Записи с меткой өшкөрөү

Бала фотоларын инстаграмга ҡуйыу

0

                       Бала фотоларын инстаграмға ҡуйыу наҙанлыҡ
     Үкенескә ҡаршы, сихыр, боҙом күп таралды һуңғы арала. Хатта, газеталарҙа ла «һөйгән йәреңде ҡаратырға булышам, иреңде ғәиләгә ҡайтарам» кеүек эстәлектәге иғландар баҫыла, әпсен-төпсәнгә өйрәтә торған китаптар һатыла. Медицина ла сихырҙың барлығын таный. Дауалауҙың шифаһы теймәһә, үҙҙәре табибтар үк өшкөртөп ҡарарға кәңәш итә. Сихырҙың билдәләре, унан һаҡланыу юлдары тураһында 20 йылдан артыҡ сихыр сығарыу менән шөғөлләнгән, Татарстан Республикаһы Изге Ҡөръән һәм Пак Сөннәт өйрәнеү үҙәге баш мөдире Фәрит хәҙрәт Сәлмән менән һөйләштек.
     - Фәрит хәҙрәт, һуңғы арала сихыр ни эшләп киң таралды икән?
     - Ҡиәмәт алдында йәшәйбеҙ, был мәғлүм нәмә. Сихыр — ул Аллаһы Тәғәлә яҙғанды яһалма рәүештә үҙгәртергә тырышыу. Сихыр — ете оло гонаһтарҙың береһе. Сихырсы үҙен Аллаһы менән бер дәрәжәгә ҡуйырға теләй. Ул Аллаһы теләмәгәнде эшләй. Сихырсы Раббыбыҙҙың ҙур дошманы. Бик күбәйҙе шул сихырсылыҡ. Кеше ҡәнәғәтһеҙ, көнсөллөк көндән көн арта бара. Берәүҙә ике-өс машина булһа, икенсе берәүҙә берәү ҙә юҡ. Асыуҙан кеше бер нимәлер үҙгәртергә теләй, ниғмәткә, дәрәжәгә, ғәилә бәхетенә көнләшә. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Үҙеңде, балаларыңды, ғәиләңде өшкөрөү доғаһы

0

                           Үҙеңде, балаларыңды, ғәиләңде өшкөрөү доғаһы
     Көнкүреш тормошта үҙ-үҙеңде, балаларыңды, ҡатыныңды, яҡындарыңды тиҙ генә өшкөрөп алырға кәрәк булған саҡтар була. Әле күҙ тейгән, әле күңелгә үәсүәсә төшкән, әле ауырыу ҡағылған, әле тегеһе, әле быныһы. Ошо мәлдәрҙә өшкөрөүсе кеше лә табып та булмай. Шуға күрә ябай ғына булһа ла өшкөрөү ысулдарын өйрәнергә кәрәк. Иғтибарығыҙға бер доға тәҡдим итергә булдыҡ.
     Үҙенә йәки балаларыңа, мәҫәлән, күҙ тейгән тип шикләндең икән был доғаны өсәр мәртәбә Аятел-Көрси, әл-Кәфирун, әл-Ихлас, әл-Фәләк, ән-Нәс сүрәләре менән бергә уҡып өшкөрөргә кәрәк. Иң яҡшыһы, күҙ тейеүҙән алдан һаҡланып, күҙһенгән кеше был сараны ҡулланһын. Үҙ-үҙенә уҡып өшкөрһен тимәксебеҙ. Әгәр бала йәки балалар, айырым әйткәндә йәш балалар, күҙһенә торған булһалар, ата кеше йәки олатай булһа ла уҡып өшкөрә алған ир кеше, ул да булмаһа, әсәй, өләсәһе балаларҙы даими хәлдә уҡып өшкөрһөндәр. Был доғаны Аятел-Көрси, әл-Кәфирун, әл-Ихлас, әл-Фәләк, ән-Нәс сүрәләре менән берләштереп көн һайын, йәки өс көн һайын, йә аҙна һайын уҡып өшкөреү файҙалы булыр. Өшкөрөп бөтөргәс әсә телендә Аллаһы Тәғәләгә белгәнең менән доға ҡылып теләгәнеңде һорарға кәрәк. Ҡайһы бер ваҡыт уҡыусыларыбыҙ “ни өсөн теге йәки был доғаның мәғәнәһен ҡуйманығыҙ?" тип һорайҙар. Һәр доғаның мәғәнәһен асыҡлап ҡуйыуҙан файҙа юҡ. Аллаһы Тәғәләгә ялбарғанда бер аҙ үҙегеҙ уйлап, ихлас күңел менән үтенеп һорап ялбарырға өйрәнегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ яуабы ла тиҙерәк булыр, ҡуйған маҡсатҡа ирешеүҙә еңел булыр, иншәллаһ.

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Вверх
.