ТӘРӘҮИХ НАМАҘЫН УҠЫУҘЫҢ ХАСИЙӘТТӘРЕ
Хәҙрәти Ғәли раҙиаллааһынан риүәйәттер: - Рамаҙан айында уҡылған тәрәүих намаҙының фазиләттәре:
БЕРЕНСЕ КИСТӘ бер мөъмин тәрәүих намаҙын уҡыһа — ярлыҡаныр уның барлыҡ гонаһтары. Аллаһы Сүбехәнә үә Тәғәлә һинең ғәмәлдәреңде ҡабул итеп, өмөт иткән дәүләткә ирештерер һәм гонаһтарыңды ярлыҡар.
ИКЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Хаҡ тәғәлә хәҙрәттәре әсәһенең һәм атаһының гонаһтарын ярлыҡар.
ӨСӨНСӨ КИСТӘ УҠЫҺА — фәрештәләр әйтерҙәр: «Йә мөъмин! Аллаһ Тәғәлә һинең ғибәҙәтеңде ҡабул итеп, гонаһтарыңды ғәфү- мәғфирәт итте», -тип. Читать далее