Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны,халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны

       Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны,халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны

   Күп йылдар үткән, һыуҙар аҡҡан. Яуҙа ғәйепләнгәндәрҙең аҫылдары аҫылған. Һөргөнгә ебәрелгәндәрҙең ҡайһылары ҡайтышып, тыныс торам тигәндә, тағы ла бер ғауға ҡупҡан. «Француздар яу асҡан, Мәскәүҙе килеп баҫҡан. Батша ҡасҡан» тигән хәбәр таралған. Ил ҡарттары йыйылып, түрә- һәрә һөйләшеп, ат-хат еткән ерҙән саҡырып, илде йыйғандар. Батша фарманын уҡып, кәңәш-төңәш иткән саҡта, ҡәбер төбөнән сыҡҡан кешеләй, башын-күҙен йөн баҫҡан, аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ та йыйынға килгән. Танығандар булғандыр. Берәү бер һүҙ әйтмәгәс, барыһы ла аптырап, Байыҡҡа ҡапланып ҡарағас, Байыҡ былай тигән, ти: Читать далее →

Ялан Йәркәй

                                                                    Ялан Йәркәй
                  1
Ялан ғына ерҙең, ай, бүреһе,
Күк һыртландай булыр күбеһе.
Дуҫ-иштәрем күп, тип ышанмағыҙ,
Хас дошманың булыр береһе.

Алтын ғына микән, ай, был донъя,
Көмөш кенә микән был донъя?
Алтын ғына уйлы аҫыл иргә
Баҡыр ғына икән был донъя! Читать далее →

Буранбай — Йәркәй сәсән

                                                                               Буранбай
                     1
Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған хаттары,
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары.

Оҙон да ғына оҙон, ай, бик моңло
Буранбайҙың һуҙған йырҙары,
Буранбайҙың йырын тыңлағанда,
Йөрәкһенә ауыл ирҙәре. Читать далее →

Ерәнсә

                                                                     Ерәнсә сәсән

   Бер көн ҡаҙаҡ байҙары менән Абулхайыр* хан башҡорт тарханы Аҡмәмбәткә* ҡунаҡҡа килгән. Килгәс, Аҡмәмбәткә:

   - Һинең атаң менән беҙҙең аталар һәр ваҡыт татыу йәшәгән, һин был Яйыҡ буйынан, беҙҙең һыулауҙан кит, үҙеңә тыныс булыр; ҡыш тибенлеккә кәрәк тиһәң, Ирәндектә, Әтәстә* малың ҡышлатырһың. Мин бүтән халыҡты нисек өркөтөргә белермен. Улар үҙҙәре лә ҡасыр, — тигән.
   Аҡмәмбәт, малын ҡурсып, Уралға китмәк булған. Айырым байҙарҙы үҙе менән алып китеүҙе аңлатыу өсөн, «ҡунаҡ күрергә» Абулхайыр хандар янына саҡырған. Ерәнсә сәсән был хәлде белгән дә саҡырмаһалар ҙа килгән. Шунда байҙар менән хан: «Халыҡты ыҙғытаһың», — тип, Ерәнсәгә үҙ шелтәләрен әйтә башлағандар икән, Ерәнсә Абулхайыр ханға былай тигән.
Читать далее →

Йәм табам

 

                                                                    Йәм табам

Көндәрем ҡараңғылыр, сыҡмай ҡояшым бер ваҡыт,
Ниңә һуң бирмәй Хоҙайым миңә ғүмеремдә бәхет.

Ҡараһам, бар халыҡ ғалим, эштәре ал, гөл генә,
Уйнай-көләләр барыһы, ҡайғыла тик мин генә.

Шул көйөнсә йылдар, айҙар үтә ел үткән кеүек,
Хәҙер инде был фәләктән өмөтөм бөткән кеүек.

Уйлаймын ғүмеремдә күрмәм, тип, шатлыҡ сөрүр,
Ҡайғы, михнәттәр бөтөп, килмәҫ, тип, миңә хозур.

Тип янам, көйәм, эсемдән, күҙемә йәш тултырам,
Йөрөймөн дә арлы-бирле, дәхи килеп ултырам.

Ултырам башым һалып мин, йәки йырлайым моңло йыр,
Йә ҡулыма ҡәләм алып, яҙамын уйлап шиғыр.

Шул шиғырҙарымды уҡып, ҡайғы хәсрәттәрем ябам,
Онотам ҡайғыларымды, әллә ниндәй йәм табам.

Йәм табам, ҡайғым тарала, баҫыла янған йөрәк,
Хистәрем — шиғырҙарым шул, башҡа нишләмәк кәрәк.

Бына шундай саҡтарымда хиссәт — шиғырҙарым,
Майҙанға килмеш минең был ваҡ-төйәк шиғырҙарым.

                                                                                                       Сафуан Яҡшығолов (1871—1931)

Фәләк — яҙмыш, тәҡдир.
Сөрүр — шатлыҡ, һөйөнөс.

Башҡорт ҡыҙына

                       башкирская красавицаБашҡорт ҡыҙына

 

Эй ғиффәтле ханым Миңлеһылыу,
Ҡара ҡаш һин, түңәрәк битле һылыу.

Тулған айға йөҙөң оҡшашлы һинең,
Битеңдең иң осонда нурлы миңең.

Үҫеп етеп киләлер зифа буйың,
Атаң, әсәң етә тип көтә туйың.

Читать далее →

Башҡорт ағаларыма хитап

                                                   Башҡорт ағаларыма хитап

Был заман инҡилабы ниндәй ҡыҙыҡ,
Күҙ асып ҡараһағыҙ, башҡорттарым.
Һәр бер милләт мәғарифҡа һалышалар,
Һеҙҙәр ғафил ятаһыҙ, башҡорттарым.
Һәр урында төрлө милләт ҡуҙғалыша
Мәғариф, тәрәҡҡигә юлдар аса,
Һеҙҙәр йоҡлап ятаһыҙ һәнүҙгәсә
Ниңә уянмайһығыҙ, башҡорттарым.
Хөрриәт сайәһе ергә төштө,
Һәр бер ҡәүем күләгәгә йүгереште,
Алғараҡ сығыр өсөн һикереште,
Һеҙҙәр ғафил ҡалаһыҙ, башҡорттарым. Читать далее →

Бүгәсәүгә ҡушылып, Ир-батырға ҡуш булып

                                                        Бүгәсәүгә ҡушылып,
                                                      Ир-батырға ҡуш булып

Алыҫ та алыҫ ерҙәрҙә,
Беҙ күрмәгән илдәрҙә
Дон тигән йылға бар икән.
Йылғала йөҙгән балыҡҡа,
Эшләп көн күргән халыҡҡа,
Тирҙәрен түккән улдарға,
Ай кеүек һылыу ҡыҙҙарға
Донда ла тормош тар икән,
Унда ла тормош тар икән.

Читать далее →

Салауат батыр

                                                      Салауат батыр

Салауат батыр ир ине,
Салауат батыр ир ине,
Дошман менән көрәшкәндә
Яу башында бер ине,
Алғы сафта ул ине.
Юлай улы Салауат
Урал тауҙың батыры.
Көсө менән — арыҫлан,
Алтын булған аҡылы,
Алтын булған аҡылы.
Салауат ҡурҡмай һыуҙа йөҙгән,
Тәрән һыуҙа, ағында.
Йыртҡыстарға дошман булған
Кескенә үк сағында.
Уралдың тау-урмандарын
Йәштән йөрөп бөтөргән.
Ҡапма-ҡаршы һуғышып
Ике айыу үлтергән. Читать далее →

Хикмәт нәсихәттәр

                                                          Хикмәт нәсихәттәр

    Хикмәт эйәләренән ҡалған бер-нисә хикмәт
    Аҡыл эйәләренән берәү әйткән: «Кешеләр, — тигән, — дүрт төрлө була. Белгән һәм үҙенең белгәнлеген белеп торған кеше, был кеше — ғалим, уның артынан эйәреп кенә йөрөргә тырышығыҙ. Икенсеһе — белә, ләкин үҙенең белгәнен аңлап етмәй. Был турала уның хәтеренә төшөрөгөҙ. Өсөнсөһө — бер нимә лә белмәй ҙә, белмәгәнен аңлай ҙа алмай, быныһы — тома наҙан, унан һаҡ булығыҙ. Дүртенсеһе— белмәй ҙә, белмәгәнен белеп тә тора, быныһы һеҙҙең ярҙамға мохтаж, уға бынан ҡотолоу юлын күрһәтеп бирегеҙ», — тигән.
    Хикмәт ул — Аллаһтың Үҙе теләгән кешеһенә генә бирә торған бер бүләге. «Аллаһ хикмәт бүләк итеп биргән һәм был хикмәттең ҡәҙерен белеп тә, ҡомһоҙ булыуы сәбәпле көстәрен донъя малы туплап ҡалыу өсөн генә түгеп йөрөгән кеше, — тигән Сократ, — тән сәләмәтлеге менән донъялар именлеген борсолоуҙар менән тынғыһыҙлыҡтар бәрәбәренә һатып йөрөгән әҙәмгә оҡшап китә».
    Сөнки хикмәт емеше ул — тынғылыҡ һәм дәрәжәләрҙә юғарылыҡ, байлыҡ емеше — арыу-талыуҙар һәм бәхетһеҙлек. Читать далее →