Төш күреү
     Төш, кешенең йоҡлағанда йә иһә бер аҙ серем иткән мәлдә аңға ингән төш күреү нимә ул? Ғүмеребеҙ буйы беҙҙең аҡыл-рух-йән-тән эргәһенән айырылмай уларҙы оҙатып йөрөгән төштө нимә менән аңлатып була? Әлбиттә әҙәм балаһының төшөн, йән-рухын – уның тәбиғәтең кешелек аңлата алмай. Ҡайһы бер фән ғалимдардары төштө ул кешенең көндөҙ кисергән аҡыл эшмәкәрлегенең төнгө ярһыуы тип әйтергә маташһаларҙа ул тураға килмәй, сөнки беҙ төшөбөҙҙә үткән көндөң ваҡиғаһындағы ғына түгел, ә әллә ниндәй аҡыл етмәҫлек төштәрҙә күрәбеҙ. Был төштәр беҙҙе был донъяға яралтҡан Аллаһ Тәғәләһенәндер һәм Аллаһ үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша беҙгә төштәр тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирә.
     Аллаһ Тәғәлә көн менән төндө булдырған кеүек, әҙәм балаһын көндөҙгө тормоштан айырып төнгө йоҡоға талдыра һәм кеше ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡола үткәрә. Ғалимдар бөгөн дә нимә ул йоҡо тигән һорауға аныҡ яуап таба алмай. Йоҡо – ул Аллаһы Тәғәләнең бер мөғжизәһе. Йоҡола саҡта кешеләргә төрлө төштәр килә, ҡурҡынысы ла, ләззәтлеһе лә. Кәүҙәләребеҙ татлы тыныслыҡта ҡалып, донъя мәшәҡәттәренән азат булған да, беҙ өнөбөҙҙәге һымаҡ тулы тормош менән йәшәй бирәбеҙ, төнгө йоҡола, төш күреү сәйәхәттәребеҙҙә ҡайһы берҙә өңдәге проблемалар менән ҡабат осрашабыҙ, үҙебеҙҙә һиҙмәҫтән уны хәл итеү юлдарын табырға тырышабыҙ. Йәки төштә ҡайҙалыр икенсе матур, йә иһә ҡурҡыныс донъялар, таныш йә сит кешеләрҙе, йәки үлеп ҡалған туғандарҙы, башҡа мәрхүмдәрҙе күрәбеҙ. Ҡайһы берҙә был төштәге хыялый донъяны ысынбарлыҡтан айырыу ҙа ҡыйын. Ана шулай кеше ғүмере буйы ике барлыҡта йәшәй, йәнебеҙ осоп йөрөгән төшөндә һәм уяу сағындағы фани донъяла. Уяу сағында тормошҡа ашмағынын ул төшөндә ысынбарбарлыҡ итә, төштәрдә күргәненән өңөндә һабаҡ ала. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...