Мәккәне яулап алыу

                                                         Мәккәне яулап алыуға әҙерлек
     Аллаһ, Үҙенең диненә һәм ҡолдарына ҡағылған әмерҙәрен тамамлағас, Үҙенең Рәсүле менән мосолмандарҙың Мәккәгә инеп, Кәғбәне ялған илаһтарҙан таҙартыуын теләй. Был ер бөтә ғәләм өсөн бәрәкәтле һәм тура юл күрһәтеүсе урынға әйләнергә тейеш була. Мосолмандарға Мәккәне элекке хәленә ҡайтарыу бурысы йөкмәтелә. Ҡаланы фәҡирҙәр, юлсылар һәм хажиҙар өсөн имен урынға әйләндереү зарурлығы тыуа.
                                           Бану Бәкр менән ҡурәйш халҡының килешеүҙе боҙоуы
     Аллаһ бының өсөн сәбәптәр тыуҙыра, ә ҡурәйштәр уларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
    Хөдәйбиә солохонда «Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡушылырға теләүселәр уның ﷺ менән, ә Ҡурәйш халҡы яғында булырға уйлаусылар улар менән килешеү төҙөй» тигән ҡарар ҡабул ителә.        Шуға ярашлы Бану Бәкр халҡы Ҡурәйш ҡәбиләһе менән һүҙ беркеткән була. Хөзәғә халҡы иһә Пәйғәмбәр ﷺ менән килешеү төҙөргә теләк белдерә.
     Бану Бәкр менән Хөзәғә халыҡтары оҙаҡ ваҡыт үҙ-ара дошмандарса мөнәсәбәттә йәшәй. Ислам килгәс, улар араһында тыныслыҡ урынлаштырыла. Ләкин кешеләр талап ителгән шарттарҙы үтәгән булып ҡылана ғына. Бану Бәкр, солох төҙөлөү форсатынан файҙаланып, Хөзәғәнән элекке асыу-үпкәләре өсөн үс алыу теләге менән янын йәшәй. Уларҙан бер төркөм, төндә һөжүм яһап, тегеләрҙэн бер нисә кешене үлтерә. Бану Бәкр менән Хөзәғә араһында йәнә һуғыш тоҡанып китә.

     Ҡурәйштәр Бану Бәкр халҡына ҡорал менән ярҙам күрһәтә. Улар менән бергә, ҡараңғылыҡтан файҙаланып, был ҡәбиләнең мәшһүр кешеләре лә көрәшә. Хатта Хөзәғә халҡын иле йортҡа тиклем ҡыҫырыҡлап алып барып еткерәләр. Бану Бәкрҙән булған кешеләр: «Беҙ изге йорттоң ерендә. Илаһтан ҡурҡыр инегеҙ, илаһтан ҡурҡыр инегеҙ!» тин шауларға тотона. Ҡурәйштәр: «Бөгөн илаһ юҡ! Эй, Бану Бәкр халҡы! Үс алығыҙ уларҙан. Бынан һуң һеҙгә ундай форсат тәтемәйәсәк», тип шашына.
                                                        Аллаһ Рәсүленән ﷺ ярҙам һорау
     Хөзәғә ҡәбиләһенән булған Ғәмер ибн Сәлим тигән кеше Мәҙинәгә Пәйғәмбәр ﷺянына килә. Ике арала булган килешеүҙе иҫкә төшөрөп, шиғыр уҡып ишеттерә лә унан ярҙам һорай. Ҡурәйш халҡының, биргән вәғәҙәләренә тоғролоҡ һаҡламайынса, асыҡ килешеүҙе боҙоуы хаҡында хәбәр итә. Төндә килеп, уларҙы рөкүғ һәм сәждә хәлендә булғанда үлтереп китеүҙәрен дә белдерә. Аллаһ Рәсүле ﷺ Хөзәғә вәкилен тыңлағандан һуң: «Һиңә ярҙам күрһәтелер, эй, Ғәмер ибн Сәлим», — ти.
                                      Ҡурәйштәрҙең килешеүҙе тергеҙергә маташыуы
     Был хәбәрҙе ишеткәс, Пәйғәмбәр ﷺ кешеләргә: «Килешеүҙе раҫлау һәм уның ваҡытын оҙайтыу өсөн Әбү Суфйан килен төшөр, күрәһең», — ти. Шулай була ла инде. Ҡурәйш халҡы, үҙ ҡылыҡтары өсөн ҡурҡын, хафаға төшә.
                                                           Атайҙар һәм балалар
     Әбү Суфйан Мәҙинәгә Аллаһ Рәсүленең ﷺ эргәһенә барып етә. Килеп төшкәс, Пәйғәмбәрҙен ﷺ ҡатыны булған Умму Хәбибә (радыйаЛлаһу ғәнһә) исемле ҡыҙына инә. Ул Аллаһ Рәсүленең ﷺ урынына ултырырға йыйынғас, ҡыҙы түшәкте шылдырып ҡуя. Әбү Суфйан, аптырап: «Эй, ҡыҙым! Аңламаным: мин был түшәккә ултырырға лайыҡ түгелме, әллә түшәк минең дәрәжәмә тап килмәйме?»-тип һорай. Ҡыҙы: «Был Аллаһ Рәсүленең ﷺ түшәге. Ә һин бысраҡ мөшрик. Мин һинең Аллаһ Рәсүленең ﷺ түшәгенә ултырыуынды теләмәйем», тип яуап бирә. Атаһы: «Аллаһ менән ант итәм! Минән киткәндән һуң һиңә ниндәйҙер насар нәмә ҡағылған!» — ти, асыуланып.
                                              Әбү Суфйандың уңышһыҙлыҡҡа осрауы
     Әбү Суфйан, Пәйғәмбәргә ﷺ барып, ниндәй ҙә булһа яуап ала алмағас. Әбү Бәкргә (радыйаЛлаһу ғәнһү) мөрәжәғәт итә лә уның Аллаһ Рәсүле ﷺ менән һөйләшеүен һорай. Тегеһе: «Мин быны эшләмәйәсәкмен», — тин белдерә. Аҙаҡ Ғүмәргә, Ғәлигә һәм Фатимаға (радыйаЛлаһу ғәнһүм) ныҡышып-ныҡышып үтенесен белдерә. Улар ҙа, Әбү Суфйандың һүҙен кире ҡағып: «Уның ҡарары күпкә юғары, беҙ уға ҡаршы китә алмайбыҙ», ти.
                                                           Мәккәгә әҙерләнеү
     Аллаһ Рәсүле ﷺ сәбәбен аңлатмайынса ғына кешеләргә ҡоралланырға ҡуша. Аҙаҡ ҡына уның ﷺ Мәккәгә барырға йыйыныуы асыҡлана. Пәйғәмбәр ﷺ тырышлыҡ күрһәтергә һәм бар нәмәгә лә әҙер торорға ҡуша. Аҙаҡ: «Йә Аллаһ! Беҙ ҡурәйш халҡына көтмәгәндә һөжүм яһап, улар бер ни ҙә белмәй ҡалһын ине», — тип, Аллаһҡа мөрәжәғәт игә.
     Пәйғәмбәр һигеҙенсе йылдың башында, рамаҙан айында ун меңлек ғәскәр менән Мәҙинәнән сығып китә. Һәм әҙ-Ҙәһрән еренә барын еткәнсе юлын дауам игә. Аллаһ ҡурәйш халҡынан хәбәр алырҙай барлыҡ сығанаҡтарҙы ла йәшерә. Улар, бер ни белмәйенсә, хәүефләнеп, артабан ни булырын көтә.
                                                          Залимды кисереү
     Аллаһ Рәсүле ﷺ юлда Әбү Суфйанды осрата. Насар һүҙҙәре менән үпкәләткәне, мыҫҡыллағаны өсөн уның менән һөйләшергә теләмәйенсә, боролоп китә. Әбү Суфйан Ғәлигә (радыйаЛлаһу ғәнһү) барып, ошо хәлгә зарланырға тотона. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) уға: «Аллаһ Рәсүленең ﷺ эргәһенә бар ҙа Йософтың (ғәләйһис-сәләм) аталары әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатла. «Аллаһ менән ант итәбеҙ, Аллаһ һине беҙҙән артыҡ күргән! Ысынлап га, беҙ гонаһлы булғанбыҙ», тиген», — ти. Әбү Суфйан шулай эшләй ҙә. Аллаһ Рәсүле ﷺ уға былай тип яуап бирә: «Бөгөн һеҙгә үпкә юҡ. Аллаһ һеҙҙе ярлыҡар. Ул бит рәхимлеләрҙең рәхимлеһе!» Бынан һуң Әбү Суфйан Исламға ныҡлап йөҙ бора. Аҙаҡ, хаҡ динде ҡабул иткәндән һун, ул оялышынан Аллаһ Рәсүленә ﷺ, күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймай.
                                                                 Осрашыу
     Аллаһ Рәсүленең ﷺ ҡушыуы буйынса усаҡ яғалар. Әбү Суфйан, ул-был хәл булмағаны тип, тирә-яҡтағы хәлдәрҙе белергә сыҡҡан була. «Мин бөгөнгө төндәге кеүек ут ялҡынын күргәнем юҡ әле», тин аптырауын белдерә ул. Быға тиклем Мәккәне мосолман булып ташлап китеп, ғаиләһе менән ғәскәргә ҡушылған Ғәббәс ибн Габделмотталиб (радыйаЛлаһу ғәнһү), уның тауышын танып ҡала ла: «Был Аллаһ Рәсүле үҙенең кешеләре менән. Таң атыу менән ҡурәйш халҡы мәрхәмәт көтмәһен», — ти.
     Ул Әбү Суфйанды ҡасырына менгәштереп ала ла Пәйғәмбәрҙең янына алып килә. Сөнки мосолмандарҙың кемһелер уны, танып ҡалып, үлтереп ҡуйыр, тип ҡурҡа. Аллаһ Рәсүле ﷺ туғанын күргәс: «Ҡайғы һиңә, Әбү Суфйан! Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығын аңларға ваҡыт түгелме ни һиңә?!» ти. Ул: «Атам менән әсәм йәне һинең өсөн ҡотолоу булһын! Һинән дә баҫалҡыраҡ, изгерәк һәм яҡыныраҡ кеше юҡ! Аллаһ менән ант итәм! Аллаһтан башҡа илаһ булһа, күптән мине нимәнәндер арындырған булыр ине», — тин яуаплай. Пәйғәмбәр «Ҡайғы һиңә, Әбү Суфйан! Минең Аллаһ Рәсүле булыуымды аңларға ваҡыт түгелме ни һиңә?!» — ти. Был юлы: «Атам менән әсәм йәне һинең өсөн ҡотолоу булһын! Һинән дә баҫалҡыраҡ, изгерәк һәм яҡыныраҡ кеше юҡ! Аллаһ менән ант итәм, быға килгәндә, күңелемдә әле һаман шик бар», тигәнде ишетә. Шул саҡ Ғәббәс (радыйаЛлаһу ғәнһү) Әбү Суфйанға: «Ҡайғы һиңә! Башыңды ҡырҡып ташламаҫ борон Ислам ҡабул ит тә, Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡлығына һәм Мөхәммәттең Аллаһ Рәсүле булыуына шаһитлыҡ ит», ти. Әбү Суфйан Исламды ҡабул итә һәм хаҡ шәһәдәне әйтә.
                                                    Дөйөм кисереү һәм именлек
     Аллаһ Рәсүле ﷺ, Мәккә халҡы һөжүм яһамаһа, именлекле һәм ярлыҡауҙы һаҡлау яғында була. Мәккәнең тыныслыҡ ҡәҙерен белмәгән, үлтереш көҫәгән иҫәрҙәре генә уларға һөжүм яһап маташҡан. Пәйғәмбәр ﷺ: «Кем дә кем Әбү Суфйандың өйөнә инә, шул именлектә ҡалыр. Кем ишектәрен ябып ҡуя, уға ла именлек булыр. Мәсеткә йәшенеүселәр ҙә иҫән ҡалыр», — тип белдерә. Үҙ ғәскәренә ҡалаға ингән саҡта кешеләргә ҡаршы ҡорал ҡулланыуҙы тыя Аллаһ Рәсүле Тик уларҙың юлына арҡыры төшөп, ҡамасауларға маташыусыларға ҡаршы гына ҡорал ҡулланыуҙы рөхсәт итә. Шулай уҡ ғәскәренә Мәккә халҡының милкенә теймәҫкә, уларға ҡатылмаҫҡа әмер бирә.
                                                     Тантаналы еңеү алдынан
     Аллаһ Рәсүле ﷺ Ғәббәс ибн Ғәбделмөтталибҡа (радыйаЛлаһу ғәнһү) Аллаһ һуғышсылары үтә торған юл сатында Әбү Суфйанды туҡтатып торорға ҡуша. Эргәләренән байраҡ тотҡан ниндәйҙер ҡәбилә халҡы уҙған һайын Әбү Суфйан, Ғәббәстән (радыйаЛлаһу ғәнһү) улар хаҡында һораша ла: «Был Фәлән ҡәбиләһендә минең ни эшем бар?» — тип ҡабатлай. Шулай күпмелер торғас, Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең ғәскәре менән ярһыу диңгеҙ ағышындай үтеп китә. Араларында мөһәжирҙәр ҙә, ансарҙар ҙа була, уларҙың тик күҙҙәре генә күренеп тора, ти. Әбү Суфйан: «СөбхәнАллаһ! Эй, Ғәббәс! Былары кемдәр?» — тип аптырауға ҡала. «Аллаһ Рәсүле ﷺ мөһәжирҙәр һәм ансарҙар менән», була яуап. «Уларҙы бер кем еңә алмаясаҡ. Аллаһ менән ант итәм! Эй, Әбү әл-Фәдел! Ағайыңдың улы оло хакимлыҡҡа эйә буласаҡ», ти Әбү Суфйан. Ғәббәстән (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Эй, Әбү Суфйан! Был пәйғәмбәрлек бит!» ти. Тегеһе: «Эйе, тап шулай», — тип йөпләп ҡуя.
     Әбү Суфйан бар тауышына:«Эй,Ҡурәйш халҡы! Мөхәммәт һеҙгә шундай ҡеүәт менән килде, һеҙ уны һис ҡасан еңә алмаясаҡһығыҙ! Кем дә кем Әбү Суфйандың өйөнә инә, шул именлектә ҡала!» тип һөрәнләргә тотона. Улары: «Аллаһ юҡ итһен үҙеңде! Өйөң беҙҙе нимәнән ҡотҡарыр тип уйлайһың?!» тип асыуын белдерә. Ул: «Кем өйөн бикләй, шул именлектә ҡала. Мәсеткә инеүселәр ҙә имен-аман ҡалыр», — тигәс, кешеләр өйҙәренә һәм мәсет яғына таралыша башлай.
                                                       Күндәм ҡолдоң еңеүе
     Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәккәгә килеп ингәс, ошондай оло еңеү биреүенә рәхмәт йөҙөнән Аллаһ алдында башын эйә. Хатта һаҡалы эйәренә тейә яҙа. Аҙаҡ ул «Әл-Фәтх» сүрәһен уҡый.
     Мәккәгә еңеүсе булараҡ ингән Пәйғәмбәр ﷺ ғәҙеллек, тигеҙлек, күндәмлек һәм баҫалҡылыҡ байрағын күтәрә. Азат ителгән хеҙмәтсеһе Зәйедтең (радыйаЛлаһу ғәнһү) улын атына менгәштереп ала. Бану Һәшим һәм Ҡурәйш халыҡтары араһынан булған күренекле кешеләрҙең малайҙарын ултыртмай. Ә улар унда бик күп була.
     Был бөйөк хәл һижрә буйынса һигеҙенсе йылдың егерменсе рамаҙанына, йома көнгә тура килә.
     Еңеү яулап алынған көндө бер кеше Пәйғәмбәр ﷺ менән һөйләшкән саҡта ҡалтыранырға тотона. Ул уны: «Тыныслап инде. Мин бер ниндәй ҙә батша түгел. Мин бары тик ҡурәйштәр араһынан булған, кипкән ит менән туҡланыусы ҡатындың улы ғына», — тип тынысландыра.
                                                           Мәрхәмәт көнө
     Сәғед ибн Ғөбәйҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) ансарҙар ғәскәре менән Әбү Суфйандың эргәһенән үтеп барған саҡта: «Бөгөн ҡыҙыу ҡан ҡойош көнө. Бөгөн Аллаһ Ҡурәйш халҡын хурлыҡҡа ҡалдырасаҡ», — ти. Эргәһенә Аллаһ Рәсүле ﷺ яҡынайғас. Әбү Суфйан, зарланып: Эй Аллаһ Рәсүле! Сәғедтең ни һөйләгәнен ишетмәнеңме ни һин?» — ти. Ул: «Нимә тине һуң?» — тип һорай. Әбү Суфйан тегенең әйткәндәрен һөйләп биргәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ, Сәғедтең һүҙҙәре менән ризаһыҙлығын белдереп: «Киреһенсә, бөгөн мәрхәмәт көнө. Был көндө Аллаһ Ҡурәйш халҡына хөрмәт күрһәтәсәк һәм Кәғбәне ололаясаҡ», — ти. Аҙаҡ байраҡты алыу өсөн Сәғедтең (радыйаЛлаһу ғәнһү) артынан ебәрә һәм уны уның улы Ҡәйескә тапшыра. Улына күскәнгә күрә байраҡ Сәғедтә (радыйаЛлаһу ғәнһү) тороп ҡалды тип иҫәпләнә.
                                                       Ҙур булмаған бәрелеш
     Сафуан ибн Өмәййә, Ғикримә ибн Әбү Джәһл, Сөһәйел ибн Ғәмер һәм Хәлид ибн Вәлидтең кешеләре араһында ҙур булмаған бәрелеш булып үгә. Мөшриктәр араһынан ун ике кеше үлтерелә, ҡалғандары тегендә-бында ҡасышып бөтә. Аллаһ Рәсүле ﷺ мосолман етәкселәренә Мәккәгә ингән саҡта юлдарына арҡыры төшөргә маташыусыларҙан башҡа бер кем менән дә көрәш алып бармаҫҡа ҡушҡан була.
                                               Әл-Харам мәсетен боттарҙан арындырыу
     Аллаһ Рәсүле килеп еткәс, кешеләр тынысланып ҡала. Ул әл-Харам мәсете яғына юллана, сөнки унда өс йөҙ алтмыш ялған илаһ урынлаштырылған була. Ул ﷺ: «Хаҡлыҡ килде, ялғанлыҡ бөттө. Ысынлап та, ялғанлыҡ — бөтә торған нәмә. Хаҡлыҡ килде, боҙоҡлоҡ кире әйләнеп ҡайтмаҫ!» — ти. һәм боттар бер-бер артлы йөҙтүбән ауа башлай.
     Пәйғәмбәр ﷺ Кәғбәнең эсендә һүрәттәр һәм һындар күреп ҡала. Уның ﷺ әмере буйынса уларҙы ла онтап ташлайҙар.
                                                          Бөгөн — изгелек көнө
     Пәйғәмбәр тауаф эшләгәндән һуң, Ғөҫмән ибн Талханы саҡырып, унан Кәғбәнең асҡысын ала. Аллаһ Рәсүле был кешенән Мәҙинәгә күсеп китерҙән бер көн алда ла асҡыстарҙы һораған була, әммә үтенесенә яуап итеп әрләү-битәрләү, кәмһетеү һүҙҙәрен генә ишетә. Шулай ҙа Пәйғәмбәр ﷺ баҫалҡы ғына итеп: «Эй, Ғөҫмән! Көндәрҙән бер көндө был асҡыстарҙы минең ҡулымда күрерһең, тип ышанам, һәм мин уларҙы, ҡайҙа теләйем, шунда һаласаҡмын», ти. Һәм тағы ла былай тип өҫтәй: «Бәлки, ул көндө Ҡурәйш халҡы һәләк ителер һәм хурлыҡта ҡалыр... Юҡ, киреһенсә, улар ул көндө уңыш ҡаҙаныр һәм дан алыр». Уның ﷺ әйткән һүҙҙәре Ғөҫмән ибн Талханын күңелендә яҡшы тойғолар ҡалдыра. Ул хәлдәрҙең тап ул әйткәнсә йүнәлеш алыуын көтә.
     Аллаһ Рәсүле ﷺ Кәғбәнән сыҡҡас, уның янына асҡыс тотҡан Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) килә лә: «Беҙгә хажиҙар өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлек менән асҡыстарҙы һаҡлау мөмкинлеген бирһәң ине», ти. Пәйғәмбәр ﷺ: «Ғөҫмән ибн Талха ҡайҙа?» — тип һорай. Уны саҡырып килтергәстәре, былай ти: «Асҡыстарыңды ал, Ғөҫмән! Бөгөн изгелек һәм тоғролоҡ көнө. Улар, нәҫелдән-нәҫелгә күскән нәмә булараҡ, ғүмергә һеҙҙә ҡалһын. Тик залим ғына уны һеҙҙән тартып ала алыр».
                                                         Ислам — тәүхид һәм берҙәмлек дине
     Аллаһ Рәсүле ﷺ Кәғбә ишеген аса. Ә ҡурәйш халҡы аҫта, мәсет янында теҙелешеп, уның ни эшләрен көтөп торған була. Ул ﷺ: «Бер тиңдәшелә булмаған Аллаһтан башҡа илаһ юҡ. Ул, Үҙ вәғәҙәһен үтәп, ҡолона ярҙам итте һәм бер Үҙе союздаш ҡәбиләләрҙе пыран-заран килтерҙе. Хәҙер инде, үлтереш һәм риба килешеүе өсөн ҡаралған, йәмғиәт эштәренә ҡағылған барлыҡ ҡанундар ҙа кире ҡағыла. Бары тик изге йортҡа хеҙмәт итеү һәм хажиҙарҙы ашатыу ғына үҙ көсөндә ҡала. Эй, ҡурәйштәр! Аллаһ Һеҙҙән йәһиллек тәкәббәрелеген һәм ата-бабалар менән ғорурланыуҙы алып ташланы. Бар кеше лә — Әҙәмдән, ә Әҙәм тупраҡтан. Эй, һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан яраттыҡ. Бер-береһе менән танышһын тип, һеҙҙе төрлө халыҡ, төрлө ҡәбилә иттек. Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтлеһе тәҡүәле кеше була. Аллаһ, ысынлап та, белә, Ул хәбәрҙар!» ти.
                                              Мөхәббәт Пәйғәмбәре һәм мәрхәмәтлелек Рәсүле
     Аҙаҡ Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Эй, ҡурәйштәр! Нисек уйлайһығыҙ: мин һеҙҙе нимә эшләтәсәкмен?» тип һорай. Улары: «Тик хәйерле эш көтәбеҙ, изге эне һәм изге туғандың улы!» тип яуап бирә. Ул: Мин һеҙгә Йософтоң аталарына әйткән һүҙҙәрен әйтәм: «Бөгөн һеҙгә үпкә юк...» Барығыҙ, үҙ эшетеҙ менән булығыҙ», ти.
     Аллаһ Рәсүле ﷺ Билалта (радыйаЛлаһу ғәнһү) Кәғбә башына менеп аҙан ҡысҡырырға ҡуша. Ҡурәйш халҡының мәшһүр һәм арҙаҡлы кешеләре, Аллаһ һүҙен ишетеп, Уны бөйөкләргә тотона. Мәккә аҙан тауышынан дер һелкенеп торғандай була. Пәйғәмбәр ﷺ, Умму Һәни бинт Әбү Талиб тигән ҡатындың өйөнә инеп, ғөсөл ҡойона ла, Аллаһҡа рәхмәт йөҙөнән һигеҙ рәҡәғәттән торған еңеү намаҙын уҡый.
                                                      Аллаһ ҡанунын үтәгәндә кеше айырыу юк
     Ошо ваҡытта Бану Мәхдүм ҡәбиләһенән булған Фатима исемле ҡатын урлашып тотола. Уның халҡы Усама ибн Зәйедкә (радыйаЛлаһу ғәнһү) Аллаһ Рәсүле ﷺ алдында ошо ҡатын өсөн шәфәғәтлек ҡылыуып һорап мөрәжәғәт итә. Уның үтенесен ишеткәс, Пәйғәмбәрҙең ﷺ йөҙө үҙгәреп китә һәм: «Эш Аллаһ ҡушҡан ҡанундарға ҡағылғанда һин уны яҡлашмаҡсы булаһыңмы?» — тин һорай. Усама (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Эй, Аллаһ Рәсүле! Ғәфү ит мине!» — тин шунда уҡ ғәфү үтенә.
     Кис еткәс, Аллаһ Рәсүле вәғәз һөйләргә тороп баҫа. Аллаһҡа маҡтау һүҙҙәре әйткәндән һуң: «Һеҙгә тиклем булған кешеләрҙе, улар араһынан арҙаҡлы берәү уғрылыҡҡа барһа, язаһыҙ ҡалдырыуҙары, ә көсһөҙ берәү урлашһа, хөкөмгә тарттырыуҙары һәләк итте. Мөхәммәттең йәне Уның ҡулында булыусы менән ант итәм! Хатта Мөхәммәт ҡыҙы Фатима урлашыуға барһа ла, мин, һис шикһеҙ, уның ҡулын өҙә сабасаҡмын», — ти. Аҙаҡ Пәйғәмбәр ﷺ уғрының ҡулын өҙә сабырға ҡуша. Ошонан һуң ул ҡатын тәүбәгә килә.
                                                                   Мосолманлыҡҡа вәғәҙә
     Кешеләр Аллаһ Рәсүленә ﷺ мосолманлыҡҡа ант биреү өсөн Мәккәгә йыйыла. Пәйғәмбәр ﷺ әс-Сафа ҡалҡыулығында уларҙан вәғәҙә ҡабул итә. Кешеләр үҙ көстәренән килгәнсе Аллаһҡа һәм Уның Рәсүленә буйһонорға һүҙ бирә.
     Аллаһ Рәсүле ﷺ, ирҙәрҙән вәғәҙә ҡабул итеп бөткәс, ҡатын- ҡыҙға күсә. Улар араһында Әбү Суфйандың ҡатыны Һинд бинт Ғөтбә лә була. Хәмзә (радыйаЛлаһу ғәнһү) менән ҡылғандары өсөн ҡурҡып, битен ҡаплап килә, ти. Аллаһ Рәсүле ﷺ уны танып ҡала. Һинд бинт Ғөтбә лә. Ислам ҡабул итеүен әйтеп, вәғәҙә бирә.
                                         “Һеҙҙең арала йәшәп, һеҙҙең арала үлермен”
     Аллаһ Үҙенең Рәсүлен ﷺ уның тыуған ере булған Мәккәне яулап алыу мөмкинлеге менән бүләкләғәндән һуң ансарҙар бер-береһе менән: «Аллаһ уға уның ерҙәрен һәм тоҡомон биреп ҡуйҙы. Хәҙер ул ошонда ҡалыр, Мәҙинәгә башҡаса ҡайтмаҫ инде», тип һөйләшә башлай. Аллаһ Рәсүле ﷺ уларҙан ни тураһында һүҙ барғанын һорай. Улар оялыштарынан өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Әммә аҙаҡтан барыбер ҙә дөрөҫөн һөйләп бирәләр. Пәйғәмбәр уларҙы; «Бындай эштән Аллаһ һаҡлаһын! Һеҙҙең арала йәшәп, һеҙҙең арала үлермен», тип тынысландыра.
                                      Йәһиллек эҙҙәрен һәм мәжүсилек ғөрөф-ғәҙәттәрен юҡ итеү
     Аллаһ Рәсүле ﷺ ғәскәрен Кәғбә тирәләй булған боттарҙы емереп ташларға ебәрә. Уларҙың барыһы ла пыран-заран килтерелә. Шул иҫәптән әл-Ләт, әл-Ғүззә, Манат кеүек киң билдәле ялған илаһтар ҙа юҡ ителә, һөрәнсе Мәккә буйлап; «Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә иман килтереүселәр өйөндә бер генә ботто ла ҡалдырмайынса, онтап бөтһөн», тин оран һала. Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәләрен төрлө ҡәбиләләрғә ебәрә һәм улар ялған илаһтарҙы юҡ итеп бөтә.
     Аллаһ Рәсүле ﷺ кешеләрғә Мәккә тураһында вәғәз һөйләй, уның Ҡиәмәт көнөнә тиклем изғе ер булып ҡалыуын иғлан итә. Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышанған кешегә унда ҡан ҡойорға һәм ағастарҙы ҡырҡырға рөхсәт юҡ икәнлеген иҫкәртә. Ул һүҙен: «Был миңә тиклем дә бер кемғә лә рөхсәт ителмәне, минән һуң да бер кемгә лә рөхсәт ителмәй», — тип тамамлай ҙа кире Мәҙинәгә юллана.
                                                                   Мәккәне яулап алыу эҙе
     Мәккәне яулап алыу ғәрәптәр аңында тәрән әҙ ҡалдыра. Аллаһ күптәрҙең йөрәгендә Исламға юл аса. Улар төркөмләп-төркөмләп Исламға инә башлай. Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Аллаһ ярҙамы менән еңғәс, кешенең төркөм-төркөм булып Аллаһ диненә ингәнен күргәндә...» (Ҡөрьән, 110:1-2).
                                                           Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы Мөхәммәд Мостафа ﷺ, Нәркәс Алсынбаева