Балаға уҙыр өсөн доғалар
     Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар балаға уҙа алмай, йә иһә балаға уҙа, ләкин уны аҙағына ҡәҙәр йөрөтөп бөтөрә алмай, яралғы төшә. Ислам динендә был нисек аңлатыла? Ислам дине кешеләргә йәшәргә ярҙам итә һәм тормоштарын еңеләйтә. Быны аңларға һәм ҡабул итергә кәрәк. Әлбиттә, балаға уҙа алмау проблемаһының сиселешен Аллаһы Тәғәләгә тапшырыу, хәйерлеһен һорап доға уҡыу, тәүбәгә килеү, хәйер-саҙаҡа биреүҙең мөһимлеген белгәндә мөғжизәләр булыуы мөмкин. Ҡәҙимге дауаланыу ысулдарынан башҡа Ислам медицинаһы менән дә ҡыҙыҡһыныр кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең сөннәт ғәмәлдәренән һаналған дауаланыу сараларының да һөҙөмтәһе ыңғай була. Шулай уҡ Ҡөръән сүрәләре менән өшкөрөлгән тмин майын ҡулланыу, зәм-зәм һыуын эсеү һәм башҡа саралар, шулай уҡ хиджама ҡулланыу балаға уҙыуға стимул бирә.
     Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире менән кемгәлер ир, кемгәлер ҡыҙ бала бүләк була, кемгәлер бөтөнләй булмай. Сабыйҙың был донъяға тыуып, ауаз һалыуы фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенән генә тора. Әлбиттә, йөклө ҡатын-ҡыҙ һаҡланырға, табип кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға бурыслы. Ә инде бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәгәндән һуң, бала төшә икән, был Аллаһы Тәғәләнең ғазабы йәки рәхмәте. Барыһы ла Раббыбыҙ ҡулында. «Ни өсөн Аллаһ Тәғәлә миңә бала бирмәй икән?»– тип уфтанырға ла кәрәкмәй. Сөнки сабыйҙың кем булып тыуасағын белмәйбеҙ, ата-әсәһен йәберләүсе, рәнйетеүсе лә булыуы мөмкин. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...