Йәм табам

 

                                                                    Йәм табам

Көндәрем ҡараңғылыр, сыҡмай ҡояшым бер ваҡыт,
Ниңә һуң бирмәй Хоҙайым миңә ғүмеремдә бәхет.

Ҡараһам, бар халыҡ ғалим, эштәре ал, гөл генә,
Уйнай-көләләр барыһы, ҡайғыла тик мин генә.

Шул көйөнсә йылдар, айҙар үтә ел үткән кеүек,
Хәҙер инде был фәләктән өмөтөм бөткән кеүек.

Уйлаймын ғүмеремдә күрмәм, тип, шатлыҡ сөрүр,
Ҡайғы, михнәттәр бөтөп, килмәҫ, тип, миңә хозур.

Тип янам, көйәм, эсемдән, күҙемә йәш тултырам,
Йөрөймөн дә арлы-бирле, дәхи килеп ултырам.

Ултырам башым һалып мин, йәки йырлайым моңло йыр,
Йә ҡулыма ҡәләм алып, яҙамын уйлап шиғыр.

Шул шиғырҙарымды уҡып, ҡайғы хәсрәттәрем ябам,
Онотам ҡайғыларымды, әллә ниндәй йәм табам.

Йәм табам, ҡайғым тарала, баҫыла янған йөрәк,
Хистәрем — шиғырҙарым шул, башҡа нишләмәк кәрәк.

Бына шундай саҡтарымда хиссәт — шиғырҙарым,
Майҙанға килмеш минең был ваҡ-төйәк шиғырҙарым.

                                                                                                       Сафуан Яҡшығолов (1871—1931)

Фәләк — яҙмыш, тәҡдир.
Сөрүр — шатлыҡ, һөйөнөс.