шуны ла билдәләп үтмәү мөмкин түгел: беҙҙең республикала үҙенең бөтә ғүмерең «башҡорт аты»н үрсетеү, ҡымыҙ эшләп сығарыуға арнаған Сайган И. А., Мөрсәлимов И. А., Шамаев А. Ғ. ауыл хужалығы фәндәре докторҙары Әхәтова И. А., Масленников В. В., Сөләймәнова X., Лоҡманов И. А. һ. б. кеүек күренекле ғалимдарыбыҙ бар. Әйткәндәй, Башҡортостан ҡымыҙ етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урында тора.
     Илен һәм үҙ халҡын быуаттар буйына данға күмгән, Ватанды сит дошмандарҙан һаҡлап алып ҡалыуҙа һәр ваҡыт үҙ күкрәген ҡалҡан итеп, ил батырҙары менән бәрәбәр ҡаһарманлыҡ күрһәткән башҡорт аты күберәк иғтибарға һәм бәхетлерәк яҙмышҡа мохтаж һәм лайыҡ.