«Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — тимәйек, зинһар

                                                                  Ҡотлайым?

                                        «Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — тимәйек, зинһар
     «Поздравляю!» Рус телендәге һүҙ был. Уны рус ҡәрҙәштәребеҙ йыш ҡуллана. Сөнки христиан дине тәртибенән килә ул ғәҙәт.
     Христиандарҙың дин әһеле (священник), Аллаһ менән бәндә араһындағы урталыҡта тороп, (посредник) үҙе атҡара алмағанды, фәҡәт Аллаһ үтәй торған ғәмәлде лә үтәйем, ти. Мәҫәлән, кешеләрҙең гонаһын ярлыҡай, ә беҙ, мосолмандар, үҙебеҙ атҡара алмаған, үтәргә көсөбөҙ, хәлебеҙ, мөмкинлегебеҙ булмаған ғәмәлде үтәйбеҙ, тип әйтмәйбеҙ.
     Ҡотлайым (йәки: «Тәбрикләйем!»), тибеҙ икән, хәлебеҙҙән килмәгән эште «үтәйем», — тип әйтәбеҙ булып сыға. Сөнки Әҙәм балаһының ҡотларға ла, тәбрик тә итергә хәленән килмәй. Фәҡәт ҡәрҙәш халыҡтың теленән тура тәржемә итеү юлы менән әйтелә был һүҙҙәр.
     Мосолман кешеһе һәр ғәмәлдең, хәлдең, тороштоң, булмыштың Аллаһтан, фәҡәт уның ихтыярынан икәнде белә. Шуға күрә «Ҡотло булһын!», «Мөбәрәк булһын!» тип, теләген әйтә. Аллаһҡа мөрәжәғәт итә мосолман кешеһе. Аллаһтың ҡотло, мөбәрәк итеүен теләй.
     Бөгөнгө көндә дин әһелдәре лә (муллалар ҙа): «Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — ти.
     Динде, дин ғилемен белмәгәнлектән түгел, ә телгә, тел үҙенсәлегенә, халыҡтың менталитетына иғтибар итеп еткермәгәнлектән килә был.
     Телдә кешенең күңеле, ғилеме, тәрбиәһе сағыла. Динде инҡар итеп, динһеҙлекте өгөтләп йөрөгән замандың шауҡымы сағыла «Ҡотлайым!», «Тәбрикләйем!» — тигән һүҙҙәрҙә. Аллаһ бойорһа, яңы быуын, телебеҙгә лә, динебеҙгә лә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә лә иғтибарлы, беҙгә ҡарағанда күпкә ғилемлерәк тә булыр. Шул сағында яңылыш һөйләүҙәр, хаталаныуҙар юҡҡа сығыр.
     Беҙгә, Әҙәм балаларына, хатаға иғтибар итеү, фәһем алыу, төҙәлеү тейешле.
     Оло йәшкә еттем, йәшлектә өйрәнгәндән арынып булмай! — тип аҡлана дин әһелдәре. Был иһә — аҡланырға маташыу ғына. Фәһем алған, ғилеменә даими талапсан булған кеше һис аҡланмай, телендәге лә, ғәмәлендәге лә хаталарын төҙәтә, сәбәп ҡыла ошо йоҫоҡта.
                                                                                                        Башҡортса дини календарь