Сирень

СИРЕНЬ
                                              Сирень

     Сирень, күксин (русса: сирень обыкновенная, латинса: Syringa vulgaris L.) — ҡыуаҡ. Бейеклеге 2-7 м. Май — июнь айҙарында ҡыҙғылт миләүшә (һирәк аҡ) төҫтәге сәскә ата, июлдә орлоғо өлгөрә. Илебеҙҙә киң таралған үҫемлек. Декоратив маҡсатта баҡсаларҙа, парктарҙа, өй эргәһендә үҫтерелә.
     Дауалау өсөн үҫемлектең, нигеҙҙә, сәскәһе һәм япрағы ҡулланыла. Уларҙың составында эфир майы, синигрин исемле феногликозид, фарнезол, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар.
Сирень сәскәһе ата башлаған сағында, ә япрағы йәйҙең тәүге яртыһында (ҡоро көндә) әҙерләнә. Дауалар күләгәлә һәм ҡоро урында йоҡа итеп йәйеп, йыш өйләндереп киптерелә. Улар ғәҙәттәгесә һаҡлана.
     Халыҡ медицинаһында сирень сәскәһенән (йәки япрағынан) әҙерләнгән төнәтмәне бөйөр шешкәндә, бөйөр һәм бөйөр лаҡаны ташы барлыҡҡа килгәндә ҡулланыла. Дауаны әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған сәскәне (япраҡты) 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 4 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Был дауаны тапма ауырыуынан (маляриянан) да эсергә кәңәш ителә.
     Сирень сәскәһенән яһалған дарыу майы аяҡ-ҡул һыҙлағанда ыуыныу өсөн ҡулланыла. Майҙы әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп онталған сәскә 2 аш ҡалағы аҡ май менән ентекләп бутала.