Бүгәсәүгә ҡушылып, Ир-батырға ҡуш булып

                                                        Бүгәсәүгә ҡушылып,
                                                      Ир-батырға ҡуш булып

Алыҫ та алыҫ ерҙәрҙә,
Беҙ күрмәгән илдәрҙә
Дон тигән йылға бар икән.
Йылғала йөҙгән балыҡҡа,
Эшләп көн күргән халыҡҡа,
Тирҙәрен түккән улдарға,
Ай кеүек һылыу ҡыҙҙарға
Донда ла тормош тар икән,
Унда ла тормош тар икән.

Дон буйынан ҡуҙғалып,
Яҡ-яғына күҙ һалып,
Бүгәсәү тигән бер батыр,
Йәмәлкә тигән ир-батыр,
Сал бөркөттәй саңҡылдап,
Янған үрттәй ялҡынлап,
Халыҡҡа оран ташлаған,
Ялпыға хитап (мөрәжәғәт, манифест) ташлаған.
Тауҙарҙы үткән был хитап.
Һыуҙарҙы кискән был хитап.
Бүгәсәү батыр янына
Ғәскәр килгән бихисап.
Эйәрләп, атҡа менгән дә,
Биленә ҡылыс элгән дә,
Бүгәсәү тигән шул батыр,
Йәмәлкә тигән ҙур батыр,
Арыҫландай ажғырып,
Юлында ҡойон яндырып,
Түрәһе менән батшаның,
Баяры менән батшаның,
Байҙары менән батшаның,
Һанаты менән батшаның,
Алыш та атыш башлаған.

Дуҫтарын йыйған Бүгәсәү,
Дошманын ҡырған Бүгәсәү,
Һуғышта алған дан менән
Яйыҡҡа еткән Бүгәсәү.
Аңлағыҙ ошо телмәрҙән:
Ул миңә хәбәр ебәргән,
Бығаулының ҡулынан
Бығауын йолҡам, тигән ул;
Тышаулының аяғынан
Тышауын йолҡам, тигән ул;
Ерһеҙ ҡалған башҡортҡа
Ерен бирәм, тигән ул;
Һыуһыҙ ҡалған башҡортҡа
Һыуын бирәм, тигән ул;
Ҡол булып килгән башҡортҡа
Иркен бирәм, тигән ул.
Башҡорттар үҙ ерендә,
Тыуған-үҫкән илендә,
Ҡош булып, күккә менһендәр,
Балыҡтай һыуҙа йөҙһөндәр,
Боландай ерҙә елһендәр, —
Ана шулай тигән ул.

Хәбәрем бар күп ерҙәрҙән;
Батыр ҙа батыр ирҙәрҙән:
Тамъянынан, Бөрйәндән,
Юрматы, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән,
Таңғауырҙан, Ҡатайҙан,

Йәшенән, ҡарт атайҙан, —
Бары ла әҙер торалар.
Бары ла уҡ-ян ҡоралар.
Ауыҙ эсендә тел йөрөй,
Тел осонда һүҙ йөрөй:
Аҫыл алтын сапанлы
Батша, тиҙәр Бүгәсәү;
Аҫыл көмөш эйәрле
Атта, тиҙәр, Бүгәсәү,
Аҫыл алтын сапанлы
Батша булһа ла Бүгәсәү,
Аҫыл көмөш эйәрле
Атта булһа ла Бүгәсәү,
Баяр башын ҡыя икән,
Һанат башын ҡыя икән,
Ирек алып килә икән,
Ер, урман, һыу бирә икән,
Башҡортҡа ана шул еткән.

Йыл артынан йыл үтте,
Ҡыш булды ла, боҙ китте.
Нисәмә йылдар буйына,
Ҡамыт кейгәндәй муйынға,
Бөркөттәй саңлар заманда
Тыныс тороп ҡараныҡ;
Бай, түрәләр ни ҡушһа,
Шуны эшләп ҡараныҡ;
Ни һораһа бай, түрә,
Шуны биреп ҡараныҡ.

Билде лә бөктөк хеҙмәттә,
Тирҙе лә түктек хеҙмәттә;
Алтын да биреп ҡараныҡ,
Атын да биреп ҡараныҡ.
Түрәнең тамағы туйманы,
Йәбер-золомон ҡуйманы:
Меңәрләп малды ҡыуҙылар,
Йөҙәрләп йәнде ҡыйҙылар;
Ил ағаһы ирҙәрҙең
Күҙенә ҡурғаш ҡойҙолар;
Аҫыл да аҫыл ҡыҙҙарҙы
Ҡол итеп ситкә ҡыуҙылар.
Ҡан һауҙы инде күҙебеҙ,
Бөттө инде түҙемебеҙ!

Бүгәсәүгә ҡушылып,
Ир-батырға ҡуш булып,
Казактарға иш булып,
Яуға сығыр көн етте,
Ирек яулар көн етте!
Туй барғанда, түш киреп,
Көрәшкә сыҡҡан — батырмы?
Икәүҙән-икәү алышып,
Ҡорҙашын йыҡҡан —
                    батырмы?
Халҡына йәне ҡушылған,
Дошмандан илен ҡурсыған,
Эйәрләп атҡа атланған,
Ажғырып яуға ташланған, —
Илдең батыры шул булыр,
Илдең күрке шул булыр.

Атҡа менегеҙ, ирҙәр, ағалар,
Асылһын әйҙә иҫке яралар!
Яраларҙы ирек уңалтыр,
Яуыз дошман башын юғалтыр
Ҡурҡмаҫ булһа ирҙәр яранан,
Уҡ та үтмәҫ беҙҙең аранан!
Батырмын, тип кем әйтмәй, —
Яу килгәндә йүне юҡ;
Сәсәнмен, тип кем әйтмәй, —
Яу килгәндә өнө юҡ.
Һайлап алған һылыуыңдан
Ҡанлы йәшен түктермәй,
Һөтөн имгән әсәйеңдең
Ҡайғынан билен бөктөрмәй,
Тотҡон ҡоштай башҡортҡа
Әҙер ирек бармы ни?

Ялт-йолт иткән ябалаҡ
Яҙмышта кемгә юлдаш
булмаған?
Бүтәгә үлән, буҙ ялан
Кемгә түшәк булмаған?
Яғаһына ҡош оялап,
Яңағына себен-серәкәй
                        балалап,
Ир-егеттең башы ҡайҙа ятып
ҡалмаған?
Йөк күтәреп бил бөктөрмәй,
Хахылдап ҡан төкөрмәй,

Иҙел кисмәй, ут үтмәй,
Хәләл ҡаныңды түкмәй, —
Башҡортҡа тиң ирек бармы ни?

Күк ыласындың балаһы
Бауҙа үлә талпынып,
Яҡшы атаның балаһы
Шәһит үлә яу йөрөп.
Ҡарсыға үтмәҫ урмандан
Ыласын үтә таң менән.
Михнәт менән көн күргәнсе,
Яуҙа үләйек дан менән!
Ҡулыма алған был күмер –
Йортобоҙҙан ҡалған күмер ул;
Утҡа ташланған сабый
                           балалай,
Һулҡылдап янған күмер ул.
Ҡулымды көйҙөргән шул күмер
Эшебеҙгә геуаһ булһынсы.
Күмергә әйләнгән күк үлән
Юлыбыҙҙа түшәк булһынсы, —
Бөркөттәй күктә осорға,
Балыҡтай һыуҙа йөҙөргә,
Боландай ҡырҙа елергә –
Теләгебеҙ шул булһынсы!

Бүгәсәүгә ҡушылып,
Ир-батырға ҡуш булып,
Казактарға иш булып,
Шул теләкте яулайыҡ,
Шул иректе яулайыҡ!

 

Халыҡта был ҡобайыр Салауат әҫәре тип йөрөтөлә. Йырауҙар, сәсәндәр мәғрифәтселәр китабынан