Үҙеңде, балаларыңды, ғәиләңде өшкөрөү доғаһы
Көнкүреш тормошта үҙ-үҙеңде, балаларыңды, ҡатыныңды, яҡындарыңды тиҙ генә өшкөрөп алырға кәрәк булған саҡтар була. Әле күҙ тейгән, әле күңелгә үәсүәсә төшкән, әле ауырыу ҡағылған, әле тегеһе, әле быныһы. Ошо мәлдәрҙә өшкөрөүсе кеше лә табып та булмай. Шуға күрә ябай ғына булһа ла өшкөрөү ысулдарын өйрәнергә кәрәк. Иғтибарығыҙға бер доға тәҡдим итергә булдыҡ.
Үҙенә йәки балаларыңа, мәҫәлән, күҙ тейгән тип шикләндең икән был доғаны өсәр мәртәбә Аятел-Көрси, әл-Кәфирун, әл-Ихлас, әл-Фәләк, ән-Нәс сүрәләре менән бергә уҡып өшкөрөргә кәрәк. Иң яҡшыһы, күҙ тейеүҙән алдан һаҡланып, күҙһенгән кеше был сараны ҡулланһын. Үҙ-үҙенә уҡып өшкөрһен тимәксебеҙ. Әгәр бала йәки балалар, айырым әйткәндә йәш балалар, күҙһенә торған булһалар, ата кеше йәки олатай булһа ла уҡып өшкөрә алған ир кеше, ул да булмаһа, әсәй, өләсәһе балаларҙы даими хәлдә уҡып өшкөрһөндәр. Был доғаны Аятел-Көрси, әл-Кәфирун, әл-Ихлас, әл-Фәләк, ән-Нәс сүрәләре менән берләштереп көн һайын, йәки өс көн һайын, йә аҙна һайын уҡып өшкөреү файҙалы булыр. Өшкөрөп бөтөргәс әсә телендә Аллаһы Тәғәләгә белгәнең менән доға ҡылып теләгәнеңде һорарға кәрәк. Ҡайһы бер ваҡыт уҡыусыларыбыҙ “ни өсөн теге йәки был доғаның мәғәнәһен ҡуйманығыҙ?" тип һорайҙар. Һәр доғаның мәғәнәһен асыҡлап ҡуйыуҙан файҙа юҡ. Аллаһы Тәғәләгә ялбарғанда бер аҙ үҙегеҙ уйлап, ихлас күңел менән үтенеп һорап ялбарырға өйрәнегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ яуабы ла тиҙерәк булыр, ҡуйған маҡсатҡа ирешеүҙә еңел булыр, иншәллаһ.
بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
مِنْ كُلِّ شَيْ ءٍ يُؤْذِينَا وَ مِنْ كُلِّ نَفْسٍ أوْعَيْنٍ
بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
مِنْ كُلِّ شَيْ دَاءٍ يُؤْذِينَا وَ مِنْ كُلِّ شَقَاءِ يُشْقِيْنَا
بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
منْ عَيْنِ مُعْجَبٍ أوْ عَيْنِ سَاحِرٍ
بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
مِنْ شَرِّ النَّفَّاثَاتِ في العقَدِ وَمِنْ شَرِّ حَاقِدٍ إذَا حَقَدَ
وَمِنْ شَرِّ حَاسِدٍ إذَا حَسَدَ وَمِنْ شَرِّ سَحِرٍ إذَا سَحَرَ
وَمِنْ شَرِّ نَاظِرٍ إذَا نَظَرَ وَمِنْ شَرِّ مَاكِرٍ إذَا مَكَرَ
بسم اللهِ يَرْعَانَا واللهُ يَشْفِينَا واللهُ يََجْبُرُنَا واللهُ يَحْفَظُنَا
بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
مِنْ وَسَاوِسِ الصَّدْرِ وَشَتَاتَ الأمْرِ وَمِن الأمْراضِ
وَالأوْهَامِ وَمِن نَزَغَاتِ الشَّيطانِ وَمِن الأسَقَامِ
وَمِن مُزْعِجَاتِ الأحْلَامِ
اللَّهمَّ أبطِلْ عَيْنَاً مُعْجَبَةً نَظَرتْ وَمَا بَارَكَت
أو حَاسِدَةٍ تَتَمَنَّى زَوَالَ نِعْمَةٍ
اللَّهمَّ أبْطِلْ سُوءَ عَيْنٍ أصَابَتْ عَقْلَاً فَبَلَّدَتْهُ
أوْ أصَابَتْ عِلْمَاً فَضَيٌعَتْهُ أوْ أصَابَتْ ذَكَاءً فَسَحَقَتْهُ
اًوْ أصَابَتْ جَسَدَاً فَأمْرَضَتْهُ
بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
بِسمِ اللهِ يَحْفَظُنَ بِسمِ اللهِ يَرْعَانَا
Уҡылышы
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
миң күлли шәйьин йүҙинәә үә миң күлли нәфсин әү ғәинин.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
миң күлли дә’ин йүҙинәә үә миң күлли шәҡәә’ин йүшҡиинәә.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
миң ғәини мүғджәбин әү ғәйни сәхирин.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
миң шәррин-нәффәәсәти фил — ғүҡади үә миң шәрри хәәҡидин иҙә хәҡадә
үә миң шәрри хәәсидин иҙә хәсәдә үә миң шәрри сәәхирин иҙә сәхәра
үә миң шәрри нәәҙирин иҙә нәҙара үә миң шәрри мәәкирин иҙә мәкәра.
Бисмилләһи йәрғанә үәл-лаһү йэшфинә үәл-лаһү йәҗбүрънә үәл-лаһү йәхфәзънә.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
Мин үәсәәүисис-садри үә шәтәәтәл-әмри үә минәл-әмради
үәл-әүһәәми үә мин нәзәғаатиш-шаитаани үә минәл-әсҡаами
үә мин мүзғиджәәтил-әхләәм.
Аллаһүммә әбтил ғайнән мүғджәбәтән нәҙарат үә мә бәрәкәт
әү хәәсидәтин тәтәмәннә зәүәәлә ниғмәтин.
Аллаһүммә әбтил сү'ә ғаинин әсаабәт ғаклән фәбәлләдәтһү
әү әсаабәт ғилмән фәдаййәғатһү әү әсаабәт зәкәә’ән фәсәхәҡатһү
әү әсаабәт джәсәдән фә-әмрадатһү.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
Бисмилләһи йәрғаанә. Бисмилләһи йәхфәҙүнә.
Мәғәнәһе
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәремде, яҡындарымды һәр яфа сиктерә торған нәмәнән, күҙҙән, нәфсенән өшкөрәмен.
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды яфа сиктерә торған һәр ауырыуҙан һәм һәр ҡамасаулай торған мәшәҡәттән өшкөрәмен.
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды көнләшеп һоҡланыусы һәм сихырсы күҙҙән өшкөрәмен.
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды еп төйөнсөктәренә әпсен-төпсөн өрөүсенең өрөүенән, һәр нәфрәтленең нәфрәтенән, һәр көнсөнөң көнселегенән, һәр сихырсының сихырынан, һәр яуыз ҡараусының яуыз ҡарашынан, һәр мәкер ҡылыусының мәкеренән өшкөрәмен.
Бисмилләһи, Ул беҙҙе хөрмәт итә, Аллаһы Тәғәлә беҙгә шифа биреүсе, Аллаһы Тәғәлә беҙгә йыуаныс биреүсе, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе һаҡлаусы.
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды күңел вәсүәсәләренән, иғтибарһыҙлыҡтан, ауырыу — сырхауҙарҙан, ҡаты ҡараштарҙан, шайтан ҡотҡоларынан, сирҙәрҙән, ҡурҡыныс төштәрҙән өшкөрәмен.
Аллаһым тексәйеп ҡараған йәки мөбәрәк ҡылмаған күҙҙең ҡарашын, көнсөл булып ниғмәт зәүәлен теләгән күҙ ҡарашын юҡҡа сығар!
Аллаһым аҡылға ҡарап күҙ тейҙереп уны тупаҫландырған, ғилемгә ҡарап күҙ тейҙереп уны зая ҡылған, тапҡырлыҡҡа ҡарап күҙ тейҙереп уны юҡ иткән, тәнгә (кәүҙәгә) ҡарап уны ауырыуға һабыштырған күҙҙе юҡҡа сығар!
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды көнләшеп һоҡланыусы һәм сихырсы күҙҙән өшкөрәмен.
Бисмилләһи, Ул беҙҙе ҡәҙер итә, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе һаҡлаусы.
Нисек ҡулланырға?
Был доға менән нисек өшкөрөргә мәмкин? Башта тәһәрәт алып ике рәкәғәт хәжәт намаҙ уҡыһаң бик яҡшы булыр. Уныһын булдыра алмаһаң Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып теләгәнеңде асыҡларға һәм изге нәтижәләр теләргә кәрәк. Шунан һуң был доғаны ниәтләп, һәр айырым һөйләмдәр менән уҡылыр. Әгәр үҙ-үҙеңде өшкөрһәң доғаның бер һөйләмен уҡыу менән устарыңа өр, шунан шул устарың менән йөҙөңде, тәнеңде һыпыр. Әгәр балаларҙы, йәмәғәтеңде, яҡындарыңды өшкөрһәң доғаның айырым һөйләмен уҡыған һайын өшкөрә торғандың йөҙөнә һулышың менән еңелсә генә өрөп ебәр. Был доға ун һөйләмдән тора. Тимәк, өшкөрөүсе кеше өшкөрөү ваҡытында ун мәртәбә өрөр.
Шундай уҡ тәртип менән был доғаны ҡулланып эсә торған, йыуына торған һыуҙы, ашай торған ризыҡты ла өшкөрөргә мөмкин.
Фәрид хәҙрәт Сәлмән календары 2019 йыл.