Мосолманлыҡ нисек үлсәнә?
Күңелдәребеҙҙе Иман, Ислам нуры менән нурландырған, изге динебеҙгә мөхәббәт уятҡан, Аллаһыны бар, бер, хаҡ тип аңлатҡан, Ер йөҙөнә рәхмәт өсөн ебәрелгән хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ дең изге ғәмәлдәрен түкмәй-сәсмәй беҙгә килтереп еткергән ғалим-ғөләмәгә, остаз, мөғәллим-мөғәллимдәребеҙгә Аллаһының сикһеҙ рәхмәте һәм мәрхәмәте насип булһа ине.
Беҙҙең һәр беребеҙгә Иманлы булып донъяға килгәндән һуң да Аллаһының беҙгә аманат иткән изге байлығынан айырылмайынса, түгелмәй-сәселмәй, аҙашмай-һаташмай, Аллаһының һүҙе булған Ҡөръән Кәримгә һыйынырға, Пәйғәмбәребеҙ сөннәте-хәҙистәрен аңлап, белеп, ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәүҙәребеҙ насип булһа ине. Читать далее
Мөххәбәт һәм мәғрифәт
Мөххәбәт һәм мәғрифәт. Нуриман Мусин.
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Баш һүҙ 6
1-СЕ БҮЛЕК:
Илһам биреүсе һөйөү көсө 11
Һөйөү кәүҙәләнеше – Шәйех Мәүләнә Руми 21
Илаһи Мөхәббәт һәм Рухи Мәғрифәт 35
2-СЕ БҮЛЕК:
Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ялҡынлы мөхәббәт 51
Мөхәббәтебеҙ Уға көслөмө? 61
Уны белә, Уны күрә һәм Уны тоя алыу 75
Уның һағышы һәм шатлығы, күҙ йәше һәм йылмайыуы – һәммәһе беҙҙең өсөн 89
Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)
тиңе булмаған холҡо 103 Читать далее
Аллаһтың тәҡүәле ҡоло булыу
Аллаһтың тәҡүәле ҡоло булыу
Аллаһтың тәҡүәле ҡоло булыу – был донъяға Ислам күркәмлеген таратыу, йәмғиәттә, ғаиләлә һәм эштә Ислам ҡанундары буйынса йәшәү.
ТОРМОШ ХИКМӘТЕ
Өс ай…
Был фатихалы айҙарҙың көн һәм төндәре – Раббыбыҙға яҡынайыу өсөн айырым мөмкинлек.
Аллаһу Тәғәлә ҡайһы бер айҙарҙы башҡаларына ҡарағанда хөрмәтлерәк иткән, ҡайһы бер айҙарҙы ҡолдары, ялбарып, Үҙенә яҡынайһын һәм Үҙенең сикһеҙ ризалығына ирешеп, ярлыҡауын алып, Гүзәл сифаттары кәүҙәләнешенә лайыҡ булһын өсөн, айырыуса бәрәкәтле төндәр менән биҙәгән…
Ул сағылыштарҙың тәүге шарты – ҡәлбеңдә бер Аллаһҡа ышаныс нығыныу. Икенсе шарты – бер Аллаһҡа төбәлгән ғибәҙәттәр.
Һин әҙерме?
Һин әҙерме?
Хөрмәтле мөьмин-мосолмандар, Аллаһ Тәғәләнең һуңғы илсеһе, ахыр заман нәбийе, пәйғәмбәр әфәндебеҙ ﷺ, был донъя ғүмерен бер көнлөк тормошҡа оҡшатып, үҙенең дә донъяға ошо көндөң икенде ваҡытында килеп, пәйғәмбәрлек вазифаһын башлағанлығы тураһында хәбәр бирә. Был хисаптан шуны күрәбеҙ – әлеге ер тормошоның дүрттән өс өлөшө үтеп, бер өлөшө генә ҡалғанын.
Тимәк ҡиәммәткә лә оҙаҡ ҡалманы. Ҡөръән-и Кәримдә әйтелгәнсә:
اقْتَرَبَتْ السَّاعَةُ وَانْشَقَّ الْقَمَرُ۞
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
"Иҡтәрабәти-ссәәғәтү үәңшәҡҡаль- ҡамәр".
"Сәғәт (Ҡиәммәт) яҡынайҙы һәм ай ярылды". («Ҡамәр». 54/1) Читать далее
Йома тапшырыуҙары. БСТ
Мөхәррәм айының фазиләте
Мөхәррәм айының фазиләте
Ислам динендә Мөхәррәм бик бәрәкәтле һәм оло ай булып һанала. Ул — һижри йылдың беренсе айы һәм һуғыш харам ҡылынған дүрт айҙың береһе. Аллаһ Тәғәлә был турала шулай тип әйтә:
إِنَّ عِدَّةَ الشُّهُورِ عِنْدَ اللَّهِ اثْنَا عَشَرَ شَهْرًا فِي كِتَابِ اللَّهِ يَوْمَ خَلَقَ السَّمَوَاتِ وَالْأَرْضَ مِنْهَا أَرْبَعَةٌ حُرُمٌ ذَلِكَ الدِّينُ الْقَيِّمُ فَلَا تَظْلِمُوا فِيهِنَّ أَنْفُسَكُمْ
«Ысынлапта, Аллаһ ҡаршыһында айҙарҙың һаны ун ике. Был күктәрҙе һәм ерҙе барлыҡҡа килтергән ваҡытта Аллаһтың китабында (Ләүхүл-мәхфүздә) шулай яҙылды. Улар араһында дүртеһе һуғыш башлау харам ҡылынған ай. Был — хаҡ дин хөкөмө. Шуға күрә ул айҙарҙа үҙегеҙгә ҡарата ғәҙелһеҙлек ҡылмағыҙ» (Тәүбә – 36). Читать далее
Ғөшөр саҙаҡаһы
Ғөшөр саҙаҡаһын биреү бәрәкәтте арттыра
Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәни Кәримдә: «Ер-күктәрҙе һәм улар араһында булған бөтә нәмәләрҙе әҙәм балаһына хеҙмәт итәр өсөн яраттым», — тип әйтә. Көҙ көнө күбебеҙ Раббыбыҙ биргән ошо ерҙән, йәғни баҡсаларабыҙҙан мул итеп уңыш ала. Ислам дине ҡанундары буйынса, беҙ көҙгө ниғмәттәрҙән арабыҙҙағы мохтаж кешеләргә өлөш сығарырға, йәғни ғөшөр саҙаҡаһы бирергә тейеш.
Мәғлүм булғанса, Ислам динендә зәкәт мәсьәләһе ҡуйылған, йәғни кеше бер йыл үткән һайын байлығының ҡырҡтан бер өлөшөн мохтаждарға, фәҡирҙәргә бирергә бурыслы. Зәкәт биреү ваҡыты мосолман календаре буйынса һанап сығарыла, сөнки унда йыл бер нисә көнгә күсеп бара. Әйтәйек, кеше зәҡәт малын Рамаҙан айында бирә башлаған һәм, бер йыл үткәс, байлығы кәмемәгән икән, тимәк, ул икенсе Рамаҙан айы еткәндә йәнә зәкәт сығарырға тейеш. Зәкәт — Ислам динендәге биш бағананың береһе. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Ислам диненең биш нигеҙе бар. Шуларҙың береһе — зәкәт», — тип әйткән. Зәкәтте беҙ Ҡөръәни Кәримдә әйтелгән төркөмдәргә — меҫкендәр, фәҡирҙәр, йәтимдәр, әжәт, бурысҡа батҡан, ҡоллоҡҡа эләккән кешеләргә бирәбеҙ. Ғөмүмән, зәкәт, фитыр саҙаҡаһы, ҡорбан салыу йәки ғөшөр булһын, Аллаһы Тәғәлә быларҙы байҙар меҫкендәрҙе, йәтимдәрҙе, мохтаждарҙы, фәҡирҙәрҙе һ.б. онотмаһын өсөн яратҡан. Икенсенән, кеше әлеге ғәмәлдәрҙе Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт белдереү йөҙөнән ҡыла. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы «мин малды үҙем таптым, үҙем эшләнем», тип тәкәбберләнеп ҡалырмы, йә иһә «күпме көс түктем, сәбәп ҡылдым, кәсеп иттем, ләкин быны биреүсе Аллаһы Тәғәлә», тип, шуны аңлап, мохтаждарға өлөш сығарырмы тип һынай. Аллаһы Тәғәлә: «Бөтә малығыҙҙы миңә бирегеҙ», — тиһә, шулай эшләр инек. Әлбиттә, бирмәй ҡалыусылар ҙа булыр. Ләкин бындай осраҡта ул кеше гонаһлы һанала. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән шул тиклем ҙур фиҙаҡәрлек талап итмәй, билдәле. Әммә ғөшөр саҙаҡаһы – фарыз ғәмәл. Читать далее
«Сожительство» — зина (уйнаш итеү)
«Сожительство» — зина (уйнаш итеү)!
Хөрмәтле ғәзиз дин ҡәрҙәштәрем, милләттәштәрем, һеҙгә Аллаһ Тәғәлә сәләмен, бөтмәҫ рәхмәтен үә бәрәкәтен бирһен.
Әҙәмдәрҙең, ер үә күктәрҙең, бөтә мәхлүктәрҙең эйәһенә – Аллаһ Субханәһү үә Тәғәләгә бөтә маҡтауҙарыбыҙ булһа ине, һәм дә уның иң яратҡан бәндәһенә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә, уның ғаиләһенә, сәхәбәләренә салауат-шәрифтәребеҙ барып етһен. Аллаһ Тәғәлә һәр ҡайһыбыҙға сауаптарына ирешергә насип итһен! Амин! Читать далее
Донъя малы
Донъя малы
Беренсе хөтбә
Хөрмәтле йәмәғәт! Был донъяла барыһы ла Аллаһ Тәғәләнеке. Әгәр ҙә Раббыбыҙ беҙгә мал-мөлкәт биргән икән, был – һынау өсөн генә: Әҙәм балаһы байлыҡтың ҡәҙерен белерме, бушҡа сарыф итмәҫме, мохтаждарға өлөш сығарырмы, йәмғиәткә файҙа килтерерме, тәкәбберләнеп, бөтөн ниғмәттең Аллаһ Тәғәләнеке икәнен, Уның ҡушыуы буйынса йәшәргә кәрәклекте онотмаҫмы?
Әҙәм балаһы, айырыуса ир-ат, матди яҡтан ныҡлыҡҡа, мул тормошҡа ынтылып йәшәргә тейеш. Уның ғаиләһен мохтажлыҡҡа дусар итмәүе, бер үк ваҡытта өммәтенә лә ярҙамлашыуы мөһим. Читать далее
Шөкөр итә беләйек
Шөкөр итә беләйек
Беренсе хөтбә
Хөрмәтле йәмәғәт! Бәндәнең ғүмере – Аллаһ Тәғәләнең ихтыярында. Ул әҙәм балаһын һынау өсөн һәр төрлө ниғмәттәрен һәм ауырлыҡтарын ебәреп тора. Ҡыйынлыҡтарҙы кемделер юҡҡа сығарыу, түбәнһетеү түгел, ә уның сабырлығын, камиллығын тикшереү һәм яҡшылыҡҡа күндереү өсөн бирә.
وَبَلَوْنَاهُم بِالْحَسَنَاتِ وَالسَّيِّئَاتِ لَعَلَّهُمْ يَرْجِعُونَ
...үә бәләү-нәәһүм бил-хәсәнәәти үә-ссәй- йи’әәти ләғәлләһүм йарджиғүүн.
“Бәлки, тура юлға ҡайтырҙар, тип, Беҙ уларҙы яҡшылыҡтар һәм яуызлыҡтар менән һынаныҡ”, – тиелгән Ҡөрьәндә (“Әл-Әғраф” сүрәһе (7), 168-се аяттан).

