Минең гүзәл динем 2

                                                             Минең гүзәл динем 2

гүзәл динем Ҡартатаһы йылмайҙы ла:
     - Ейәнсәрем! Был мәрхәмәтен Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә һайлау ирке биреп күрһәткән.
     Әгәр Ул беҙгә күркәм сауаплы ғәмәлдәр һәм гонаһтар ҡылғанда һайлау ирке бирмәһә, ул сатында Ожмах менән Тамуҡ булмышының мәғәнәһе лә, пәйғәмбәрҙәр (ғәләйһис-сәләм) менән илаһи Китаптарҙа мохтажлыҡ булмаҫ ине. Былар барыһы ла бер-береһе менән бәйле.
     Әгәр Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә бик ныҡ теләгәнебеҙҙе үтәргә мөмкинлек бирмәһә, ризаһыҙланып һөйләнер инек: «Тотҡондармы ни беҙ? Ни өсөн аяҡ-ҡулдарыбыҙ бығаулы? Ни өсөн теләгәнебеҙҙе үтәй алмайбыҙ?»- тиеп.
     Шулай, ҡәҙерлем! Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә беҙҙе ошолай яралтҡан һәм шулай эшләгән, барыһы ла ғәмәлдәребеҙҙән тора һәм ғәмәлдәребеҙҙең яҡшыһын да, насарын да әжерһеҙ ҡалдырмаҫҡа вәғәҙә иткән.
     Шул инде «ҡадәр», йәғни «яҙмыш». Ә хәҙер бар, уйна.
     Асия һораны:
     - Ҡартатай! Бөгөн мин һинән шул тиклем күпте белдем. Мөмкинме, йәнә бер һорау ғына бирәм?
     «Яҡшыһы ла, насары ла Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнән», — ти әсәйем. Дөрөҫмө?
     Улайһа, әгәр беҙҙе Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә алама ҡылығыбыҙ өсөн язалай икән, ғәҙеллек ҡайҙа?
     Ҡартатаһы башын сайҡаны:
     - Ейәнсәрем! Хаҡ һүҙҙәр, ләкин уны дөрөҫ аңламайҙар. Тыңла әле, кешеләр нимәлә яңлышҡанын аңлатайым. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә — берҙән-бер Илаһ һәм барлыҡ ғаләмде Яралтыусы. Шулаймы?
     - Әлбиттә, ҡартатай!
     - Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә берҙән-бер Яралтыусы булғас, тимәк барлыҡ яҡшылыҡты һәм яманлыҡты ул ғына яралтҡан, һәм бында һин әйтә алмайһың: «Бында беҙҙең ни ғәйеп?»- тиеп, сөнки Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә барлыҡ яҡшылыҡ менән насарлыҡты теләктәребеҙҙән сығып яралта. Беҙ йәнә һөйләшкәнгә әйләнеп ҡайттыҡ, йәғни Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә аҡыл менән фекерләү биргән. Аҙаҡ ул ике юл күрһәткән: Ожмахҡа һәм Тамуҡҡа, шуның менән беҙҙе һынауға этәргән һәм бойорған:
     «Әгәр салих ғәмәл ҡылырға теләһәгеҙ, Мин быны яралттым һәм һеҙҙән риза булып ҡалдым.
     Әгәр гонаһ ҡылырға теләһәгеҙ, уны ла яралттым, сөнки Мин — берҙән-бер Яралтыусы, ләкин һеҙҙең гонаһтарығыҙ менән риза була алмайым».
     Хәҙер аңлайһыңмы, матурым, «Яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһтан» һүҙҙәренең мәғәнәһен. Йәғни Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә теләктәребеҙгә, маҡсаттарыбыҙға ярашлы изгелекте лә, яуызлыҡты ла яралта. Шуға күрә ғәмәлдәребеҙ өсөн барлыҡ яуаплылыҡты беҙҙең өҫтөбөҙгә һала.

     Тулыһынса китапты аҫта уҡығыҙ: