Архив метки: ғәйет

Ҡорбан байрамында ғәйет уҡыу

                                       Ҡорбан байрамында ғәйет уҡыу
     Ҡорбан байрамы көнөндә ҡорбан салыр алдынан мәсеттәре һәм имамдары булған ауылдарҙа ғәйет намаҙы уҡылырға тейеш. Был ғәйет намаҙы үтәлә торған вәжиб ғәмәл. Вәжиб ғәмәлдәр ҙә фарыз кеүек шәриғәттә ҡылырға бойоролған ғәмәлдер. Вәжиб ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, сәбәпһеҙ ҡылмаған кеше гонаһлы булыр, вәжиблығына ышанмаған кеше иманһыҙ уҡ булмаһа ла, ҙур гонаһлы булыр.
     Ғәйет намаҙҙары беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбендә йәмәғәт менән имам етәкселегендә бергә уҡыла тейелгән. Шәфиғи мәҙһәбендә бер генә кеше үҙ аллы уҡый уҡый алһа ла беҙҙең мәҙһәбтә бер үҙең уҡыу ярамай тейелгән. Сөнки был ғәйет намаҙы фарыз намаҙҙарға ҡарамай һәм аҙаҡ ҡаза ҡылыуҙа кәрәкмәй тейелгән. Читать далее