Хайуандан да түбән!
Хәйерле көн, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр!
Бөгөн беҙ Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьән Кәримдәге «Әл-Әғрәф» сүрәһенең 179-сы аяты өҫтөндә уйланырбыҙ. Был аят үҙ эсенә бик тәрән мәғәнәләр ала һәм беҙҙең көндәлек тормошобоҙға, йәмғиәттәге хәлдәргә туранан-тура бәйле. Аллаһы Тәғәлә Әл-Әғрәф сүрәһенең 179-сы аятында былай ти:
َلَقَدْ ذَرَأْنَا لِجَهَنَّمَ كَثِيرًا مِّنَ الْجِنِّ وَالْإِنسِ لَهُمْ قُلُوبٌ لَّا يَفْقَهُونَ بِهَا وَلَهُمْ أَعْيُنٌ لَّا يُبْصِرُونَ بِهَا وَلَهُمْ آذَانٌ لَّا يَسْمَعُونَ بِهَا أُولَئِكَ كَالْأَنْعَامِ بَلْ هُمْ أَضَلُّ أُولَئِكَ هُمُ الْغَافِلُونَ
Үә ләҡад ҙәраьнәә лиджәһәннәмә кәҫиирам-минәл джинни үәл-иңси ләһүм ҡулүүбүлләәә йәфҡаһүүнә биһәә үә ләһүм әғйүнүл-ләә йүбсыируунә биһәә үә ләһүм әәҙәәнүл-ләә йәсмәғүүнә биһәә үләә'икә кәл'әнғәәми бәл һүм әдаллү үләә'икә һүмүл-ғаафилүүн
"Тамуҡ өсөн Беҙ ендәрҙе һәм кешеләрҙе бар ҡылдыҡ: уларҙың йөрәге бар – бер нәмә лә аңламай, күҙе бар – күрмәй, ҡолағы бар – ишетмәй. Улар хайуан һымаҡ, хатта (хайуандан да) нығыраҡ аҙашҡан. Улар ғафил халыҡ." Читать далее
Архив метки: күҙ
Күҙ тейеү һәм көнләшеү
Күҙ тейеү һәм көнләшеү
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: «Был ауыр сирҙәргә күҙ тейеү һәм көнсөллөк инә», — тигән.
Күҙ тейеү — ул кешенең нимәгәлер ғәжәпләнеп йәки яманлығы арҡаһында ҡараған күҙ ҡарашы. Был ҡараш күҙҙән бер нимәлер сығара, әйберҙе зарарлай һәм уға йоғонто яһай. Имам Абдул Ҡаййум был хаҡта былай тигән: ул быны атылған уҡтарға йәки күҙгә күренмәгән бәләкәй киҫәксәләргә оҡшатты, йәки, бөгөнгө көндә билдәле булған ҡорамал, мәҫәлән, пульт, баҫҡанда сигналдар ебәрә һәм икенсе осондағы әйбергә тәьҫир итә. Мәҫәлән, әгәр унда ҡоролмалар ҡуйылған булһа һәм һеҙ был пульттағы төймәгә баҫһағыҙ, был ҡоролма шул урында операция яһар ине. Шулай итеп, сигнал сыға һәм икенсе яҡтағы ҡоролмаға йоғонто яһай һәм ул операция башҡара, һәм бына был күҙҙән, был кешенең күҙ тәрәнлегенән сыҡҡан, күҙгә күренмәгән киҫәксәләр кешегә йәки улар йүнәлтелгән әйбергә йоғонто яһай. Читать далее
Яман күҙҙән таш...
Яман күҙҙән таш...
«Яман күҙҙән таш сатнай» һәм «яман һүҙҙән таш сатнай» тигән мәҡәлләләрҙән сығып күҙ тейеүҙән, ауыр һүҙҙәрҙән оригиналь, тәбиғи таштар һаҡлаймы? Ауыр, насар, боҙоҡ һүҙҙәребеҙҙә ҡайҙалыр насар энергия булып йыйыла бит. Һәм быны иҫбатлап, ике яҡ яурыныбыҙҙа ултырған фәрештәләр, һәр ҡылығыбыҙҙы яҙып, туплап бармаймы?
Тәбиғи таштар тураһында мәҡәләне Мәккә ҡалаһындағы Ҡара Таштан башлайыҡ. Ҡара Таш — диаметры 18-19 см булған ҡара, ялтыр һәм мөбәрәк яхонт, ул Ибраһим пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм тарафынан Ҡәғбә төҙөгән ваҡытта уның мөйөшөнә тауафты ҡайҙан башларға кәрәклеген билдәләү өсөн ҡуйылған. Хаж ғибәҙәтенең төп шарттарынан береһе булып Ҡәғбә тирәләй әйләнеп сығыу, йәғни тауаф ҡылыу тора. Читать далее
Күҙеңде тый!
Күҙеңде тый!
ИншаАллаһ, Аллаһ Тәғәлә насип иткәс, Ҡояшыбыҙҙың салт нурын, матур яҙҙың йылы көндәрен дә, Раббыбыҙҙың мөғжизәһе менән терелгән тәбиғәтте: үҫемлек, урман ҡырҙарҙы, сикһеҙ тере йән эйәләрен: бөжәк-ҡорттарын, осар ҡоштары ҡайтып уларҙың тауыштарын, һандуғастарҙың һайрауын һәм башҡа ҡышҡы һалҡындан терелгән ғәләмгә бар нәмәнең шатланыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән һоҡланырға һәм ишетергә тура килә.
Әммә, көҙгө һәм ҡышҡы миҙгелдәрҙә яланғас ҡалған тау-ҡыр, ағастар япраҡтар һәм үләндәр менән йәшелеккә күмелеп күңелдәребеҙҙә шатлыҡ хистәре уятһа, эргәләребеҙҙәге хөрмәт иткән һәм яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Ислам ҡанундарын белмәүе арҡаһында йылы көндәргә наҙланып өҫ-баш кейемдәрен алмаштырып, еңел кейемдә, хатта шәрә ҡала тиерлек.
Ислам динебеҙ, шәриғәтебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы тән өлөштәрен һәм ярым яланғас, шәрә йөрөүҙәрен тыя тип яу һалабыҙҙа ул, тик ни өсөн? Беҙ барыбыҙҙа беҙҙең йәмғиәттә әхләҡ-әҙәп ҡағиҙәләре юҡ, балалар өлкәндәрҙе хөрмәт итмәй, кешеләр боҙолдо һәм башҡаһы тип, уны хәл итеү сығанағын эҙләйбеҙ. Читать далее
