Мәхәлләләр хәлдәре
     – Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әлхәмдүлилләһ, ошо ҡыш аҙағында Әбйәлил районының Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында торған мәхәллә имамдарының йыйылышы булып, унда ошо яҙғы миҙгелгә мәсеттәрҙе төҙөкләндереү буйынса кәңәшмә уҙып, хәҙерге мәлдә шул эштәрҙе башҡарыу башланды. Үткән осорҙа мәсеттәрҙең эшмәкәрлеге һүлпәнәйеүенә әлеге коронавирус инфекцияһының таралауы сәбәп ине. Аллаһ Тәғәләнең һәр биргән һынауын тыныс ҡабул итеп, сабыр булып, киләсәккә өмөтһөҙ булмайыҡ. Аллаһ Тәғәлә: «Һәр ауырлыҡтаң һуң еңелек килә», тигән бит. ИншаАллаһ, Аллаһ насип иткәс, тормошобоҙ дауам итә, ахирәтендә онотмайыҡ.
     Хөрмәтле йәмәғәт, Аллаһ йорто булған мәсеттәребеҙҙең эшмәкәрлеген көсәйтәйек. Мәсеттәрҙе бит йоҙаҡ эленеп торһон өсөн төҙөмәнек. Мәсеттәр – беҙгә насип иткән ҙур ниғмәт. Бөгөн был йорттарҙы төҙөүсе изге бәндәләребеҙгә Аллаһының рәхмәте булһын. Уларға өммәтебеҙгә файҙа иткән өсөн Аллаһы Тәғәлә әжер-сауаптарын яҙһын. Был хаҡта хәҙистә асыҡ әйтелгән: «Ҡош-ҡорт ояһы тиклем генә мәсет төҙөткән кешене лә Аллаһы Тәғәлә йәннәтле итер». Мәхәллә халҡының иман йортона йөрөүе, уны буш тотмауы, йома намаҙҙарына йыйылыуы – тағы ла бер ҙур изгелек. Мәсеттәребеҙ буш булмаһын. Мосолман кешеһе тәһәрәт алып, ғибәҙәт ниәте менән иман йортона юл алһа, был кешегә мәсеткә ингәнсе һәр аҙымы өсөн ҙур изгелек яҙылыр, гонаһ кәмер, тиелә хәҙистә. Ә имамдың төп эше – ул динде күтәреү һәм исламдың матурлығын халыҡҡа еткереү. Быны дин әһелдәре иң беренсе сиратта вәғәздәре, нәсихәттәре аша башҡара. Имамдар – кеше күңелен, рухын ҡайғыртыусылар. Шуға күрә улар халыҡ мәсеткә килмәй тип ҡул ҡаушырып ултырырға тейеш түгел. Ислам ул беҙҙең халыҡтың йәшәү рәүеше, әхләге һәм тәртибе. Дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе торғоҙоу ул дини йолаларҙы тәртипкә килтереү тип һанала. ИншаАллаһ, балаларыбыҙҙы йәйге каникул осорҙарында  Ҡөръән Кәрим китабын уҡырға өйрәнеү курстарына саҡырырбыҙ.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...