Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә иман
Әлхәмдүлилләһ! Бөгөн Рабиғүл-әүүәл айының 1-се көнө. Бөгөн оло байрам, беренсенән Бөйөк Йома көнө, икенсенән Мәүлид байрамы үткәреү айы башланды. Ошо айҙа үҙҙәрен әхлү-сөннә үәл джәмәғәт , йәғни пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһиссәләмдең өммәтенән тип һанаған дин ҡәрҙәштәребеҙ Мәүлид Ән-Нәби Байрамын үткәрәләр.
ﻗﺍﻝ ﺮﺴﻭﻞ ﺍﻟﻟﻩ ﺼﻠﻰ ﺍﻟﻠﻩ ﻋﻠﻴﻩ ﻭﺴﻟﺍﻢ:
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺбер Хәҙис Шәрифендә әйткән:
أَكْرَمُ النَّاسَ أَتْقَاهُمْ
«Кешеләрҙең иң хөрмәтлеһе – тәҡүә булғаны».
Беҙҙең барыбыҙға ҡарағанда ла Аллаһы Тәғәләгә иң яҡын булған һәм һәр бер эше беҙҙең өсөн үрнәк булған, шулай уҡ һәр бер һүҙе Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы менән генә һөйләнгән һәм Аллаһы Тәғәләнең илсеһе булған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ дең дә хаҡтарын үтәү беҙгә бик оло бурыстыр. Рәсүлүллаһтың хаҡын үтәүҙә етешһеҙлек ҡылыу, Аллаһы Тәғәләнең хаҡын үтәүҙә кәмселек ҡылыу менән бер дәрәжәлә булған оло гонаһлы эштәрҙән һанала. Шуға күрә Рәсүлүллаһ хаҡында һис бер төрлө лә яман уйҙа булмаҫҡа, ул беҙгә еткергән Ислам диненең һәр бер хөкөмдәрен бер ҙә ауырһынмай, шатланып үтәргә тейешле. Шулай уҡ Рәсүлүллаһтың һәр бер ҡылған эштәрен иғтибарға алып, һәр бер ғәмәлде ул ҡылғанса ҡылырға, Рәсүлүллаһтың исеме зекер ителгәндә салауат әйтергә тейешле. Читать далее
