Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү
Сикһеҙ әжер-сауаплы Рамаҙан айында көн һайын ураҙа тотоу ҡыйын йә мөмкин түгел тигәндәрҙе ишетергә тура килә. Берәй еңелек юҡмы һуң тип теләгәндәр бар. Ошо ай эсендә бер-нисә көн генә ураҙа тоторға, йәки ай башында өс көн, уртаһында өс көн, йә аҙағында өс көн тотоп булмаймы һуң тиҙәр. Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарының берәүһе булған, мотлаҡ үтәлергә тейеш булған ошо һөйөнөслө Рамаҙан айын, гонаһлар ярлыҡана торған, ожмағҡа илтә торған айҙың әмерен Аллаһтан башҡа бер кемдә шулай итегеҙ, былай эшләгеҙ тип әйтә алмай!
Шулай-былай эшләгеҙ тип әйтеү ул Аллаһ Тәғәлә, Уның һүҙҙәренә – Ҡөръән китабына һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең сөннәт-хәҙистәренә ҡаршы сығыу булыр. Әгәрҙә үҙ хәлегеҙҙе аңлап, был ураҙаны теүәл тота алмаһағыҙ Аллаһҡа өмөтләнеп, киләһе көндәргә ҡалдырырға тура килә инде. Әммә беҙҙең күпме йәшәйәсәк ғүмеребеҙ билдәһеҙ, ә үтәлмәгән бурыстар баштан ашҡан. Һәр көнөбөҙ һуңғы көн тип тырышлыҡ күрһәтмәһәк, иртәгәһенә тел, аяҡ-ҡулдан яҙып ятһаҡ ни үкенес булыр, был донъяға бирелгән көн-төндәребеҙ һанаулы бит. Читать далее →