Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре
Аллаһ Тәғәлә насыйп иткәс бына Рамаҙан айы етеп Ураҙа тотоу ваҡыты етте. Кемдәр иғтибар иткән үткән йылдарға — Рамаҙан айы ошо йәйге эҫе осорҙа гел һалҡын килә, Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоусыларға үҙенең рәхимлеген күрһәтә. Был ураҙа тотмаусыларға ишара, һиҙһендәр, аңлаһындар — тип. Аҙаҡ Аллаһ әйтер – бәндәм һин ураҙала булһын өсөн көндәрҙе һалҡын тотом, ни эшләп үтәмәнең, язаһын ал тиер. Ошо мәл, ошо йәйге ураҙа осоро, утыҙ йылдар тирәһе генә үткәс әйләнеп килә. Шуға көс-ҡеүәт бар саҡта, иң оҙон йәй көнө ваҡытында ураҙа тотоу үҙе бер бәхет. Ҙур һынауҙы үтеп, нәфсене тыйып Аллаһ Тәғәләғә һыйыныу. Кеше үҙенең нәфсеһен тыйып тороп тәрбиәләнһә ике донъя һөйөнөсөн алыр. Әгәр шул нәфсене тыймаһа, күп насарлыҡтарға тарыр. Шул нәфсе ришүәт алдыра, урлаштыра, кеше малын талауға этәрә. Күп йүнһеҙлектәрҙең башы — нәфсенән тыйыла алмай йәшәүҙә.
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә әйткән: «Кешенең тәбиғәте шулай — әгәр бер соҡор алтын бирһәң туймаҫ, тағы ла бер соҡор теләр. Уның ауыҙың бары тик (ҡәбер, тупрағы ғына туйҙырыр). Һәр кешенең нәфсеһе туймаҫ, бер ҡасанда етте — тип әйтмәҫ...» Читать далее