Ҡорбан (йома вәғәҙе)
Әлхәмдүлилләһи Раббил-ғәләмин. Үәссаләтү үәссәләмү ғәләә расулиһи Мөхәммәдин үә хәбибиһи үә әсхәбиһи әждмәғиин!
Бөтә ғәләмдәрҙе юҡтан бар Ҡылыусы, Тәрбиәсеһе Аллаһ Тәғәлә Раббыбыҙға хәмде-ҫәнә, һәм бер туҡтауһыҙ булған маҡтауҙарыбыҙ, хәмде ҫәнәләребеҙ булһа ине. Һәр эшебеҙҙә Унан ғына ярҙам һорайбыҙ. Йә Раббым ҡылғандарыбыҙҙы хәйерле итһәң ине.
Хаҡ илсеһе, яратҡан бәндәһе — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи үәс-сәләмгә, уның изге нәҫеленә, яҡындарына, Сәхәбәләренә һәм уларға бөтә изгелектә ҡиәмәт көнөнә тиклем эйәргәндәргәлә хәйер-доға, сәләмдәребеҙ, салауат шәрифтәребеҙ – Аллаһтын бөтмәҫ рәхмәттәре булһа ине.
Бөгөн миләди иҫәбе буйынса 20... йылдың ... айының ... -се көнө, Һижри буйынса 14... йылдың зөлхизә айының ... -се көнө. Бына инде зөлхизә айына ла, иң ҙур фарыздарҙың береһен, Хаж ғибәҙәтен үтәй торған айға ла ирештек, әлхәмдүлиллаһ! Аллаһ Тәғәлә насип итһә бер-нисә көндән, ... көнө Ҡорбан – ғәйете байрамы башлана һәм 3 көн буйына мосолмандар Ҡорбан салып, ризыҡтар әҙерләп, ҡәрҙәштәрен, туғандарын саҡырып байрам итәләр. Шулай уҡ фәҡирҙәргә, ярлыларға ярҙам итәләр. Беҙҙең бөгөнгө вәғәҙәбеҙ Ҡорбан тураһында булыр. Читать далее
Ҡорбан ғәйете вәғәҙе
Ҡорбан ғәйете вәғәҙе
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү!
Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәребеҙ, барығыҙғала Аллаһының сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте булһа ине!
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҙур байрам — Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алабыҙ. Аллаһы Тәғәлә барлыҡ яҡшы ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, ғибәҙәттәребеҙ өсөн сауаптарын арттырып, ике донъяла ла Үҙенең сикһеҙ мәрхәмәтен насип итһә ине! Ғәйетебеҙ мөбәрәк булһын, һәр йортҡа ла шатлыҡ, именлек һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен алып килһен.
Ошо изге көндә Россияның әллә нисә тиҫтәсә миллион мосолмандары, дини хистәре тулы хәлдә, иртә таңдан мәсеткә Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәттә булыу һәм ғаиләләребеҙгә, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, мохтаждарға доға ҡылыу өсөн йыйылдылар.
Ҡорбан байрамы — ер шарының бөтә ерҙәрендә ҙурлап билдәләп үтелә торған мосолман байрамы ул. Ҡорбан — Аллаһы беҙгә насип иткән ҙур ғибәҙәт, Раббыбыҙ биргән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ниғмәттәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдереп, бойһоноуыбыҙҙы күрһәтеү. Ҡәләме Шәрифтә: Читать далее
Шайтан беҙҙең дошманыбыҙ!
Шайтан беҙҙең дошманыбыҙ!
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә «Йәсин» сүрәһенең 61 аятында:
وَأَنِ اعْبُدُونِي هَذَا صِرَاطٌ مُّسْتَقِيمٌ
«Үә әниғбүдүүнии һәәҙәә сыираатум-мүстәҡиим».
"Миңә генә ғибәҙәт итегеҙ, хаҡ юл шул була, тимәнемме?", – тип әйткән Аллаһ Тәғәләгә ололауҙарыбыҙ һәм маҡтауҙарыбыҙ булһын! Шулай уҡ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәссәләм рухына салауаттарыбыҙ һәм сәләмдәребеҙ ирешһен. Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Бөгөн мосолмандарҙағы иң ҙур ауырыуҙарының береһе – наҙанлыҡ, дин һәм донъяуи белемдәрҙе белмәүҙәре, шул сәбәптән үҙҙәренең асыҡ дошмандарын танымайҙар, күҙҙәре була тороп күрмәйҙәр һәм иң ҡурҡыныс дошмандарына ҡол булып йәһәннәмгә китеп баралар. Кешене үҙенә ҡол иткән асыҡ дошман кем һуң ул? – тигән һорауға яуапты Аллаһ Тәғәләнең үҙенән ишетәйек:
Салауат әйтеүҙең хикмәте һәм ҡағиҙәләре
Салауат әйтеүҙең хикмәте һәм ҡағиҙәләре
Әл-хәмдү лилләһи раббил-ғәләмин.
Был донъяға ла, беҙгә күренмәгән донъяларға ла тәрбиә ҡылыусы Раббым Аллаһы Тәғәләгә бөтә маҡтау-ололауҙарыбыҙ булһын!
Әс-сәләтү үәс-сәләәмү ғәлә хайри халҡиһи Мүхәммәд үә ғәлә әһли бәйтиһил-кираам үә әсхәбиһил-ғизам.
Юҡтан бар итеп яралтылғандарҙың иң хәйерлеһе, әфәндебеҙ Мөхәммәдкә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм, уның хөрмәтле әһле бәйтенә, бөтә сәхәбәләренә салауат-сәләмдәребеҙ барып етһә ине!
Барлыҡ әһле иманға ике донъя именлеге, рәхмәт-бәрәкәттәре насип булһа ине!
Раббыбыҙ аманатҡа биргән нәмәләрҙе эйәләренә ҡайтарыуҙы, аманат үтәүҙе талап итә, аманатҡа хыянат ҡылыуҙан ҡәтғи хәлдә киҫәтә. Ошо аманат тигән нәмәләрҙең береһе — донъяларға Аллаһы Тәғәләнең Үҙ рәхмәтенән күндерелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд әл-Мостафа саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм хәҙрәттәренә салауат әйтеү булыр. Читать далее
Пәйғәмбәргә доға һәм салауат
Пәйғәмбәргә доға ҡылыу һәм салауат әйтеү
Ғәрәп телендә ул шулай яңғырай: ғәләйһис-саләтү-үәссәләм. Ғәрәп телендә «Саләт» намаҙ тигәнде, шулай уҡ доға тигән һүҙҙе лә аңлатырга мөмкин. Был урында ошондай һорау тыуа: «Пәйғәмбәр ﷺ өсөн нисек доға ҡылырға?»
Бының тураһында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе хәҙистәрендә һөйләне.
Ибн Масуд еткерә: «Беҙ Сағд ибн Убаҙала ултырғанда, беҙҙең эргәгә Аллаһ илсеһе килде. Бәшир ибн Сағд уға былай тип әйте: «Аллаһ Тәғәлә беҙгә һинең өсөн доға ҡылырға ҡушты, нисек эшләргә уны?» Пәйғәмбәр ﷺ шулай тине: «Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд, кәмәә салләйтә ғәләә Ибраһим бәәрик үә ғәләә Мүхәммәд. Үә ғәләә әәли Мүхәммәд, кәмәә бәәрактә ғәләә Ибраһим». Ә сәләм бирә беләһеҙ инде».
Ғабдрахман ибн Әбү Ләйлә әйтә: «Миңә Ҡәғб ибн Уджра осраны ла һәм былай тине: «Мин һиңә бүләк бирәйеме? Беҙ Пәйғәмбәребеҙҙән: «Йә Аллаһ илсеһе, беҙ һине нисек сәләмләргә кәрәклеген белдек, ә һинең өсөн нисек доға ҡылырға?» — тип һорағас, ул ﷺ салауатты уҡырға ҡушты. Читать далее
Яҡшы һүҙ — йән аҙығы
Яҡшы һүҙ — йән аҙығы
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ иң яҡшы әҙәп-холоҡ сифаттарына ғына эйә булған. Беҙҙең дә холҡобоҙҙо төҙәтергә саҡырған. Беҙҙең холҡобоҙҙың бер өлөшөн телебеҙ, уның менән һөйләгән һүҙҙәребеҙ сағылдыра. Шул турала беҙҙең вәғәҙдәребеҙ ҙә булыр иншәАллаһ!
ﻗﺍﻝ ﺮﺴﻭﻞ ﺍﻟﻟﻩ ﺼﻠﻰ ﺍﻟﻠﻩ ﻋﻠﻴﻩ ﻭﺴﻟﺍﻢ:
أَفْضَلُ الْمُؤْمِنِينَ أَحْسَنُهُمْ خُلْقًا .
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ бер Хәҙис Шәрифендә шулай тигән:
«Мөьминдәрҙең иң яҡшыһы – холҡо күркәм булғаны».Тағы ла әйткән:
«Берәү Аллаһы Тәғәләгә һәм ахирәт көнөнә ышанһа, күркәм һүҙҙәр генә һөйләһен, күркәм һүҙҙәр һөйләй алмаһа, өндәшмәй торһон», — тип әйткән. Икенсе бер хәҙисендә: «Һәр яҡшы һүҙ — саҙаҡа», — тип белдерҙе. Читать далее
Әҙәм вә иблис
I. ӘҘӘМ ВӘ ИБЛИС
Хоҙа ғөзимәт вә ҡөҙрәт менән был ерҙе хаҡ иткәс,
Ер өҫтөндә әҙәмдәр яратырға ваҡыт еткәс,
Ниһөйөтһеҙ кешеләргә булыр тип ер йөҙө меҫкен
Ер өҫтөнө үҙенең фөйзене әсрарҙы сәскән.
Ҡояш нур сәсте ергә күктән, яҡтырҙы ай төндө,
Кешеләрҙе яралтмаҡ булды шунан һуң ер өҫтөндө.
Ниңәлер?.. Шул ваҡыт Алла мәләктәргә хәбәр бирҙе:
«Әҙәм балалары өсөн хаҡ ҡылдым ҡара ерҙе,
Әҙәм хәлифә булыр ергә уны шуға яраттым», — тип,
«Уға ниғмөттәр бирҙем, һеҙгә биргәндән артыҡ», — тип.
Был төблиғты әйткәс тә мәләктәр аптыраштылар.
«Был ниндәй эш?» — тиеп, был мәсьәләлә һүҙҙәр астылар.
Тинеләр: «Был фәсад әһлен яратмаҡта ни хикмәт бар?
Ғази буласаҡ әҙәмдәрҙә был ниндәй әфзөлиәт бар?
Гонаһ эштәр ҡылырҙар һәм улар мотлаҡ түгәрҙәр ҡан.
Тулар ергә фәсад, талаш, һуғыш, ғәйбәт менән боһтан. Читать далее
Доға ҡылыуҙың фазиләте
Доға ҡылыуҙың фазиләте
Аллаһ Тәғәләгә яҡынайыуҙың бер юлы доға ҡылыу менән бәйле. Доға Ислам динендә Аллаһ Тәғәләгә ялбарыуҙы, Уға мөрәжәғәт итеүҙе аңлата. Ул, ябай ғына ғәмәл булмайынса, Аллаһҡа яҡынайтыусы бер ғибәҙәт булып һанала. Мөхәммәд ﷺ әйтә:
«Доға – ул ғибәҙәт» (Тирмизи).
Бына шуға күрә лә Аллаһ Тәғәлә һәр ваҡытта ла Үҙенә доға ҡылырға ҡуша. Был хаҡта Ҡөръәндә шулай тиелә:
وَإِذَا سَأَلَكَ عِبَادِي عَنِّي فَإِنِّي قَرِيبٌ أُجِيبُ دَعْوَةَ الدَّاعِ إِذَا دَعَانِ فَلْيَسْتَجِيبُوا لِي وَلْيُؤْمِنُوا بِي لَعَلَّهُمْ يَرْشُدُونَ
Үә иҙәә сә'әләкә ғибәәдии ғәннии фә'иннии ҡариибүн үджи-ибү дәғүәтә-ддәәғи иҙәә дәғәәни фәлйәстәджиибүү лии үәл-йүьминүү бии ләғәлләһүм йаршүдүүн.
«Әгәр ҙә һинән ҡолдарым Минең турала һораһа, ысынында, Мин яҡын. Әгәр ҙә ул Миңә доға ҡылһа, Мин доға ҡылыусының доғаһына яуап бирәм. Миңә иман килтерһендәр һәм Миңә ышанһындар. Бәлки улар тура юлдан барырҙар» (Баҡара – 186). Читать далее
Дин һәм зәғифтәр
Дин һәм зәғифтәр
Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә үҙенең китабы Ҡөръәни Кәримдә әйтә:
يَا أَيُّهَا النَّاسُ إِنَّا خَلَقْنَاكُم مِّن ذَكَرٍ وَأُنثَى وَجَعَلْنَاكُمْ شُعُوبًا وَقَبَائِلَ لِتَعَارَفُوا إِنَّ أَكْرَمَكُمْ عِندَ اللَّهِ أَتْقَاكُمْ إِنَّ اللَّهَ عَلِيمٌ خَبِيرٌ
«Йәә әййүһә-ннәәсү иннәә халәҡнәәкүм миң ҙәкәриү-үә үңҫәә үә джәғәлнәәкүм шүғүүбәү-үә ҡабәә'илә литәғәәрафүү иннә әкрамәкүм ғиңдә-ллааһи әтҡаакүм иннә- ллааһа ғәлиимүн хабиир».
«Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан яраттыҡ. Бер-береһе менән танышһын тип, һеҙҙе төрлө халыҡ, төрлө ҡәбилә иттек. Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтле кеше тәҡүәле кеше була. Аллаһ, ысынлап та, белә, Ул хәбәрҙар!». «Хүджүрат / Бүлмәләр», 49:13
Һәр әҙәм балаһының, һәр хайуандың, хатта бөжәктең ҙә был донъяға килеүенең бер хикмәте бар. Был ғәләмдең, был мәхлүктарҙың барлыҡҡа килеүенең хикмәтен Аллаһ Үҙе генә беләлер. Беҙ был донъяға килгәнбеҙ икән, арабыҙҙа төрлөләребеҙ бар. Беренсенән, Аллаһ ир-ат һәм ҡатын енесенә, төҫтәргә бүлгән: аҡ тәнлеләр, һары тәнлеләр, ҡара тәнлеләр, ҡыҙыл тәнлеләр бар. Һәм Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын башҡа төрлө йүнәлешендә лә бүлгән: аҡыл, зирәклек, ғилем, зиһен тарафында; бер үк төрлө халиҡ ҡылмаған. Һис шикһеҙ, берәүҙәргә Ул ғилемде әҙ биргән, ғалимдәргә иһә күп биргән. Ҡөръәни Кәримдә Мөхәммәдкә ﷺ әмер ҡылып әйтә: Читать далее
Рамаҙан ғәйете (вәғәҙ)
Рамаҙан ғәйете (вәғәҙ)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. Эй мосолман ҡәрҙәштәрем! Белегеҙ һәм уяу булығыҙ! Ғалимдар һүҙҙәрен, китап һүҙҙәрең ихлас күңел менән тыңлап, ул вәғәз-нәсихәттәрҙе йөрәктәрегеҙгә һалығыҙ һәм көсөгөҙ еткәнсе ул һүҙҙәр менән эш итергә тырышығыҙ! Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә «Әй Минең берлегемә ышанған бәндәләр! Белегеҙ шуны, һеҙгә ураҙа тотоу фарызланды — һеҙҙән алда булып киткән ҡәүемдәргә фарыз ҡылынған кеүек...»
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Ураҙа тотоусының ике һөйөнөсө булыр: ауыҙ асҡан ваҡытында һөйөнөр һәм Раббыһы хозурына барып, Уның ниғмәт-рәхмәтен күргән ваҡытында ».— тине.
Йәнә пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Рамаҙан-шәриф еткәс йәннәт ишектәре асылыр, тамуҡ ишектәре ябылыр: шайтан ҡәүеменең иң аҙғындары сылбырҙар менән бәйләнер — мөьминдәрҙең ураҙаларын боҙҙормаһындар өсөн». — тине. Читать далее
