Өсөһө, етеһе, ҡырҡы мәжлестәре
Рәхимле һәм Рәхмәтле Аллаһ исеме менән. Ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһы Тәғәләгә маҡтауҙарыбыҙ булһа ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ һәм уның ғаиләһенә, сәхабәләренә сәләмдәребеҙ барып ирешһә ине.
Кеше мәңгелек донъяға күскәндән һуң «өсөһө», «етеһе», «ҡырҡы»н үткәрергәме? Һуңғы йылдарҙа мосолмандар араһында шул хаҡта бәхәстәр ҡуйыра башланы. Өммәтебеҙ бер фекергә килә алмағанға, был мәсьәлә көндән-көн актуалдашыуын дауам иттерә. Шул сәбәпле, газета уҡыусыларыбыҙ менән берлектә, әлеге ғөрөф-ғәҙәттең рухи тормошобоҙҙа тотҡан урынын анализлап ҡарарға булдыҡ. Был традициябыҙҙы хупламаусыларҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ. Читать далее
Өсөһөн, етеһен, ... үткәреү ғәҙәте
Өсөһөн, етеһен, ... үткәреү ғәҙәте
Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш! Үткәндә мин мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы тураһында мәҡәләлә ҡаршы яҡтың яҙғандарына яуап итеп уларҙың үҙҙәренең примерена ҡаршы яуап яҙғайным. Ләкин ҡайһы берәүҙәр әллә наҙанлыҡтан, әллә башҡорт телең аңламау сәбәпле яҙғанды аңлап етмәгәндәр, хатта мине коммунист тип ебәргәндәр. Коммунистәрҙеңдә төрлөһө бар бит һәм аҙашыу юлдары ла, бюрократияһыла һәм башҡаһы, динһеҙлектәре арҡаһында ғына илде тота алманылар. Хәҙерге көндөң дә сәйәсәте хаҡында мәрхүм Гейдар Джемал — Рәсәй ислам әһеле, философы, йәмәғәт эшмәкәре әйкән бит: илдең бер партиялы Единая Россия етәкләгән сәйәсәте уны һәләкәткә килтерәсәк тип. Әле беҙ шул һәләкәттең ҡырына килеп еттек. ИншаАллаһ, Аллаһ насип итһә, был иҫке ҡалдыҡтарҙан арынған яңы дәүергә күсәсәкбеҙ. Читать далее
Мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы
Мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы
Мәрхүмдең урындағы халыҡтың йолаһына ингән 3, 7, 40 көндәре һәм йылы тураһында бер аҙ аңлатып китәйем. Был көндәрҙе үткәреү тураһында Ҡөръәндә Кәримдә һәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең хәҙистәрендә юҡ, әммә урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрендә бар. Шулай булғас был көндәр шәриғәт канундарына ҡарамай һәм уларҙы шәриғәттәге биҙғәт (Нововведение — дингә яңылыҡ индереү) тип тулы наҙанлыҡтарығыҙҙы күрһәтеп интернет биттәрендә яҙмағыҙ. Әле бына яңыраҡ бер ҡатын интернеттә ошо яҙмаларҙы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмөндә һалған, ниәтенә ҡарап әжерен алыр: Читать далее
Мөхәббәт сере
Мөхәббәт сере
Изге Ҡөрьәнгә дошман булыуҙан да ҙурыраҡ бәхетһеҙлек юҡ, Ҡөрьәнгә хеҙмәт итеүгә илтифатһыҙлыҡ шуға яҡын торған гонаһ. Мода артынан ҡыуып, күптәр ел уйнатҡан сүп-сарға әйләнгән беҙҙең заманда, йөрәгебеҙгә, яҡындарыбыҙҙың йөрәгенә тамсы ла иманһыҙлыҡ, ғафиллыҡ эләкмәһен өсөн һәм хәҡиҡәт юлында ныҡ торор өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ. Шуға күрә яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы, тирә-йүндәгеләребеҙҙе Ҡөрьәнгә өйрәтергә, уның Илаһи яҡтылығын һәм бәрәкәтен таратырға тейешбеҙ. Изге Ҡөрьәнгә даимән яҡын булыу уның әмерҙәре һәм тыйыуҙарына ярашлы йәшәргә, әхүәле рухиәбеҙҙе уның әхлағы менән биҙәргә ярҙам итәсәк. Бының киреһе һис нәмә менән алмаштыра алмаҫлыҡ ҡаза буласаҡ. Ҡөрьәндә әйтелә:
«Улар Ҡөрьәнде аңламайҙармы? Әллә уларҙың күңеленә йоҙаҡ һалынғанмы?» Читать далее
Мәйетте ишектән сығарыу
Мәйетте ишектән сығарыу
Мәйетте ишектән сығарыу тураһында хәбәргә килгәндә аҫта Өфөнөң элекке мөфтие хәҙрәт Ғәбделбари кари хәҙрәт ни эшләп башы менән алға сығарғанды аңлатҡан. Күбеһенсә өйҙәрҙең тышҡы тупһаһы аҫта, баҫмаларына баҫып аҫҡа төшөр кәрәк. Шуға мәйетте аяғы менән алға сығарғанда уның башы ошо баҫмаларҙы төшкәндә өҫтә була. Башы аҫ яҡта булып, аяғы өҫтә булһа был мәрхүмде ҡәҙерләү булмаҫ тигән фекерҙән килә. Ғәрәптәр бөгөнгө көндәлә мәйетте яурынбаштарынан тотоп ҡәбергә аяҡтары менән аҫҡа төшөрөп һалалар.
Алдаҡсы хакимдар
Алдаҡсы хакимдар
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем!
Беҙҙең быуын бер быуаттың аҙағын ғүмер кисереп, икенсе быуаттың егерменсе йылының яртыһында үткәреп бара. Әлхәмдүллилләһи, Аллаһ Тәғәлә беҙгә ошо заманаларҙы күрергә һәм унда ҡатнашып йәшәргә насип итте. Бөгөнгө вәғәҙебеҙ илебеҙҙең эске сәйәсәти хәле тураһындалыр. Кемдәрҙер диндәрҙәрҙең илдең сәйәси (политик) торошона ҡыҫылышы булырға тейеш түгел тип һанаһа – улар бик ныҡ яңылыша. Беҙ ошо илдә йәшәйбеҙ икән, уның тулы хоҡуҡлы граждандары булараҡ бар эшенә ҡыҫылырға тейешбеҙ. Светский илдә диндең урыны дәүләттән айырым булырға тейеш тигәндәр – улар наҙандар. Светский ил тигән нәмә юҡ ул, бөтә ерҙә лә дин бар. Әлеге атеизм фекерендә булғандарҙа кеше тыуһа ла, туйы булһа ла, үлһә лә муллаға йә попҡа килә. Илдәрҙең стройҙары ҡолап тора, яңылары барлыҡҡа килә, ә дин шул көйө ҡала килә. Үткән быуатта 1917 йылдың революцияһына тиклем диндәрҙәр Дума эшмәкәрлегендә актив ҡатнашҡандар. Ислам дине һәр саҡ ғәҙелеккә, татыулыҡҡа, яҡшылыҡҡа, тигеҙ хоҡуҡлыҡҡа, рәхимлеккә һәм мәрхәмәтлеккә өндәй. Аллаһ Тәғәлә ҡанундарына бойһонмаған дәүләт ҡолауға дусар ителгән. Читать далее
Ҡорбан байрамында ғәйет уҡыу
Ҡорбан байрамында ғәйет уҡыу
Ҡорбан байрамы көнөндә ҡорбан салыр алдынан мәсеттәре һәм имамдары булған ауылдарҙа ғәйет намаҙы уҡылырға тейеш. Был ғәйет намаҙы үтәлә торған вәжиб ғәмәл. Вәжиб ғәмәлдәр ҙә фарыз кеүек шәриғәттә ҡылырға бойоролған ғәмәлдер. Вәжиб ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, сәбәпһеҙ ҡылмаған кеше гонаһлы булыр, вәжиблығына ышанмаған кеше иманһыҙ уҡ булмаһа ла, ҙур гонаһлы булыр.
Ғәйет намаҙҙары беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбендә йәмәғәт менән имам етәкселегендә бергә уҡыла тейелгән. Шәфиғи мәҙһәбендә бер генә кеше үҙ аллы уҡый уҡый алһа ла беҙҙең мәҙһәбтә бер үҙең уҡыу ярамай тейелгән. Сөнки был ғәйет намаҙы фарыз намаҙҙарға ҡарамай һәм аҙаҡ ҡаза ҡылыуҙа кәрәкмәй тейелгән. Читать далее
Йәмәғәт намаҙы
Йәмәғәт намаҙы
Фарыз булған намаҙҙарҙы имам менән бер ергә йыйылып, йәмәғәт булып уҡыу сөннәт булған ғәмәлдәрҙән һаналалыр. Мөмкин тиклем фарыз намаҙҙарҙы имам менән йәмәғәт булып уҡырға тырышырға тейеш. Йәмәғәт менән намаҙ уҡыр өсөн ике генә кеше лә етә. Ул ваҡытта береһе имам булып, икенсе ойоп уҡырға тейеш була. Намаҙҙы йәмәғәт менән уҡыу өсөн мәсеткә барып хәҙрәт йә иһә мөьәзингә ойоп уҡыуҙан тыш, йәмәғәт булып өйҙә лә намаҙ уҡырға мөмкин. Ул ваҡытта өй эсендә кем булһа ла берәү имам булып, башҡалары ойоп уҡырҙар. Мәҫәлән: ир кеше имам булып, ә ҡатыны уға ойоп уҡыр. Ҡатын кешегә айырым уҡыһа ла ярай, әммә иренә ойоп уҡыу яҡшыраҡ. Читать далее
Гүр саҙаҡаһы
Гүр саҙаҡаһы
Гүр саҙаҡаһына бәйле булған һорауға килгәндә, бында төрлө фекер йөрөй. Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул саҙаҡа, хәҙистәр – дәлилдәр бармы? Нисек бирелә һәм гүр саҙаҡаһына ни тиклем аҡса бирелә? “Элек кеше үлгәс, гүр саҙаҡаһына һарыҡ бирәләр ине. Шуның тәртибе тураһында яҙһағыҙ ине" һәм башҡа ошоға бәйле күп һорауҙар барлыҡҡа килә.
Берәүҙәр:
— Шәриғәтебеҙҙә гүр саҙаҡаһы биреү тигән шарт (талап) юҡ. Гүр саҙаҡаһын алыу ҙа, шулай уҡ, биреү ҙә дөрөҫ түгел – тип әйтәләр.
Икенселәре:
— Гүр саҙаҡаһы ул нәфел саҙаҡаһына ҡарай тиҙәр. Ирекле саҙаҡа – теләһәң бирәң, теләмәһәң юҡ, бының өсөн гонаһ юҡ. Бирһәң әжере мәрхүмгәлә ирешә, һиңә лә сауап була тиҙәр. Читать далее
Аллаһ Тәғәлә барыһында күреүсе
Аллаһ Тәғәлә барыһында күреүсе
Ысын күңелдән Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Уға тәүәккәл ҡылып эшләгән эштәребеҙҙә булған гонаһларыбыҙ һәм нәфселәребеҙ арҡаһында сыҡҡан яуызлыҡтан Аллаһ Тәғәләгә һыйынабыҙ һәм Унан ғәфү итеүен һорап истиғфәр ҡылабыҙ. Бөтөн маҡтауҙарға ла Аллаһ ғына лайыҡ, тип, Уға хәмед-ҫәнәләребеҙҙе бағышлайбыҙ. Аллаһ Раббым риза булып, ҡабул ҡыл инде.
Һәм дә Аллаһының мәхлүктәре араһынан һайлап, иң хәйерле бәндәһе ҡылған һәм уларға бөтөн рәхмәт үә сәләмдәрен биргән Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә бәғерҙәребеҙ түренән сыҡҡан сәләмдәребеҙҙе еткерәбеҙ, Аллаһ Рабым уның рухына ирештереп, рухын шат ҡыл, шәфәғәтен беҙгә насип ит.
Һәм ул Пәйғәмбәребеҙҙең әһел ғәиләләренә лә һәм сәхәбәләренә лә беҙҙән доға үә сәләмдәребеҙҙе ирештереп, рухтарын шатландырһаң ине. Шулай уҡ бар булған иман әһеленә, беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙҙең һәм туғандарыбыҙҙың да рухына доғаларыбыҙҙың әжер-сауаптарын еткереп, шат ҡыл һәм уларҙы беҙҙән риза итһәң ине. Читать далее
