Бәдер янындағы оло һуғыш
Һижрә буйынса икенсе йылдың Рамаҙан айында оло һуғыш була. Аллаһ был көндө «Айырыу көнө» тип атай: «Әгәр (хаҡты ялғандан) айырыу көнөндә, ике йәмәғәт осрашҡан көнгә, Аллаһҡа һәм Беҙҙең Үҙ ҡолобоҙға күндергән аяттарға иман килтергән булһағыҙ...» (Ҡөръән, 8:41).
Аллаһ Рәсүле ﷺ Әбү Суфйандың, ҡурәйштәрҙең оло каруанында тауарҙар тейәп, Шам ерҙәренән ҡайтып килеүе хаҡында ишеткәс, мосолмандарҙы алышҡа әйҙәй башлай.
Мосолмандар менән мәжүси ҡурәйштәр араһында яу була. Барыһы ла изге Ислам һуғышы өсөн барлыҡ милкен ҡорбан итә, сөнки мосолмандарҙың хәле мөшкөлләнә барған була. Уларҙың ғәскәре Мәҙинә сигенә һәм ҡаланың көтөүлек ерҙәренә тиклем һуҙыла.
Пәйғәмбәр ﷺ Әбү Суфйан етәкселегендә Исламдың иң ҙур дошмандары булған кешеләрҙән торған карауандың Шам ерҙәренән килә ятыуын ишеткәс, халыҡты алышҡа саҡыра башлай. Әммә был эште мәжбүри итмәй. Шуға ла кеше бик күп йыйылмай, бары тик ике ат һәм етмеш дөйә генә була.
Әбү Суфйан Аллаһ Рәсүленең ﷺ үҙенә ҡаршы сығыуы хаҡында ишеткәс, ҡурәйш ҡәбиләһенә мосолмандарҙан яҡлау һорап хәбәр ебәрә. Хәбәрсе Мәккә халҡына килеп оран һалыу менән ҡурәйштәр ярҙамға ашыға. Оранға яуап бирмәүсе бер генә күренекле кеше лә ҡалмай. Тик Әбү Ләһәб кенә үҙе урынына икенсе кешене ебәреүҙе хуп күрә.
Ансарҙарҙың бер-береһе өсөн яуап биреүе һәм тоғролоҡ күрһәтеп буйһоноуы
Аллаһ Рәсүле ﷺ, ҡурәйш ҡәбиләһенең килә ятыуы хаҡында ишеткәс, үҙенең ансарҙар араһындамғы сәхәбәләренән кәңәш һорай.
Сөнки улар үҙ ерҙәрендә уны һаҡларға, яҡларға һүҙ бирә. Шуға күрә ул ﷺ Мәҙинәнән сығырҙан алда уларҙың фекерен белергә теләй. Иң тәүҙә мөһәжнрҙәр менән кәңәшләшә, улары ыңғай яуап бирә. Аҙаҡ улар менән икенсе тапҡыр кәңәш ҡора. был юлы ла ҡаршы төшмәйҙәр. Өсөнсөгә кәңәш һорап мөрәжәғәт иткәс, ансарҙар Пәйғәмбәрҙең ﷺ уларҙың фекерен белгеһе килеүен аңлап ҡала.
Сәғд ибн Мөғәҙ (радыйаЛлаһу ғәнһү), буйһомоусанлыҡ күрһәтергә ашығып: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Һин беҙгә ишара иткән кеүекһең. Бәлки, ансарҙар һине үҙ ерҙәрендә генә яҡлауҙы кәрәк тип табыр тип хәүефләнәһеңдер. Мин бөтә ансарҙар өсөн яуап бирәм: «Ҡайҙа теләйһең, шунда бар. Кем менән дуҫлыҡ ептәрен бәйләгең килә, шуның менән дуҫлаш. Кем менән араларыңды өҙгөң килә, шуның менән араларыңды өҙ. Беҙҙең милектән ни алғың килә, шуны ал. Кемгә теләйһең, шуға бир. Беҙҙән алған нәмәләрең һин беҙгә биргәндән ҡәҙерлерәк түтел. Беҙ һинең менән килешәбеҙ. Аллаһ менән ант итәм! Һин Йәмәндең ауыр юллы әл-Бәрек Гөмдән еренә юлланһаң да, беҙ артыңдан эйәрербеҙ. Аллаһ менән ант итәм! Диңгеҙгә инеп китһәң дә, артыңдан барырбыҙ», ти. Ә әл-Микдәд тигән сәхәбә (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай ти: «Мусаға халҡының: «Раббың менән икәү барып һеҙ һуғышығыҙ, ә беҙ бында ултырып торабыҙ», тигәнен беҙ һиңә әйтмәйәсәкбеҙ. Беҙ һинең уңыңда ла, һулында ла, артыңда ла, алдында ла көрәш алып барасаҡбыҙ».
Ошоларҙы тыңлап торған Пәйғәмбәр ﷺ алыш була торған ерҙе асыҡтан-асыҡ күрә. Ул, сәхәбәләре әйткән һүҙҙәргә ҡыуанып: «Барығыҙ һәм шатланығыҙ!» — ти.
Малайҙарҙың шаһит булыуҙа һәм алышта уҙышыуы
Мосолмандар Бәдергә юл тотҡас, улар менән Ғөмәйер ибн Әбү Үәккәс (радыйаЛлаһу ғәнһү) тигән малай ҙа бергә сыға. Уға бары ни бары ун алты ғына йәш була. Бәләкәй булғанға күрә, Пәйғәмбәр үҙен ҡабул итмәҫ тип ҡурҡа. Шуға күрә, берәү ҙә күрмәһен өсөн, йәшенеп кенә бара. Ағаһы Сәғед ибн Әбү Үәҡҡәс (радыйаЛлаһу ғәнһү) бының сәбәбен һорай. Ғөмәйер: «Аллаһ Рәсүле ﷺ кире ҡайтарып ебәрер тип ҡурҡам. Мин алышты яратам. Аллаһ мине шәһәдә менән бүләкләр тип өмөт итәм», — тап яуаплай. Шулай килеп сыға ла инде: Аллаһ Рәсүле ﷺ уны кире ҡайтарып ебәрергә теләй, сөнки малай әле ир ҡорона елмәгән. Ғөмәйер илап ебәрә. Пәйғәмбәр ﷺ, уны йәлләп, алышҡа сығырға рөхсәт бирә. Һәм малай көрәш ваҡытында шәһит була.
Мосолмандар менән кафырҙарҙың һан айырмаһы
Аллаһ Рәсүле ﷺ өс йөҙ ҙә утыҙ ир-егет менән юлға сыға. Уларҙың ике ат һәм етмеш дөйәнән башҡа эйәрле малы булмай. Сиратлап икешәрләп, йә өсөшәрләп бер дөйәгә атланып баралар. Ябай һалдат булһынмы ул, башлыҡмы, буйһоноусымы, рәйесме — бер кемде лә айырып ҡарамайҙар. Улар араһында Пәйғәмбәр ﷺ үҙе лә, Әбү Бәкр ҙә, Ғүмәр ҙә һәм башҡа бөйөк сәхәбәләр ҙә (радыйаЛлаһу ғәнһүм) була.
Аллаһ Рәсүле ﷺ төп байраҡты — Мөсғәб ибн Ғөмәйерғә (радыйаЛлаһу ғәнһү), мөһәжирҙәрҙең байрағын — Ғәли ибн Әбү Талибҡа (радыйаЛлаһу ғәнһү), ансарҙарҙыҡын Сәғед ибн Мөғәҙгә (радыйаЛлаһу ғәнһү) тапшыра.
Әбү Суфйан, мосолмандарҙың ҡаршы сығыуын белеп ҡалғас, ҡапыл йүнәлешен үҙгәртә лә, яр буйлап китә. Каруан пыран-заран ителмәйенсә ҡотолоп ҡалғас, ҡурәйштәргә: «Кире боролоғоҙ, һеҙ каруанығыҙҙы һаҡлау өсөн сыҡҡан инегеҙ бит», — тип яҙа. Бөтәһе лә кире китергә йыйына, тик Әбү Джәһл генә алышыу уйынан кире ҡайтмай. Ҡурәйш ҡәбиләһе ғәскәре меңдән ашыу кешенән торған була: араларында быға тиклем яуҙа уңыш ҡаҙаныусылар ҙа, ябай һалдаттар ҙа, герой дәрәжәһенә еткән һыбайлылар ҙа тупланған. Пәйғәмбәр ﷺ ғәскәренә: «Мәккә һеҙгә үҙ бауырының иң ҡәҙерле өлөшөн бирә», ти.
Аллаһ Рәсүле ﷺ һәм уның сәхәбәләре төн уртаһында, бер генә һыу ятҡылығын ҡалдырып, ҡалған ҡоҙоҡтарҙы күмеп бөтә. Шуға күрә ҡурәйш ғәскәре һыу эсә алмай.
Аллаһ (ғәззә үә джәллә) ошо төндә ямғыр ебәрә. Мөшриктәр көслө ямғыр аҫтында ҡала, шул арҡала алға хәрәкәт итә алмай. Раббыбыҙ мосолмандарға мәрхәмәт күрһәтә: ерҙе ҡаты, тотороҡло итә, ҡомдо тығыҙға әүерелдерә. Уларҙың йөрәгенән ҡурҡыу тойғоһон алып ташлай: «Ул, Үҙенең зыянынан һаҡлап, һеҙҙе йоҡоға талдырҙы ла, шайтан бысрағынан таҙартыр, йөрәгегеҙҙе көсәйтер, аяғығыҙҙы нығытыр өсөн күктән ямғыр яуҙырҙы» (Ҡөрьән, 8:11).
Алышҡа әҙерләнеү
Аллаһ Рәсүле ﷺ өсөн япма төҙөлә. Ул алыш менән идара итеүселәр торған ҡалҡыулыҡтың аҫтында була.
Пәйғәмбәр ﷺ алыш бара торған ергә килә лә, ҡулдары менән күрһәтеп: «Был ерҙә Фәләндең үлеме! Теге ерҙә Фәләндең үлеме! Анауында Фәләндең үлеме! Ин шәъ Аллаһ!» ти. Уларҙың береһе лә күрһәтелгән урындан ары үтә алмай.
Мөшриктәрҙең ике ҙур төркөмө күренеү менән Аллаһ Рәсүле ﷺ былай ти: «Эй, Аллаһ! Бына маһайып, маҡтанып, ҡурәйш ҡәбиләһе үҙенең һыбайлы ғәскәре менән килеп етте. Улар һиңә ҡаршы һуғышырға, һинең рәсүлеңде кире ҡағырға килде».
Ул саҡта рамаҙан айының ун етенсе көнө, йомаға ҡараған төн була. Таң атыу менән ҡурәйштәр ғәскәре алға ынтыла һәм ике рәт булып теҙелеп баҫа.
Доға ҡылыу
Аллаһ Рәсүле ﷺ, рәттәрҙе тигеҙләп сыҡҡандан һуң, кире япмаһына әйләнеп ҡайта. Әбү Бәкр ҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) уның менән бергә инеп китә. Пәйғәмбәр ﷺ Аллаһҡа мөрәжәғәт итеүен, доға ҡылыуын тағы ла көсәйтә төшә. Аллаһтан ярҙам һорай. Уның ҡарары тикшерелмәй, һәм Уның хөкөмөнә тиң бер ни юҡ. «Бәдерҙә һеҙ хурлыҡҡа ҡалған саҡта Аллаһ һеҙгә ярҙам итте бит. Аллаһтан ҡурҡығыҙ! Бәлки, шөкөр итерһегеҙ!» (Ҡөръән, 3:123). Аллаһ Рәсүле доғаһында былай ти: «Эй, Аллаһ! Әгәр ҙә ошо ғәскәр һәләк ителһә, ер йөҙөндә һиңә ғибәҙәт ҡылыр берәү ҙә ҡалмайсаҡ», һәм, үҙенең Раббыһына мөрәжәғәт итеп: «Эй, Аллаһ! Минә биргән вәғәҙәңде үтәһәң ине. Эй, Аллаһ! Еңеү бирһәң ине», ти ҙә ҡулдарын өҫкә күтәрә. Хатта яурындарынан кейеме төшөп китә. Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) уны йәлләп, йыуатырға тотона, һәм үҙе лә күп тапҡыр доға ҡыла.
Дошмандарҙың Раббылары хаҡында бәхәсе
Һуңынан Аллаһ Рәсүле ﷺ кешеләр янына сыга ла уларҙы алышҡа әйҙәй башлай. Алға Ғөтбә ибн Рәбиғә, уның ағаһы Шәйбә һәм улы Вәлид сыға. Уртаға баҫҡас, алыш талап итә башлайҙар. Уларға ҡаршы ансарҙар араһынан өс егет ҡалҡына. Тегеләр: «Кем һеҙ?» — тип һорай. Егеттәр: «Беҙ ансарҙар араһынан», тип яуап бирә. «Ә беҙ үҙебеҙгә тиң ағай-энеләребеҙҙең улдары менән алышырға теләйбеҙ», тип ҡаршы сыға тегеләр. Пәйғәмбәр ﷺ: «Алға сыҡ, Ғөбәйҙә ибн әл-Хәриҫ! Алға, Хәмзә! Алға, Ғәли!» тип әмер бирә. Улар: «Ярай, тиндәр икән тиңдәр», тип, алға сығып баҫа.
Иң оло һәм тәжрибәле Ғөбәйҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) Ғөтбәғә ҡаршы сыға. Хәмзә (радыйаЛлаһу ғәнһү) Шәйбә менән һуғыша. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) инде Вәлид ибн Ғөтбә ҡаршыһына алышҡа баҫа.
Хәмзә менән Ғәлигә (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) килгәндә инде, улар дошмандарын шунда уҡ үлтерә. Ғөбәйҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) менән Ғөтбә ике тапҡыр алышып, бер-береһен яралай. Хәмзә менән Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһүмә), ҡылыстарын алып, Ғөтбә янына килә лә, уны үлтереп ҡуя. Һәм Ғөбәйҙәне (радыйаЛлаһу ғәнһү) үҙҙәре менән алып китәләр, ул ныҡ ҡына яраланғандан һуң шәһит булып ҡуя.
Һуғыш тоҡаныуы
Ҡаршы яҡтар бер-береһенә ташлана, дошман бик яҡын була. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Алға! Күктәр һәм ер киңлегендәге Йәннәткә табан!» — тип, ғәскәрен яуға әйҙәй.
Тәүге ҡорбан
Ансарҙар араһынан булған Ғөмәйер ибн әл-Химәм (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Эй, Аллаһ Рәсүле! Күктәр һәм ер киңлегендәге Йәннәт, тиһеңме!?» тип һорай. «Эйе», тиң яуап бирә ул ﷺ. Ғөмәйер (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Бик яҡшы! Бик яҡшы, әй, Аллаһ Рәсүле!» — тип шатлана. Пәйғәмбәр ﷺ: «Был һүҙҙәрҙе әйтеүенә нимә сәбәпсе булды?» — тип һорай. Ул: «Бер ни ҙә түгел, эй, Аллаһ Рәсүле! Аллаһ менән ант итәм! Мин бары тик унда йәшәүселәрҙең береһе булырыма ғына өмөтләнәм», — тип яуаплай. Пәйғәмбәр ﷺ: «Һин унда йәшәүселәрҙең береһе инде», ти. Ғөмәйер моҡсайынан финик сығарып, ашай башлай, һәм: «Ошо хәтлемде тулыһынса ашам бөткәнсе һуҙылған ғүмер бик оҙон була бит», ти ҙә, ҡалған финиктарын ташлап, үлгәнсе көрәшә. Ул үҙ яғынан тәүге ҡорбан була.
Һуғышсылар, бирешмәйсә, сабырлыҡ күрһәтә, Аллаһ Тәғәләгә ҡат-ҡат зикер әйтә. Аллаһ Рәсүле ﷺ аяу белмәйенсә алыша. Дошмандары араһында нәҫелдәштәре булыуына ҡарамаҫтан, кешеләр ҡыйыу көрәш алып бара. Мосолмандарға мәрхәмәт һәм ярҙам йөҙөнән фәрештәләр төшөрөлә, улар ҙа мөшриктәрҙе үлтерә.
Бер туғандарҙың дошмандарҙы үлтереүҙә уҙышыуы
Егеттәр шәһәдә алын, уңышҡа өлгәшергә ашыға. Таныштар, дуҫтар, ағай-энеләр һәм бер туғандар ошо йүнәлештә бер-береһе менән уҙыша.
ҒәбдүрРәхмән ибн Ғәүф (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Мин Бәдер көнөндәге алышта ҡатнаштым. Уңға-Һулға әйләнеп ҡараһам, ике яғымда йәш егеттәр. Әммә мин уларға һуғышсы булараҡ бик ышанып бармай инем. Бер мәл шуларҙың береһе йәшерен генә миңә: «Эй, ағай! Миңә Әбү Джәһлде күрһәт әле», — тип өндәште. «Эй, ҡустым! Уның менән ни эшләмәксе булаһың?» — тип һораным. Ул: «Уны осратһам, йә уны үлтерәм, йә үҙем үләм, тип үҙемә һүҙ биргән инем», тип яуапланы. Икенсеһе лә шым ғына миңә шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтте. Мине шул тиклем ҡыуандырҙылар. Тамам ир ҡорона еткән ике егет араһында тороуымды аңлағас, уларға Әбү Джәһлде күрһәттем. Егеттәр, ыласындай ташланып, уны өҙғөләп ташланы», тип һөйләй.
Әбү Джәһл үлтерелгәндән һуң Аллаһ Рәсүле «Ул ошо өммәттең фирғәүене ине», — ти.
Хәҡиҡәт еңеүе
Һуғыш мосолмандарҙың еңеүе һәм мөшриктәрҙең тар-мар ителеүе менән тамамланғас, Аллаһ Рәсүле «Аллаһ Бөйөк! Үҙ вәғәҙәһен үтәп, ҡолона еңеү биреүсе, берләшкән ҡәбиләләрҙе Үҙе генә пыран-заран итеүсе Аллаһҡа маҡтау!» — ти. Аллаһ Тәғәлә былай тигән: «Бәдерҙә хурлыҡҡа ҡалған сағығыҙҙа Аллаһ һеҙгә ярҙам итте бит. Аллаһтан ҡурҡығыҙ! Бәлки, шөкөр итерһегеҙ!». (Ҡөрьән, 3:123).
Пәйғәмбәр ﷺ мөшриктәрҙең мәйеттәрен ҡоҙоҡҡа ырғытырға ҡуша ла, уларға төбәп: «Эй ҡоҙоҡ әһелдәре! Раббығыҙҙың вәғәҙәһе хаҡ булыуына инандығыҙ инде. Мин дә Раббымдың миңә биргән вәғәҙәһе хаҡ булыуына инандым», — ти.
Бәдер көнөндә йәмғеһе етмеш кафыр үлтерелә, етмеше ҡулға алына. Ҡурәйштәр араһынан булған — алты, ансарҙарҙан ете мосолман һәләк ителә.
Аллаһ Рәсүле ﷺ әсирҙәрҙе сәхәбәләренә бүлеп бирә лә, улар менән яҡшы мөғәмәләлә булырға ҡуша.
Бәдер алышының тамамланыуы
Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәҙинәгә еңеү менән ҡайта. Уның бындағы һәм ҡаланың эргә-тирәһендәге дошмандары ҡурҡыуға ҡала. Мәҙинә халҡының күбеһе Исламды ҡабул итә.
Мәккәлә, мөшриктәрҙең өйҙәрендә, һуғышта ятып ҡалғандар өсөн ҡайғырып, һыҡтауҙар башлана. Бик күп йәш түгәләр улар. Әммә аҙаҡ дошман ҡыуанмаһын өсөн илауҙарҙы тыялар. Ислам дошмандары хәүефкә ҡала.
Мосолман егеттәренә белем биреү
Аллаһ Рәсүле ﷺ әсирҙәрҙе ғәфү итә. Уларҙан түләү ала. Ҡурәйштәр ҡайһы берәүҙәре өсөн хаҡ ебәреп, уларҙы азат иттерә.
Әсирҙәр араһында бирерҙәй бер нәмәләре лә булмаған кешеләр ҙә осрай. Һәм Аллаһ Рәсүле ﷺ уларға шундай бурыс тәғәйенләй: ансарҙарҙың балаларын ғилемгә өйрәтергә ҡуша. Һәр береһе унышар кешене алып, уҡырға-яҙырға өйрәтә. Зәйед ибн Ҫәбит (радыйаЛлаһу ғәнһү) шундай юл менән белем ала.
Бану Ҡәйнүкәғ — Аллаһ Рәсүле ﷺ менән үҙҙәре араһында булған килешеүҙе боҙоусы тәүге йәһүдтәр. Улар, антынан баш тартып, мосолмандарға ҡаршы көрәшә, уларҙы йәберләй башлай. Аллаһ Рәсүле ﷺ был халыҡты ун биш көн буйына, уның ﷺ ҡарары менән килешкәнсе, ҡамауҙа тота. Монафиҡтар башлығы Ғабдуллаһ ибн Өбәйй исемле кеше йәһүдтәрҙе яҡлап сыға, Пәйғәмбәр ﷺ уны улар менән бергә ебәрә. Араларында ете йөҙ һуғышсы, бер зәргәр һәм сауҙагәрҙәр була.
«Мөхәммәт Мостафа Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы» китабынан, Нәркәс Алсынбаева тәржемәһе
Тулыһынсараҡ мәғлүмәт ошо биттә: Бәҙер һуғышы: https://nazir1965.com/p%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99r%D2%99%D3%99r-tarixynan/b%D3%99%D2%99er-%D2%BBu%D2%93yshy.html#more-6534