Нимә ул ғиддәт?

                                             Нимә ул ғиддәт?
     «Ҡөрьән»дә: «Талаҡ ҡылынған (ирҙән айырылған) ҡатындар өс тапҡыр күреме килеү (ваҡытын) һаҡлап, бүтән иргә сыҡмай торорға тейеш», — тиелгән.
     Ғиддәт — Аллаһ Тәғәлә билдәләгән ваҡыт. Был ваҡыт ҡатын-ҡыҙға ҡағыла. Ҡатын кеше ирҙән айырылһа, йәки ире вафат булһа, ғиддәт һаҡларға тейеш. Ана шул ғиддәте тулмаҫтан алда бүтән иргә сығырға тейеш түгел.
     Ҡатын-кыҙҙың ғиддәте, һәр ҡайһыһының шәхси хәленә ҡарап, төрлөсә була.
Түлдән ҡалмаған (бала табырға һәләтле, күреме килеп торған) ҡатын-ҡыҙ өс тапҡыр күреме килгәс кенә бүтән иргә сығырға, бүтән ир менән мөхәббәт ғәмәле үтәргә (яҡынлыҡ ҡылыу) хаҡлы.

     Әгәр күреме ай һайын йәки ике айға бер килә торған булһа ла ғиддәт осоро барыбер өс күрем тейешле.
     Әгәр ҡатын кеше иренән айырыла икән һәм айырылышыуы күреме килгән ваҡытҡа тура килә икән, был күреме ғиддәткә инмәй. Ошо күременән һуң, өс күрем килгәс кенә, ғиддәт ваҡыты сыға.
     Әгәр ниндәйҙер бер сәбәптән ҡатын кешенең күреме килмәй икән, йәки түлдән ҡалған икән, ғиддәте — өс ай һанала. Тимәк, айырылышҡандан, йәки ире вафат булғандан өс ай үткәс, бүтән иргә кейәүгә сыға ала.
     Был хаҡта ла айырым аят бар:
     «Ҡатындарығыҙ күремдән ҡалған оло йәштә икән, әгәр уларҙың ғиддәтенән шикләнһәгеҙ, уларҙың ғиддәте — өс ай. Шулай уҡ күрем күрмәй торған (йәш) ҡатындарҙың да ғиддәте — өс ай».
     Берәй ҡатын ауырлы сағында иренән айырылһа, ундай ҡатындың ғиддәте балаһы донъяға килгәнгә тиклем дауам итә.
     Тимәк, ғиддәт — ирҙән айырылған ҡатындарҙың кейәүгә сығыуҙан тыйылып торорға тейешле ваҡыты. Был ни өсөн кәрәк? Тәүге иренән буйында балаһы булып, икенсе ирҙең балаһы тип яңылыштырыуҙан (баланы ла, ирҙе лә, бүтән кешеләрҙе лә, ҡатындың үҙен дә хаталаныуҙан) һаҡлау өсөн...
     Әгәр ҡатын кешенең ире вафат була икән, уның ғиддәте — дүрт ай ҙа ун көн. Икенсе төрлө әйткәндә, ҡатын кешенең ире үлеп китһә, уның вафатынан һуң дүрт ай ҙа ун көн үтмәйенсә бүтән иргә никахланырға тейеш түгел. Шәриғәт ҡануны шундай. Уны үтәү — мотлаҡ.

                                                    Ғиддәт тураһында
     Ҡатын кешенең ире үлеүгә ҡарата «Ҡөрьән»дә шулай тиелгән:
     «Ир кеше үлеп, ҡатыны ҡалһа, ул ҡатын (бүтән) иргә бармайынса дүрт ай ҙа ун көн ғиддәт һаҡларға тейеш».
     Әгәр ҡатын кешенең ире үлгәндә буйында балаһы (ауырлы) булһа, бала ире үлгәндән һуң биш-алты ай үткәс тыуһа ла, бер-ике көн үткәс тыуһа ла, бала етлегеп тыуһа ла, берәй сәбәптән ваҡытынан алда (етлекмәйенсә) тыуһа ла, бала тапҡан был ҡатындың ғиддәте тулған һанала.
                                                        Ғиддәт һаҡлау
     Ғиддәтте һаҡлау (һаҡлау тәртибе) шәриғәт ҡушҡанса үтәлергә тейеш. Был иһә фарыз ғәмәл түгел, әммә важиб һанала. Ә важиб ғәмәл тип шундай ғәмәл атала: уны үтәгән кеше — сауаплы, үтәмәгән кеше гонаһлы була.
     Ғәмәлдең важиблығына ышанмаған кеше ҙур гонаһлы була...
     Бына ни өсөн ғиддәт үтәмәгән ҡатын ҙур гонаһлы була. Ғиддәте тулғансы ҡатын кеше иренең йортонда торорға тейеш. Фәҡәт айырған ире (айырылышҡан ире) яуыз кеше булһа һәм уның зыян итеү ихтималы бар икән, йә малына, йә йәненә ҡул һуҙыуынан ҡурҡһа, ҡатын кеше, иренең йортонан күсеп, икенсе бер йортта йәшәй ала. Ләкин шул икенсе йортта йәшәгән сағында ла, йортонан сығып, теләһә ҡайҙа йөрөмәҫ, эргәһенә кешеләр йыймаҫ, ҡунаҡлашмаҫ. Ғиддәте тулғансы айырылған ҡатынды торлаҡ, ризыҡ, кейем-һалым, йорт кәрәк-ярағы менән тәьмин итеү — ир кешенең (бығаса никахлы ире булған кешенең) бурысы.
     Ғиддәте тулғанға тиклем ҡатынын әле әйтеп үткән кәрәк-яраҡ (торлаҡ, ризыҡ, кейем-һалым) менән тәьмин итмәгән ир хәрам, золом эш ҡылған һанала һәм гонаһҡа тарый.
     Әгәр ҡатын кешенең ире үлеп, ғиддәт ваҡыты икән, уға кәрәк-кәрәкмәҫ йомошҡа сығып йөрөү тейешле түгел. Әммә ире үлеү сәбәпле ғиддәт һаҡлаусы ҡатындың туҡланыу, кейем-һалым хәстәрләү кеүек эштәре була. Был бурыс ғиддәт һаҡлаусы ҡатын иңенә төшә. Шуға күрә лә көн итеү, тамаҡ туйҙырыу, аҙыҡ-түлек әҙерләү өсөн йортонан сығып, эшләп йөрөү рөхсәт ителә уға.
     Талаҡ менән талаҡ ҡылмай айырылған һәм ирҙәре үлгән ҡатындар, ғиддәт һаҡлағанда, кейенеп яһаныуҙан, хматурланып биҙәнеүҙән тыйылырға һәм ҡайғылы кеше хәлендә өйөндә баҫылып ултырырға тейеш.

                                          Йөклө (ауырлы) ҡатындар
     Ҡатындарҙың ауырлы сағы, шәриғәт буйынса иң аҙы 6 ай һанала. Ҡыҙ (ҡатын) кеше тормошҡа сығып, алты айҙан һуң бала тапһа, шәриғәт буйынса, уның балаһы шул никахлашҡан иренән һанала.
     «Ҡөрьән»дә: «Баланың әсә ҡарынында булыуы менән (тыуғас) имеҙеүҙе ташлатыу ваҡыты — (йәмғеһе) 30 ай», — тип әйтелгән.
     Икенсе бер аят: «Баланы имсәктән айырыу сиге — ике йыл», — тиелгән. Ошо ике аяттан шул аңлашыла: баланы ике йыл, йәғни 24 ай, имеҙергә кәрәк. Ә утыҙ айҙан 24 айҙы алһаң 6 ай ҡала. Шул алты ай — әсә ҡарынында булған ваҡыт иҫәпләнә. Бына ни өсөн ғалимдар баланың әсә ҡарынында (әсә буйында) булыу ваҡыты — кәмендә 6 ай, тип билдәләгән.
     Баланың әсә ҡарынында (әсә буйында) булыуының иң күп ваҡыты — 2 йыл. Шуға күрә ҡатын кеше ире үлгәндән һуң ике йыл үткәс, бала тапһа, шәриғәт буйынса уның балаһы үлгән иренән һанала һәм атаһының малынан был бала мираҫ алырға хаҡлы.
     Пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, бер хәҙисендә: «Бала әсәһенең ҡарынында ике йылдан да артыҡ ятмаҫ», — тиелгән. Бынан да шул аңлашыла. Бала әсә ҡарынында ике йылға ҡәҙәр ята ала, әммә ике йылдан да ашыу ятмай.
     Баланың алты айлыҡ булып, йәки әсә ҡарынында ике йыл ятып тыуыуы ихтимал. Әммә ундай хәлдәр бик-бик һирәк осрай. Күпселектә (ғәҙәттә) бала 9 айҙан йәки ун айҙан, ун бер айҙан донъяға килә, Аллаһтың бирмешенән. Әгәр берәй ҡатын алты айлыҡ бала тапһа, йәки балаһын буйында ике йыл йөрөтөп тапһа, уны ғәйбәтләргә хаҡыбыҙ юҡ. Әгәр ҙә ул ҡатындың балаһы иренән булып, уны кем дә кем яңылышлыҡ менән ғәйепләй икән, ғәйепләүсе кеше оло гонаһҡа бата, Аллаһ һаҡлаһын!
     Әгәр берәй ҡатындың ире вафат булһа, ире үлгәндән һүтң ике йыл тулғас, бала тапһа, балаһы донъяға килгәнгә тиклем, «Ғиддәтем тулды», — тип әйтмәгән булһа, уның балаһы шул үлгән иренән һанала.
     Әгәр берәй ҡатын иренән айырылһа, талаҡ ҡылғандан һуң (айырылғандан һуң) ике йыл тулырҙан алда бала тапһа, был бала тәүге (әле айырылған) иренән һанала.
     Әгәр берәй ҡатындың ире үлгән булһа, һәм: «Ғиддәтем тулды», — тигәненән һуң алты ай үткәс, бала тапһа, был баланың донъяға килеү ваҡытында иренең үлеүенә ике йыл тулмаған булһа ла, ул бала ҡатындың вафат булған иренән һаналмай.

                                                   Ғидәттә бәхәсле мәсьәләләр
     Берәй ҡатын иренән айырылһа (талаҡ әйтеп), талаҡ ҡылғандан (айырылышҡандан) һуң ике йыл тулыр алдынан бала тапһа, ошо бала был ҡатындың тәүге (әле айырылышҡан) иренән һанала. Ир кеше: «Был минең балам түгел!» — тип танһа ла, уның һүҙе хаҡ һаналмай (уның баланы танымауы иҫәпкә алынмай). Әгәр был ҡатын ире менән айырылышҡандан (талаҡ ҡылғандан) һуң ике йыл үткәс, бала тапһа, был бала тәүге (айырылған) иренән тип иҫәпләнмәй. Ире: «Был— минең балам!» — тип, дәғүә итһә генә бала уныҡы иҫәпләнә.
     Берәй ҡатын талаҡ ҡылғандан (айырылышҡандан) һуң ғиддәте тулғанын бер кемгә лә әйтмәгән булһа, айырылышыуҙарына ике йыл тулғандан һуң бала тапһа, ул бала ҡатындың тәүге (әле айырылышҡан) иренән, тип һанала. Был ваҡыт эсендә ирҙең ғиддәт осоронда ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылған (мөхәббәт ғәмәле үтәгән) тип иҫәпләп, ир кеше талаҡтан ҡайтҡан (айырылышыуы ғәмәлдән сыҡҡан) иҫәпләнә һәм ҡатыны уның өсөн хәләл була (үҙенең хәләл ефете һанала).
     Ир кеше: «Был бала минеке түгел, ғиддәт ваҡытында был ҡатын (айырылышҡан ҡатыны) менән яҡынлыҡ ҡылманым (мөхәббәт ғәмәле үтәмәнем)», — тип дәғүәләшһә лә, уның һүҙенә иғтибар ителмәҫ (уның әйткәненә ышаныу тейеш түгел). Барыбер был ҡатын — шул ирҙең ҡатыны, бала шул уҡ ирҙең балаһы һанала.
     Әгәр талаҡ ҡылғандан һуң (айырылышҡандан һуң) айырылған ҡатын ике йыл тулмаҫ элек бала тапһа, бала тәүге (айырылышҡан) иренеке иҫәпләнә. Әммә ҡатын был ирҙеке һаналмай. Сөнки айырылышҡандар, айырылышыуҙар ын икеһе лә таный. Балаһы тыуғас, ғиддәте тулғанға иҫәпләнә һәм был ҡатын бүтән бер иргә кейәүгә сыға ала.
     Әгәр бындай саҡта бала әсәһенең буйында оҙаҡ тороп тыуған булһа ла ҡатын: «Был бала тәүге (айырылышҡан) иремдән түгел!» — тип, өҙөп кенә һәм ҡәтғи итеп әйтһә, уның һүҙенә ышаныу кәрәк була. Бала был ҡатындың тәүге иренән (айырылышҡан иренән) һаналмай. Был ҡатынды зина ҡылыусы тип ғәйепләү тейешле һәм зинасы хөкөмөнә тарттырыла.

                Әсә ҡарынында тейешлеһенән артығы менән ҡалыусылар
     Әсә ҡарынында бала тыуырҙай булһа туғыҙ ай ҡала.
     Айырым осраҡтарҙа ете ай үткәс тыуыусы балалар ҙа аҙ түгел. Шәриғәт белгестәре иҡрар ҡылғанса, хатта алты ай әсә ҡарынында ҡалып, донъяға сығып һау-сәләмәт ҡалыу ҙа ғәжәйеп булһа ла — мөмкин нәмә. Әммә туғыҙ айҙан артыҡ әсә ҡарынында ҡалыусылар ҙа булған икән. Шулар араһында:
     - Суфьян ибн Хәййән, әсәһенең ҡарында дүрт (!) йыл буйына ҡалған,
     - Мөхәммәд ибн Ғабдуллаһ ибне Хәсән әд — Даххәк ибн Мүзәхим, әсәһенең ҡарынында унбиш ай ятҡан,
     - Яхья ибн Ғәли ибн Джәбир әл — Бәғәуи, шулай уҡ унбиш ай буйына ҡарында ҡалған,
     - Сәлман әд — Дәххәк, әсәһенең ҡарынында ике йыл буйына ҡалған.

Башҡортса дини календарь 2004 йыл