Тәһәрәт (вәғәҙ)
Тәһәрәт термины ғәрәп телендәге таһәра(тун) һүҙенән килеп сыҡҡан, ул «таҙалыҡ, таҙараныу, сафланыу» тип тәржемә ителә. Шәриғәттә тәһәрәт билдәле бер «дини сафлыҡ (ритуал) халәте» тигәнде аңлата.
Тәһәрәт алыу — таҙарыныу, йыуыныу, сафланыу. Тәһәрәт ул динебеҙҙә ғибәҙәттәребеҙҙең асҡысы. Сөнки тәһәрәтһеҙ намаҙ ҡабул булмай. Беренсенән, тәһәрәт намаҙҙың дөрөҫлөгөнә шарт булып тора, икенсе яҡтан тәһәрәт гонаһтарыбыҙҙың ярлыҡауына сәбәп, өсөнсөнән, Ҡиәмәт көнөндә даими тәһәрәтле булғандарҙың йөҙҙәренән һәм тәндәренән нур балҡыр, башҡа халыҡтан айырып торор, йәннәткә инергә сәбәпсе итәр. Шуға ла иманлы кеше тәһәрәткә һәр саҡ иғтибарлы булыр һәм мосолман өсөн тәһәрәт алыу, һәр саҡ тиерлек тәһәрәтле булыу — имандың мөһим сағылышы. Шуға ла уның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләү һәм уға булған талаптарҙы башҡарыу бигерәк тә әһәмиәтле. Читать далее