Тәрәуих намаҙы
Рамаҙан айының һәр көнөндә йәсих намаҙынан һуң витр намаҙынан алда тәрәүих намаҙы уҡылырға тейеш.Тәрәүих намаҙы барлығы 20 рәҡәғәттән тора. Ул икешәр рәҡәғәт итеп унға бүлеп, йәки дүртәр рәҡәғәт итеп бишкә бүлеп уҡыла. Тәрәүих намаҙын яңғыҙ ҙа уҡырға була, ләкин йәмәғәт менән мәсеттә уҡыу сөннәт. Тәрәүих намаҙы йәмәғәт менән уҡылған ерҙә витр намаҙы ла йәмәғәт менән уҡыла. Имам барлыҡ ҡыйрәттәрҙе лә ҡысҡырып уҡыр. Тәрәүих намаҙының дүрт рәҡәғәтен уҡыған һайын, шул рәҡәғәттәрҙе уҡыған ваҡыт самаһы ял итеп тороу сөннәт. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәсеткә тәрәуихҡә бармауы хәйерле.
Йәстү намаҙынан һуң: йәстүнең фарызын һәм сөннәтен уҡығас, ниәтләйбеҙ; 20 рәҡәғәт тәрәүих намаҙының 4 рәҡәғәтен Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн үтәргә йүнәлдем ҡибла тарафына (имам менән уҡығанда, ойоном ошо имамға, — тип әйтелә), Халисан лилләһи тәғәлә, «Аллаһу Әкбәр» — тип, ҡалғанын башҡа 4 рәҡәғәт намаҙҙарҙағы уҡыған кеүек дауам итәбеҙ. Бында «Фатиха» сүрәһенән һуң теләгән сүрә һәм аяттарҙы уҡый алаһығыҙ йәки аҫтағы аяттарҙы уҡығыҙ. Читать далее











