Архив метки: ночь Кадр

Ҡәҙер кисе

                                                      Ҡәҙер кисе

     26-сы рамаҙан көнө, 8 май (2021) — ҡояш байыу менән Аллаһ Тәғәлә бойорһа,   Ҡәҙер кисе – Ләйләтүл-Ҡадр. Ләкин пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисе хаҡында – Ошо кисте изге Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнең бер таҡ кисендә эҙләгеҙ – тигән.

     «Рамаҙан — Ҡөрьән индерелгән ай...» Ҡөрьәндең инә башлаған ваҡыты — Ҡәҙер кисе. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Минең өммәтемә Аллаһ уға тиклем йәшәгән бер халыҡҡа ла бирмәгән Ҡәҙер кисен индерҙе», — тигән.«Уны — Ҡөрьәнде — Беҙ мөбәрәк бер кистә индерҙек, — тиелә аяттарҙа, — һәм хикмәтле нәмәләрҙең бөтәһе лә ошо кистә хәл ителә». Бәндәләрҙең алдағы бер йылға тәғәйенләнгән ғәмәлдәре һәм яҙмыштары билдәләнә. «Әд-Духан» («Төтөн») сүрәһе, 3—4-се аяттар«Әл-Ҡәдр» йәки «Тәҡдир» сүрәһен уҡыу элек-электән бик сауаплы ғәмәлдәрҙән һаналған. «Был сүрәне уҡыған кеше, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Рамаҙан айы дауамында ураҙа тотҡан һәм Ҡәҙер кисен ғибәҙәттә үткәргән кеше тиклем үк сауап ала».

       — Ә һуң доғаның был кистә ниндәйен уҡырға кәрәк? — тип пәйғәмбәребеҙҙән һорай хәҙрәте Ғәйшә. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм уға ошо доғаны өйрәтә. Читать далее