Бөйөк Башҡорт иле
     Башҡорт халҡының боронғо тарихы менән шөғөлләнеүсе ғалимдар үҙҙәренең хеҙмәтендә ҡәбиләләр берлеген һәм айырым ырыуҙарҙы тәрән өйрәнә. Ғалимдар башҡорттарҙы улар йәшәгән Көнъяҡ Урал, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, Евразия өлөштәре бәйләнешендә, аҫаба ерлегендә ҡарай. Совет власы тарафынан башҡорттарҙан тартып алынып, республикаға инмәй ҡалған территориялар күп осраҡта ғалимдар иғтибарынан ситтә ҡала, иғтибар булған осраҡта ла был мәсьәләгә һаҡ ҡараш һиҙелә. “Тарихи Башҡортостан”да йәшәүсе башҡорттарға ҡарата бындай мөнәсәбәт йәшәгәндә уларҙың тарихы яйлап онотолоуға дусар ителә, тарих ысынбарлығы боҙола һәм башҡорт халҡының тарихы, данлы ҡаһарманлығы был ерҙәрҙә хәҙер йәшәгән икенсе бер халыҡтыҡы итеп күрһәтелә башлай. Шуға күрә боронғо башҡорт ерҙәрендә йәшәгән башҡорттарҙы боронғо башҡорттарға бәйләү мөмкинлеге юҡҡа сыҡҡас, ҡайһы бер тарихсылар башҡорт ырыуҙарын Йә ирандарға, Йә венгрҙарға, Йә парфяндарға бәйләй башлай. Етмәһә, башҡорт халҡының рухи һәм матди мираҫын (миҫалға Филиппов кургандарын сарматтарҙың мираҫы итеп күрһәтеүҙе генә алайыҡ) башҡа халыҡтыҡы тип атарға әҙер генә торалар.
     Башҡорт халҡының тарихы тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән, аҡ таптар унда күп. Һуңғы быуаттарҙа Башҡортостандың тарихын өйрәнеү буйынса баҫылып сыҡҡан бик күп һандағы ғилми хеҙмәттәр, мәҡәләләр һәм китаптар башҡорт халҡының тарихын тулы килеш күҙ алдына баҫтыра алмай әле. Беҙҙең тикшеренеүҙәргә ярашлы, Башҡортостандың тарихы төрлө осорҙа бер нисә илдең составында, айырым ханлыҡтар һәм эре ҡәбиләләр берҙәмлегендә Евразия территорияһында “Бөйөк Башҡорт иле” тип ҡарала ала. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...