Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны,халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны

       Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны,халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны

   Күп йылдар үткән, һыуҙар аҡҡан. Яуҙа ғәйепләнгәндәрҙең аҫылдары аҫылған. Һөргөнгә ебәрелгәндәрҙең ҡайһылары ҡайтышып, тыныс торам тигәндә, тағы ла бер ғауға ҡупҡан. «Француздар яу асҡан, Мәскәүҙе килеп баҫҡан. Батша ҡасҡан» тигән хәбәр таралған. Ил ҡарттары йыйылып, түрә- һәрә һөйләшеп, ат-хат еткән ерҙән саҡырып, илде йыйғандар. Батша фарманын уҡып, кәңәш-төңәш иткән саҡта, ҡәбер төбөнән сыҡҡан кешеләй, башын-күҙен йөн баҫҡан, аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ та йыйынға килгән. Танығандар булғандыр. Берәү бер һүҙ әйтмәгәс, барыһы ла аптырап, Байыҡҡа ҡапланып ҡарағас, Байыҡ былай тигән, ти:

Алыҫтан ҡарайып күренгән
Тулҡын да тулҡын тигәнем, —
Көтөүселәр өйөргән
Йылҡы микән тигәнем —
Тулҡын түгел, ил икән,
Ил йыйылған ер икән.
Ат саптырып йыйҙырған
Туй тигәне — шул микән?
Сәләм бирһәм, алмаҫтай,
Һүҙемә ҡолаҡ һалмаҫтай
Күҙгә сағылған күбегеҙ
Ябай түгел, бей һымаҡ;
Араға һалған һүҙегеҙ
Балалай түгел, ир һымаҡ*.
Ниңәлер, һүлпән туйығыҙ —

Үлек сығыр өй һымаҡ!
Мин дә әйтһәм берәй һүҙ,
Туйға килгән ир һымаҡ,
Һүҙем ҡырын ҡаҡмаҫһыҙ,
Ҡағырҙай ир юҡ һымаҡ.
Арағыҙҙа кем булһын:
Тарханмы, кәрәк бей булһын,
Миңә тимәһә, тау ярыр
Ҡылыс тотҡан ир булһын, —
«Мин уҙаман» тиерҙәй,
Һунарым алып, ҡарт булып,
Ҡанъяғаһын* төйөрҙәй,
Түргә ултырып, баш тотоп,
Баш ҡойҡаһын ейерҙәй,
Барыбер берәү табылмаҫ!
Булһа ла, күҙемә сағылмаҫ,
Азамат булып танылмаҫ!

Күп йәшәгән ни белгән,
Күпте күргән шул белгән!
Шулай ҙа йөҙгә еткәндә
Белгәнем әйтеп үтмәһәм,
Хатам күҙгә төрткәнде
Тағы ла әйтеп үтмәһәм,
Үле тәнем, йыуылып,
Быу менән генә аҡланмаҫ!
Яманаттан бүтәнем* —
Ил телендә һаҡланмаҫ!
Ҡәберем күргән уба тир,
Иҫкә лә алмаҫ, һоҡланмаҫ!

Йөҙ йыл буйы уйлаған,
Халыҡҡа шулай һөйләгән,
Ҡанға аунап эҙләгән
Бер уйым бар тапмаған,
Быуға ла төшөп аҡмаған,
Баҙға ла төшөп батмаған,
Мин генә түгел эҙләгән,
Күптәр сапҡан, тапмаған.
Ул уйымдың эсендә —
Көнләшеү түгел, тарлыҡтан,
Зарлыҡ та түгел, ҡартлыҡтан,
Өнө сыҡмай ҡапланған
Ил теләге, ҡарлыҡҡан;
Өҫтө ҡанға тапланған
Ил теләге тарлыҡтан.

«Хан, хан, — тигән күп ирҙәр, —
Алып килә дан, — тигән, —
Ҡаны башҡаға ҡан, — тигән, —
Беҙ алырбыҙ дан», — тигән.
Сыңғыҙ килгән: «Мин! — тигән,
Мин ҡунаҡмын тимәгән.
Ил өҫтөнә ҡул йәйгән,
Мин китәмен, — тимәгән. —
Улын, бейен үҫтергән,
Ҡара ҡошон тотторған,
Барынан ант иттергән, —
Илдең ҡанын эс, — тигән, —
Сергенән* ҡанда кис, — тигән; —
Ҡанын, динен һорама,
Бары беҙгә ҡол, — тигән; —
Эт һанындай хан үҫһен,
Яуызлыҡта дан үҫһен,
Беҙгә терәк шул», — тигән.

Быуын-быуын үткәндә,
Хандар килеп киткәндә,
Хандан илгә ни ҡалды?
Эркелеп ҡандан һаҙ ҡалды,
Ил таланып таҙ ҡалды,
Өҫтөндә бөтмәҫ зар ҡалды.
Олатайҙар дихайға*
Мәскәүгә баш эймәгән,
Яҡла тип, Аҡ батшаға
Юҡҡа тик ант бирмәгән!
Ай, ант, тигән, ант, тигән,
Антың йотма, тот, тигән,
Ярлыҡамаҫ ят, тигән,
Ятҡа анттан ҡайт, тигән.
Туғанға биргән аҡ антың
Менер аттай көт, тигән.
Ай, ят, тигән, ят, тигән,
Ят тигәнде бел, тигән,
Ул ят тигән — кем, тигән?

Һыйлашҡанда дуҫ яҡшы,
Һөйөшкәндә ҡыҙ яҡшы,
Китапҡа оҙон һүҙ яҡшы,
Яуға менһәң, буҙ яҡшы;
Башыңа бәлә килгәндә,
Яман булһа ла күргәндә, —
Үҙ туғаның, шул яҡшы:
Ике туған талашыр,
Атҡа менһә, ярашыр!

Туған, туған, тигәс тә,
«Ул туған кем?» — тигәс тә,
«Ата, әсә бер булған Ҡарындашмы? » — тигәс тә,
Берәүҙең яңғыҙ балаһы
Кемде ҡарындаш ти(е)р икән?
Эсә лә һөттәш булмаһа,
Кеме һыулаш — шуны әйтер;
Йылғала һыулаш булмаһа,
Кеме ерҙәш — шуны әйтер.
Бер әсәнән түлләгән
Ҡыҙҙан бажа булмаһа,
Бер тупраҡты еҫкәгән
Ҡыҙҙан бажа — шуны әйтер.
Бер йылғанан һыулаған,
Бер тупраҡта аунаған,
Әсәләй күреп шул ерҙе,
Ырыҫын шуға төйнәгән*,
Төйәкләнеп, туҡланып,
Йәндәй күреп, һоҡланып,
Йыр йырлаған, көйләгән,
Моңон-зарын үҙ-ара
Бер-беренә һөйләгән, —
Ирме булһын, ҡыҙ булһын,
Батшамы ул, кем булһын,
Шул тупраҡта түлләһен,
Илде ҡурсып үрләһен, —
Бер туғаның шул булыр.

Мәскәүҙә ҡупҡан шау, тиҙәр,
Килеп баҫҡан яу, тиҙәр.
Француз булһын, кем булһын,
Ситтән килгән ят булыр.
Унан илгә ҡот булмаҫ,
Баҫҡан ере ут булыр,
Үҙе Сыңғыҙҙай эт булыр.
Ил сигенә ят баҫҡан,
Ҡунаҡ түгел, яу асҡан.
Мәскәү бит оран һалған :
«Аҡ батшаға ант биргән
Ирҙәр менһен ат!» — тигән.
Батша бит һөрән һалған:
«Илде баҫты ят!» — тигән.
Минең дә һүҙем шул булыр:
Ант боҙғанға ни булыр? —
Таяныр терәге юҡ булыр,
Ҡаңғырып йөрөр Байыҡтай,
Тынлыҡ тапмай хур булыр.

Байыҡты танып, һүҙен дә ишеткәс, бөтә халыҡ умарта ҡортондай гөжләшеп күтәрелеп киткән.

*Балалай түгел ир һымаҡ — иәғни ир-егеттөр хәл итерлек ҙур мәсьәлә
*Ҡанъяға — эйәр бауы.
*Яманаттан бүтәнем — йәғни яҡшы даным, изгелектәрем
*Серге — эйәр аҫтына һалынған кейеҙ.
*Дихайға — бушҡа.
*Ырыҫын шуға төйнәгән — бәхетен шуға бәйләгән