Бәҙер һуғышы
Тарихҡа инеп ҡалған Ислам дине өсөн беренсе Бәҙер (Бәдер) һуғышы 623 йылда, Һижрә йылының Рамаҙан айында була. Һеҙҙең иғтибарға ике төрлө китаптан алынған ошо Бәҙер һуғышы тураһында мәғлүмәт.
Бәҙер һуғышы
Йомадил әүүәл айында сығып та, тура килтерә алмаған әлеге ҙур каруандың Мәккәгә ҡайтыуын рәсүлуллаһ көтөп, күҙәтеп тора ине. Рамазан айының баштарында ҙур каруандың Мәккәгә ҡайтып барыуын ишетеү менән, рәсүлуллаһ сәхәбәләргә әҙерләнергә ҡушты. Каруанда мөшриҡтәрҙең һаны бик аҙ булғанға, рәсүлулллаһ был сәфәргә ул ҡәҙәр әһәмиәт бирмәне. Сәхәбәләрҙе лә сығыуға ҡаты рәүештә дәғүәт итмәне. Шунлыҡтан байтаҡ кешеләр был сәфәргә сыҡманылар. Уның өҫтәүенә, каруандың китеп барыуы мөмкин булғанлыҡтан, сәфәргә бик ашығыс хәлдә киткәнгә, ҡайһы бер сәфәргә сығаһы кешеләр ҙә, өйҙәрендә булмағанға, йәки ат үә дөйәләре әҙер булмағандан, сыға алмай ҡалдылар. Бик ашығыс хәлдә 313 кеше сәфәргә сыҡты. Улар араһында 86 мөһәжир булып, ҡалғаны ансарҙар ине. Етмеш дөйәләре булып, уларға икешәр, өсәр, дүртәр кеше сиратлап алмаш- тилмәш ултырып барҙылар. Рәсүлуллаһ, Ғәли бин Әбү Талиб, Мүрсәд бин әби Мурсәд Ғәнәүи- өсөһө бер дөйәлә, Әбү Бәкр, Ғүмәр, Ғабдуррахман бин Ғәүеф — өсөһө бер дөйәлә сиратлап ултырып барҙылар. Ғәскәр эсендә барлығы ике атлы кеше бар ине: Муктад бин Әсүәд, үә Зәбир бин Ғәввәм. Мәҙинә тышында, Бөйүтүл Сәҡыяға туҡтап, рәсүлуллаһ ғәскәрҙе ҡарап сыҡты. Һуғышҡа барырға йәш булған бәғзе йәштәрҙе Мәҙинәгә кире ҡайтарып ебәрҙе. Улар эсендә Ғабделлаһ бин Ғүмәр, Рәбиғ бин Хадиж, Бараз бин Ғәбз, Зәид бин Сәбит бар ине. Раухаәгә еткәс, Мәҙинәгә вәли итеп Әбү Лүбәбәне ебәрҙе. Сафраәгә яҡынлашҡас, Бисбис бин Ғәмрү менән Ғәли бин әби Зүғбәне каруан хаҡында мәғлүмәт алып килеү өсөн Бәҙергә ебәрҙе.
Мәккәлеләрҙең һуғышҡа әҙеләнеүҙәре
Әбү Суфьян, рәсүлуллаһтың каруанға ҡаршы сыҡҡанын ишеткәс, Мәккәгә хәбәр ирештерер өсөн бер кешене ебәрҙе. Был хәбәрҙе ишеткәс, Ҡөрәйш ғәрәптәренең ҡаты асыуы килеп, каруанды ҡотҡарыр өсөн ашығыс хәлдә әҙерләнә башланылар. Сөнки бынан бер аҙ ғына ваҡыт элек булған Ғәмрү бин Хазрами үлтерелеүҙең әсеһе лэ йөрәктәренән китмәгәйне. Бының өҫтәүенә рәсүлуллаһтың шундай ҙур каруанға һөжүм итергә тәүәкәллеге уларға уҡ кеүек барып ҡаҙалды. Асыуҙарынан ни эшләргә белмәнеләр. Каруансыларҙы, каруанды ҡотҡарыу һәм Ғәмрү бин Хазрамиҙың үсен алыу өсөн кешеләрҙе ҡыҙыҡтыра һәм өндәй башланылар.
Халыҡты һуғышҡа иң өндәп йыйған кеше Әбү Йәһил ине. Ул быға бөтә көсөн сарыф итте: һуғышҡа сығарға теләмәгән кешеләрҙең ҡайһыһын ҡурҡытып, ҡайһыһын оялтып, сығырға мәжбүр итте. Был сәфәргә Бәни Ғәди ырыуынан башҡа бөтә Ҡөрәйш ырыуҙары ҡушылды. Фәҡәт Бәни Ғәди ырыуы ғына айырылып ҡалды. Бөйөк башлыҡтарҙан Әбү Ләһәбтән башҡалары бөтөнөһө әҙер булдылар. Әбү Ләһәб иһә үҙ урынына аласағы булған Ғас бин Һишам исемендә береһен ебәрҙе. Үмәйя бин Хилаф ҡартлығы сәбәпле ҡалырға теләһә лә, Әбү Йәһил кеүек башлыҡтарҙың ғәрләпдереүе сәбәпле сығырға ҡарар бирҙе. Ҡөрәйштең иң бөйөктәренән булған Ғүтбә бин Рабиға ла ҡалырға теләһә лә, ҡәрҙәше Шәйбәнең өндәүе буйынса ул да сығырға ҡарар бирҙе. Мөшриҡтәрҙең ғәскәре мең кеше тирәһе булды, ике йөҙ ат, ете йөҙ дөйә бар ине. Ғәскәр алдынан уның рухын күтәрер өсөн шағирҙар Исламды хурлап шиғыр һөйләп, барабан һуғып баралар ине. Ҡөрәйш ғәскәре Жухва тигән ергә еткәндә, Әбү Суфьяндан бер хат килә. Ул хатында каруанды ҡотҡарыу өсөн Ҡыҙыл диңгеҙ буйлап (тура юлдан башҡа китеп, Мөхәммәдтең ғәскәренән ҡотолоуын хәбәр итеп, мәккәлеләргә шәһәргә ҡайтырға тәҡдим итә ине. Хатты уҡығас, Әбү Йәһил: «Юҡ, беҙ ҡайтырға тейеш түгелбеҙ, беҙ Бәҙергә барып өс көн торасаҡбыҙ, унда дөйәләр һуйып, араҡы эсеп, тирә-яҡ халҡын һыйлаясаҡбыҙ, беҙҙең көс-ҡеүәт бөтә Ғәрәбстанға таралһын үә бөтә ғәрәп бынан һуң беҙҙән ҡурҡа торған булһын», — тине. Башлыҡтарҙан Әхнәс бин Шәриҡтең өндәүе буйынса Бәнү Зуһра ырыуы кире ҡайтып китте. Бәнү Һашим ырыуы ла ҡайтырға теләһә лә. Әбү Йәһилдең ғәрләндереүе арҡаһында ҡалырға булдылар. Ҡөрәйш мөшриҡтәре араһында әүәлдән үк дәртһеҙ сыҡҡан кешеләр булған кеүек, каруандың һөжүменән ҡотолоу хәбәре килгәс, теләмәйсә барыусылар тағы ла күбәйҙеләр.
Кәңәш
Рәсүлуллаһ Ҡөрәйш мөшриҡтәренең каруанды ҡотҡарырға сығыуҙарын белмәй ине. Сафра тигән ергә еткәндә, хәбәрселәрҙән был хәбәрҙе ишеткәс, рәсүлуллаһ юлын һаман дауам итте. Сафранан үтеп, бер урында туҡтағас, мөшриҡтәрҙең уларға ҡаршы сығыуҙары тураһында хәбәр алды. Шуның өсөн рәсүлуллаһ мөһәжирҙәр менән ансарҙарҙы йыйып, һуғыш тураһында кәңәш һораны. Әбү Бәкр, Ғүмәр кеүек мөһәжирҙәр, рәсүлуллаһ ни эшләргә бойорһа, шуға итәғәт итәсәктәрен, унан ҡыл ҡәҙәр ҙә айырылмаясаҡтарын һөйләһәләр ҙә, арала: «Һуғышыр булһаҡ, әүәл үк әйтергә кәрәк ине, әҙерләнеп сығыр инек», — тиешкән кешеләр ҙә бар ине. Фәҡәт рәсүлуллаһтың үҙ фекере һуғыш ҡылыуҙа ине. Ул Аллаһуҙың ярҙам итәсәгенә ышана ине. Халыҡҡа: «Аллаһ миңә ике нәрҫәнең береһен вәғәҙә итте: йә каруан, йәки ғәскәрҙе еңеү», — тиә ине. Рәсүлуллаһтың һуғыш тарафында булғанын белгәс, Миҡтад ибн Әсүәд сығып: «И рәсүлуллаһ, Аллаһ ҡушҡан эшкә кереш, беҙ һиңә Бәни Исраил ҡәүеме пәйғәмбәрҙәре Мусаға әйткәне кеүек (Раббың берлә икәү барып һуғышығыҙ! Беҙ бында ултырып ҡаласаҡбыҙ) — әйтмәйәсәкбеҙ. Бәлки: «Раббың менән бергә барып һуғыш, беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә һуғышасаҡбыҙ», — тиәсәкбеҙ. Әгәр беҙҙе Бәрәк Ғәмадҡа ҡәҙәр һуғышыр өсөн алып китһәң дә, артыңдан ҡалмаясаҡбыҙ», — тине. Рәсүлуллаһ Миҡтадтың һүҙенә бик шатланды. Әле был ваҡытҡа ҡәҙәр писарҙарҙан берәүһе лә һүҙ һөйләмәгән ине. Рәсүлуллаһҡа бигерәк тә писарҙарҙың ризалығы кәрәк ине. Сөнки мөһәжирҙәр рәсүлуллаһтың үҙ кешеләре булып, уларҙың рәсүлуллаһ артынан ҡалмаясаҡтары билдәле ине. Бынан элек тә улар рәсүлуллаһ менән бер нисә ғәзүәгә сыҡҡандар ине. Ансарҙарҙың иһә был сәфәрҙәре рәсүлуллаһ менән беренсе сәфәрҙәре ине. Уның өҫтәүенә ансарҙар Ғәкәбә бәйғәтендә рәсүлуллаһты химая итеүҙе өҫтәренә алһалар ҙа, унда рәсүлуллаһ менән һуғыштарға сығыу һөйләшелмәгән ине. Шуның өсөн рәсүлуллаһҡа ансарҙарҙың фекерен белеү үә уларҙан ризалыҡ һүҙен алыу кәрәк ине. Рәсүлуллаһ ансарҙан яуап алыу маҡсаты менән тағы ла халыҡтың фекерен һораны.
Быға ҡаршы писарҙарҙан Сәғд ибн Муғәз сығып: «И рәсүлуллаһ, беҙ һиңә иман килтерҙек, һине тәсдиҡ ҡылдыҡ, һине яҡларға, ярҙам итәргә вәғәҙә бирҙек, һин Раббың ҡушҡай эшкә кереш, беҙ һинән ҡыл ҡәҙәр ҙә айырылмабыҙ, әгәр беҙгә артыңдан ошбу Ҡыҙыл диңгеҙгә төшәргә ҡушһаң, һис ҡарышмайса төшәсәкбеҙ, беҙ һуғышҡа өйрәнгән халыҡ, инша Аллаһ. беҙҙән риза буласаҡ эштәр күрерһең, Аллаһуға тапшырып юлыңды дауам ит!» — тине. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, рәсүлуллаһтың йөҙө асылып, шатланып китте.
Бының өсөн мөшриҡтәр менән осрашҡанда улар менән ҡаты һуғышырға ҡарар бирелеп, ғәскәр Бәҙергә табан ҡуҙғалып китте. Каруан тураһында мәғлүмәт алыр өсөн рәсүлуллаһ Ғәлиҙе, Зәбирҙе үә Сәғитте Бәҙергә ебәрҙе. Ғәскәр Бәҙергә яҡын бер ергә төшөп, ял иткән ваҡытта, улар Ҡөрәйш мөшриҡтәрҙән икеһеп тотоп рәсүлуллаһҡа алып килделәр. Рәсүлуллаһ уларҙан кем икәнлектәрен үә нәрҫә эшләп йөрөгәндәрен һорағанға, улар Ҡөрәйштәр осон һыу алырға килеүҙәрен, Ҡөрәйш мөшриҡтәренең ҡайҙа урынлашҡанлыҡтарын, күпме булғанлыҡтарын һәм башлыҡтарынан кемдәр булғандарын һөйләнеләр. Рәсүлуллаһ быларҙан Ҡөрәйш бөйөктәрен ишеткәс, сәхәбәләргә ҡарап: «Мәккә һеҙгә йөрәк парсаларын атҡан», — тине. Ғәскәр төшкән ошбу урын ҡаты тоҙло бер ер ине. Һыуһыҙлыҡтан аптыраған ғәскәр, быуалар яһап, һыуға рәхәтләнде, һуңынан ғәскәр, рәсүлуллаһ әмере буйынса ҡуҙғалып, Бәҙерҙең иң йыраҡ бер һыуы янына килеп урынлашты.
Хубаб ибн Мөнзирҙең фекере
Шул ваҡыт Хубаб ибн Мөизир: «И рәсүлуллаһ, был ергә Аллаһ әмере менән урынлаштыңмы, йәки үҙ фекерең менәнме?» — тип һораны. Рәсүлуллаһ үҙ фекере менән урынлашҡанын әйткәс, Хубаб: «И рәсүлуллаһ, бында ғәскәрҙең урынлашыуы дөрөҫ түгел, беҙ Бәҙерҙең бер һыу шишмәһе янына урынлашайыҡ, ә ҡалған ҡойоларҙы күмәйек. Мөшриҡтәр һыуһыҙлыҡтан интекһендәр», — тине. Рәсүлуллаһ, Хубабтьгң был фекерен ғәйәт аҡыллы күреп, ғәскәргә Хубаб әйткән урынға урынлашырға ҡушты. Сәхәбәләр шул урынға төштөләр һәм, шишмәне быуып һыу күле яһанылар, ә башҡа ҡойоларҙы күмделәр, һуңыраҡ Сәғд ибн Мүғәздең фекере буйынса, рәсүлуллаһҡа һуғыш ваҡытында ғәскәрҙең хәрәкәтен ҡарап тороу өсөн ҡалҡыу бер ергә ҡыуыш ҡоролдо. Ҡөрәйш ғәрәптәре Бәҙергә яҡын йомшаҡ бер урынға килеп төшкәйнеләр. Әлеге ҡаты ямғыр быларҙың аяҡ аҫтарын ныҡлы рәүештә бысратып ташланы. Ғәскәргә йөрөү бик ауырлашты. Шуның өсөн мөшриҡ ғәскәре ҙур зәхмәт сикте. Аяҡтарға бысраҡ йәбешеү сәбәпле, Ислам ғәскәренә ҡәҙәр Бәҙер һыуына килеп өлгөрә алманы. Ҡөрәйш ғәскәре күренә башлағас, рәсүлуллаһ ғәскәрҙе сафҡа теҙергә кереште. Үҙе, саф араһына инеп, сафтарҙы турылай, алға йәки артҡа сығып торған кемсәләрҙе ҡулындағы бәләкәй генә таяғы менән төртөп: «И, фәлән, тура тор!» — тиәр ине. Ғәскәрҙе сабырлыҡҡа үә сыҙамлыҡҡа дәғүәт итте, сабыр иткән тәҡдирҙә Аллаһ ярҙам бирәсәген вәғәҙә итәр ине.
Мөшриҡ ғәскәре араһында ихтилаф
Ислам ғәскәре сафҡа теҙелеп, һуғышыр өсөн бер ишарат ҡына көтөп торғанда, мөшриҡ ғәскәре араһында һуғышыу — һуғышмау хаҡында ихтилаф сыҡты. Әбү Йәһил ибн Һишам кеүек башлыҡтар бөтөн көстәре менән халыҡты һуғышҡа өндәгән ваҡытта, Ғүтбә ибн Рәбиға үә Хәким ибн Хизам кеүектәр халыҡты һуғыштан һыуындырырға тырышалар ине. Ғүтбә Ҡөрәйш ғәскәрен һуғыштан ваз кистереү өсөн мосолмандар тарафынан үлтерелгән үҙенең союздашы Ғәмрү бин Хазрамиҙың туғандарына йолом үә мосолмандар тарафынан алынған каруандағы малдың хаҡын түләйәсәген һөйләне. Фәҡәт Әбү Йәһил ибн Һишам быны ҡурҡаҡлыҡ менән ғәрләндерҙе. Ғүтбәнең һүҙен тәьҫирһеҙ ҡалдырыр өсөн үә халыҡтың һуғышырға дәртен үә асыуын ҡуҙғатып ебәрер өсөн, Ғәмрү бин Хазрамиҙың ҡәрҙәше Ғәмиргә Ғәмрүҙең ҡанын талап итеп, ғәскәр араһында ҡысҡырырға ҡушты. Шуның өсөн Ғәмир ҡаты тауыш менән «Ғәмрү өсөн үс алырға» тип ҡысҡыра башланы. Быны ишетеү менән халыҡ дәртләнеп һуғышҡа әҙерләнде. Ғүтбә лә, һүҙенең ҡабул булмағанлығын күргәс, фекеренән дүнеп, һуғышҡа әҙерләнде, һуғыш башланыр алдынан ғына мөшриҡ ғәскәренән Әсүәд бин Ғабдел Әсәд Мәхзүми алға сығып, Ислам ғәскәренең һыу йыйылмаһынан һыу эсәргә теләне. Ләкин уның ҡаршыһына Хәмзә сығып уны үлтерҙе.
Мүбәраза
Ғәҙәт буйынса, һуғыш башланғансы, ғәскәрҙәр алдынан баһадирҙар һуғыша ине. Мөшриҡтәрҙән Ғүтбә ибн Рәбиға, уның улы Вәлид ибн Ғүтбә һәм Шәйбә ибн Рәбиға сығып, үҙҙәренә ҡаршы һуғышыусылар талап иттеләр. Уларға ҡаршы ансарҙарҙан өс кеше сыҡһалар ҙа, улар һуғышыусыларҙың Ҡөрәйштән булыуын шарт иткәнгә күрә, рәсүлуллаһ Ғүтбәгә ҡаршы Ғөбәйҙә ибн Харисты, Шәйҙәгә ҡаршы Хәмзәне, Вэлидкә ҡаршы Ғәлиҙе саҡырҙы. Хәмзә менән Ғәли, оҙаҡ һуғышмаҫтан, үҙҙәренең дошмандарын үлтерҙеләр. Ғүтбә менән Ғөбәйҙә, оҙаҡ ваҡыт бер-береһе менән һуғышып, һәр икеһе лә ҡаты йәрәхәтләнделәр. Хәмзә менән Ғәли йәрәхәтләнгән Ғүтбәне үлтерҙеләр. Ғөбәйҙә ибн Харис йәрәхәтләнгән хәлдә рәсүлуллаһтың ҡыуышына илтелде. Мүбәраза бөткәс, рәсүлуллаһ, яңынан сафтар араһында йөрөп, уларҙы тигеҙләне. Рәсүлуллаһ сафтарҙы тигеҙләгәс, ғәскәргә: «Мин әмер итмәйсә һөжүм ҡылмағыҙ, улар ҡылыс менән һөжүм итмәйсә тороп, ҡылыс менән һөжүм итмәгеҙ!» — тине. һуңынан Әбү Бәкр менән ҡыуышҡа керҙе. Ҡыуыш ишегендә рәсүлуллаһты Сәғд ибн Мүғәз менән бер нисә ансар һаҡлап тора ине. Һуңынан рәсүлуллаһ ғәскәр янына килеп сабырлыҡҡа үә шөһрәткә дәғүәт итте. Шәһит буласаҡ кешеләргә йәннәт менән һөйөнөс бирҙе. Дошманды үлтереүсегә шул үлтерелгән кешенең ҡоралын үә башҡа әйберҙәрен бирәсәген вәғәҙә итте. Унан һуң ныҡлы рәүештә һуғыш башланды. Рәсүлуллаһ, һуғыштың барышын ҡарап, Аллаһуҙан ярҙам һорап доға ҡылып торҙо. Ул көн рамаҙандың ун етенсе — йома көн ине. Бәҙер һуғышында рәсүлуллаһтың үә ғәскәрҙең ифтар ҡылыуҙары риүәйәт ителәлер. (Тирмизи 1ж. 94с.).
Еңеү
Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылманы. Мосолмандар ҡаты һуғышып Аллаһ ярҙамы менән үҙҙәренән өс мәртәбә артыҡ булған мөшриҡтәрҙе еңделәр.
Мөшриҡтәрҙең етмеш кешегә яҡыны үлтерелде, шул һанға яҡыны әсирлеккә алынды. Үлтерелгән мөшриҡтәрҙең олуғтары араһынан Әбү Йәһил ибн Һишамды ансар булған Мәғәз ибн Ғафра ҡаты рәүештә йәрәхәтләп киткәйне, һуңынан ҡәрҙәше Мүғәввиз килеп тағы ҡылыс менән сәнсте. Әбү Йәһил үлем хәлендә ине. Һуңынан рәсүлуллаһтың әмере буйынса, Ибн Мәсғүд Әбү Йәһилде табып үлтерҙе. Ислам динен ҡабул иткән Әбү Ғөбәйҙәгә мөшриҡ булған атаһы Жәррах һөжүм итеп, үлтерергә теләне, улы быны күреп ҡасһа ла, атаһы һаман артынан ҡалмағас, улы ҡаршы тороп атаһын үлтерҙе.
Үмәйә бин Хәләф менән улы Ғәлиҙе Ғабдрахман бин Ғаф әсирлеккә алғайны. Ғабдрахман менән Үмәйә араһында Мәккэлә ваҡытта дуҫлыҡ бар ине. Һуғыш һүнә башлағас, Ғабдрахман ғәнимәт алған тимер кейемдәрен күтәреп килә ине. Үмәйә бин Хәләф уны күреп үҙен әсир алыуын үтенде. Үә әсирлеккә алғанда уға күп йолом биреүен вәғәҙә ҡылды. Шуның өсөн Ғабдрахман тимер кейемдәрен ташлап, быларҙы — атаһы менән улын әсирлеккә алып китте. Шул арала Билал уларҙы күреп ансарҙарҙап бер нисә кешене йыйып, уларға һөжүм итеп һәр икеһен үлтерҙеләр. Шулай итеп, Ғабдрахман тимер кейемдәренән дә, әсирҙәренән дә мәхрүм ҡалды, һуңынан Ғабдрахман: «Аллаһ Билалға рәхмәт итһен, мине тимер кейемдәремдән дә яҙҙырҙы, әсирҙәремдән дә мәхрүм итте!» — ти торған ине. Билалдың Үмәйә менән улына һөжүм итеүе Мәккәлә ваҡыт сиктән тыш уны ғазаплағандары өсөн ине.
Әбүл Бухтари бин Һишам да үлтерелде. Уны рәсүлуллаһ үлтермәҫкә ҡушһа ла, ул үҙе ҡаршы торғанлығынан үлтерелде. Шулай уҡ Әбү Суфьяндың улы Ханзаланы, Нәүфәл бин Хүвәйлидте, Сәғид бин Ғастың балалары Ғөбәйҙә менән Ғасты үлтерҙеләр. Ғүкбә бин Әби Мүғит менән Ән Назр ибн Харис әсирлеккә алынғайнылар. Ләкин Ғәли, рәсүлуллаһтың ҡушыуы буйынса, ҡылыс менән уларҙың баштарын сабып төшөрҙө.
Әсирҙәр эсендә рәсүлуллаһтың атаһының ағаһы Ғаббас (Әсирлеккә эләккән Ғаббасты ансарҙар йоломһоҙ ебәреү фекерендә булһалар ҙа, рәсүлуллаһ быны ҡабул итмәне. Киреһенсә, Ғаббасҡа һис бер әсирғә ҡуймаған йолом хаҡын ҡуйҙы. Ғаббас был ҡәҙәр түләргә малым юҡ, тиһә лә, рәсүлуллаһ уға: «Ҡатының Үммүл-Фазлда ҡалдырған малдарың ҡайҙа? Һуғышҡа сыҡҡанда биреп, мин үлһәм, Фазлға шул ҡәҙәр, Ғабделлаһҡа шул ҡәҙәр, Ғөбәйдуллаһҡа шул ҡәҙәр бирерһең, тимәнеңме?» — тине. Ғаббас иҫе китеп: «Был мәсьәләне Үммүл Фазлдан башҡа бер кем белмәй ине, һин хаҡ рәсүл икәнһең», — тип, иман килтерҙе) атаһының ағаларының малайҙары: Ғоҡаил ибн әбү Талиб, Нәүфәл ибн Харис, кейәүе Абул Ғас ибн Рабиғ, (Рәсүлуллаһтың Мәккәлә ҡалған ҡыҙы Зәйнәб, үҙенең ире Абул Ғасты йолоп алыр өсөн , әсәһе тарафынан никах ваҡытында бүләк иткән мунсағын ебәргәйне. Рәсүлуллаһ быны күргәс, күңеле нескәрҙе һәм сәхәбәләрҙән Зәйнәптең мунсағын алмайынса ирен азат итеүҙәрен үтенде. Сәхәбәләр быға риза булдылар. Ләкин Абул Ғасты Зәйнәбте Мәҙинәгә ебәреү шарты менән азат иттеләр. Рәсүлуллаһ әмере буйынса, Зәйд бин Хәрисә менән бер ансар Зәйнәбте алып килделәр. Рәсүлуллаһ Зәйпәбте Абул Ғасҡа кейәүгә пәйғәмбәрлек килгәнсе биргәйне һәм уны ғәйәт ярата ине. Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм пәйғәмбәрлегенә вәхи килеп, халыҡты дингә дәғүәт итә башлағас. Әбү Ләһәбтең ике улы рәсүлуллаһтың ике ҡыҙын Үмм Гөлсөм һәм Рөҡийәне талаҡ иттеләр (айырҙылар). Абул Ғас иһә Зәйнәбте айырырға күпме ҡушһалар ҙа, айырманы. Зәйнәбте бер ҡатынға ла алмаштырмаясағын һөйләне. Шуның өсөн рәсүлуллаһ кейәүемә яҡшы ҡарай ине. Абул Ғас Мәккәгә киткәс, бер алты йылдан һуң Фәтх Мәккә алдынан Исламға керҙе һәм рәсүлуллаһ элекке никахы менән Зәйнәбте уға бирҙе.) Ғамр ибн әби Суфьян (шулай итеп Әбү Суфьяндың бер малайы үлтерелде, береһе әсирлеккә алынды.). Әбү Суфьян үҙенең улы Ғамр өсөн йолом түләмәне. Бер ваҡыт мөшриҡтәр ғөмра хажына килгән писарҙарҙан Сэғид ибн Нуғманды, Ғамргә алмаштырыу ниәте менән әсирлеккә алдылар. Рәсүлуллаһ Сәғдте ҡотҡарыр өсөн Әбү Суфьян улын алмаштырып бирҙе. Сүһәйл ибн Ғәмр Мәккәлә ваҡытында рәсүлде мыҫҡыллап торло шиғырҙар һәм бәйеттәр яҙып, һөйләп йөрөй ине. Әсирлеккә эләккәс, Ғүмәр ибн Хаттаб: «И рәсүлуллаһ, миңә рөҡсәт бир ошо кешенең алғы тештәрен бәреп һындырырға. Теле һалынып йөрөһөн, бынан һуң һинән көлөп йөрөмәҫ!» — тине. Рәсүлуллаһ уға ҡаршы: «Юҡ, улай ҡыласаҡ түгелмен, Сүһәйл бығаса Исламдан көлһә, һуңынан, инша Аллаһ, Исламиәтте ҡабул итеп, уны маҡтап һөйләр», — тине. Хәҡиҡәттә лә һуңынан Сүһәйл Исламға бик күп хеҙмәт итте. Вәлид ибн Вәлид кеүек мәшһүр кешеләр бар ине. (Вәлид ибн Вәлидтең бер туғаны булған Халид ибн Вәлид һәм Һишам ибн Вәлидтәр килеп алдылар. Мәккәгә ҡайтҡас, Вәлид Исламға килде. Уға: «Һинең ниәтең шундай булғас, йолом түләп алғансы, Исламды ҡабул итәргә кәрәк ине», — тип әйтеүҙәренә, ул: «Мин унда Исламды ҡабул итеүемде иғлан итмәнем, «Һин уны ҡурҡыуҙан ғына ҡабул иттең, тип әйтеүҙәренән ҡурҡтым», — тине). Бәҙер һуғышында Ислам ғәскәренән үлтерелгән кеше ун дүрт ине.
Һуғыш тамам булғас, рәсүлуллаһ әмере буйынса, үлгән мөшриҡтәрҙе Бәҙер соҡорҙарына ташлап күмделәр, һуңынан өс көн Бәҙерҙә ҡалып, ғәнимәт малдарын һәм әсирҙәрҙе алып, Мәҙинәгә йүнәлделәр.
Рәсүлуллаһ Мәҙинә халҡына еңеү тураһында алдан хәбәр итеү өсөн Ғабделлаһ ибн Раухәне, ә Мәҙинә тарафындағы кешеләргә Зәид ибн Хәрисәне ебәрҙе. Мәҙинәләге йәһүдтәр менән монафиҡтар мосолмандарға төрлө һүҙҙәр һөйләп ҡайғыртып торғанда, был кешеләр Мәҙинә халҡына еңеү шатлығы алып килделәр. Зәид ибн Хәрисә Мәҙинәгә килеп кергәндә, халыҡ рәсүлуллаһтың ҡыҙы Рөҡиәне күмеп, йыназаһынан ҡайтып бара ине.
Ғәнимәт малын бүлеү
Мосолмандарға еңелгән мөшриҡтәрҙән 115 дөйә, 14 ат, һуғыш ҡоралдары һәм башҡа әйберҙәр эләкте. Шул ғәнимәт малының биштән бере рәсүлуллаһҡа, ҡалғаны һуғышҡа барған мосолмандарға бүленде. Ғәскәр Сафраға еткәс, рәсүлуллаһ ғәнимәт малын йәйәүлелергә бер өлөш, атлылырға өс өлөш итеп бүлде. Рәсүлуллаһ ҡушҡан бәғзе бер эш менән һуғышта ҡатнашмаған кешеләргә лә өлөш сығарылды.
Ғусман бин Ғаффан һуғышҡа сығарға теләһә лә, ҡатыны Рөҡиә (рәсүлуллаһтын ҡыҙы) ҡаты сирләгәнлектән, рәсүлуллаһ уны алып сыҡманы. Әбү Лүбәбәне Раухәнән Мәҙинәгә вәли итеп ебәргәйне. Ғасым менән Ғәҙиҙе Куба менән Ғәлиәлә ҡалдырғайны. Харис бин Хатабты Ғәмр бин Ғауф ҡәбиләһе хаҡында ишетелгән бер эш буйынса ҡайтарып ебәргәйне. Харис ибн Саммә менән Хавват бин Жүбәир, Ғабидулла менән Сәғид бин Зәид дошмандан хәбәр алырға ебәрелһәләр ҙә, һуғыш бөткәс кенә ғәскәргә килеп еттеләр. Бына шул кешеләргә лә башҡаларға кеүек өлөш бирелде. Бынан башҡа Бәҙерҙә шәһит булған ун дүрт кеше лә өлөшкә индерелде.
Мәҙинә халҡы еңеүселәрҙе бик шатланып ҡаршы алды, балалар үә ҡатындар Мәҙинә урамдарында шатлыҡтарынан шиғырҙар һөйләп, думбыралар ҡағып, ни эшләргә белмәй йөрөнөләр. Мәҙинәлә һәм тирә-йүндә булған кешеләргә был еңеү ҡаты тәьҫир итте. Исламдың дәрәжәһе үә ҡеүәте артты. Бынан һуң Мәҙинәләге бик күп кеше Исламды ҡабул итте. Ҡөрәйш мөшриҡтәренең рухтары төштө, Мәккә ҡайғыға батты. Мөшриҡтәр башлыҡтарының күбеһе Бәҙер һуғышында үлтерелде.
Әсирҙәр тураһында сәхәбәләр менән кәңәшмә
Рәсүлуллаһ әсирҙәр менән ни эшләр өсөн сәхәбәләрҙе йыйып кәңәшмә үткәрҙе. Әбү Бәкр тороп: «И рәсүлуллаһ! Беҙ уларҙы үлтермәйек, уларҙы мал бәрәбәренә азат итәйек, шуның менән үҙебеҙҙең хәлебеҙҙе яҡшыртырбыҙ. Улар хәҙер беҙгә дошман булһалар ҙа, ихтимал, бер ваҡыт һинең сәбәпле һиҙәйәткә килеп, һинең ярҙамсыларың булырҙар», — тине. Сәғд ибн Мәғәз менән Ғабделлаһ ибн Раваха ла был фекергә ҡушылдылар. Ғүмәр ибн Хаттаб иһә: «И рәсүлуллаһ,! Был мөшриҡтәр һине ялғанға тоттолар, һине һәм әсхәбеңде Ватандарынан ҡыуҙылар, беҙгә ҡаршы һуғыш астылар. Миңә үҙ ҡәрҙәшемде үлтерергә, Хәмзәгә ҡәрҙәше Ғаббасты үлтерергә, Ғәлигә ҡәрҙәше Ғоҡайлды үлтерергә рөҡсәт бир. Беҙ уларҙы үлтерәйек. Улар кафыр башлыҡтары, уларҙы, әлбиттә, үлтерергә тейешлелер», — тине. Рәсүлуллаһ икеһенә лә кәңәш әйткән өсөн шөкөр белдерә һәм Ғүмәргә: «Ғүмәр, һин Нух пәйғәмбәр шикелле ҡаты бәғерлеһең, сөнки Нух ғәләйһиссәләм:
«Әй, Раббым, ер йөҙөндә кафырҙарҙы ҡалдырма», — тип доға ҡылды. (Нух сүрәһе,26-сы аят). Әбү Бәкр, һин Ибраһим пәйғәмбәр кеүек йомшаҡ күңеллеһең, ул: «Кем миңә эйәрһә, бәс, ул минән, кем ҡарышһа, бәс һин Раббым ярлыҡаусы, рәхимле затһың», — тип доға ҡылды тине» (Ибраһим сүрәһе, 36-сы аят). Фәҡәт үҙе Әбү Бәкр фекеренә ҡушылып, уның кәңәшен алды. Бер әсир кешегә хәленә ҡарата мең дирхәмдән алып дүрт мең дирхәмгә ҡәҙәр фидия (йолом) алынды.
Мөшриҡтәрҙең тәьҫире
Ҡөрәйш мөшриҡтәре, Мәккәгә ҡайтҡас, бер айға ҡәҙәр үлектәренә матәм ҡылдылар, һуңынан, дошмандарының шатланыуҙарынан ҡурҡып, матәмде туҡтаттылар. Әсирҙәрҙе ҡотҡарыр өсөн күп йолом һорарҙар тип бик ашыҡмаһалар ҙа, Мутталиб ибн Вэдәгә исемле береһе, сыҙай алмайса, йәшерен рәүештә Мәккәнән сығып Мәҙинәгә барҙы һәм атаһын дүрт мең дирхәм йолом биреп алды. Бынан һуң ҡалғандары ла, берәм-берәм Мәҙинәгә барып, туғандарын йолом биреп алдылар. Түләргә көстәре етмәгән әсирҙәрҙе аҡсаһыҙ азат иттеләр. Уҡый-яҙа белгән әсирҙәргә үҙҙәрен аҡсаһыҙ азат итеү өсөн, һәр береһенә ун бала алып, уларға уҡыу-яҙыуҙы өйрәтеү шарт итеп ҡуйылды. Ҡайһылары Мәккәләге мосолман әсирҙәре менән алмаштырылды.
Бәҙер һуғышы тураһында аяттар иңеү
Бәҙер һуғышы — Ҡөрәйш мөшриҡтәре менән әһел Ислам араһында булған ҙур һуғыштарҙың иң әүәлгеһелер. Бәҙер һуғышы тураһында Аллаһу Тағәлә тарафынан Әнфәл (табыш) сүрәһе иңде.
Беренсе аят менән 5-се аят малға бирелгән мосолмандарҙы тәнҡитләй. 7-се аятта Аллаһү Тағәлә мосолмандарға әүәлдән үк йә каруанды алыу, йәки мөшриҡтәрҙең ғәскәрен еңеүҙе вәғҙә ҡылғанын һөйләй. Әлбиттә, мосолмандар ҙур байлыҡ менән мең дөйә баһалы Сирия әйберҙәре менән төйәлгән, ә һаҡлыҡ кешеләре 60-70 кеше менән генә килә торған каруанды теләнеләр, мосолмандарға ҡарағанда өс мәртәбә күберәк булған ҡораллы ғәскәр менән һуғышҡансы. Ләкин Аллаһу Тағәлә мосолмандарҙың мөшриҡтәрҙе еңеүҙәре менән Ислам диненең өҫкә сығыуын теләй. Аллаһу Тағәлә мосолмандарҙы үҙҙәренә ҡарағанда әҙерәк һанда булған бай каруанға һөжүм иттермәйсә, ләкин хаҡ дин өсөн күп һанлы мөшриҡ ғәскәрҙәре менән һуғыштырыуы — мөшриҡтәр: «Мосолмандар мал өсөн әҙ кеше менән генә һуғыша беләләр», — тип әйтмәһендәр өсөндөр.
9-10-сы аяттар мосолмандарҙың ярҙам һорап доға ҡылыуҙарына Аллаһу Тағәлә 1000 фәрештә менән ярҙам итеүе һәм ярҙам Аллаһуҙан булғанлығын аңлата.
11-се аятта: Бәҙер һуғышы алдынан Аллаһу Тағәлә мосолмандарға көс өҫтәй торған йоҡо бирҙе һәм уларға ямғыр яуҙырҙы. Бәҙер һуғышында Аллаһу Тағәлә мосолмандарға күп төрлө ярҙам күрһәтте. Ул мосолмандарға әүәл үк еңеүҙәре тураһында хәбәр биреүе, йоҡо биреү, ямғыр яуҙырыу, 1000 фәрештәне ярҙамға ебәреү, рәсүлуллаһтың бер ус тупраҡ атыуы менән мөшриҡтәрҙең күреүҙәре үә ғәйрәттәре зәғифләнеү (16-17-се аяттар), рәсүлуллаһҡа төшөндә кафырҙарҙы аҙ итеп күрһәтеү ( 43-сө аят) менән Аллаһу Тағәлә мосолмандарға ярҙам итте. Бәҙер әсирҙәренән йолом алыу Аллаһуҙың әмере менән булмайса, рәсүлуллаһтың үҙ ҡарары менән булған ине. Рәсүлуллаһ был турала сәхәбәләр менән кәңәш иткәйне. Был хаҡта Аллаһ шул уҡ Әнфәл сүрәһендә 67-68-69-сы аяттарҙа мөшриҡтәрҙән йолом алыуҙарын хата икәнлеген, донъя малына алданып, бындай мөшриҡтәрҙе иҫән ҡалдырыу, уларҙан йолом алыу тейеш түгеллеген бәйән итте. Әнфәл сүрәһе, 67- 68-69-сы аяттар: «Ҡулға төшкән әсирҙәрҙе мал алып азат итәргә пәйғәмбәргә һис дөрөҫ булмай, хатта ер өҫтөндә кафырҙарҙы күп үлтергәнгә саҡлы, (кафырҙарҙы үлтереү — уларҙың әҙәйеүенә һәм Исламиәттең өҫтөн булыуына сәбәптер) һеҙ мосолмандар донъя малын теләйһегеҙ, Аллаһ һеҙҙең өсөн ахирәтте теләй, Аллаһ — көслө үә хәкимдер. Әгәр хаталыҡ ҡылыусылар ғәфү ителәләр тигән һүҙ Аллаһуҙан булмаһа ине, әлбиттә, әсир өсөн алған малығыҙ өсөн һеҙгә олуғ ғазап ирешкән булыр ине. Алған ғәнимәт малдарығыҙҙы хәләл, пак булғаны хәлдә ашағыҙ! Үә Аллаһуҙан ҡурҡығыҙ, Уға ҡарышыуҙан һаҡланығыҙ! Аллаһ — ярлыҡаусы үә рәхимле.
Күдр ғәзүәһе
Рәсүлуллаһ Бәҙер һуғышынан ҡайтып Мәҙинәлә бер нисә көн торғас, Бәни Сүләим ғәрәптәренең һуғышҡа эҙерләнгәнлеген ишетеп, уларға ҡаршы сыҡты, Мәҙинәлә үҙ урынына Ибн Умм Мәҡтүмде ҡалдырҙы. Ләкин был сәфәрҙә һуғыш булманы. Ислам ғәскәре мөшриҡтәрҙең Күдр исемендәге һыуҙарына барып туҡтағанға, был һуғышҡа Күдр ғәзүәһе тиҙәр (Бәни Сүләим ғәзүәһе тип тә йөртәләр). Ғәскәр Күдрҙә өс көн булды.
Сәүиҡ ғәзүәһе
Мәккә мөшриҡтәре Бәҙерҙә еңелеп ҡайтҡас, мөшриҡтәр башлыҡтарынан Әбү Суфьяи ибн Хәрб үҙе генә ҡалды. Ҡалған башлыҡтары Әбү Йәһил, Умәйә ибн Хәләф, Ғөбәйҙә, Ғүкбә Бәҙер һуғышында үлтерелделәр. Мосолмандарға дошман булған Әбү Ләһәб, ҡаты сирләгәнлеге арҡаһында, Бәҙер һуғышына бара алманы. Мәккәгә мосолмандарҙың еңеүе тураһында хәбәр килгәс, бер нисә көндән Әбү Ләһәб вафат булды. Был мөшриҡ Ислам диненә бик ҡаршы булыуы менән һәм рәсүлуллаһты күрә алмаҫлыҡ дәрәжәлә яратмауы менән айырыла ине. Үлгән ваҡытында ғазапланып, тәне сереп, бер үҙе булды, сөнки туғандары, сир эйәрер тип ҡурҡып, уның янына килмәй инеләр. Үлгәндән һуң бер нисә көн тәне күмелмәйсә ятты. Һуңынан улдары мәйетте ҡаланан сығарып, бер соҡорға таштар менән күмеп ҡуйҙылар. Үҙенең улдары ҡәбер ҙә ҡаҙыманылар. Ул был донъяла ғазап күреп үлде, ә теге донъяла уны тағы ла ҡаты ғазап көтәсәге Мәсәд (Бау) сүрәһендә зекер ителә.
Әбү Суфьян башлыҡтарҙан үҙе генә ҡалғас, мосолмандарға ҡаршы һуғышырға әҙерләнә башланы. Бәҙер һуғышында уның бер улы үлтерелде, береһе әсирлеккә алынды һәм ҡатынының атаһы Ғүтбә ибн Рабиғә һәм атаһының бер туғаны Шәйбә ибн Рабиғә үлтерелде. Шуның өсөн Әбү Суфьян мосолмандарҙан үсен алыу тураһында нәҙер әйтте. Шул һүҙендә тороу өсөн ул ике йөҙ кешелек ғәскәр менән Мәҙинәгә йүнәлде. Мосолмандар тураһында мәғлүмәттәр алыу өсөн һәм мосолмандарға ҡаршы һуғышырға ҡотортоу өсөн, Бәни Назир тигән йәһүд ҡәбиләһенә һуғылып рәйестәрен күрмәксе булһа ла, ул уны ҡабул итмәне, һуңынан Сәлләм ибн Мишкәм менән күрешеп һөйләште. Ләкин быларҙан да бер файҙа күрә алмағанлығынан, мосолмандар менән һуғышырға батырсылыҡ итә алманы. Шулай ҙа әйткән нәҙерендә тороу өсөн бер нисә кешене Мәҙинәнең хөрмәләрен яндырырға ебәрҙе. Мөшриҡтәр Мәҙинә янына килеп, уңдағы хөрмә ағастарын яндырҙылар һәм Мәҙинәнән сыҡҡан ике кешене үлтерҙеләр. Быны ишетеп, рәсүлуллаһ ике йөҙ кешелек ғәскәр менән Әбү Суфьянды ҡыуа сыҡты. Мәҙинәлә үҙ урынына Бәшир бин Ғабдел Мунзирҙы ҡалдырҙы. Ләкин ике ғәскәр араһында һуғыш булманы. Сөнки мөшриҡ ғәскәре ҡаты рәүештә ҡасты. Хатта атларға еңел булһын өсөн аҙыҡтарын ташлап ҡалдырҙылар. Был аҙыҡтарҙың күбеһе талҡан ине. Талҡан — бал, май, хөрмә ҡушып бешерелгән һәм киптерелгән арпа. Уны ғәрәптәр сәүиҡ тиҙәр. Был аҙыҡтарҙы мосолмандар ғәнимәт малы итеп алғанға, был ғәзүәгә Сәүиҡ ғәзүәһе тип аталды.
Бәни Ҡайнуҡа ғәзүәһе
Мосолмандарҙың Бәҙер һуғышында еңеп сығыуҙары Мәҙинәләге Ҡайнуҡағ йәһүдиҙәренә бик насар тәьҫир итте. Улар мосолмандарҙың еңеүҙәренә хөсөтләнделәр. Арала булған ғәһедтәрҙе онотоп, әһел Исламға ҡаршы бәғзе бер хәрәкәттәр ҡылдылар. Шулай бер ваҡыт Бәни Ҡайнуҡағ баҙарына барған бер ансар ҡатынының намыҫына тейҙеләр. Быны ишетеп, рәсүлуллаһ йәһүдиҙәрҙе Ҡайнуҡағ баҙарында йыйып нәсихәт ҡылды һәм ғәһедтәрендә торорға ҡушты, мөнәсәбәтһеҙ хәрәкәттәренең нәтижәһе насар буласағын аңлатты. Ләкин улар рәсүлдең мәҙкүр нәсихәтен ҡабул итеү урынына уға ҡаршы һөйләнеләр: «Һин беҙҙе үҙ ҡәүемеңә (Мәккә мөшриҡтәренә) оҡшатма, уларҙы еңеүең менән маһайма, улар һуғыша белмәй торған халыҡ, беҙҙең менән һуғышһаң, беҙҙең кем икәнебеҙҙе белерһең», — тинеләр. Дөрөҫтән дә, Ҡайнуҡағ йәһүдтәре батыр үә һуғышсан инеләр.
Рәсүлуллаһ ни ҡәҙәр солох һөйөүсән бер зат булһа ла, бындай халыҡтан хәйер сыҡмаясағын, ҡайсан булһа ла улар менән һуғышырға тура киләсәген аңлап, улар менән һуғышырға ҡарар биреп, ғәскәр әҙерләне һәм шәүүәл айының урталарында улар менән һуғышырға китте. Мәҙинәлә үҙ урынына Әбү Лүбәбәне ҡалдырҙы. Йәһүдиҙәр рәсүлуллаһтың ғәскәр әҙерләгәнен белеп, нығытмаларына кереп бикләнгәндәр ине. Ислам ғәскәре уларҙы ун биш көн ҡамап тотто, һуңынан йәһүдиҙәр, үҙҙәренең еңелеүҙәрен аңлап, рәсүлуллаһтан солох һоранылар. Рәсүлуллаһ уларға, бөтөн малдарын ҡалдырып, ҡатын үа балаларын алып, Мәҙинәнән күсеү шарты менән солох яһаны. Уларҙы Мәҙинән ҡыуыу эше Ғүбәҙәт ибн Самитҡа тапшырылды. Ул өс көн эсендә уларҙы сығарып бөтөрҙө. Бынан һуң йәһүдиҙәр Шамда Изәргәт тигән ергә киттеләр. Ҡайнуҡуғ йәһүдиҙәре, үҙҙәренең махсус ерҙәре булмайса, сауҙа һәм сәнәғәт эштәре менән шөғөлләнә инеләр. Мәҙинәлә улар ете йөҙ кеше ине. Ҡайнуҡағ йәһүдиҙәре электән Хәзражиҙар менән дуҫ мөғәмәләлә булдылар. Хәзраж башлығы Ғүбәҙәт ибн Самит уларҙың рәсүлуллаһҡа ҡаршы насар мөғәмәләләрен күргәс, улар менән мөнәсәбәтен киҫте.
Ғабделлаһ ибн Үбәйҙең иһә: «Юҡ, мин уларҙы ташламайым, әллә ниндәй хәлдәр булырға мөмкин, ихтимал, бер ваҡыт уларҙың ярҙамдарына мохтаж булырбыҙ,» — тийеүе мәғлүмдер.
«Хәҙрәт Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһи үә сәләм», Сөнғәтулла Бикбулат
Икенсе китаптағы мәғлүмәт: Бәдер янындағы оло һуғыш: https://nazir1965.com/p%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99r%D2%99%D3%99r-tarixynan/b%D3%99der-yanynda%D2%93y-olo-%D2%BBu%D2%93ysh.html#more-6538