Мөхәббәт сере   

                                                 Мөхәббәт сере    

     Изге Ҡөрьәнгә дошман булыуҙан да ҙурыраҡ бәхетһеҙлек юҡ, Ҡөрьәнгә хеҙмәт итеүгә илтифатһыҙлыҡ шуға яҡын торған гонаһ. Мода артынан ҡыуып, күптәр ел уйнатҡан сүп-сарға әйләнгән беҙҙең заманда, йөрәгебеҙгә, яҡындарыбыҙҙың йөрәгенә тамсы ла иманһыҙлыҡ, ғафиллыҡ эләкмәһен өсөн һәм хәҡиҡәт юлында ныҡ торор өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ. Шуға күрә яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы, тирә-йүндәгеләребеҙҙе Ҡөрьәнгә өйрәтергә, уның Илаһи яҡтылығын һәм бәрәкәтен таратырға тейешбеҙ. Изге Ҡөрьәнгә даимән яҡын булыу уның әмерҙәре һәм тыйыуҙарына ярашлы йәшәргә, әхүәле рухиәбеҙҙе уның әхлағы менән биҙәргә ярҙам итәсәк. Бының киреһе һис нәмә менән алмаштыра алмаҫлыҡ ҡаза буласаҡ. Ҡөрьәндә әйтелә:
     «Улар Ҡөрьәнде аңламайҙармы? Әллә уларҙың күңеленә йоҙаҡ һалынғанмы?»