Риба – биргән әйберҙе артырып алыу

                                             Риба – биргән әйберҙе артырып алыу

     Мәҫәлән: Бер кешегә бурысҡа бер мең һум биреп тороп, ҡайтарып алғанда бер мең ике йөҙ һум итеп алыу. Ул артыҡ ике йөҙ һум риба була.
     Риба ашау Аллаһы Тәғәлә алдында оло гонаһтарҙан һанала. Аллаһы Тәғәлә риба ашаусыға ахирәттә ут ғазабын вәғәҙә итә.
     Ҡөръәндән дәлил: «Бәҡарә» сүрәсенең 275-281 се аяттары:
     275. الَّذِينَ يَأْكُلُونَ الرِّبَا لَا يَقُومُونَ إِلَّا كَمَا يَقُومُ الَّذِي يَتَخَبَّطُهُ الشَّيْطَانُ مِنَ الْمَسِّ ذَلِكَ بِأَنَّهُمْ قَالُوا إِنَّمَا الْبَيْعُ مِثْلُ الرِّبَا وَأَحَلَّ اللَّهُ الْبَيْعَ وَحَرَّمَ الرِّبَا فَمَن جَاءَهُ مَوْعِظَةٌ مِّن رَّبِّهِ فَانتَهَى فَلَهُ مَا سَلَفَ وَأَمْرُهُ إِلَى اللَّهِ وَمَنْ عَادَ فَأُولَئِكَ  أَصْحَابُ النَّارِ هُمْ فِيهَا خَالِدُونَ
     275. Әлләҙиинә йәькүлүүнә-ррибәә ләә йәкүүмүүнә илләә кәмәә йәҡуумү-лләҙии йәтәхаббәтуһү-шшәйтаанү минәл-мәсси ҙәәликә би’ән-нәһүм ҡаалүү иннәмәл-бәйғү миҫлү-ррибәә үә әхәллә-ллааһүл-бәйғә үә харрамә-ррибәә фәмән джәә'әһү мәүғиҙатүм-мир-раббиһи фәңтәһәә фәләһү мәә сәләфә үә әмруһүү илә-ллааһи үә мән ғәәдә фә'үләә'икә асхәәбү-ннәәри һүм фииһәә хаалидүүн. Читать далее →

Ғәли хәҙрәт тураһында

                                                             Ғәли хәҙрәт тураһында

                                               Ғәли хәҙрәт тураһында бер нисә кәлимә
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаның, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, вафатынан һуң Ислам донъяһы менән идара иткән дүрт ғәҙел хәлифәнең һуңғыһы —- мөьминдәр әмире Ғәли (Аллаһы Тәғәлә уның менән риза була күрһен!) пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, 30 йәшкә еткәндә, рәжәб айының ун өсөндә йома көндө Мәккәлә донъяға килә. Бала ваҡытынан башлап пәйғәмбәребеҙ эргәһендә, уның менән бергә йәшәй, унан тәрбиә ала һәм аҙаҡ — пәйғәмбәребеҙҙең Аллаһ тарафынан ебәрелгән илсе булыуына ирҙәрҙән иң тәүге булараҡ иман килтерә. Һуңынан 30 йыл дауамында, иң тоғро сәхәбәләренән береһе, улы урынына ҡалған ҡәрҙәше, кейәүе, иң яуаплы эштәрҙә ярҙамсы булараҡ Ислам диненә хеҙмәт итә.
     Пәйғәмбәребеҙ Ахирәткә күсеп киткәс тә мосолмандар араһында йомартлығы, ҡыйыулығы, әҙәбе, бер нәмәлә артығын өмөт итмәгән, тыйнаҡлығы менән айырылып торған юлбашсы, дин ғалимы булараҡ хөрмәт ҡаҙанған кеше була.

Читать далее →

Кеше күңеле игелек

                                                       Кеше күңеле игелек

                                          Кеше күңеле игелек биреп яратылған
     Шағир Фидус Ямалетдиновтың «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатмалар»ынан бер аят:
           Беҙҙең диндең таҙалығы, ихласлығы
           Бағланышлы түгелме һуң бер Аллаға?
           Тик кем йөрөй башҡаларға өмөт итеп,
           Алланан тыш үҙҙәренә яҡлау көтөп,
           (Шулар) әйтә: «Беҙ (һындарға) табынабыҙ
           Хаҡ Сүбехәнә үә Тәғәлә эргәһенә
           Улар беҙҙе яҡынайтһын өсөн генә.
           Аллаһ (барын онотмаһын ине һәр кем)
           Барыһына сығарыр Ул ғәҙел хөкөм.
           Кемдең йәнен баҫып алған хәйлә, ялған,
           Шуны Аллаһ та йөрөтмәҫ тура юлдан. Читать далее →

Хандаҡ йәки Әхзәб ғәзүәһе (алышы)

                                                       Хандаҡ йәки Әхзәб ғәзүәһе (алышы)

     Бәни Назир йәһүдиҙәре ватандарынан һөрөлгәндәренән һуң Шам тарафтарына үә бәғзелэре Хәйбәргә китеүҙәре юғарыла яҙылғайны. Хәйбәргә киткән йәһүдиҙәр һәр ваҡыт мосолмандарҙан үс алырға, ҡулдарынан киткән ерҙәрен яңынан үҙҙәренә ҡайтарырға форсат көтөп тормаҡта инеләр. Икенсе Бәҙергә сығыуға һүҙ биреп тә, сығыуға муафиҡ булмаған Ҡөрәйштәрҙең күңелдәрендә лә, форсат килгәндә, мосолмандарға бик ҙур бер ҡеүәт менән сығып, ҡаты бер һуғыш биреү ниәте бар ине. Быны бик яҡшы белгән Хүйәй ибн Ахтаб, Сәллам ибн Әби Хукайк, Кинәнә ибн әби Рабиғ, Сәлләм ибн Мишкәм кеүек ғәрәп ҡәбиләләрен ҡоторта башланылар. Иң элек Ҡөрәйш ҡәбиләһенә барып рәйестәрен күрҙеләр һәм уларға, әгәр әһел Ислам менән һуғышһалар, ярҙам итәсәктәрен вәғәҙә иттеләр. Мөшриҡтәр уларҙың һүҙҙәрен ҡабул иттеләр, һуңынан Ғатафан (Фәзәра, Мурра, Әшжәғ) ҡәбиләһенә барып, рәйестәре Ғуяйиә ибн Хисн Фәззәри, Хәрис ибн Ғәуф Мурра, Мисгар ибн Рухайлә Әшжәғи менән һөйләшеп, уларҙы мосолмандарға ҡаршы һуғышырға ҡыҙыҡтырҙылар. Уларға Ҡөрәйш мөшриҡтәренең дә һуғышҡа әҙерләнгәндәрен һөйләнеләр. Былар ҙа уларҙың һүҙҙәрен ҡабул иттеләр. Бынан һуң башҡа ғәрәп ҡәбиләләрен күреп, уларҙан да бер ни ҡәҙәр тарафтарҙар йыйҙылар. Читать далее →

Әл-Әхзәб алышы

                                            Әл-Хәндәҡ йәки әл-Әхзәб алышы

     Бишенсе йылдың шәүүәл айында әл-Хәндәҡ йәки әл-Әхзәб алышы була. Хәл иткес һәм михнәтле һуғыш. Мосолмандар бик ауыр һынауҙарға дусар ителә. Уларҙың был көндәгенән дә хәтәрерәк Һынау күргәндәре булмаған. Ошо турала Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Бына улар өҫтән дә, аҫтан да уратып алды. Һеҙҙең күҙегеҙ аларҙы, йөрәгегеҙ боғаҙығыҙға килде. Аллаһ тураһында төрлө нәмә уйланығыҙ. Шунда мөьминдәргә һынау булды: улар, бик ҡаты тетрәнеп, ҡойолоп төштө» (Ҡөръән. 33:10-11). Читать далее →

Бәрәкәт

                                                          Бәрәкәт

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә «Ибраһим» сүрәһенең (14 сүрә) 34-се аятында әйтә:

                                       وَآتَاكُم مِّن كُلِّ مَا سَأَلْتُمُوهُ وَإِن تَعُدُّوا نِعْمَتَ اللَّهِ لَا تُحْصُوهَا إِنَّ الْإِنسَانَ لَظَلُومٌ كَفَّارٌ
     34. Үә әәтәәкүм миң күлли мәә сә'әлтүмүүһ үә иң тәғүддүү ниғмәтә-ллааһи ләә түхсууһәә иннәл-иңсәәнә ләҙалүүмүң кәффаар.
     34. Аллаһ Тәғәлә һәр һораған нәмәгеҙҙе биргән. Алланың биргән ниғмәттәрен һанар булһағыҙ, һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ. Ысынлап та, кеше — яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгән залим.
     Раббыбыҙҙың беҙгә биргән ниғмәттәрен ысынлап та һанап бөтөрә алмаҫлыҡ хәлдәбеҙ, еңел генә һулыш ала алыуыбыҙ ҙа, ашаған-эскән ризығыбыҙҙы йота алыуыбыҙ ҙа, хатта эшкәртеп шуны сығара алыуыбыҙ ҙа, көндәлек ябай әйберҙәр булһа ла, барыһы ла Аллаһтың ниғмәттәре. Беҙҙән ошо ниғмәттәрҙе таныу, белеү, барыһын да Аллаһтан икәнен аңлау, улар өсөн шөкөр итеү талап ителә. Читать далее →

Ни тиклем ҡыйынлыҡ

                                        Ни тиклем ҡыйынлыҡ, шул ҡәҙәр сауап

     Ғибәҙәт (намаҙ, зекер, доға) ҡылғанда кеше үҙ-үҙен көндәлек тормоштан бөтөнләй башҡаса хис итергә тейеш. Ғибәҙәт хәле үҙ-үҙеңде уға тулыһынса биреүҙе, тәрән мәғәнәүи үә рухи халәткә инеүҙе талап итә. Намаҙыбыҙ көслө тулҡын хасил итһен... Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был турала ошолай тигән: «Әгәр уҡыған намаҙы кешене гонаһтарҙан, насарлыҡтан һаҡламай икән, үҙ-үҙен ҡулға алһын, ғибәҙәтенә ҙурыраҡ әһәмиәт бирһен». Читать далее →

Үлергәме, йәшәргәме?

                                                   Үлергәме, йәшәргәме?

     Иң тәүҙә Бәдиүзаман Нури һүҙен килтерәйек: «Мәшәҡәтһеҙ-ҡайғыһыҙ тормош камил була алмай. Бәхетһеҙлектәр уны сафландыра». Шулай булғас, үтеп киткән йәки киләсәктә булыуы ихтимал хәсрәт үә ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, төшөнкөлөккә бирелеп, хаяттан (йәшәүҙән) бер үк биҙмәгеҙ. Сөнки был фани ер йөҙөндә һеҙ кисергән бөтә ҡайғы-хәсрәттәр, бер ҡарағанда, һеҙҙең өсөн ожмах ҡапҡаһын аса. Ниндәй генә оло булмаһын, ҡайғылы хәлдәргә сабырлыҡ итегеҙ, тормошоғоҙ ҙа шуға ҡарап камиллектең үрҙәрен яулар.
     Ауыр тормошта йәшәүҙе дауам итәргәме, әллә бөтә мәшәҡәттән-ҡайғынан аптырап-йөҙәп: «Ни эшләп кенә үлмәйем икән?» — тип зарланырғамы? Бының кеүек һорауҙарға Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тип яуап биргән: «Үлемде теләмәгеҙ бер ҡасанда, йәшәргә ынтылығыҙ, йәшәүҙе үлемдән өҫтөн күрегеҙ». Әлбиттә, тормошоғыҙ ғибәҙәт һәм Ислам диненә хеҙмәт менән үтһен. Читать далее →

Ҡәбер ғазабы

                                                        Ҡәбер ғазабы

                                       Ҡәбер ғазабы тураһында онотмайыҡ
     Был донъяла йәшәгәндә һәр кем ләззәттәр теләй. Аллаһы Тәғәлә: «Кешеләргә ҡатын-ҡыҙҙарҙан, балаларҙан, аттарҙан, мал-тыуарҙарҙан булған шәһеүәттәр (нәфселәр) зиннәтләнде һәм биҙәлде», — ти. Кеше шул нимәләргә ҡыҙыға, уның теләге шул нәмәләрҙән булып тора.
     Ошо шәһеүәтлектә йөҙләгән таныштарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы күрәбеҙ. Ислам юлына уларҙы саҡыра башлаһаң, күптәре тыңлай кеүек. Күптәре ауыҙыбыҙҙан сыҡҡан хаҡ һүҙҙәргә ҡолаҡ һала, ләкин әле ишетергә теләмәйҙәр. «Аллаһыға ғибәҙәт ҡыл, ҡәрҙәшем. Ниғмәттәре өсөн Уға шөкөр ит, гонаһ ҡылаһың бит», — тигәс, уларҙың күңелдәренә был һүҙҙәр бер ҙә май булып ятмай. Уларға шул шәһеүәтәре тураһында һөйләһәң, ир заттарына ҡатын-ҡыҙҙар, ҡатын-ҡыҙҙарға алтын-көмөштәр, машина тураһында һөйләһәң, күптәренең күңелдәренә был ләззәтлерәк була. Ләззәттәрҙе яратһалар ла, һуңғы теләктәре изге ғәмәл буласаҡ. Читать далее →

Әҙәп тураһында

                                                                Әҙәп тураһында

     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир — рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхабии әждмәғин.
     Бөтә ғәләмдәрҙең раббыһы һәм тәрбиәсеһе булған Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә маҡтауҙарыбыҙ һәм ололауҙарыбыҙ булһа ине. Бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең солтаны булған Аллаһтың рәсүле – Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның ғәилә-яҡындарына һәм барлыҡ сәхәбәләренә сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине.
     Аллаһы Тәғәләнең әмерен үтәү ниәте менән мәсетебеҙгә йыйылған хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, һеҙҙе динебеҙҙең күркәм сәләме менән сәләмләйем:
     Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһ! Читать далее →