Яулыҡ? Хиджап? Әллә баш кейемеме?

 башкирка

                    Яулыҡ? Хиджап? Әллә баш кейемеме?

   Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ҡағылышлы яулыҡ һәм хиджап тураһында бәхәстәр халҡыбыҙ араһында әленән-әле ҡалҡып сығып тора. Бер яҡтан, башҡорт булараҡ, беҙгә хиджап нимәгә кәрәк ул, үҙебеҙсә яулыҡ ябынайыҡ, тиҙәр, икенселәре хиджап яҡлы, өсөнсөләре яланбаш йөрөйөк, тиҙәр. Хиджап — ул ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙарының баш һәм өҫ кейеме, Көнбайыш Европала уны баш ябыуы тиҙәр. Яулыҡ тип беҙҙең яҡта әйтәләр. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙын башы ла, кәүҙәһе лә, битенән һәм ҡул суҡтарын тыш, ябыҡ булырға тейеш.

   Ислам динендә генә баш һәм тән ҡаплаулы булырға тейеш, тип уйламағыҙ, шул уҡ талап христиан һәм иврит диндәрендә лә бар. Өҫ-баштағы кейемдәргә килгәндә, улар сусҡа тиреһенән булыуы тыйыла, шул ғына. Төҫтәренә килгәндә, ирҙәргә ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшатып ҡыҙыл төҫтән йә ебәктән кейергә ярамай. Шулай уҡ һүрәтле кейемдәрҙә йөрөү ҙә гонаһлы. Яланбаш йөрөйһөгөҙ икән – үҙегеҙгә ҙур гонаһ алағыҙ, иманығыҙ кимәле түбән икәнен күрһәтә. Иман – Аллаһ Тәғәләгә ышаныу булғас, ни эшләп ҡушҡандарына бармаҡ аша ҡарарға?

   Ғәрәптәргә оҡшатып кейенеү кәрәкмәй. Пәйғәмбәребеҙ әйткән бит: ғәрәп халҡының башҡа халыҡтарҙан өҫтөнлөгө юҡ тип. Кейенегеҙ һәм ябынығыҙ хәҙерге стилдә, тик шәриғәт ҡушҡан сиктән сыҡмағыҙ. Шәриғәт сиге — Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан сик. Сиктән сығаһығыҙ икән, гонаһ һеҙҙеке – үҙегеҙгә ошо ғүмерҙә лә һәм әхирәттә лә яза килеүен көтөгөҙ. Читать далее

Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...

Имам Ғариф — хажи Ғабдрахман

                  Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...

                          ” Инжил” дәге хаҡиҡәт

     Ғайса ғәләйһиссәләмдең вафатынан һуң IV — V быуаттарҙа төрлө апостол* мөәллифтәр тарафынан Аллаһ һүҙҙәрен үҙҙәренә ҡулайлы итеп йәки үҙгәртеп 400-гә яҡын «Инжил» китабы яҙылып, нәсара* араһында таралған була. Папа* Жаласюс I Һижрәткәсә 492 йылда папа тәхетенә ултырғас, дүрт Инжилды ҡанунлаштыра, ә ҡалғандарын уҡымаҫҡа һәм юҡ итергә бойора. Шуларҙың араһынан «Барнаба Инжиле»н уҡылыуы ҡәтғи рәүештә тыйылған китаптар исемлегенә индерәләр. Хатта уны уҡыған кешене язаға тарттырыу ҡаралған була.
     Шуға ҡарамаҫтан, өс Барнаба Инжиле урлана. Шуларҙың береһе бер аҙ ваҡыт үткәс, Вияналағы Император китапханаһына еткәс, инглиз теленә тәржемә ителә. Икенсеһе һуңғараҡ Бөйөк Британияның Британия музейына, ә өсөнсөһө Америка Конгресы китапханаһына ебәрелә. Бында был китаптар хәрби сер булараҡ һаҡланалар.
Читать далее

«Светский» — динһеҙ йәшәү мәғәнәһендәме?

                               "Светский" — динһеҙ йәшәү мәғәнәһендәме?

   Һуңғы ваҡытта, беҙҙә, ҡайһы бер әҙәмдәр: беҙ, светский государство ла йәшәйбеҙ тип, динде халыҡтан ситләштереп маташалар. Мәҫәлән: мәктәптә мосолман ҡыҙ балалар яулыҡ ябынһа, ярамай, беҙ бит светский илдә йәшәйбеҙ тип, ҡаңғыра башлайҙар. Был мәктәптәрҙә, ВУЗ-дарҙа һәм башҡа эш урындарында яулыҡ ябыныу мәсьәләһе ыңғай хәл ителмәһә, әгәр ҡаршылыҡтар килеп сыҡһа,  шулай уҡ эшләгән ерҙә, намаҙ уҡыуға ҡаршылыҡтар булһа – БГУ-ның юристәренә мөрәжәғәт итегеҙ.
   Нимә тигәнде аңлата һуң «светское государство»? Конституцияла “Россия Федерацияһы светское государство” яҙылған, тик мәғәнәһе нимәлә? Принцибы?
   Светский тигән һүҙ 1993 йылдағы перестройка Конституцияһында барлыҡҡа килә. Хатта, совет осоронда буржуй һүҙҙәре мәғәнәһендә булғас уны телгә лә алмайҙар. Был Конституцияны болғансыҡ осорҙа, Ельцин власта булған саҡта ҡабул итәләр, демократия индербеҙ тип (сит илдәрҙән бар бысраҡты). Читать далее

Өйләнеү

                                                                     Өйләнеү

     Ир һәм ҡатындың бергә йәшәүе мөһим ижтимағи институт булып тора. Әхләҡһеҙлектән ҡотолоу өсөн ғаиләһен аҫырай алған һәр йәш кеше өйләнергә тейеш. Ислам күҙлегенән ҡарағанда, никахлашмау — әшәкелек. Ул ғына ла түгел, ике кешенең мөхәббәтен арттырыу өсөн ир менән ҡатын булын йәшәүҙән дә яҡшырағы юҡ. Финанс яғы насар булыуы арҡаһында өйләнә алмаған кешеләргә иһә, енси ынтылышты баҫыр өсөн, ваҡыт-ваҡыт ураҙа тоторға кәңәш ителә. Әгәр мосолман матди яҡтан тәьмин ителеп тә, өйләнергә теләмәһә һәм быға мохтажлыҡ күрмәһә, уның өйләнмәүе ғәйеп һаналмай.
                                                          Ҡатын эҙләү
     1. Ир-ат Ислам күҙлегенән ҡарағанда мәхрам (өйләнешергә тыйылған кешеләр) туғандарға өйләнә алмай. Ҡан ҡәрҙәшлеге арҡаһында өйләнергә ярамай торған ете төрлө ҡатын-ҡыҙ бар.
     2. Исламға йәне-тәне менән бирелгән ҡатын иң яҡшы ҡатындарҙан һанала. Ҡатынға уның байлығына, йәмғиәттә тотҡан урынына, матурлығына ҡарап өйләнергә мөмкин. Әммә бергәләп тормош ҡорор өсөн былар ғына етмәй, уларҙың никахты боҙоуы ихтимал. Шунлыҡтан үҙ-ара аңлашып йәшәү һәм фекер ҡаршылыҡтарын булдырмау өсөн дөйөм нигеҙ булырға тейеш. Ә бындай нигеҙ булып Исламға тоғролоҡ һанала.

Читать далее

Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан

                                              Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан

     Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың (1833—1917 ) ҡыҫҡаса тормош юлы
     Зәйнулла-ишан 1833 йылдың 23 мартында Ҡорбан байрамы көнөндә Троицк өйәҙенә ҡараған Туңғатар волосының (хәҙерге Башҡортостан Републикаһының Учалы районы) Шәрип ауылында ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары ғаиләһендә тыуған.
     Уның шәжәрәһе түбәндәгесә: Зәйнулла — Хәбибулла — Рәсүл — Муса — Байрамғол — Ғашиҡ — Солтанай — Морат Тобай — Ураҙғали — Яғшай — Ятабай — Ҡабул (Ҡабулдың кем улы булыуы билдәһеҙ).
     Зәйнулла тәүҙә үҙенең тыуған ауылында, унан һуң Малай Муйнаҡ ауылында Яҡуп-шәйехтә белем ала. Был шәйех Ахун ауылына (хәҙерге Учалы районы Ахун ауылы) күсеп киткәс, уҡыусылары, шул иҫәптән, үҫмер Зәйнулла ла уның артынан китә. 1851 йылда 17 йәшендә Троицкиға юллана. Унда дамулла Әхмәт бин Хәлит әл-Минҡариҙан (1870 йылда вафат була) шәриғәт буйынса тәрән белем ала. Зәйнулла ете йыл буйына ғәрәп теленән, фекерләү, хикмәт, кәлам (был фәндән ул «Шәрх Ғакаид Ғадудия» китабын уҡып сыға) фәндәренән белем туплай. Шәйех дамулла Мөхәммәт Шаһ бин Мираҫтан Изге Ҡөрьәнде уҡыу (тәжүит) буйынса ла белем ала. Мәҙрәсәне тамамлап, уҡытыусылыҡ эшенә таныҡлыҡ (ижазәт) алып, тыуған яғына ҡайта. 1858 йылда Верхнеурал өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Аҡҡужа ауылына имам итеп тәғәйенләнә. Бында үҙенең мәҙрәсәһенә нигеҙ һала һәм уҡытыу эшен башлай. Шул йылда өйләнә.
Читать далее

Тәҡдир һәм ҡазаға инаныу

                                               6. Тәҡдир һәм ҡазаға инаныу

     Имандың алтынсы шарты — тәҡдиргә инаныу. Тәҡдир һәм ҡазаны яҡшыраҡ аңлар өсөн, иң беренсе ирадәи-жузийәне белергә кәрәк.
                    Ирадәи-жузийә (һайлау иреге)
     Ирадәи-жузийә — Аллаһы Тәғәләнең ҡолдарына биргән, сикләнгән дәрәжәләге юл һайлау хоҡуғы. Был төшөнсәнең әһәмиәте бик ҙур, сөнки кеше ирадаһын (теләген) яҡшылыҡҡа йүнәлтһә, Аллаһы Тәғәлә яҡшылыҡты бар итә, насарлыҡҡа йүнәлтһә — насарлыҡты бар итә. Был яҡтан ҡарағанда, кеше Йәннәтте лә, Йәһәннәмде лә үҙ теләге менән ҡаҙана. Әлбиттә, барлыҡҡа килтереүсе бары тик Аллаһы Тәғәлә генә. Ул теләмәһә, бар итмәһә, бер нәмә лә булмаҫ. Ләкин ҡол — теләп ҡаҙаныусы, ә Аллаһы Тәғәлә — бар итеүсе (йәғни бәндәнең теләген уның ирке буйынса барлыҡҡа килтереүсе). Читать далее

5. Ахирәткә инаныу

                                               5. Ахирәткә инаныу

     Имандың бишенсе шарты — Ахирәт көнөнә инаныу. Үл Сурға өрөү һәм барса үлгәндәрҙең терелеп, ҡәберҙәренән сығыуы, ғәмәл дәфтәрҙәренең үҙҙәренә бирелеүе һәм, Мәхшәр майҙанында тупланып, ғүмерҙәрендә башҡарған эштәренән һорау һәм яуап алыныуы, мизан, шәфәғәт, сират, Кәүҫәр, Йәннәт, Йәһәннәм кеүек Ахирәт хәлдәренә ышаныу.
    Ахирәт — был донъянан һуң башланасаҡ мәңгелек ғүмер. Аллаһы Тәғәлә был донъяны һәм барлыҡ йән эйәһен ваҡытлы ғына итеп бар итте. Исрафил ғәләйһис-сәләмден беренсе тапҡыр Сур исемле ҡоралға өрөүе менән Ҡиәмәт килеп, барлыҡ йән эйәһе үләсәк, донъялағы һәм уның тышындағы бөтә нәмә юҡ буласаҡ. Икенсе өрөүе менән йән эйәләре яңынан терелеп, хисап бирер өсөн Мәхшәр майҙанында йыйыласаҡ. Унда Аллаһ хозурында һәр кем башҡарған эштәре буйынса яуап бирәсәк, хаҡлы хаҡһыҙҙан хаҡын аласаҡ.
     Хисап эше бөткәс, яҡшылар Йәннәткә, ямандар Йәһәннәмгә инәсәк. Йәннәткә кереүселәрҙең бер төркөмө унда Аллаһы Тәғәләне күрәсәк. Ахирәткә ышанмаусы кеше Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә ышанмаусы булыр.
    Әжәл
     Әжәл — бәндә өсөн Аллаһ тарафынан яҙылып ҡарар ҡылынған ғүмеренең бөтөүе. Әжәл бер минут алда килмәҫ һәм бер минут кисекмәҫ. Кеше, ни сәбәптән үлһә лә, үҙ әжәле менән үлер.

                                            Китап «Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса»

4. Пәйғәмбәргә инаныу

                                                           4. Пәйғәмбәргә инаныу

   Имандың дүртенсе шарты — пәйғәмбәрҙәргә инаныу.
   Пәйғәмбәр — ул Аллаһы Тәғәләнең хөкөмдәрен, әмерҙәрен, бойороу һәм тыйыуҙарын ҡолдарына тапшырыу өсөн Аллаһы Тәғәлә менән ҡолдары араһында аралашсы сифатында ебәрелгән һәм әхлаҡтың барлыҡ гүзәллектәренә эйә булған зат. Пәйғәмбәрҙәр, кешеләрҙе Аллаһҡа ширк ҡатыу (йәғни кемделер йәки нимәнелер Уның менән тиңләү), һындарға табыныу кеүек төрлө аҙашыуҙарҙан ҡотҡарып, уларҙы донъя һәм ахирәт бәхетенә ирештереү өсөн ебәрелгән. Кешеләр үҙ аҡылдары менән тура юлды таба алмағанға Аллаһы Тәғәлә уларға пәйғәмбәрҙәр ебәргән. Пәйғәмбәрҙәргә Аллаһ тарафынан мөғжизәләр бирелгән. Ябай кешеләр булдыра алмаған нәмәләрҙе пәйғәмбәрҙәр Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән бик еңел эшләгән.
   Иң беренсе кеше һәм тәүге пәйғәмбәр — Әҙәм, ғәләйһис- сәләм. Шуға күрә тереклек араһында иң күркәм булған кешенең төп сығышы, ҡайһы бер фекерләүселәр раҫлап маташҡанса, маймыл түгел, ысын кеше. Кешенең асылын маймылға бәйләп аңлатыуҙан оялырға, тартынырға һәм әҙәпһеҙлек тип һанарға кәрәк.
   «Кешенең асылы маймылдан» тигән хаталы фекерҙе быуатыбыҙҙың ғилеме һәм фәне төптән юҡҡа сығарҙы. Шуға ҡарамаҫтан, һаман да кешенең асылы маймылдан тип иҫәпләгән наҙандарға осрау — ғәжәп хәл! Һис шикһеҙ, мәғлүм: беҙҙең ата-әсәбеҙ — хәҙрәти Әҙәм менән Һауа — Йәннәттән килгән саф заттар.

Читать далее

3. Китаптарға инаныу

                                               3. Китаптарға инаныу
   

   Имандың өсөнсө шарты — иләһе китаптарға инаныу. Аллаһы Тәғәлә үҙенең теләктәрен, әмерҙәрен (бойороҡтарын), тыйыуҙарын, хикмәттәрен ҡолдарына белдереү өсөн пәйғәмбәрҙәренә ваҡыт-ваҡыт китаптар индергән. Уларҙың барыһына ла иләһе китаптарҙың исемдәре бирелгән. Ябраил, ғәләйһис-сәләм, аша пәйғәмбәрҙәргә йөҙ сәхифә (бит) һәм дүрт китап индерелгән.
          Сәхифәләр (биттәр)
   Әҙәм, ғәләйһис-сәләмгә, -10 сәхифә;
   Шис, ғәләйһис-сәләмгә, — 50 сәхифә;
   Иҙрис, ғәләйһис-сәләмгә, — 30 сәхифә;
   Ибраһим, ғәләйһис-сәләмгә, — 10 сәхифә индерелгән. Бөтәһе 100 сәхифә ебәрелгән.
                Китаптар
   1. Тәүрат-Муса, ғәләйһис-сәләмгә;
   2. Зәбүр — Дауыт, ғәләйһис-сәләмгә;
   3. Инжил-Ғайса, ғәләйһис-сәләмгә;
   4. Ҡөрьән — беҙҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә, индерелгән.
   Кешелек донъяһына ебәрелгән йөҙ сәхифә һәм дүрт бөйөк китап ошо. Беҙҙең Пәйғәмбәребеҙгә Ҡөрьәни Кәрим ебәрелгәндән һуң башҡа китаптарҙың хөкөмдәре ғәмәлдән сыҡҡан.
   Ҡөрьәни Кәримдә 114 сүрә, 6666 аят бар.
   Ике тыныш араһы бер аят тип атала. Ҡөрьәндең бер хәрефе лә ошоға хәтлем үҙгәрмәне һәм ул, Ҡиәмәткә ҡәҙәр Аллаһтың һаҡлауы аҫтында булып, бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк.

                                     Китап «Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса»

2. Фәрештәләргә инаныу

                                                 2. Фәрештәләргә инаныу

   Имандың икенсе шарты — фәрештәләргә инаныу.
   Фәрештәләр — нурҙан бар ителгән, теләгән ҡиәфәткә керә ала торған йән эйәләре. Фәрештәләрҙә ирлек-ҡатынлыҡ юҡ. Улар, Аллаһ нимә ҡушһа, шуны ғына үтәй. Уларҙың ашау-эсеүгә ихтыяждары юҡ. Ҡайһыһы күктә, ҡайһыһы ерҙә төрлө вазифа үтәйҙәр. Уларҙың күпме икәнен тик Аллаһы Тәғәлә генә белә.
Уларҙың дүртеһе — өлкән фәрештә.
   Дүрт өлкән фәрештә
1. Ябраил, ғәләйһис-сәләм. Аллаһы Тәғәләнең китаптарын пәйғәмбәрҙәргә килтереп тапшырыуҙа, йәғни вәхиҙе килтереү өсөн яуаплы. Аллаһы Тәғәлә менән Уның илселәре (пәйғәмбәрҙәр) араһында аралашсы.
2. Микаил, ғәләйһис-сәләм. Тәбиғи хәлдәр, мәҫәлән, елдәр, ямғырҙар, уңыш һәм башҡалар өсөн яуаплы.
3. Исрафил, ғәләйһис-сәләм. Сур исемле ҡоралға өрөп, Ҡиәмәт көнө башланыуы һәм кешеләрҙең Ҡиәмәттә ҡабат терелеүҙәре өсөн яуаплы.
4. Ғазраил, ғәләйһис-сәләм. Ғүмере бөткәндәрҙең йәндәрен алыу өсөн яуаплы.
һәр кешелә вазифалы 384 фәрештә бар. Мәҫәлән, Кираман-Кәтибин (ғәмәлдәрҙе яҙып барыусы) һәм Хафаза (һаҡсы) фәрештәләр була.

                                           Китап «Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса»