Мәүлидүн-Нәби тарихе
Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы.
Мәүлид — ғәрәпсәнән башҡортсаға тыуыу мәғәнәһен бирә.
Мәүлидүн-нәби — һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаның, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, тыуған көнө. Атаһы Ғабдуллаһ менән әсәһе Әминәне Аллаһ Тәғәлә ҡауыштырып, уларҙан барлыҡҡа килгән яралғы ла, буласаҡ Аллаһ Рәсүле яралғыһы булараҡ һәр ваҡыт Уның ҡарамағында булған һәм һәр булмышы, һәр йәшәйеше Раббыбыҙ тарафынан был затты төрлө һынауҙар аша үткәреп, Йәбраил фирештә арҡыры бәйғәмбәр булараҡ әҙерләү. Әҙерләү ваҡыты тамамланғас Раббыбыҙ уға бәйғәмбәрлек бирә, Ҡөрьән — Кәримде иңдерә. Ер йөҙөндә Ислам динен йәйелдерергә һәм халыҡтарҙы шул дингә өндәргә бойора. Хәҙрәти Рәсүл Әкрәм Аллаһ Тәғәләнең иң яҡын илсеһе булараҡ, тура юлды, донъя һәм әхирәттә мәңгелек бәхет-сәғәдәткә, рәхмәткә ирешеү юлын, Ислам динен Аллаһ Тәғәләнең һуңғы китабы — Ҡөрьән-Кәрим менән күрһәтте һәм өйрәтте. Был бөйөк бәйғәмбәрҙең донъяға килгән көнө — Рабиғул-әүүәл айының 12-се көнө тип иҫәпләнә. Уның тыуған көнөн билдәләү хаҡында вафатынан һуң 600 йыл дәүер эсендә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмағанын раҫлағандар Ислам ғалимдары.
